«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ ТАМЫРҘАРЫМ АУЫЛДА
+  - 



"Юҡ, сибәрҙәр сибәр түгел, һөйгәндәр генә сибәр", тип яҙған заманында халыҡ шағиры. Ысынлап та, шулайҙыр ул. Хатта әллә ни күҙгә ташланып бармаған ҡатын-ҡыҙға бер йылы һүҙ әйтеү ҙә уны күҙ алдында икенсе кешегә әйләндереүе мөмкин. Бәлки, матурлыҡ уны күрә белеүгә һәм йылы һүҙгә генә мохтаждыр? Ғөмүмән, матурлыҡтың стандарттары ниндәй? Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Өфө башҡорто, барлыҡ стандарттарҙы юҡҡа сығарған стандарт булмаған модель, Stikhia студияһы етәксеһе, тәбиғи матурлыҡты пропагандалаусы халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе һәм ҡатнашыусыһы Эльвира Хәләф ҡыҙы ИШМОРАТОВА.

Атайығыҙ республикала билдәле дәүләт эшмәкәре, шундай атайҙың ҡыҙы булыу һәм тормошта үҙ һүҙеңде әйтеү, үҙеңдең "минеңде" күрһәтеү ауыр түгелме?

- Лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн атай-әсәйемә һәм өләсәйемә бик рәхмәтлемен. Ә ауырлыҡтар, һынауҙар улар һәр кемдә лә булалыр. Бында мәсьәлә кешенең эске ныҡлығына, ихтыярына бәйле: һынауҙарҙан бөгөлөп төшәләрме, әллә бер нәмәгә ҡарамай, үҙҙәренең хыялдарына, маҡсаттарына табан баралармы. Минең эшмәкәрлек өлкәм һәм тәүге еңеүҙәрем республиканан ситтә яуланды һәм унда кем ҡыҙы икәнемде бөтөнләй белмәнеләр. Башҡортостанда тәүге ваҡыттарҙа "атаһы ярҙам иткәндер", "атаһы һатып алғандыр" тигән комментарийҙарҙы ауыр ҡабул итә инем, ғәмәлдә, атайым мине бөтөнләй икенсе өлкә кешеһе итеп күрергә теләне һәм минең был эшмәкәрлегемә бөтөнләй ҡыҫылманы. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа, киреһенсә, фамилиям арҡаһында үҙемдең "минем"де күрһәтеү икеләтә ауырға төштө. Ташламалар булманы. Хәҙер иһә үҙемдең уҡыусыларыма һәр саҡ: "Һеҙҙәге үҙгәрештәргә аудиторияның реакцияһына әҙер булығыҙ һәм арҡағыҙҙы тура тотоп, йылмайып, алға барығыҙ!" - тием.
Атайымды яратам һәм уның реакцияһын аңлайым, сөнки атай-әсәйҙәр балаларына бары тик яҡшылыҡ ҡына теләй. Беҙҙе артыҡ иркәләтмәнеләр, бәләкәй сағымда хатта үпкәләй ҙә торғайным. Хәҙер иһә "иммунитет" тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтлемен һәм ҡыуанам ғына. Атайымды белеүселәр ныҡлап минең менән аралашмай тороп, нисектер, ситләшәләр, мине "мажор" тип ҡабул итәләр ине, ә "мажор"ҙар, киреһенсә, минең ябайлығымды ҡабул итә алманы. Һуңынан мин кемгәлер яраҡлашыуҙан, кемгәлер нимәлер раҫлауҙан туҡтаным һәм үҙемдең "минемде" һаҡлап ҡалдым. Был иң яҡшы ҡарарым булды, тип уйлайым.

Ҡала ҡыҙы булһағыҙ ҙа, әңгәмәләрегеҙҙә һәр саҡ ауылды, өләсәйегеҙҙе ҡыҫтыраһығыҙ. Тимәк, улар күңелегеҙҙә айырым урын алып тора. Ғәҙәттә бит ҡала балалары үҙҙәренең ауыл менән бәйләнешен йәшерергә, тамырҙарын күрһәтмәҫкә тырыша...

- Ғүмеремдең тәүге йылдары һәм бала сағымда каникулдарҙа олатайым менән өләсәйемдә үҫтем. Был - иң бәхетле һәм ғүмер буйы күңелдә яҡты хәтирә булып һаҡланыр мәлдәрҙер ул, моғайын. Еләк йыябыҙ, бесәнгә йөрөйбөҙ. Өләсәйҙең шәл бәйләгәнен ҡарарға ярата торғайным. Олатайым көтөү көттө. Ауыл балалары менән тауға ла сығып китеп, тауҙан-тауға йөрөгән өсөн кесерткән дә эләгә ине. Иң яратҡан шөғөлөм - сепаратор йыйыу булды. Ә инде яңы ғына бешкән ауыл икмәге йәки майикмәктең тәме һәр саҡ тел осонда тора. Хатта киноға аҡса урынына йомортҡа менән түләп ингәнемде лә онотмайым!
Өләсәйем почтальон булып эшләне һәм мин уның менән почтаны ауыл буйлап таратышып йөрөгәнлектән, һәр кеше менән танышмын. Бигерәк тә әбейҙәр менән һөйләшергә ярата инем. Почта таратып бөтөп, кире ҡайтҡанда, өләсәйҙең сумкаһы миңә әбейҙәр биргән күстәнәс менән тула торғайны.Былар барыһы ла һөйләп аңлатып булмаҫлыҡ, ҡиммәтле хәтирәләр. Ауылда булмаған балаларҙың ысын бала сағы ла булмағандыр, моғайын. Хәҙер инде ауылда өләсәй генә. Уны бик ныҡ яратам һәм оҙон ғүмер теләйем! Ә инде минең гәзит-журналдарға, телевидение-радиоға башҡорт телендә интервью биреүем өләсәй өсөн ҙур ҡыуаныс. Сәхнәгә беренсе тапҡыр сығыуым һабантуйҙарҙа булһа, хәҙер инде Халыҡ-ара мода аҙналыҡтарында. Үҙемдең тамырҙарымдан оялмайым һәм сығыштарын йәшерергә тырышҡандарҙы бөтөнләй аңламайым.

Ғаиләгеҙҙә ниндәй телдә аралашаһығыҙ? Һеҙҙең өсөн башҡорт теле нимә ул?

- Беҙ ғаиләлә дүрт бала, мин иң өлкәне. Бала саҡтан уҡ атай-әсәйебеҙ өйҙә башҡортса һөйләшеүебеҙгә, башҡортса концерттарға һәм спектаклдәргә йөрөүебеҙгә ҙур иғтибар бирҙе. Ауылда инде тик башҡортса ғына һөйләштек. Бөгөн телде белеүем көнкүреш кимәлендә булһа ла, милли тәрбиә милләткә хас көстө һәм рухты тапшыра алған, тип уйлайым. Күсенеүҙәр һөҙөмтәһендә өс мәктәптә уҡырға тура килде. Маркетинг һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса ике юғары уҡыу йортон тамамланым һәм тотороҡло етәксе вазифаһын хыялым хаҡына ташланым. Әлбиттә, ул саҡта мине хатта яҡындарым да аңламаны. Әммә мин шундай аҙымға барғаныма үкенмәйем һәм бәхетлемен. Күпме яҡшы кешеләр менән таныштым, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп нәмәгә өлгәштем, күп яңы кисерештәр кисерҙем һәм күп нәмә белдем. Дөрөҫөн әйткәндә, хыялым миңә осор ҡанаттар бирҙе! Әгәр "уңайлылыҡ зонаһында" ҡалһам, үҙемдең тормошомдо бушҡа үткәргән булыр инем.

Һеҙ бөгөн бер илдә, иртәгә - икенсе, йә бер ҡалала, йә икенсеһендә... Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, моделдәр тураһында нығынған барлыҡ ҡараштарҙы һындырып, подиумға стандарттарға тап килмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сығараһығыҙ. Был нимәгә бәйле?

- Беләһегеҙме, был һорауға мин федераль киң мәғлүмәт сараларында йыш яуап бирәм. Стандарт түгел, тигән аныҡлау Рәсәйҙә генә ҡулланыла. Көнбайышта һәм тотош донъяла ундай билдәләмә юҡ. Бары тик model, plusmodel, sizemodel тиҙәр. Минең өсөн тәрбиә нормаларынан башҡа стандарттар юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа шул тиклем күп ҡеүәт бар, бары тик уларҙы тирә-яҡтағылар нимә уйлар, тигән ҡурҡыуы, ҡайһы берҙә комплекстары һәм ялҡаулыҡтары ғына сикләүе мөмкин. Әммә һәр осраҡта ла сығыу юлы бар!
Беҙгә стандарттарҙы сауҙа, маркетинг һәм йәмәғәтселек көсләп таға һәм, үкенескә күрә, кешеләр уны көсләп "йота". Ҡасандыр үҙем дә халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеүемә, Матурлыҡ аҙналарында ҡатнашырыма ышанмай ҙа инем. Минең дә комплекстарым булды. Әммә хәҙер девизым бар һәм ҡурҡҡан урыныңа ҡурҡыуыңды еңеп бараһың, был сифаттың бары тик үҙеңдең башыңда ғына тыуған образ булыуын аңлайһың.
Тормошомда бик ауыр осор булды һәм уны 180 градусҡа борорға кәрәк ине. Кемдер һына, кемдер ҡорбан сифатында ҡала... Ә мин йөрәгемде тыңланым һәм тойомлауыма ышанып алға барҙым. Шуға күрә, хәҙер барыһына ла, ауырлыҡтар артында үҫеш көтә, иң мөһиме, туҡтап ҡалмайынса, юлыңды артабан дауам итергә кәрәк, тием. Үҙемдең ҡарарым өсөн бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы. Киреһенсә, хәҙер хыялдарҙың тормошҡа ашыуын, ғүмерҙең бер генә булыуын һәм уны теләгән ваҡытта үҙгәртергә мөмкин икәнлеген беләм! Иң мөһиме - тәүге аҙымды яһарға һәм шул йүнәлештә эшләргә кәрәк. Беренсе еңеүҙәремдән һуң, ә ни өсөн проект эшләп ҡарамаҫҡа, тигән уй килде. Тәжрибәм юҡ, мода өлкәһендә белемем юҡ, бәйләнештәрем юҡ... Әммә көслө теләк һәм ышаныс бар! ВДНХ-ла Башҡортостан Күргәҙмә компанияһы менән берлектә трикотаж фабрикаһы кейемдәренән беренсе күрһәтеү үткәрҙек. Моделдәр 20-57 йәшлек, төрлө ауырлыҡта һәм төрлө буйҙа ине: студенттар, медицина, офис хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар. Кадрҙарҙы социаль селтәрҙәргә һалғас, миңә бер етди дизайнер сараның Италиялағы Мода аҙнаһынан кәм булмауы тураһында яҙҙы. Күңелем үҫеп китте. Хәҙер үҙем Халыҡ-ара кимәлдә күрһәтеүҙәр ойошторам, дефилеға ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, хатта Олимпия чемпионын әҙерләнем. Бөтөн нәмәне эшләргә мөмкин, иң мөһиме - ҡарар ҡабул итергә генә кәрәк.
Ҡайҙа ғына булһам да, үҙемдең Башҡортостандан икәнемде әйтеп йөрөйөм. Мәскәүҙә ойошторған беренсе дефилела рус, башҡорт, грузин, украин, сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары ҡурай моңо оҙатыуында сығыш яһаны.

Әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙгәрткән кеүек, Өфө ҡалаһында нимәне үҙгәртер инегеҙ?

- Күберәк балалар майҙансыҡтары төҙөтөр инем. Билдәле, Өфө йүкәләрен дә һаҡлап ҡалғы килә. Төрлө: милли, спорт, ғаилә, йәштәр, ололар өсөн фестивалдәрҙе күберәк үткәрер инем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡаланы түгел, ә ҡала тормошоноң әүҙемлеген үҙгәртергә кәрәк. Башҡорт модаһының йүнәлешен үҫтереү зарур, мин уны тоймайым. Шулай уҡ башҡаларҙы баш ҡала менән күберәк таныштырыу ҙа мөһим: проекттарымда ситтән дә ҡатнашалар, баш ҡаланың үҙәген мөмкин тиклем күртһәтергә тырышам һәм уларҙың беҙҙәге йәшеллек, ҡаланың тау башында ултырыуы менән һоҡланыуын күрһәгеҙ икән! Шуға яйлап ҡаланы ла, бай мәҙәниәтебеҙҙе лә федераль һәм халыҡ-ара кимәлгә сығарырға ине, тип хыялланам.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.19 | Ҡаралған: 723

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru