«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮЛӘКЛӘҮ ТУРАҺЫНДА ФӘЛСӘФӘ
+  - 



Гәзитебеҙҙең 2-се һанында Фәрзәнә Илбаеваның "Сәскәләр һәм... башҡалар" исемле мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, мин дә ана шундағы күтәрелгән мәсьәләгә ҡарата үҙемдең фекерем менән бүлешмәксе булдым. Һүҙ уҡытыусы һәм табип халҡына бүләк биреү-бирмәү тураһында бара. Билдәләнеүенсә, элегерәк уларға 3 мең һумлыҡтан ҡиммәтерәк бүләк алыу тыйылған булһа, Дәүләт Думаһы ҡарауына тәҡдим ителгән яңы закон проектында ошо категорияға тик сәскә гөлләмәһе генә бүләк итеүгә рөхсәт буласаҡ...

Инде нисәмә йылдар отставкала булыуыма ҡарамаҫтан, ҡасандыр хәрби табип булып эшләгән кеше булараҡ, ошо мәсьәләгә ҡарашымды табип күҙлегенән сығып сағылдырырға ниәтләйем. Юморға бай булған бәғзе докторҙарҙан "Бушлай дауаланыу ул - бушҡа дауаланыу" (Лечиться даром - даром лечиться) тигән мәҙәк бер әйтемде ишеткәнем бар. Үҙебеҙҙең госпиталдә бергә хеҙмәт итеп йөрөгән хирургтар миңә бүҫер (грыжа) сәбәпле операция яһағандан һуң, ана шулай тип шаяртҡайнылар. Хатта һуңынан улар менән ординаторскийҙә бергәләшеп ултырып сәй ҙә эстек... Егеттәр минән, үҙенең коллегаһынан ниҙер талап итмәгәнен яҡшы аңлайым, әлбиттә. Күпмелер ваҡыттан уларҙың да кемеһенеңдер минең "скальпель аҫтына ятыуы" ихтимал бит (һәм шулай булғыланы ла). Тағы шуны әйтеп киткем килә: тиҫтәләгән йылдар дауалау учреждениеһының эсендә докторҙар менән бергә ҡайнашып йөрөүемә лә ҡарамаҫтан, кемделер дауалау өсөн хирургтың бүләк һорағаны хаҡында аныҡ миҫалдар белмәйем. Уның ҡарауы, пациенттарҙың үҙҙәренең докторға көсләшеп тигәндәй ниҙер "төртөүе" менән яҡшы танышмын. Бер мәл (әле Советтар Союзы тарҡалмаған осор) рядовой Алиевтың кинәт кенә тауышы бөттө. Тейешенсә тикшереүҙәр үткәргәс, был һалдаттың һап-һау икәнен асыҡланыҡ, тик егетебеҙҙең тауышы ғына сыҡмай. Һәр саҡ шыбырҙап ҡына һөйләшкән һалдатты госпиталдән сығарып ебәреп тә булмай... Бер көн, алыҫ республикала йәшәүенә ҡарамаҫтан, уның әсәһе килде. Улының хәлен асыҡ ҡына итеп һөйләп бирҙем, әммә әсә кеше ғәзизен табиптар аша, һаулығы буйынса демобилизациялатып, өйөнә алып ҡайтып китергә көйләнгән ине. "Булмай, - тинем аныҡ ҡына итеп, - улығыҙ - һап-һау!" "Ярай, ни хәл итәһең. Әле һеҙгә тағы инеп сығырға булалыр ул, иптәш доктор?" - ти был. "Инегеҙ, әлбиттә", - тинем. Шунан был ҡатын минең "ай-вай"ыма ҡарамай, гәзиткә төрөлгән кәнфит ҡумтаһын өҫтәлемә ҡалдырып сығып китте. Ул сығып китеү менән, ҡыҙыҡһынып, төргәкте астым. Ҡараһам - унда кәнфит ҡабынан тыш, бер конверт та бар ине. Хат яҙған, ахырыһы... Әммә конверт эсендә бер ниндәй ҙә хат юҡ, ә күпмелер сумма аҡса! Әлдә ваҡытында асып ҡарағанмын, ауыҙыңа май булғыры! Конвертты тотоп, тышҡа сығып йүгерҙем. Әмәлгә ҡалғандай, әлеге апайҙы ҡыуып еттем. Уға ни әйткәнемде аныҡ ҡына хәтерләмәйем, әммә уны ярайһы ғына ныҡ әрләнем. "...Ваш этот поступок я воспринимаю как оскорбление коммуниста, офицера, врача, который давал клятву Гиппократа!" - тигән һымағыраҡ, юғары тонда һөйләшергә мәжбүр булдым һалдат әсәһе менән. Ул ҡатын башҡаса миңә мөрәжәғәт итмәне. Әммә һаман да тауышы сыҡмаған был егетте артабан да тикшерергә юғарыға - Мәскәүгә ебәрергә ҡарар иттем. Баш ҡалалағы Үҙәк госпиталдә уның менән нисек һөйләшкәндәрен белмәйем (бындай осраҡта, ғәҙәттә, һалдат менән әңгәмәгә хәрби прокурорҙы саҡырталар), әммә часына әйләнеп ҡайтҡанда Алиев һин дә-мин тауышланып һөйләшә ине... Ошо хәлде ни өсөн оҙаҡ итеп һөйләй икән, тип ғәжәпләнеүселәр ҙә булыуы мөмкин. Был - табипҡа ришүәт биреп, уны асыҡтан-асыҡ енәйәт юлына этәрергә маташыу миҫалы.
Бәғзе берәүҙәргә ниндәйҙер операция яһап, һауыҡтырып сығарғас, һуңынан килеп шәфҡәт туташы аша (минең үҙемдең алырға яратмағанымды ишетеп беләләр, күрәһең) кәнфит-маҙар ҡалдырып киткеләү осраҡтары ла булманы түгел. "Ҡалдырып киткән күстәнәсте ҡый йәшнигенә ташлай торғайным", - тиһәң, әлбиттә, бер кемдең дә ышанмаҫы билдәле. Дөрөҫөн әйткәндә, кәнфитте ни сәйгә ҡушып эсәһең дә ҡуяһың инде ул. Ә бына коньяк һымағыраҡ "шайтан эсемлеген", ышанаһығыҙмы-юҡмы, асып та тормайынса ватҡылағаным булды.
Үҙен, ҡатынын йә иһә балаһын уңышлы дауалаған өсөн хатта бәғзе бер юғары чинлы начальниктарҙың да "Доктор, это тебе за твои золотые руки", тип, бүләк алып килгеләүҙәре бер кем өсөн дә сер түгел. Ундай күстәнәстәрҙең хаҡы хәҙерге 3 мең һум суммаға етмәгәндер, әлбиттә, әммә һәр бүләкләүҙән уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерә инем. Ныҡлы инаныуымса, күпселек табиптар, уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Гиппократ антына тоғро булып, кешеләргә намыҫлы хеҙмәт итеүгә көйләнеп эш башлай. Пациентының һауығып китеүе - улар өсөн иң яҡшы бүләк! Үҙенең белем кимәленә, тәжрибәһенә ярашлы, доктор барлыҡ пациенттарға ла бер үк мөнәсәбәт күрһәтә. Бүләк бирҙе, йә бирмәне, тип, теге йәки быныһын айырып тормай. Докторға күстәнәс һатып алып биреү менән ул барыбер үҙенән бейегерәк һикерә алмай. Дауалау нәтижәһе шулай уҡ буласаҡ. Икенсенән, пациент бүләк бирһә, һәр табип, алдараҡ әйтмешләй, үҙенән үҙе оялып, уны выжданы ғазаплай башлай (рустар әйтмешләй, "Чувствует себя не в своей тарелке").
Алып килгән кәнфит-мәнфиттән врачтың ҡырҡа баш тартыуын яңылыш аңлаусы ауырыуҙар ҙа була. "Доктор үҙенең һәләтенә, көсөнә ышанып етмәй. Һине уңышлы дауалай алыуына икеләнгән өсөн дә бүләк алмай ул..." - тигәнерәк фекер ҙә ишеткәнем бар. Күстәнәстән ҡәтғи баш тартҡан табипты бәғзе берәүҙәр "тупаҫ, ҡырыҫ врач", тип атай башлай. Әҙәм балаһының һәммәһенә лә ярау ифрат ауыр. Ана шундай "рәхмәтле" пациенттар доктор халҡын үҙҙәре үк бүләк алыуға этәрә. Ә инде нәфселәре бер аҙ бушағыраҡтарға бының "оҡшап ҡалыуы" һәм уға "күнегеп" китеүҙәре лә бар бит. Хатта әүҙем рәүештә үҙҙәре үк бүләк һорағандар булыуы хаҡында ла ишетелә ҡайсаҡ. Был донъяның кеме юҡ... Фәрзәнә һылыу әйтмешләй, утһыҙ төтөн булмай...
Шуға күрә, хөрмәтле дуҫтар, иң яҡшыһы - дауаланып бөткәндән һуң, һинең өсөн, бәлки, йоҡоһоҙ төндәр үткәргән, әллә күпме борсолған докторҙың бүлмәһенә инеп, уға рәхмәт әйтеп кенә сығыу кәрәк (хатта быны мотлаҡ тип һанайым). Үҙегеҙҙе дауалаусы табипты уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмайым тиһәгеҙ, уға ана шул етә. Ә инде бик тә бик бүләк биргегеҙ килһә (айырыуса, әгәр табип ҡатын-ҡыҙ икән), уға сәскә бүләк итеүҙән бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, тип уйлайым. Шулай уҡ башҡа ваҡытта урамда осратһаң, был табип менән иҫәнләшеп йөрөргә онотмау кәрәктер. Тағы бер кәңәш. Ана шул фәлән табип үҙенең йомошо менән һеҙҙең ниндәйҙер үтәгән вазифағыҙға, һөнәрегеҙгә ярашлы, эшегеҙ урынына мөрәжәғәт итте икән, уға, әлбиттә, тейешенсә иғтибар бүлеп, мөмкин тиклем яғымлылыҡ күрһәтеүегеҙ зарур. Докторға башҡа нәмә кәрәкмәй.
Ниндәйҙер сәбәп менән минең бүлегемдә дауаланып сыҡҡан бер прапорщикты хәтерләйем. Сығыр алдынан: "Доктор, рәхмәт. Мин теле-радио аппаратура йүнәтә беләм. Берәй проблемағыҙ булһа, килегеҙ", - тине. Күпмелер ваҡыттан, ысынлап та, уға йомошом төштө. Телевизорымды йәһәт кенә көйләп бирҙе ул, һәм шунда уҡ: "Доктор, с тебя - пузырь (шешә)", - тип, эшенең хаҡын билдәләп тә ҡуйҙы. Шешә биреүен бирҙем уға, тик был кешегә ҡарата, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, әллә ни хөрмәт тойғоһо уянманы. Әммә шундайҙар ҙа бар: әллә ҡасан һиндә уңышлы дауаланған бәғзе берәү ошо көнгәсә, яйын тура килтереп, таныштары йә туғандары аша һиңә күстәнәс ебәргеләй. Бүләк алыуҙы закон ярҙамында тыймаған хәлдә лә, ана шундай һәр осраҡ доктор өсөн ифрат уңайһы-ы-ыҙ...
Уҡытыусы һәм табипҡа юғары талаптар ҡуйыу кәрәк, әлбиттә. Әммә, бындай һөнәрҙе хөкүмәткә килем килтермәгән (непроизводственная) өлкәгә, йәғни хеҙмәтләндереү өлкәһенә генә тиңләп, уларҙан эш хаҡын йәлләү ярамай, тигән дә инаныуҙамын. Һәр пациенттың һаулығы өсөн етди борсолған, шуның өсөн иртә сәстәре ағарған табип халҡының, шулай уҡ уҡыусы балалар менән ярты ғүмерен үткәреп, әллә күпме нервы күҙәнәктәрен сарыф иткән уҡытыусыларҙың эше хөкүмәт тарафынан лайыҡлы баһаланырға тейеш. Һуңғы осорҙары, ҡаҙнаның мөмкинлегенә яраҡлы, ошо төр һөнәрмәндәрҙе яҡшыраҡ ҡарай башланылар ҙа, буғай. Ә инде милләттәштәремә әйтер һүҙем шул: уҡытыусы, табип һымаҡ юғары исем йөрөткән һөнәр эйәләрен үҙегеҙҙең "күстәнәстәрегеҙ" менән кәмһетеп, уларҙы бимазалап йөрөмәһәгеҙ, бигерәк тә хәйерлерәк булыр.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.19 | Ҡаралған: 659

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru