«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨЛӘ НИНДӘЙ АТАМАЛЫ УРАМДАР КҮРЕРГӘ ТЕЛӘР ИНЕГЕҘ?
+  - 



Фәрит ВӘХИТОВ, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты: Кемгә нисектер, әммә минең өсөн был бик күңелде әрнетеп торған мәсьәлә. Шуны белгән кеүек шылтыраттығыҙ әле, бик урынлы һорау. Һүҙҙе алыҫтаныраҡ башлап ебәрәйем, булмаһа. 2002 йылдан алып байтаҡ йылдар мин Республика хәрби дан музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләнем. Шул саҡтарҙа беҙ Башҡортостан тарихына, уның ҡаһарман шәхестәре яҙмышына, батырлыҡтарына, һәр төрлө юбилейҙарға ҡарата конференциялар, осрашыуҙар үткәрә инек. Шунда ҡаһарман генерал Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү, баш ҡалабыҙ урамдарының береһенә уның исемен биреү хаҡында йыш һүҙ күтәрелә ине. Был тәҡдимдәр юғары органдар иғтибарына еткерелә торҙо, ләкин бер ниндәй ҙә сара күрелмәне. Бәлки, чиновниктар ундай урамдың барлығына һылтана торғандарҙыр. Әйтһәң - һүҙ, тигәндәй, көлкө тойолор ине был, әгәр бик ҡыҙғаныс булмаһа... Черниковка биҫтәһенең Дм. Донской менән Ҡулса урамдары киҫелешенә яҡын бәләкәй генә иҫке бер (тыҡрыҡ тиһәң дә булалыр) урам йораты Шайморатов исемен йөрөтә ул, тик мин уны көскә таптым. Ярай әле, бәхеткә, итек кейгәнмен - йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ өҫтәүенә. Дөрөҫөн әйткәндә, уның данлы генерал Шайморатов исемен йөрөтөүен унда йәшәүселәр үҙҙәре лә белеп бөтөрмәй торғандыр, тигән уй ҡалды. Шул буламы шәхестәребеҙ исемен мәңгеләштереү, ихтирам билдәһе күрһәтеү? Был хаҡта мин аҙаҡ та, бөгөнгө көндә лә һөйләүҙән туҡтағаным юҡ, сөнки донъяға билдәле арҙаҡлы (һуғыштан алда М.Шайморатов Мәскәү тарафынан Ҡытайға илсе итеп ебәрелгән, шунда эшләгән һәм йәшәгән), күп яҡлы талант эйәһе генерал яҡташыбыҙ иҫтәлегенә мөнәсәбәт үҙгәрер, тип ышанам. Быйыл республикабыҙҙың юбилей йылында уның ҡаһарман улы Шайморатовтың да тыуыуына 120 йыл тула (15 август). Ошо күренекле даталар уңайынан Өфөләге яңы урамдарҙың береһенә "Генерал Шайморатов" исеме, ниһайәт, бирелер, тигән өмөттәмен.

Земфира ХӘБИРОВА, журналист: Өфө ҡала советының "Өфө урамдары" конкурсын иғлан итеүе яҡшы булды әле, халыҡ саҡ ҡына булһа ла ҡыбырлай башланы. Юҡһа, Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарына ни өсөн башҡорт шәхестәренең, билдәле тарихи ваҡиғаларҙың атамалары ҡушылмай, теләһә ниндәй мәғәнәһеҙ исемдәр барлыҡҡа килә, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә лә ҡуя торғайныҡ. Әлбиттә, шәхестәрҙең исемдәре яйлап ҡына ҡушыла бара ул, әммә халҡыбыҙҙың башҡа мәңгеләштерер нәмәләре лә күп бит. Бәлки, ошо мөмкинлекте файҙаланырға, әүҙемерәк булырға ғына кәрәктер.
Бөгөн, мәҫәлән, өфөләр 1919 йылда ВЦИК тарафынан Башҡортостан Совет республикаһының ваҡытлыса баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Темәс ауылы хөрмәтенә Өфөлә ошо атамалы урам булдырыуҙы тәҡдим итә. Шулай уҡ быйыл дәүләтебеҙ генә түгел, илебеҙ тарихында оло ваҡиға көтөлә - Рәсәйҙә федерализм ҡоролошоноң беренсе нигеҙ ташын һалып, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итергә йыйынабыҙ.
Ошо йәһәттән граждандар Өфөлә Республика проспекты (ҡайһы бер урындарҙа Республика майҙаны бар), Башҡортостандың 100 йыллығы исемендәге урам барлыҡҡа килеүен күрергә теләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге урам булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаусылар ҙа бар.
Әлбиттә, бындай атамаларҙың баш ҡаланың яңы төҙөлгән ҡасабаларындағы урамға йәки ҡайҙалыр бер тыҡрыҡҡа түгел, ә үҙәктә булыуы мөһим. Был республикаға исем биргән, әллә күпме халыҡтарҙы һәм милләттәрҙе үҙ территорияһына һыйындырған аҫаба халыҡҡа ла рәхмәтле булыуҙың, хөрмәт күрһәтеүҙең бер сағылышы булыр ине.
Быйыл хәтер үҙе тарих биттәрен аҡтарырға мәжбүр итә һәм тағы ла бер мәшһүр шәхестең исемен мәңгеләштереү зарурлығын көн ҡаҙағына сығара. Ул да булһа, профессиональ башҡорт музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, йырсы, композитор, золом ҡорбаны Ғәзиз Әлмөхәмәтов. Эйе, баш ҡалалағы сәнғәт мәктәптәренең береһе уның исемен йөрөтә, әммә бөйөк шәхестең исемендәге урам булыуы ла насар түгел.
Ошо көндәрҙә республикабыҙ оло юғалтыу кисерҙе - РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле хирург Венер Сәхәүетдинов арабыҙҙан китте. Уның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлеге, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булған осорҙа һаулыҡ һаҡлау буйынса ҡабул ителгән закондар һәм башҡа бик күп хеҙмәте бөгөн дә, йылдар үткәс тә ҙур ҡиммәткә эйә буласаҡ. Әлбиттә, Венер Ғәзиз улының да исеме мәңгеләштерелергә тейеш. Билдәле шәхестәребеҙ, милли атамаларыбыҙ хаҡында үҙебеҙ хәстәрлек күрмәһәк, уларҙы күтәрмәһәк, башҡалар беҙҙән яҡшырарҡ булдырасаҡ. Ул ваҡытта инде юҡ юҡ та социаль селтәрҙәрҙә күренеп ҡалған мәғәнәһеҙ атамалар һәм уларҙың мәғәнәһеҙ тәржемәләре (Сливовая - Ағыулы һ.б.) бирелгән урамдарҙа йәшәргә тура киләсәк. Әүҙемерәк булайыҡ, мөмкинлекте файҙаланайыҡ, тип кенә әйтмәксе инем.

Йомадил ЙОМАҒУЖИН, Белорет ҡалаһы, Межгорье ҡасабаһы: Ҡалабыҙҙың яңы урамдарына исем биреүгә бик яуаплы ҡарарға кәрәк, тип уйлайым, сөнки ул документтарҙа, тарихта ҡаласаҡ, шуға күрә уларҙа беренсе сиратта Башҡортостаныбыҙ тарихы сағылыш табырға тейеш. Элек ҡала урамдарына исем биреү халыҡ араһына бик сығарылып, тикшерелеп, тәҡдимдәр ҡабул ителеп барманы, күрәһең, ул хужалар кабинеттарында бер нисә кеше тарафынан ҡарар ҡылынғандыр, тип уйлайым, сөнки исем уйлау хаҡында бер ниндәй иғлан-фәлән хәтерҙә юҡ. Ә бына былтыр Өфө ҡала Советы тарафынан баш ҡалабыҙ урамдарына исемдәр тәҡдим итеү тураһында конкурс иғлан ителгәс, унда бик шатланып ҡатнаштым һәм Өфө урамдарының береһенә "Төньяҡ амурҙары" исеме бирергә тәҡдим итеп, еңеүселәрҙең береһе булдым. Башҡортостаныбыҙ тарихын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Тап ана шул тарихыбыҙ хаҡында юйылмаҫ хәтеребеҙҙән, туған телебеҙҙән, мәҙәниәтебеҙҙән, тыуған еребеҙҙән башлана ла бит ул Ватан төшөнсәһе. 2017 йылғы "Өфө урамдары" конкурсында еңеүсе тип табылған тағы биш тәҡдим араһында "Әсә скверы", "Шиғриәт скверы", "Йырсы фонтандар" майҙансығы" тигән исемдәр ҙә бар ине. Улары, исмаһам, ҡолаҡҡа ятышлы әле ул. Баш ҡалабыҙҙа бигерәк мәғәнәһеҙ атамалы урамдар ҙа етерлек бит, юғиһә.

Фирүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: "Өфө урамдары" конкурсы быйыл да иғлан ителде. Кемдәр әле ул хаҡта ишетмәгән, "Киске Өфө" гәзитенән был хаҡта уҡығас, конкурста ҡатнаша ала әле. "Исем креатив, үҙенсәлекле булырға, еңел иҫтә ҡалырлыҡ, рус һәм башҡорт телдәре талаптарына яуап бирергә, шулай уҡ ике һүҙҙән дә артыҡ булырға тейеш түгел", - тип әйтелә конкурс шарттарында. Конкурс 9 ғинуарҙа башланғайны, ошо йылдың 7 мартына тиклем барасаҡ, ҡатнашырға теләге булғандар был хаҡта Өфө ҡала Советына (450098 Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 120) хәбәр итеп, 10-дан артыҡ булмаған исемдәр теҙмәһе тәҡдим итә ала. Форсат булғанда, үҙ иркеңде белдереп ҡалыу фарыз, сөнки аҙаҡ теге йәки был урам атамаһына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп йөрөрлөк булмаһын. Юғиһә, аҙмы ни беҙҙә ана шундай туҙға яҙмаған урам исемдәре!
Әмәлгә ҡалғандай, яңыраҡ ҡына Өфө урамдары исемлеген ҡарап ултырғайным. Ысынлап та, ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың! Билдәле шәхестәр фамилияларына ҡағылып тормайым, ләкин уларҙың да Өфөгә бер ниндәй ҡағылышы булмағандары күп. Ә бына Кроншдат исемле урам ғына баш ҡалабыҙҙа - дүртәү! Кроншдат урамы, 1-се Кроншдат урамы, 2-се Кроншдат урамы, 3-сө Кроншдат урамы. Еттеме? Юҡ әле, тағы ла 1-се Кроншдат тыҡрығы, 2-се Кроншдат тыҡрығы, 3-сө Кроншдат тыҡрыҡтары ла бар. Быларҙан тыш, Ун һигеҙенсе партсъезд, Ҙур электрификация, Аҫҡы делегат урамдары халҡы ла эстәре лә бошмай ошондай исемле урамдарҙа йәшәп ята.
Бер заман Өфө ҡала Советында, урамдарға бынан ары айырым шәхестәр исемдәрен бирмәҫкә, тигәнерәк тә тәҡдимдәр яңғырап алғайны, уның менән дә килешеүе ҡыйын, сөнки, берҙән, был тарихи шәхестәребеҙ исемдәрен мәңгеләштереүҙең бер юлы; икенсенән, әгәр фантазияға ирек ҡуйһаң, әлегесә Молочная, Звонкая, 1-я ул.Тюльпанов, 2-я ул. Тюльпанов, Вольная, Видная, Веерная, Виражная тигән атамалар "сәскә атырға" ғына тора. Әлбиттә, Солнечная, Лучистая, Весенняя тигән атамалар ҙа шул исемлектән, ләкин уларының, исмаһам, башҡортсаға тәржемәһе лә матур яңғырай. Ә бына тәүгеләренең дә башҡортса варианттары хаҡында уйлау кәрәк бит. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон нигеҙендә урам исемдәре башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылып ҡуйылырға һәм аталып йөрөтөлөргә тейеш, шуға ла урам исеме ике телдә лә матур яңғырашлы, мәғәнәле булырға тейеш. Элекке хаталар ҡабатланмаһын ине...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.19 | Ҡаралған: 711

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru