«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ ХАҠЛЫ: ҠЫҘЫЛДАРМЫ, АҠТАРМЫ?
+  - 



Һуңғы ике-өс тиҫтә йыл эсендә илебеҙҙәге һәр төрлө үҙгәрештәргә күҙ ҙә эйәрмәй тиерлек. Шул арала "бөйөк һәм еңелмәҫ" коммунистар партияһы етәкләгән "емерелмәҫ" Союздың да бөтөнләйгә емерелеп бөтөүенә барыбыҙ ҙа шаһитбыҙ. Союздаш республикалар йәмғиәте сәйгә һалған шаҡмаҡлы шәкәр һымаҡ, ирене лә бөттө. Олатайҙарыбыҙ мең михнәттәр менән төҙөгән социалистик ҡоролош урынына элекке капитализм еңел генә ҡабаттан килеп ултырҙы. "Бөйөк Союз"дың әрмеһе генә лә исемен бер нисә мәртәбә үҙгәртте…

Оҙаҡ йылдар хәрби хеҙмәттә йөрөгән кеше булараҡ, башлыса шул әрмебеҙ хаҡында уйланам. 1918 йылдың 23 февралендә төҙөлгән Ҡыҙыл армияның балаһын, күпмелер ваҡыт Совет армияһы тип йөрөтөп, хәҙерге көндә, нәҡ батша ваҡытындағы һымаҡ, "Рәсәй армияһы", ә уның тыуған көнөн "Ил һаҡлаусылар көнө" тип атайбыҙ... Ҡасандыр совет власының дошмандарын - Аҡ армияны, һәр төрлө анархист төркөмдәрен тар-мар иткән, унан Гитлер Германияһын пыран-заран килтереп, бөтә Европаны тиерлек фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарған ошо әрмебеҙ әле булһа беҙҙе потенциаль дошмандарыбыҙҙан һаҡлап торғанлығын берәү ҙә инҡар итеп маташмаҫ. Әммә, бынан ҡырҡ-илле йыл ғына элек булған сәйәсәтебеҙҙе әлеге менән йәнәш ҡуйып, шулай уҡ оло быуын тарихсыларының яҙмаларын хәҙергеләрҙеке менән сағыштырып уҡып, һуңғы осорҙа йыш күрһәтелгән элекке һәм яңы фильмдарҙы алмаш-тилмәш ҡарай торғас, үҙебеҙҙең хәҙер аҡтар яҡлымы, әллә ҡыҙылдар яғындамы икәнебеҙҙе ҡапыл аңлап та булмай. Нәҡ теге "Чапаев" фильмында легендар комдивҡа: "Вы за большевиков, аль за коммунистов?" - тип һорау биргән наҙан крәҫтиән һымаҡбыҙ. Был ауыл "мужигына" Василий Иванович "За интернационал", тигән яуап тапты шунда ла. Ә беҙ уның һымаҡ уҡ тапҡыр түгелбеҙ шул, күп саҡта яуапһыҙ ҙа ҡалабыҙ...
Әхмәр Үтәбай "Киске Өфө"лә сыҡҡан бер мәҡәләһендә күптәребеҙ онотоп барған "Батька Махно"ны иҫкә алды. Һәр төрлө үҙенсәлектәре менән йә бер, йә икенсе ҡалыпҡа тап килмәгән бындай шәхес тә бар шул тарихта... "Бей красных, пока не побелеют! Бей белых, пока не покраснеют!" тигән лозунг аҫтында аҡтарға ла, ҡыҙылдарға ла бер юлы ҡаршы һуғышып йөрөгән "Совет власы дошманы, анархист Нестор Махно" хаҡында мәктәптә уҡыған буйынса ғына беләм. Беҙҙең быуындың мәктәп йылдары совет ҡоролошон, большевиктар партияһын, Ҡыҙыл армияны күккә сөйөп маҡтаған, бөтә Ер йөҙөндә шуларҙан да яҡшыраҡ башҡа бер нәмә лә булмауы хаҡында инанған осорға тап килде бит инде. Ана шул саҡта күрһәткән фильмдарҙы ҡарап, дәһшәтле ҡыҙылгвардеецтарыбыҙ менән ғорурлана, уларҙың нисек аҡ ғәскәрҙе туҡмағанын күреп шатлана инек. Хатта махновсылар аҡтарға ҡаршы һуғышҡан бәғзе бер эпизодтарҙан да ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисерҙек. Сөнки ул саҡта беҙгә аҡгвардеецтарҙан да насарыраҡ кешеләр булмаған, тигән фекерҙе һеңдерҙеләр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уларҙы беҙгә Гитлер фашистары һымағыраҡ итеп һүрәтләнеләр. Уның ҡарауы, "бөйөк Ленин" нигеҙ һалған большевиктар партияһы етәкселегендәге Ҡыҙыл ғәскәрҙе данлап, уның сафында хеҙмәт итеүҙе әллә ни күреп, партия өсөн хатта йәнебеҙҙе бирергә әҙер булыуыбыҙ - ана шул замандың үҙенсәлектәренең береһе.
Боронғо тарихты уҡыһаң, барса нәмә асыҡ, аңлайышлы һымаҡ. Сөнки тарихсылар элекке ваҡиғаларҙы беҙгә "рәтләп", матурлап, һәр өлөшөн кәрәк урынға һалып, кәрәкмәгән (йә оҡшамаған!) урынын киҫеп ташлап, ентекләп "сәйнәп" биргән. Беҙгә уларҙы тик йотаһы ғына ҡалған. Ә бына бер юлы илдәге төрлө ҡоролоштоң шаһиты булған, һәр үҙгәреште үҙ иңендә татыған кешеләр өсөн һуңғы ярты быуат эсендәге ҡапма-ҡаршылыҡлы "ваҡиғалар бутҡаһынан" дөрөҫ кенә берәй һығымта сығарып яһауы анһаттан түгел, йәмәғәт! Элек "ҡанлы Николай"ҙы ләғнәтләһәк, илдә үҙгәртеп ҡороу башланғас та, кисә генә үҙебеҙ бөйөкләгән "данлы большевиктар"ҙы инде "ҡанлы" тип атай башланыҡ. Ул ғына ла түгел, Николай батшаға хәҙер һәйкәлдәр ҡуябыҙ, аҡгвардеецтарға ҡарата мөнәсәбәтебеҙ ҡырҡа яҡшыра бара. Башҡорт автономиһы өсөн йәнен аямай көрәшкән батыр милләттәштәребеҙҙе ҡасандыр "халыҡ дошманы, милләтсе вәлидовсылар" тип атап йөрөткәнебеҙ ҙә, моғайын, күптәребеҙҙең хәтерендәлер. Күптән түгел граждандар һуғышы командармы Фрунзе исемен йөрөткән баш ҡалабыҙҙағы урам хәҙер автономиябыҙға нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлиди туғандың исемен йөрөтә...
Үткән ана шул барлыҡ ваҡиғаларҙы ябайлаштырып, күңел менән бағып, ирекһеҙҙән, түбәндәге картинаны күҙ алдына килтерәм. Элек аҡтарҙы дошман күреп, хәҙер килеп ҡыҙыл большевиктарҙы ләғнәтләүебеҙ әлеге Батьканың "Аҡтарҙы ҡыҙарғанса, ҡыҙылдарҙы - ағарғанса туҡмарға!", тигән лозунгыһын хәтерләтә биреп тә ҡуя... Ысынлап та шулай түгелме ни? Егерменсе йылдарҙа атай-олатайҙарыбыҙ аҡтарҙы "туҡмап, ҡыҙартып" алған булһа, беҙ иһә яңы сәйәсәткә яраҡлаштырып, үҙгәртеп ҡороуҙар мәлендә нәжескә батырғылап, хатта туҡмап тиерлек, Ҡыҙыл әрмебеҙҙе "ағартып" та ҡуйҙыҡ. Элегерәк бер мәҡәләмдә лә ошо хаҡта әсенеп яҙып үткәйнем. Туҡһанынсы йылдар башында, үҙгәртеп ҡороуҙарҙың ҡыҙған осоронда, беҙ, хәрбиҙәр, бәғзе бер мәғлүмәт сараларының лөғәтендә "һоро шинелдәге әрәмтамаҡтар" ҙа булып киттек... Ил һаҡсыларын ана шулай тип атауҙарына, ысынлап та, күңел әрней ине. Үткән хәлдәрҙең тик яҡшыларын ғына хәтерләргә тырышыуыма ҡарамаҫтан, 23 февраль көнө етә башлаһа, нишләптер, ана шул ваҡыт иҫемә төшә лә тора, ауыҙыңа май булғыры... Шулай, ҡәҙерле яҡташтарым, илдә бәхетле, етеш тормош вәғәҙә иткән коммунистик йәмғиәт төҙөүгә ынтылған социалистик ҡоролош мәлендә хеҙмәт итә башлап, әлеге үҙгәртеп ҡороуҙарҙы баштан-аяҡ үҙ иңендә кисергән хәрби кеше булараҡ, әрмебеҙҙе унда-бында "һелкеткеләп" алып йөрөү дәүерҙәрен иҫләп, асыҡ ҡына күҙ алдынан үткәреп алыу ҙа, бәлки, кәрәктер...
Әле лә илебеҙгә үлемесле йәҙрә ҡоралдарын төбәгән АҠШ һәм башҡа дәүләттәрҙе үҙе менән иҫәпләшергә мәжбүр итә әрмебеҙ. Һуңғы осор сәйәсәтенә ярашлы, ана шул армияның абруйын ҡабаттан күтәрергә тырышыуҙарҙы ситтән күҙәтеп, тағы ниндәйҙер ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Хәҙер инде аҡ та, ҡыҙыл да булмаған әрмебеҙгә, саҡырылыш йә иһә контракт буйынса хеҙмәттәге егеттәребеҙҙең еңел булмаған кәсептәренә уңыштар, еңеллектәр теләгем килә. Ә инде хәрбиҙәребеҙҙең ышығында тыныс ҡына йәшәп ятҡан яҡташтарыбыҙға: "Һаҡсыларыбыҙҙы әрләмәйек, уларҙы һәр ерҙә хөрмәт итәйек!" тип кенә әйтер инем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы подполковник.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.19 | Ҡаралған: 709

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru