«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУҘАРҘЫ - БЕР САФҠА! БЫЛ ТОРМОШҠА АШЫРЫРҘАЙ ХЫЯЛ
+  - 



Тарих фәндәре кандидаты, зыялыларыбыҙ араһында үҙенең башҡорт ырыуҙары тарихы, популяцион этногенетика буйынса яҙылған ғилми эштәре, социаль селтәрҙәрҙәге мәҡәләләре менән танылыу тапҡан ғалим, БР Стратегик Тикшеренеүҙәр Институтының Ижтимағи-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Мөхәммәт улы ЙОСОПОВ менән сираттағы әңгәмәбеҙ үтә ҡыҙыҡлы темаға - Башҡортостандың яңы этник брендын булдырыуға арналды. Йәш башҡорт ғалимының яңы хыял-пландары уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ.

Юлдаш Мөхәммәт улы, һеҙ замандаштарыбыҙ өсөн яңы һәм үтә ҡыҙыҡлы булған башланғыс - Өфө ҡалаһында Башҡорт ырыуҙары парады тип аталған оригиналь сара уҙғарыу мөмкинлеге тураһында уйланып, ошо идеяны ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итерҙәй, терәк булырҙай фекерҙәштәр, арҡаҙаштар эҙләйһегеҙ, тип ишеткәйнек. Бығаса башыбыҙға ла инеп сыҡмаған хыял-идея нисек тыуҙы, бындай башланғыстың ниндәйҙер нигеҙе барҙыр бит?

- Һүҙемде бер аҙ ситтәнерәк башлайым. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын булдырыу маҡсатында ошо документтың концепцияһы иғлан ителгәйне. Унда бәғзе бер идеялар, принциптар рәтендә тик башҡорт милләтенә генә хас булған, уны ҡылыҡһырлап торған һыҙат-сифаттар атап кителә. Мәҫәлән, ярҙамсыллыҡ, йәнә традицияларға тоғролоҡ. Мин үҙем шул уҡ ярҙамсыллыҡты беҙҙең барыбыҙға ла хас булған милли сифат итеп һанамайым, хәҙерге заманда йыш ҡына уның киреһен дә күрәбеҙ. Минеңсә, башҡорттарға элек-электән икенсе бер феномен хас - ниндәй ҙә булһа уртаҡ маҡсат булғанда, берләшеү, бер күскә ойошоу, ниндәйҙер бер төркөмгә тупланыу ынтылышы үтә көслө була. Быны фән телендә консорциумға (ойошоуға) әүәҫлек, тип тә атап булыр ине. Икенсерәк итеп әйткәндә, башҡорт кешеһенә үҙ-үҙен танытыр, күрһәтер өсөн башҡалар менән бер төптән булып, кемгәлер ҡаршы көрәш-алышҡа сығырға һәр ваҡыт әҙер булыу хас. Бындай ижтимағи сифатты уларҙың үҙбилдәләнеш ысулы итеп тә ҡарап була.

Хужалыҡта ла, ил-ерҙе һаҡлау яғынан да, йола-байрамдар уҙғарғанда ла башҡорттар ырыу берлегенән ситкә тайпылмаған, тиҙ арала туплана, ойоша алыу мөмкинлегенә эйә булған. Тимәк, тарихи ҡор-ырыу берләшмәләренең халҡыбыҙ йәшәйеше өсөн үтә мөһим булып, һәр кемебеҙҙең үҙ ырыуын әле лә белеүе һәм иҫәпкә алыуы ошондай милли үҙенсәлек эҙемтәһе, тиһегеҙ инде?

- Тап шулай. Ул хәҙерге заманға ла хас күренеш: башҡорт йәштәренең 90-сы йылдарҙан бирле үҙаллы йәмәғәт ойошмаларына тупланырға әүәҫ булыуын миҫалға алып була. Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ғына әллә нисәмә ойошма барлыҡҡа килде бит. Дини берләшмәләрҙә лә тап башҡорт йәштәре төп урын биләй. Сыуаш, татар халҡы ерлегендә лә ойошмалар бар, әммә тик башҡорттарҙа ғына ошо сифат башҡаларға хас булмаған төҫ ала: сәбәбе генә булһын, бергә йыйылып, ниҙелер талап итер өсөн, йә иһә кемгәлер ҡаршы сығыр өсөн, халыҡ әйтмешләй, бер һыҙғырыу етә.

Әйткәндәй, совет осорондағы күмәк бейеүҙәргә йөрөү, хәҙерге флеш-мобтар ҙа ошо фекерҙе ҡеүәтләй. Шулай ҙа ошо күркәм этник һыҙаттың тарихи ерлеге барҙыр бит?

- Минеңсә, был күренеш аҫабалыҡ менән бермә-бер бәйле. Башҡорттар боронғо замандарҙан Көньяҡ Уралға ереккән, был ерҙәр үҙаңыбыҙҙа изге Ватаныбыҙ образын һынландыра. Алтын Урҙа осоронда, бигерәк тә Туҡтамыш ханлыҡ иткән заманда ғәскәри хеҙмәттәре өсөн махсус суярғалдар - ер биләмәләре хан бүләге рәүешендә тапшырылған. Бындай бүләктәргә айырым яугирҙәр түгел, ә тотош ырыуҙар лайыҡ була. Ғәскәри башҡорттар ҙа үҙ ер биләмәләренең хан тарафынан раҫланыуына, теркәлеүенә өлгәшә. Был осраҡта беҙ хан сәйәсәтененең башҡорттарҙың йәшәү һәм хужалыҡ итеү рәүешенә тап килеүен күрәбеҙ. Тап шул осорҙан башлап аҫабалыҡ хоҡуҡи статус ала. Әлбиттә, ерен, аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн аҫаба башҡортҡа ырыу берлеген дә күҙ ҡараһындай һаҡлау зарурлығы тыуа. Ул замандарҙағы рус йәмғиәтендә бөтөнләй икенсе күренеш күҙаллана: берәүҙәре (крәҫтиәндәр) хужалыҡ эштәре менән мәшғүл, икенселәре (дружинниктар) яугирлыҡ хеҙмәтендә, һәм уларҙың хоҡуҡи статустары ла һис тап килмәй. Ә башҡорттарҙың көнкүреше лә, хәрби хеҙмәте лә, ғөрөф-йола башҡарыуҙары ла бер хоҡуҡи ерлектә башҡарыла. Шулай итеп, аҫабалыҡ хоҡуғын башҡорттарҙың ырыу берлеген нығытыусы фактор рәүешендә ҡарау ысынбарлыҡҡа тап килә.

Ырыу ҡоролошоноң хоҡуҡи нығыныуы башҡорттарҙың артабанғы йәшәйешенә лә хәл иткес йоғонто яһанымы икән?

- Башҡорттарҙың Алтын Урҙа осоронан бирле һаҡлана килгән йәшәйеш ысулы Мәскәү дәүләтенә ҡушылғас та, Рәсәй империяһында ла артыҡ үҙгәреш кисермәй ҡала бирә. Аҫабалыҡ хоҡуғы менән бер рәттән, ырыуҙарға ғына хас идара итеү ысулдары рус батшалығы яғынан тыйылмай, административ-территориаль бүленеш тә, ғәскәри хеҙмәтте ойоштороу ҙа ырыу ҡоролошо ҡанундарына ярашлы башҡарыла. Оҙайлы башҡорт ихтилалдарына ҡарамаҫтан, Рәсәй империяһы башҡорттарҙың ырыуҙар системаһын да, аҫабалыҡ статусын да юҡ итеүгә баҙнат итмәй.
Әйтергә кәрәк, ырыуҙар тормошо, уларға бәйле мәғлүмәт халҡыбыҙҙың эпос-риүәйәттәрендә, йырҙарында, ғөмүмән, ауыҙ-тел ижадында ла киң сағылыш таба. Ырыуҙар феномены башҡорттоң рухи донъяһына ла ыңғай йоғонто яһаған, халыҡ аңында уларҙың айырымлығына баҫым яһалмай, ә башҡорт исеме аҫтында формалашҡан берҙәмлеге данлана.

Һәр милләттең үҙ йөҙө, милли асылы бар. Һиндтар булһынмы, курдтармы, индеецтармы, Латин Америкаһы халыҡтарымы, йә булмаһа, ниндәйҙер башҡа этник төркөмдәрме - беҙ уларҙың этник-мәҙәни үҙенсәлектәрен телевидение, матбуғат баҫмалары аша күрә-белә алабыҙ. Ә бына ижтимағи ҡоролошо башҡорттарҙыҡына оҡшаған халыҡтар бармы икән?

- Мин ошо хаҡта байтаҡ ваҡыт уйланып йөрөнөм. Тарихсы булараҡ, мине шотландтарҙың XVIII - XIX быуаттарҙа йәшәгән мәғрифәтселәре эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Улар шотланд халҡы кландары хаҡында яҙа. Мине ғәжәпләндергәне лә шул булды: шотланд кландарының ижтимағи ҡоролошо башҡорт ырыуҙарыныҡы менән ныҡ оҡшаш. Ошо хаҡта яҙған мәҡәләләрем дә бар. Шотландтар бер уртаҡ ата-бабаларынан үрсеп ойошҡан төркөм-кландарға бүленеп йәшәй, һәр береһенең үҙ юлбашсыһы булып, үҙҙәре биләгән территорияла көн итә. Шотланд кландары, бигерәк тә уларҙың таулы өлкәләрҙә йәшәүселәре, ирек һөйөүсән булып, ҡораллы яугирҙары менән дан тота, үҙ хоҡуҡтары өсөн сюзерендарына - Бөйөк Британия хакимлығына ҡаршы XVIII урталарына тиклем хәрби көс ҡулланып, көрәш алып бара. Уларҙың тик үҙҙәренә генә хас милли кейемдәре, йыр-бейеүҙәре, музыка ҡоралдары була.
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы уларға үҙ ерендә үҙаллы йәшәү мөмкинлеген биргән кеүек, шотланд кландары ла үҙҙәренә хас йәшәү рәүешен һаҡлау хоҡуғына эйә була. Башҡорттарҙың хакимы һәр саҡта ла уларҙың еренән ситтә - Сарайҙа, Мәскәүҙә булған кеүек, шотландтарҙың монархы лы улар ерендә йәшәмәй - ул Эдинбургта, йә Лондонда. Башҡорт та, таулы шотланд та үҙ ерендә үҙенсә йәшәүҙе хуп күрә, хоҡуҡтарын боҙоусыға йән аямай ҡаршы тора. Башҡорт һәм шотланд ихтилалдары бер үк заманда һәм, башлыса, бер үк сәбәптәр арҡаһында тоҡанып китә. Батша властарына алдында башҡорт проблемаһы нисек киҫкен торһа, Бөйөк Британия королдәре лә шотландтарҙы империя составына ни рәүешле тулыһынса интеграциялау хаҡында баш вата.
1746 йылдағы һуңғы якобит ихтилалы баҫтырылыу менән Бөйөк Британия хөкүмәте "Тыйыу тураһында Акт" тип аталған закон ҡабул итеп, шотландтарға ҡорал йөрөтөүҙе, таулы шотландтарҙың традицион милли кейемен, символикаһын, музыкаһын һәм волынкала уйнауҙы, урындағы гаэль телендә уҡытыуҙы һәм аралашыуҙы ҡәтғи тыя. Батша хөкүмәтенең башҡорттарҙы бойһондороп тотоу маҡсатында шулай уҡ махсус закондар ҡабул итеүе, тимерлектәрен юҡ итеп, һуғыш ҡоралдарын эшләүҙе тыйыуы, йыйындар уҙғарыуҙы рөхсәт итмәүе шотланд һәм башҡорттарҙың ижтимағи тормошонда һәм яҙмышында уртаҡлыҡтар булыуын раҫлай. Әйткәндәй, шотландтарҙың яугирлыҡ маһирлығын иҫәпкә алып, Бөйөк Британия армияһында уларҙың айырым ғәскәри берәмектәре булдырыла (шотланд полктары), улар һуғыштарҙа ҡатнашып, дан ҡаҙана. Башҡорттар өсөн кантон системаһы булдырылып, уларҙың хәрби сословиеға күсерелеүен шул уҡ тарихи параллель итеп ҡарап була.
Короллектә башбирмәҫ шотланд кландары мәҙәниәте, уларҙың милли атрибутикаһы ул заман закондары нигеҙендә тыйылыуға ҡарамаҫтан, әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Ул ғына ла түгел, бөгөнгө Англияла тик шотланд кландарының милли мираҫынан хасил булған этник байрамдар уҙғарыла, ә Скотланд Тату тип нарыҡланған хәрби оркестрҙар байрамы тамашаһында йыл һайын королева ғаиләһе лә ҡатнаша. Бындай байрам-парадтарҙа махсус әҙерләнгән шотланд кешеләре боронғо милли кейемдәрен кейеп, хәрби ҡоралдарын тағып, волынкаларында милли көй-марштарын уйнап, тамаша ҡылып торған халыҡ алдында сығыш яһай. Бындай этник тамаша меңәрләгән сит ил туристарын да йәлеп итә, видеороликтар бөтөн донъяға тарала. Был осраҡта шотландтарҙың боронғо мәҙәниәте хәҙерге Англия дәүләте тарафынан танылып, барыһын да һоҡландыра алған тышҡы сағылышын таба ла инде. Бына нисек бит ул: бер тамаша аша шотландтар үҙ мәҙәниәтен бар донъяға белдерә!

Тарих күҙлегенән ҡарағанда, ырыуҙарыбыҙҙы беҙҙең милли йөҙөбөҙҙө билдәләүсе саф башҡорт күренеше тип әйтеп буламы? Билдәле булыуынса, ҡайһы бер зыялыларыбыҙ ырыуҙар хәрәкәтен һис хупламай, уны архаик күренеш, трайбализм, йәғни милли тарҡаулыҡ хәүефен тыуҙырыуы ихтимал, тип, кире ҡаға.

- Башҡорт менталитетын, уның милли булмышын ырыуҙарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе лә мөмкин булмаҫ ине. Башҡорттар берҙәм этнос кимәленә лә ырыу ҡоролошо аша килә. Йәнә, шул уҡ шотландтарҙы миҫалға алайыҡ. Шотланд кландары мәҙәниәте бөтөн Британия кимәленә уны пропагандалаусы зыялы мәғрифәтселәр эшмәкәрлеге аша күтәрелә. Ә бит ҡасандыр был тыйылған мәҙәниәт була! Уға бер кемгә лә кәрәге булмаған архаика, иҫкелек ҡалдығы, тип ҡараусылар Британияла ла етерлек була. Әммә тап шотланд мәғрифәтселәре боронғо шотланд кейемдәрен, шул уҡ юбкаларҙы, тире бүректәрҙе, волынканы, кландар символикаһын бөтөн ил өсөн мөһим тарихи ҡомартҡы итеп баһалатыуға өлгәшә. Кландарҙың мәҙәни мираҫы дәүләт брендына әүерелә. Бына уларҙың "Тартан көнө" байрамын ғына алып ҡарайыҡ. Ул халыҡ-ара байрамға әйләнгән: Шотландиянан башҡа, Канадала, АҠШ-та, Австралияла, Яңы Зеландияла, Аргентинала уҙғарыла. Тартан - шотландтарҙың шаҡмаҡ биҙәкле туҡымаһы, унан киң билдәле ирҙәр юбкаһы - килт тегелә. Һәр кландың тик үҙенә генә хас биҙәкле тартаны була. Ошо көндә улар милли кейемдәрен кейеп, волынкаларҙа уйнап, клан гербтары һүрәтләнгән плакаттарын тотоп, ҡала урамдарына йөрөш-парадтарға сыға. Был байрам шотланд мәҙәниәтенең ҡабатланмаҫ бренды рәүешендә нығынған.
Беҙҙә лә үҙенең ырыуын белмәгән, йә иһә һанламаған башҡорт юҡтыр ул. Шул уҡ көнбайыш башҡорттары менән аралашҡанда уларҙың ниндәй ырыуға ҡарауҙары, ошо ырыу вәкилдәре нигеҙләгән ауылдары тураһында тарихи сығанаҡтарҙы дәлил итеп килтереү ҙә етә - ырыуын белгән һәм таныған кеше башҡортлоғон инҡар итмәй.
Шәжәрәләребеҙҙе тергеҙеү ҙә киң ҡолас алды, ә ырыуҙар тарихын өйрәнеү, ошо юҫыҡта ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу, китаптар сығарыу кеүек ғәмәлдәребеҙҙе иҫкегә ҡайтыу түгел, ә боронғо мәҙәниәтебеҙҙе заманса кимәлгә күтәреү, тип аңларға кәрәк. Шуның өсөн дә башҡорт халҡының милли йөҙөн, уның булмышына хас һыҙаттарын беҙ ҙә бөтөн донъяға ырыуҙарыбыҙҙы презентациялау, йәғни махсус әҙерләнгән этномузыкаль тамаша, марш-парад аша күрһәтә алыр инек.

Ысынлап та, һеҙ тәҡдим иткән этник проект Башҡортостандың киң билдәле брендына, башҡортсалап әйткәндә, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашына әйләнер ине. Әммә бындай милли тамашаға нигеҙ булырҙай өлгө Рәсәйҙә юҡ, барыһын да өр-яңынан башлап ҡорорға тура киләсәк, һәм был башланғысты ғәмәлгә ашырыу өсөн бихисап әҙерлек эштәре талап ителәсәк. Һеҙ ошо ырыуҙар парадын нисегерәк күҙаллайһығыҙ?

- Парад баш ҡалабыҙҙа, Өфө майҙандарының йә урамдарының береһендә үткәрелергә тейеш. Парад составына атлы һәм йәйәүле ҡатнашыусылар инә. Һәр ырыу үҙ вәкилдәрен әҙерләй. Ырыуҙарыбыҙ дүрт тиҫтәнән ашыу булғас, тәүге парадҡа эрерәк ырыуҙарҙы ғына йәлеп итеү зарур, сөнки парад кейеме, аттар, башҡа амуниция барыһына ла етерлек булмаясаҡ. Парадта ҡатнашыусылар башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышы осорондағы хәрби парад формаһында сығыш яһай, ул форма берҙәм өлгө буйынса тегелә. Ҡылыс, уҡ-һаҙаҡ, һөңгө кеүек яу ҡоралдарының ысын булыуы мотлаҡ. Һәр ырыу үҙенең гербын эшләтә ала, бының өсөн геральдик материал да бар: һәр ырыуҙың ҡошон, ағасын, оранын, тамғаһын ҡулланып була. Парадта ҡатнашыусылар һәм уларҙың аттары оҙайлы махсус әҙерлек үтә. Бының өсөн республикала джигитовка үҙәге булдырылып, унда һайланма юртаҡ аттарҙы аҫырау һәм парадҡа әҙерләү юлға һалына. Иң кәмендә 100-ҙән ашыу һыбайлы егет, 85-ләп ат кәрәк буласаҡ. Әле мин Йоматауҙағы ташландыҡ ат һарайҙарын тергеҙеү мөмкинлеген дә күҙ уңында тотам. Бындай махсус үҙәк республикабыҙҙа ат спортын үҫтереүҙе, уның килем килтерерлек тамашауи формаларын да ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итер ине.
Яҡынса, парад стройын бына нисек күҙаллайым. Иң алдан парад командующийы - генерал килә. Уның артынан - ырыу башлыҡтары, старшиналар. Һәр ырыу вәкилдәре 1 линияға теҙелеп, 15 кешенән - 5 һыбайлы ҡурайсынан, 7 һыбайлы яугирҙан, йәйәүле 3 барабансынан тора. Сафта 7-нән 12-гә тиклем линия булыуы мөмкин. Парад барышында башҡорттарҙың хәрби марштары башҡарыла, барабан ҡағыу сафтарға берҙәм ритм биреп тора. Әлбиттә, парад сценарийы буйынса, яугирҙар тамашасыларға ҡорал ҡулланыу оҫталығын, төрлө джигитовка алымдарын күрһәтәсәк.

Һеҙ тәҡдим иткән проект ғәмәлгә ашһын өсөн байтаҡ ҡына финанс сығымдары талап ителәсәк. Был эште атҡарып сығыу өсөн республика етәкселегәнә мөрәжәғәт итеп, уның ризалығын алыу, финанс ярҙамына өмөт итеү урынлылыр, тип уйлайым.

- Уныһы шулай. Халҡыбыҙҙың мәҙәни имиджын халыҡ-ара кимәлгә сығарырлыҡ, республикабыҙ бренды итеп ҡабул итерлек эште дәүләттән башҡа башҡарып булмай. Мәҫәлән, башҡорттарҙың боронғо хәрби формаһын, ҡорал-ҡорамалдарын, менге аттарға эйәр, йүгән кеүек әйберҙәрҙе эшләтеү өсөн 10 миллион һум тирәһе кәрәк булһа, унан башҡа аттарҙы өйрәтеү, һыбайлыларҙы әҙерләү, джигитовка үҙәген төҙөү һәм тотоу, башҡа кәрәкле эштәрҙе башҡарыу өсөн сығымдар талап ителәсәк. Әлбиттә, мөмкин булғанса, был башланғысҡа эшҡыуарҙарҙы, бизнес өлкәһе әһелдәрен йәлеп итеп булыр ине. Әгәр ошо проект ғәмәлгә ашһа, Башҡортостанда ваҡиғалы туризм мәсьәләһен хәл итеү өсөн яңы канал барлыҡҡа киләсәк. Башҡорт ырыуҙары парады тураһында видеороликтар эшләп, интернет селтәре аша реклама кампанияһын йәйелдереп, сит ил туристарын күпләп йәлеп итеп буласаҡ. Ул саҡта туризмдан алынған килем дә бермә-бер артасаҡ.

Шулай итеп...
Тарихсы Юлдаш Йосопов менән фәһемле әңгәмәбеҙ матур хыялдар менән генә түгел, аныҡ пландар тураһында һөйләшеү менән тамамланды. Иң тәүҙә ошо проектты аҡҡа төшөрөп, визуаль яҡтан һүрәтләп, алда торған эш документын булдырыу фарыз. Унан һуң, проектта ҡатнашырға теләүсе энтузиастарҙы, тарихсыларҙы, рәссамдарҙы, башҡа белгестәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, республика һәм ҡала етәкселеге вәкилдәрен, журналистарҙы саҡырып, проекттың презентацияһын уҙғарыу ошо яңы эште ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән тәүге аҙым булыр ине. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡыусыларыбыҙ?

Бәҙри ӘХМӘТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.19 | Ҡаралған: 764

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru