«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ХӘЛДӘРЕ ШУЛАЙ!
+  - 



2018 йыл һеҙҙең төбәк өсөн ниндәй ваҡиғалары, күренештәре менән иҫтә ҡаласаҡ?

Илдар НАФИҠОВ, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы:
Әбйәлил районында әүҙем, ихлас халыҡ йәшәй. Уларҙы бөгөнгө көндәге проблемалар ғына түгел, ә иртәгәһе көндөң ниндәй булыуы ла борсой. Ғөмүмән, беҙҙә халыҡ бер көн менән генә йәшәмәй. Һуңғы ваҡытта район халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе бигерәк тә әүҙем күтәреп сыға. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға тиҙ арала һәм объектив яуап биреп, билдәләнгән мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ. Үткән йылда бөтә өлкәләрҙә лә әбйәлилдәр уңышлы эшмәкәрлек алып барҙы, райондың ныҡлы киләсәге өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе. Ауыл хужалығы киң үҫешкән төбәк булараҡ, Әбйәлилдә төп иғтибарҙың береһе нәҡ ошо өлкәгә йүнәлтелә. Әммә шәхси хужалыҡтар, йәғни ауыл халҡы ла, эш юҡ, тип ултырмай, күпләп мал аҫрап, етеш тормошта йәшәй.
Төбәктең иҡтисады үҫешһен өсөн ситтән инвестициялар йәлеп итеү иң оптималь варианттарҙың береһе. Беҙҙең районда ла төрлө предприятие һәм ойошмалар тарафынан ошо йәһәттән әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Аныҡлап әйткәндә, районға быйыл 198 миллиондан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Ул аҡса фермалар, мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөүгә, ял итеү йорттарының инфраструктураһын яҡшыртыуға, Асҡарҙа ҡаҙанлыҡ ҡуйыуға, Ҡыҙыл йылғаһы аша бер нисә күперҙе сафҡа индереүгә, район үҙәге мәҙәниәт йортон реконструкциялауға һәм башҡа әһәмиәтле объекттарға йүнәлтелде. Алдағы йылда районға ОО "Ласселсбергер", ООО "Цемикс" һәм башҡа эре инвесторҙар килеүе көтөлә. Улар тарафынан төҙөләсәк объекттарҙа кешеләргә эш урыны буласаҡ, эшмәкәрлектәренән район ҡаҙнаһына һалым киләсәк, ә был иһә социаль программаларҙың яҡшы эшләүенә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, Әбйәлил социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, үткән йылда районда 30476 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, шулай уҡ 15 етем бала үҙҙәренең йортонда Яңы йылды ҡаршылау мөмкинлеге алды. Был йәһәттән тағы ла райондың байтаҡ ҡына мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында, клубтарҙа, "Ирәндек" балалар ял итеү лагерында ремонт эштәренең башҡарылыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Район үҫһен өсөн йәштәрҙең тыуған ерендә ҡалып йәшәүе һәм эшләүе мөһим. Ләкин улар ситкә китмәһен өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу кәрәк. Иң актуаль мәсьәлә - уларҙың торлаҡлы булыуы. Ошоно күҙ уңында тотоп, районда төрлө программалар уңышлы эшләп килә. 2018 йылда өй һатып алыуға (төҙөүгә) 18942 мең һумлыҡ 18 сертификат тапшырылды. Йәштәрҙең районда ҡалыуы демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһай. Былтыр Әбйәлилдә 600-ҙән ашыу сабый донъяға килде. Әбйәлилгә күберәк туристар йәлеп итеү мөһим. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бигерәк тә "Яҡтыкүл", "Юбилейный" шифаханаларын яңы кимәлгә күтәреү ял итергә килергә теләүселәрҙең һанын арттырырға булышлыҡ итәсәген аңлап, улар тирәләй инфраструктураны яҡшыртыуҙы бурыс итеп ҡуйҙыҡ һәм тәғәйенләнгән эштәрҙең бер өлөшөн тамамланыҡ та инде. Шулай уҡ Әбйәлилдәге башҡа күлдәр тирәләй ҙә туристик әүҙемлекте арттырыу йәһәтенән эштәр алып барыла, сөнки туристарҙың төбәккә күп килеүе урындағы урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа үҫергә ярҙам итә. 2018 йылды позитив ноталарҙа яптыҡ һәм 2019 йылдың да Әбйәлил халҡы өсөн уңышлы булыуына ышанам. Бөтә райондаштарымды һәм республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлайым. Ҡабан йылы шатлыҡтары менән килһен!

Рөстәм ШӘРИПОВ, Бөрйән районы хакимиәте башлығы: Беҙҙең район бай урманы, бейек тауҙары, Ағиҙел йылғаһы, мәмерйәләре, балы менән дан алған. Ысынлап та, райондың географик яҡтан урынлашыу урыны төбәктә туризмды, ауыл хужалығын һәм урмансылыҡты үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр бирә. Улар араһында өҫтөнлөклө урынды туризм алып тора. 2018 йылда Бөрйән районында 45 меңдән ашыу турист булып киткән, шул иҫәптән "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә 41 мең кеше килгән. Ә Ағиҙел буйлап ағып төшөүселәр һанын аныҡ ҡына билдәләп тә булмай. Районда туристик йүнәлеш буйынса бер нисә шәхси эшҡыуар эшмәкәрлек алып бара. Улар аша ла, республиканың һәм илдең башҡа туристик агентлыҡтары аша ла Бөрйән ерен килеп күреүселәр һаны йылдан-йыл арта. 2020 йылда "Шүлгәнташ" мәмерйәһенең күсермәһен йәки музей-комплексын төҙөп бөтөү төбәккә килеүсе туристар һанын тағы ла арттырасаҡ, тип көтәбеҙ. Туризм эшҡыуарлыҡ һәм кәсепселеккә үҫергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ шәхси хужалыҡтар туристарға һөт, ит, ҡаймаҡ-май, йомортҡа, бал, икмәк һәм башҡа төрлө аҙыҡ-түлек һатып, аҡса эшләй.
Беҙҙең район инвестициялар йәлеп итеү буйынса республикала беренсе урында килә. Мәҫәлән, былтыр инвестиция аҡсаһына "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект" проекты сиктәрендә беҙҙең районда дүрт объект төҙөлә башланы. Уларҙың береһе - Яңы Собханғол ауылындағы 108 урынлыҡ мәктәп һәм 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү тамамланды. Яңы йыл байрамдарынан һуң улар балаларҙы ҡабул итәсәк. Ағиҙел ҡасабаһында ла ошондай уҡ мәктәп-балалар баҡсаһы төҙөлә. "Шүлгәнташ" музей-комплексы ла ошо проектҡа индерелгән. Дүртенсе юбилей объекты - район мәҙәниәт һарайы. Уны реконструкциялау шулай уҡ ошо ҙур байрам уңайынан башҡарыла. Ғөмүмән, районда төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Мәҫәлән, Әбделмәмбәт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде, Иҫке Собханғолда Ағиҙел йылғаһы яры яҡтыртылды, райондың байтаҡ ҡына мәҙәниәт усаҡтары төҙөкләндерелде, Яңы йыл алдынан ғына Монасип ауылында клуб, Әбделмәмбәттә модулле ФАП асылды. Районда әлегә тиклем йәйге миҙгелдә электр утының йыш һүнедерелеүе бөтә яҡлап та ауырлыҡтар тыуҙыра ине. Әле резервлы электр линияһын төҙөү буйынса проект эштәре тамамланыу өҫтөндә, алдағы йылдарҙа ул сафҡа индерелһә, был мәсьәлә район халҡын башҡаса борсомаҫ, тип ышанам.
Киләсәк - йәштәр ҡулында. Уларҙың районда төпләнеп ҡалыуы, уҡыу йорттарын тамамлағас, кире Бөрйәнгә ҡайтыуы өсөн күп эштәр башҡарыла. Ләкин Бөрйәндең күпселек өлөшө ҡурсаулыҡ булғанлыҡтан, уларҙы ер участкалары менән тәьмин итеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был мәсьәлә республика һәм хатта федераль кимәлгә сығып хәл итеүҙе көтә, сөнки ер бирелмәгәс, йәштәрҙе районда ҡалдырыу ауырға тура килә. Ә ауылдан китмәгән йәштәр, эш урындарының әҙ булыуына ҡарамаҫтан, тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Әйткәндәй, беҙҙең район тыуым буйынса республикала беренсе урында килә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йәштәр күп. Улар үҙҙәренең ғаиләһен генә килем менән тәьмин итмәй, ә эш урындары ла булдыра.Беҙҙә лә табиптар менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора. Бөгөнгө көндә районға 13 табип кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Яңыраҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашып, районға эшкә ҡайтырға саҡырҙыҡ. Уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен, төрлө субсидиялар бүлеүҙе күҙ уңында тотабыҙ.
Ошондай матур күрһәткестәр менән йылды йомғаҡлап, яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. 2019 йыл да Бөрйән районы өсөн тик яҡшы ваҡиғалары менән килһен, тип теләйем.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.19 | Ҡаралған: 603

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru