Һаумы, башҡорт егете! Хәл-әхүәлкәйҙәрең нисек? Ҡайҙарҙа, ниндәй генә эштәр ҡыйратып йөрөйһөң? Бик күп башҡорт ҡыҙҙары менән һинең хаҡта фекер алышып, бәхәс ҡороп, һине эҙләп, юҡһынып, йән әрнеүҙәремде лә, йөрәк хистәремде лә хат аша еткерергә булдым әле.
Бөгөн һылыу-һылыу аҡыллы ҡыҙҙарыбыҙҙың кейәүгә сыҡмай йөрөүенә ҡарайһың да, беҙҙең егеттәр ҡайҙа йөрөй икән, ниңә уларҙы күрмәй икән, тип аптырауға ҡалаһың. Эйе, бар бәлә беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙға тиң булырҙай лайыҡлы башҡорт егеттәре осрамауҙа. Мин үҙем башҡорт ауылында үҫеп, башҡорт мөхитендә тәрбиәләнеп, башҡорт мәктәбендә белем алып һәм әле лә башҡорт зыялылары араһында эшләп йөрөгән башҡорт ҡыҙымын. Ауылға ҡайтһам, һаҫыҡ тәмәкеләрен борҡотоп, һәр ике һүҙ һайын тиерлек һүгенеү һүҙҙәре ҡыҫтырып хәбәр һуҡҡан, кәүҙәләрен тура ла тота алмай, бөкөрәйешеп бөткән егеттәрҙе күрәм. Ә эргәләренә яҡын да барырлыҡ түгел, ниндәй генә еҫтәр сыҡмай. Мин уларҙан ерәнеп ҡасам һәм йәлләп кенә ҡуям үҙҙәрен. Нимә генә тиһәң дә, улар ҙа бит башҡорт затлы егеттәр. Улар ҙа бит кемгәлер өйләнергә, ниндәйҙер ҡыҙҙы кәләш итеп алырға тейеш.
Ҡалала, әлбиттә, был йәһәттән башҡасараҡ хәлдәр, аҡыллы, булдыҡлы, әҙәпле генә егеттәр бар барлығын. Әммә бында инде беҙ уларҙан түгел, ә улар беҙҙән ҡурҡа. Булды ундай хәлдәр. Һинең саҡ ҡына көслө яғыңды күреп ҡалһалар, шундуҡ өркәләр. Әллә яуаплылыҡтан ҡурҡалар, әллә көслө булырға теләмәйҙәр. Тик ошо урында бер генә нәмә аптырата: башҡа милләт ҡыҙҙарының татлы теленә әүрәй ала ла, ни өсөн башҡорт ҡыҙының ихтыярын, ғорурлығын, саялығын яуларға көс тапмай икән башҡорт егете? Ҡулына һыра тоторға оялмағанда, ниңә ҡыҙҙарға һүҙ әйтеп өндәшергә баҙнат итмәй икән? Беҙ һеҙҙе, егеттәрҙе, эҙләп, һеҙҙең менән танышырға теләк белдереп йөрөргә тейешме ни һуң? Беҙ бит сабыр ғына беҙҙе килеп табырығыҙҙы көтәбеҙ, юҡһа, күптән кейәүгә сығышып бөткән булыр инек, башҡа милләт егеттәренә.
Эйе, беҙҙең менән һәр ваҡыт сит милләт егеттәре танышырға теләк белдерә. Улар һәр ваҡыт ыҫпай кейенгән, үҙҙәрен бик әҙәпле тотҡан, юғары мәҙәниәтле, эшлекле, ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҙур ихтирам йөрөткән ир-егеттәр. Тот та кейәүгә сыҡ, ул һине һөйөп-ҡәҙерләп йөрөтәсәк, ғаиләң дә муллыҡта йәшәйәсәк, балаларыңдың да киләсәге яҡты буласаҡ. Бер уйлап ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙға бәхетле булыу өсөн башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй һымаҡ. Әммә беҙгә бындай бәхеттең кәрәге юҡ. Беҙ үҙ нәҫелебеҙҙе арттырып, башҡорт балалары үҫтергебеҙ килә, милләтебеҙҙе күтәргебеҙ килә. Әммә быуынын да тота алмай, үҙ шәүләһенән үҙе ҡурҡҡан, ил хәстәрен түгел, ҡыҙ хәстәрен дә күтәрә алмаған егеттәрҙән батыр улдар, сая ҡыҙҙар тыуырмы? Ҡайҙа беҙҙең ҡыйыу йөрәкле, көслө ихтыярлы, белемле, баһадир кәүҙәле, бер күҙ ҡарашы менән ҡыҙ йөрәгенә уҡ ҡаҙарҙай аҫыл ир-азаматтарыбыҙ? Ҡайҙа һеҙ, эй, башҡорт егеттәре, ҡайҙа һеҙ? Әгәр ҙә һеҙ булһағыҙ, беҙҙең ауазды ишетһәгеҙ, битараф ҡалмағыҙ, тауыш бирегеҙ! Беҙ көслө булыуҙан арыныҡ, беҙ һеҙҙең терәк-таянысҡа мохтажбыҙ. Ә һеҙ беҙҙе нәзәкәтле, наҙлы гүзәл зат итеп күрергә теләмәйһегеҙме ни?..
ЫРЫҪБИКӘ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА