Бөгөнгө көндә ололар ғына түгел, йәштәр ҙә этник, миллилек сағылыш тапҡан кейем-һалымға өҫтөнлөк бирә. Башҡорт милли кейеме лә мода үҙәгендә, боронғоға оҡшатып та, стилләштереп тә тегелгән күлдәк, биҙәүестәр киң ҡулланыуҙа хәҙер. Балаҡатай районы Билән ауылында йәшәүсе Сәйҙә Әхтәмова менән шул төбәк башҡорттарына хас милли кейемдәр һәм уларҙы эшләү серҙәре тураһында һөйләштек. Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы йыш ҡына төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, ауылдарында эшләгән "Тамбур" биҙәү-ғәмәли сәнғәте халыҡ студияһы һәм "Серҙәш" халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәре беҙҙең яҡта шау сәскә, зауыҡлы итеп ҡайылған. Әсәйем Хәсәнә бик оҫта ҡайыусы ине, беҙгә бала саҡтан өйрәтте был һөнәрҙе. Фермаға һыйыр һауырға киткәндә: "Мин ҡайтҡансы, ошо урындан алып ошонда тиклем ҡайып ҡуй", - тип эш ҡуша ине. Баштараҡ ҡул эшен боҙоп та бөткөләнем, әсәй тиргәшеп тә ала торғайны. Ул миңә сәскәнең ситен генә эшләргә ҡуша торғайны, ә эс яғын ул үҙе тултырып ҡайый. Бындай ваҡ эш менән бала кешенең оҙаҡ ултырғыһы килмәй бит инде, ләкин әсәй ҡушылғанды барыбер эшләтә торғайны.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында бындай шөғөлдәр ҡайғыһы булманы, бер аҙ онотолоп та торҙо ул беҙҙең яҡтарҙа. Тик 2000 йылдар тирәһендә генә яңынан тергеҙҙек, дәмбер энәләре лә юҡ ине, ойоҡ энәләрен ҡулайлаштырып эшләп алып киттек. Әлеге ваҡытта беҙҙең "Тамбур" халыҡ студияһына 13 кеше даими рәүештә шөғөлләнә. Иң мөһиме, йәштәр ҡыҙыҡһынып килә, мәктәп уҡыусылары түңәрәккә бишенсе синыфтан алып йөрөйҙәр. Туҡыма, төҫлө ептәр һәм дәмбер энәһе булыуы шарт, шул энәне табып алыуы бер мәсьәлә инде. Күлдәк, алъяпҡыс, таҫтамал, намаҙлыҡ, ҡулъяулыҡ ҡайыйбыҙ, боронғо әйберҙәргә ҡарап та эшләйбеҙ, заманса күлдәктәргә килешле биҙәктәр ҙә сигәбеҙ. Биҙәктәрҙә беҙҙең яҡта үҫкән сәскәләр, үләндәр сағылыш тапҡан элек. Инәйҙәр яланда йөрөгәндә, бесән эшләгәндә бер сәскәне күрҙениһә, ҡайҙа шулайтып эшләйем әле, тип, тиҙерәк туҡымаға төшөрә һалған. Әсәйем дә шулай итә торғайны, "Бөгөн бик матур ләлә сәскәһен күреп ҡайттым әле, шуны ҡайып ҡуяйым", - тип тотона торғайны ҡул эшенә.
Әйткәндәй, ҡабартма ҡайыу еңел түгел, ул бик ваҡ, сабырлыҡ һәм иғтибар талап иткән шөғөл. Мәҫәлән, күлдәк итәген яйлап эшләһәң, айҙан ашыу ваҡыт китә. Гел генә ҡул эше менән ултырып та булмай, донъя мәшәҡәттәренән арынған саҡта ғына быға форсат табыла. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың ана шул ығы-зығынан арынып, үҙ көйөнә яйлап ҡына эш тотоп ултырыуы тынысландыра. Мин аралашып йәшәгән ҡатындар шуға бер юлы ике-өс әйберҙе ҡайый башлайҙар, сиратлап эшләһәң, ялҡытмай. Сифатлы, зауыҡлы ҡул эштәре юғары баһалана бөгөн. Беҙҙән заказ биреп тә төрлө әйберҙәргә зауыҡлы итеп ҡабартма ҡайытып алалар. Мәҫәлән, килен төшөргәндә морондоҡ инәй һәм морондоҡ атаһына бүләккә алъяпҡыс һәм таҫтамал эшләйбеҙ. Был беҙҙең төньяҡ-көнсығыш райондарында һаҡланған йола: килен булып төшкән ҡыҙҙың әсәһе йыраҡта ҡала бит инде, шуға уға кейәү яғынан берәй туғандарын морондоҡ инәһе һәм морондоҡ атаһы итеп алалар. Морондоҡ инәһе ҡыҙҙың үҙ әсәһенән ике-өс тары ярмаһына ғына еңелерәк тарта, ти. Бына шулай, үҙебеҙҙең боронғо йолаларҙы һәм шөғөлдәрҙе онотмаҫҡа, йәш быуынға өйрәтеп ҡалдырырға тырышып йәшәй "Тамбур" биҙәү-ғәмәли сәнғәте халыҡ студияһындағы ағинәйҙәребеҙ.
Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА