«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПАРИЖҒА БАРЫП ШҮЛГӘНТАШ МӘМЕРЙӘҺЕН КҮРҺӘТТЕК
+  - 



Былтыр 17-19 ноябрҙә Париж ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә "Янғантау" геопаркының, Шүлгәнташ мәмерйәһенең презентацияһы үткәйне. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ милкен һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-ғәмәли үҙәгенең (НПЦ) әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Гөлсәсәк БҮЛӘКОВА менән "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡарсаулығы директоры Фәүзил МАЛИКОВ тағы ла Францияла булып ҡайтты. Юҡҡа ғына халыҡ, сит ерҙәргә сығып фәһем ал, тимәгән. Сәфәрҙән ниндәй фекерҙәр төйнәгәндәр - ошо хаҡта белешеү маҡсатында уларҙы редакцияға саҡырҙыҡ.

Социаль селтәрҙәрҙән мәғлүм булыуынса, һеҙ Дордонь департаментында Шүлгәнташтың ҡаялағы һүрәттәрен һәм "Янғантау", "Торатау" геопарктары презентацияһын күрһәтеп, Шүлгәнташҡа бағышланған күргәҙмә асыуҙа ҡатнашып ҡайтҡанһығыҙ. Был идея нисек һәм ҡасан тыуҙы?

Г. Бүләкова:
Былтыр 21 февралдә БР Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ милкен һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-ғәмәли үҙәгенә Дордонь департаменты Советы президенты һәм Тарихҡа тиклемге осорҙо өйрәнеү үҙәге президенты Жерминаль Пьеронан Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм "Янғантау" геопаркына бағышланған күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡырыу килгәйне. Беҙ яуап биргәндә "Торатау" геопаркын да индерергә буламы икәнен белештек һәм ыңғай яуап алдыҡ. Уларҙа туристик миҙгел 1 июндән асыла һәм шуға ла күргәҙмәне июндә үткәреүҙе планлаштырҙылар. 14 июндә рәсми презентация үткәрҙек, ә 17 июндә инде күргәҙмәне астыҡ, ул 2020 йылдың 20 мартына тиклем эшләйәсәк.
Әлбиттә, француздар Шүлгәнташта үҙҙәрендәге палеолит осоро мираҫы - Везер йылғаһы буйындағы ҡаялағы һүрәттәр, Пон-д'Арк мәмерйәһе, Испаниялағы Альтамир һәм Төньяҡ Испанияның мәмерйәләге палеолит сәнғәте менән уртаҡлыҡтар күрә, уларҙы уртаҡ мәҙәниәт тип һанай. Шуныһы ҡыҙыҡлы: беҙҙә ошо осорға ҡараған һәм ҡаялағы һүрәттәр күпләп тупланған бер генә мәмерйә булһа, уларҙа бик күп һәм барыһы ла тиерлек бер ерҙә урынлашҡан. Беҙ Комбарель, Фон-де-Гом, Ласко 4, Руфиньяк мәмерйәләре менән таныштыҡ. Әлбиттә, беҙгә уларҙың кимәленә етер өсөн ныҡ тырышырға кәрәк.
Ф. Маликов: Йыл да ошо провинцияла Европа археологияһы көндәре үтә. Унда бөтә Европа ғалимдары, археологтары йыйыла, гид-экскурсоводтарҙы уҡыталар, халыҡ менән осрашалар. Өс көн барған сара беҙҙең Шүлгәнташ мәмерйәһенең һәм "Янғантау", "Торатау" геопарктарының презентацияһынан башланды. Унда 100-ҙән артыҡ ғалим ҡатнашты: улар Франциянан ғына түгел, төрлө ерҙән йыйылған, шул иҫәптән Мәскәүҙән дә барҙар ине. Бик күп абруйлы ғалимдар менән осрашып һөйләштек. Улар барыһы ла беҙҙең мәмерйә тураһында хәбәрҙар. Палеолит осоро һүрәттәре булыуы һөҙөмтәһендә Шүлгәнташҡа ҡыҙыҡһыныу электән булған, ә бына һуңғы табылған дөйә һыны уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттырҙы. Тағы шуны билдәләп китергә кәрәк: Ласконың күсмә экспозицияһы бөтә донъя буйлап йөрөй һәм Францияның Мәҙәниәт министрлығының Тарихҡа тиклемге дәүер үҙәге директоры Женевьев Пенсон әйтеүенсә, улар ошо Шүлгәнташта табылған дөйә һүрәтенә бер стенд бағышлаған. Әлеге ваҡытта был күргәҙмә Мюнхенда. Уның графигы билдәләнгән һәм уны Башҡортостанға ла килтерергә теләйҙәр. Ғөмүмән, улар мәмерйәләрҙе һеҙҙеке, беҙҙеке тип ҡарамай, дөйөм мәҙәниәт, донъя мираҫы тип ҡабул итә һәм нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша. Был ярҙам ЮНЕСКО исемлегенә нисек инергә, ниндәй ғилми эштәр алып барырға кәрәклеге мәсьәләләренә лә ҡағыла һәм беҙгә ошо ярҙамды тойоу бик ҡыуаныслы. Һуңғы төҙөлгән Ласко-4 тигән музей комплексына ғалимдарығыҙ, белгестәрегеҙ менән килегеҙ, беҙ һеҙгә барыһын да аңлатып, ниндәй хаталарҙы ҡабатламаҫҡа икәнен һөйләрбеҙ, күберәк йөрөгөҙ, үҙегеҙҙең генә ҡаҙанығыҙҙа ҡайнамағыҙ, тип торалар.

Башҡортостанда, аныҡлап әйткәндә, Бөрйән районында музей комплексы булдырыу идеяһы бөгөн нисек тормошҡа ашырыла, ниндәй проблемалар бар?

Ф. Маликов:
Музей комплексы төҙөлә башлауы - үҙе ҙур алға китеш, тип әйтергә мөмкин. Әммә бөгөн бер мәсьәлә тора - матур, яҡшы, Европа музейҙарынан кәм булмаған экспозиция эшләү. Әле уның буйынса Рәсәй кимәлендәге белгестәр менән фекер алышыуҙар, һөйләшеүҙәр, кәңәшләшеүҙәр, бәхәстәр бара, концепция төҙөлә. Беҙҙең вариант саҡ ҡына айырылырға ла мөмкин, сөнки Ласкола мәмерйәнең һүрәттәр булған өлөшөн тергеҙгәндәр, йәғни мәмерйәлә нимә бар, шуларҙы музей комплексы эсендә тулыһынса булдырғандар. Уларҙың мәмерйәләре ҙур түгел, ә беҙҙеке бейек, ҙур, һүрәттәр ҙә төрлө урындарҙа эшләнгән, шуға беҙ бөтөн мәмерйәне күрһәтә алмайбыҙ. Әммә былтыр уның тулы сканын эшләнек, әле Европаға ла тәжрибә рәүешендә дөйә һәм мамонт һүрәтен 3D принтерҙа эшләп алып барҙыҡ. Кемдәр һүрәттәрҙе күрҙе, ҡараны, барыһы ла моделдәрҙе алып барып еткергән өсөн ихлас рәхмәттәрен белдерҙе, сөнки улар төп нөсхә һымаҡ күренә. Беҙгә, әлбиттә, музейҙы төҙөп бөтөү, экспозицияны асыу менән генә уларҙың кимәленә етеүе бик ауыр, ни өсөн тигәндә, Хөкүмәт, Дордонь, ҡала хакимиәттәре, ҡунаҡханалар, кафелар, хеҙмәтләндереү тармағы барыһы бергә эшләй. Хатта Мәҙәниәт министрлығында Археология бүлеге бар, ул тап мәмерйәләр өсөн яуаплы. Шуға беҙ уларҙың тәжрибәһен файҙаланып, мөмкин булғанса эшләргә тейешбеҙ. Әлбиттә, бөгөн эш бармай тип әйтеп булмай, газ үтә, юлдар һалына. Был Бөрйән районы, Шүлгәнташ өсөн ҙур эштәр.
Музей комплексы төҙөлөп, туристар килә башлағас, эргә-тирәләге ҡунаҡханалар, кафелар бизнес эшләргә, күңел асыу урындары ла булырға тейеш. Хатта халыҡ та үҙенең өйөндә ҡунаҡхана формаһында урындар эшләп, туристар өсөн шарттар тыуҙыра ала. Дордонь провинцияһының моделен бер нәмәһен үҙгәртмәй Бөрйән районына күсерһәк тә хаталанмабыҙ, бары тик файҙа ғына буласаҡ. Сөнки ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫ исемлегенә инеп, Европа кимәлендәге туристар Башҡортостанға килә башлаһа, шундай уҡ кимәлдәге сервис кәрәк буласаҡ.
Г. Бүләкова: Францияның Дордонь провинцияһында халыҡ туризм менән үҙе ҡыҙыҡһына, улар шунан килем алып йәшәй. Беҙгә француздар кимәленә етергә йыраҡ әле. Күргәҙмәгә лә хатта ауыл халҡы, шунда эшләгән барлыҡ экскурсовотарҙың килеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ундағы халыҡ мәмерйәләрҙең баһаһын белә, аңлай. Һәм улар өсөн ниндәйҙер башҡа ил менән сағыштырыу ҡыҙыҡ. Дордонда 200-ләп мәмерйә иҫәпләнә, 80 проценты - шәхси милектә. Шуны улар быуындан-быуынға тапшырып килә, үҙҙәре лә, балалары ла археология менән ҡыҙыҡһыналар, туризмды үҫтереү буйынса көс һалып эшләйҙәр.

Беҙҙә, Башҡортостанда, шундай кимәлгә етеү өсөн, тимәк, халыҡтың туристик мәҙәниәтен үҫтерергә, туристик аңын күтәрергә кәрәк...

Ф. Маликов:
Әлбиттә. Бөгөн туристар районға ла, халыҡҡа ла файҙа килтерергә тейеш. Әйтәйек, Шүлгәнташ мәмерйәһенә 35-40 мең кеше килә икән, уның 15 меңе тирәһе бер тапҡыр булған һәм, йылғанан ағырға йәки былай ғына ял итергә килеп, мәмерйәгә инмәйенсә үтеп китә. Уларҙың килеүенән файҙа юҡ, сөнки гид саҡырылмай, хеҙмәтләндерелмәйҙәр, йәғни улар "ҡырағай" турист булып йөрөй һәм районға аҡса инмәй. Мәҫәлән, йылғанан ағыуҙы ойошторған 3-4 ойошма бар, шулай уҡ Белорет районынан, Учалынан, Өфөнән дә интернет аша төркөмдәр йыялар ҙа, машина менән алып барып, палаткаларын ҡуялар, үҙҙәренең катамарандарында халыҡты йылға буйлап ағыҙып, аҡса алып ҡайтып китәләр. Шуға хәҙер шундай шарт ҡуйырға кәрәк - туристарға хеҙмәт күрһәткән эшҡыуарҙар мотлаҡ шул райондың һалым органдарында теркәлгән булырға, ә туристарҙан районға файҙа килтерергә тейеш. Бөрйән районы халҡы бөгөн һөйләгәндәргә, киләсәктә үҙҙәрендә Европалағы кеүек буласағына ышанып етмәй, әлбиттә. Шуға күрә улар араһында мәғлүмәт-аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Шулай уҡ һәр бер Бөрйән районы кешеһе туристар менән итәғәтле итеп һөйләшергә, матур итеп ҡабул итергә, территорияһы ла таҙа, матур, бер сүпһеҙ булырға, ошо бөтә эште ул үҙенең бурысы итеп ҡуйырға тейеш, сөнки ул ни тиклем үҙен яҡшыраҡ күрһәтһә, бөтөн эш комплекста барһа, туристар ҙа киләсәк. Бының өсөн район хакимиәте халыҡ менән эшләргә, эшҡыуарҙарҙы йыйып, семинарҙар үткәрергә, икенсе урындарға алып сығып күрһәтергә һәм шундай мәғлүмәти-практикумдар күберәк булырға тейеш.
Г. Бүләкова: Туризмды матурыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ итеп ойошторорға мөмкин. Беҙ Ласкола булдыҡ, тәҡдим ителгән продукция ассортименты шул тиклем күп - барыһын да һатып алғы килә. Ябай турау таҡталарынан алып балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бөтөн нәмә бар, улар матур итеп эшләнгән. Иҫтәлеккә, бүләккә йәнең теләгән сувенирҙы алырға була. Улар менән сағыштырғанда беҙҙә бер нәмә лә юҡ. Әлбиттә, магниттар һатыла, әммә уларҙы үткән быуат тиергә мөмкин. Беҙ туризмды ойоштора, уны матур итеп күрһәтә белмәйбеҙ. Был өлкәлә ныҡлап уйларға, башҡаларҙан яҡшыраҡ итеп ойошторорға өйрәнергә кәрәк, ул ваҡытта туристарҙы ла ылыҡтыра аласаҡбыҙ.
Мин уҡыған ваҡытта шулай тигәйнеләр: "Ведь в музее, как и в любом другом учреждении культуры, "засчитывается" только вторичное посещение. Факт повторного прихода в музей означает превращение посетителя в публику". Күп осраҡта, ысынлап та, үтеп барышлай, ниндәйҙер транспорт көткәндә ваҡыт уҙғарыу өсөн, йәки кемгәлер күрһәтер өсөн генә киләләр. Музейға икенсе тапҡыр килгән кешенең, тимәк, ҡыҙыҡһыныуы бар. Был һәр тармаҡҡа ла ҡағыла. Кеше икенсе тапҡыр килһен, үҙе менән тағы ла кемделер килтерһен өсөн уны ҡыҙыҡһындырырға кәрәк.

Шүлгәнташ инде нисәмә йылдар ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә инергә дәғүә итә, хәҙер уға "Янғантау" һәм "Торатау" геопарктары ла өҫтәлде. Был процедура ни өсөн оҙаҡҡа - йылдарға һуҙыла һәм бының сәбәптәре нимәлә?

Ф. Маликов:
Беҙҙең объекттарҙы Рәсәйҙең башҡа төбәгендәге объекттар менән сағыштырып булмай, сөнки Шүлгәнташ - ул палеолитик осорҙан ҡалған мираҫ. Процедураларға килгәндә, ҡаялағы һүрәттәр буйынса талаптар ныҡ ҙур һәм бик юғары. Беҙ ауыр юлды һайланыҡ, сөнки 2012 йылда ҡатнаш тәбиғи-мәҙәни мираҫ номинацияһына заявка бирелгәйне, әммә Европа ғалимдары, ЮНЕСКО белгестәре менән кәңәшләшеп һөйләшкәндән һуң, был юл менән барһағыҙ, үтә алмайһығыҙ, сөнки улар икеһе ике төрлө статус, тип аңлатты. Шуға 2018 йылдың башында заявканы үҙгәрттек. Әммә шул йылдар араһында 2014 йылда ЮНЕСКО белгестәре килгәндә: "Беҙ һеҙгә бында аңлата алмайбыҙ, үҙегеҙ барып, үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ", - тип белдерҙеләр. Хәҙер талаптар йылдан-йыл көсәйә, ныҡ тикшерәләр. Беҙ Европалағы коллегаларыбыҙҙың кәңәштәрен иҫәпкә алып, мәмерйәне таҙартыу, музей комплексы төҙөй башлау, датировкалар эшләү, мониторинг ҡорамалдары алыу, дөйәне табып, уның 3D һүрәтен эшләү кеүек ҙур эштәр башҡарҙыҡ, әммә ғалимдар менән эшләргә һәм күп фәнни баҫмалар нәшер итергә лә кәрәк.
Бая әйткәнемсә, 2018 йыл аҙағында номинацияны үҙгәртеп, икенсе досье эшләнек. Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығында уны күп эксперттар тикшерҙе, үҙҙәренең тәҡдимен әйтте, ҡарашын белдерҙе. Башҡортостан белгестәре эшләй алған бөтөн нәмәләрҙе эшләттек, әммә тар өлкә белгестәре лә бар һәм уларҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән - Кемерово, Новосибирск, Мәскәүҙән йәлеп иттек, симпозиумға саҡырҙыҡ, яңы эшсе төркөм төҙөнөк. Әле иҫкәрмәләрҙә әйтелгән етешһеҙлектәрҙе төҙәтәбеҙ. Барыһы ла һәйбәт барһа, йыл һуңында номинацион досьены Францияға ебәрәсәкбеҙ. Унда белгестәр ҡарап, Алла бойорһа, 2021 йылдарҙа, бәлки, исемлеккә инеп тә китербеҙ тип өмөтләнәбеҙ. Рәсәйҙән йыл һайын бер объект ЮНЕСКО-ға үтергә тейеш. Быйыл Псковтың 17 һәйкәлдән торған ансамбле инде. Хәҙер Рәсәй буйынса сиратта беҙ беренсе булып торабыҙ. Был шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ та, сөнки Шүлгәнташ мәмерйәһе Рәсәй кимәлендә ҡаяла палеолит дәүере һүрәттәре күпләп һәм беҙҙең осорғаса һаҡланған беренсе ҙур объект, шуға илдең барлыҡ ғалимдары күҙәтә, тикшерә, ярҙам итә.

Башҡорттоң ҡунаҡсыллығы хәҙер бөтөн донъяға билдәле, башҡорт балын да бар ерҙә лә беләләр, башҡорт ҡурайы менән донъяның барлыҡ музейҙары тулғандыр, моғайын. Һәм бына ошо сәфәрегеҙ хаҡында социаль селтәрҙәрҙә презентацияға йыйылыусыларҙы башҡорт милли ризыҡтары менән һыйлауығыҙ хаҡында уҡығайным. Сит илгә аҙыҡ-түлек, бигерәк тә ит-һөт ризыҡтары алып сығыу тыйыла, ә һеҙ нисек алып сыға алдығыҙ?

Г. Бүләкова:
Ноябрҙә барғанда милли ризыҡтар алғайныҡ, ҡымыҙ ҙа бар ине, француздарға башҡорт аш-һыуы бик оҡшап ҡалды һәм был юлы, исмаһам, тәмләп ҡарар өсөн генә булһа ла килтерә алмаҫһығыҙмы, тип үтенделәр. Мин ауылға өләсәйемә заказ биреп, эремсек, ҡорот, ыҫланған ҡорот, талҡан эшләттем, сөнки һатыуҙыҡы барыбер икенсе төрлө була. Сәк-сәк, бауырһаҡты әсәйемдән бешертеп алдым. Балдың төрлөһөн, хатта кәрәҙле бал да алып барҙыҡ. Ҡаҙылыҡ та алдыҡ.
Ризыҡтарыбыҙ уларға шул тиклем оҡшаны, хатта ҡоротто ҡулдарына тотоп, яйлап, тәмләп ашап йөрөнөләр. Өҫтәлдә бер нәмә ҡалмауы күңелгә шундай рәхәтлек тойғоһо килтерҙе.
Был юлы ла беҙ ҡурай, ҡумыҙ алып барҙыҡ. Ҡумыҙҙы - ҡала мэрына, ҡурайҙы Тарихҡа тиклемге дәүер үҙәге президенты Жерминаль Пероға бүләк иттек. Ул хатта, Башҡортостанға барғас, ҡурайҙа уйнаясаҡмын, шуға тиклем өйрәнәсәкмен, тип вәғәҙә бирҙе.
Аҙыҡ-түлектән тыш, дөйәнең һәм мамонттың 3D һүрәттәрен (1х1 метр) эшләтеп, улар самолетҡа алынмай, тигәс, кәңәшләшеп, поезд менән 4 тәүлек барҙыҡ. Поезда Мәскәүгә тиклем ризыҡтарҙы - туңдырғысҡа, Мәскәү поезында һыуытҡысҡа һалдыҡ, Белоруссия сигендә таможня тикшереүе булыр алдынан проводницалар был ризыҡтарҙы сиктән сығарырға ярамағанлығын аңлата башланы. "Беҙгә нисек тә булһа алып барып еткерергә кәрәк", - тибеҙ. "Беҙ иҫкәрттек, үҙегеҙ ҡарағыҙ", - тиҙәр. Таможня тикшереүе тапһа, 50 евро күләмендә штраф һалалар, өҫтәүенә, бөтөн нәмә конфискацияланасаҡ ине. Төн буйына йоҡламаныҡ, ризыҡтарҙы төрлө урындарға тығып, 3D моделдәрҙең артына ла йәшерҙек. Нимәнелер тапһалар ҙа, ҡалғандарын тапмаҫтар, тип өмөтләнәбеҙ. Таможня хеҙмәткәрҙәре купеға керәләр ҙә, моделдәр булған ҙур сумкаларҙы күреп, һораша башлайҙар, "беҙҙә шундай мәмерйә бар", тип, тарихҡа төшөп китеп һөйләй башлай. Үҙебеҙ эшләнек, ғалим дуҫыбыҙ бар, шуға бүләккә алып китеп барабыҙ, тибеҙ. Түшәк-мендәрҙәрҙе, кейемдәрҙе барыһын да тотоп ҡарап сыҡтылар, әммә бер нәмә лә тапманылар. Белорустар тикшереп үткәс, Польша сигендә тағы ике тапҡыр тикшереү үттек. Ингән береһе һүрәттәргә төртөп күрһәтеп, нимә икәнен һорай, Фәүзил Әлфир улы һәр береһенә яйлап ҡына тағы һөйләй. Аллаға шөкөр, шундай ҙур теләк булдымы икән - бөтөн нәмәне иҫән-имен алып барып еткерҙек.

Ҡабат музей темаһына урап ҡайтҡанда: алда ҙур күләмле эш тора, уны йырып сығыу өсөн хөкүмәт, дәүләт яғынан да ярҙам кәрәк. Әммә күп осраҡта нимәнелер тормошҡа ашырыусылар менән властарҙың да, йәмғиәттең дә фекере тура килмәй, йәғни улар өлгөрөп етмәгән була һәм идея инициатива кимәлендә генә туҡталып ҡала. Башҡортостан етәкселеге был эштәрҙең мөһимлеген аңлаймы?

Ф. Маликов:
Әлбиттә, 2014 йылда ЮНЕСКО вәкилдәре килеп, Хөкүмәт етәкселәре, төрлө ведомство вәкилдәре менән осрашып ҡайтты, әммә ул ваҡытта беҙ үҙебеҙ ҙә нимә эшләргә кәрәклеген белмәй һәм аңламай инек. Хәҙер генә уларҙың ни өсөн үҙҙәренә барып, күреп ҡайтыуыбыҙҙы теләгәндәрен аңланыҡ, шунан һуң ғына эш планын төҙөнөк, етәкселеккә аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беҙҙе саҡырып алып һөйләште, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ милкен һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-ғәмәли үҙәге директоры Данир Әхмәҙи улы (Ғәйнуллин) уға тотош лекция һөйләне тиергә лә була. Быйыл йәй башында Бөрйән районы һабантуйында ла Радий Фәрит улы менән осрашыу булды, уға үҙебеҙҙең экспозицияны күрһәттек, мәмерйәлә эшләнгән эштәр менән таныштырҙыҡ. Хөкүмәт яғынан яҡлау таптыҡ, тип әйтә алам. Район хакимиәте яғынан да ҡаршылыҡтар юҡ. Хәҙер тағы ла ҡанатланып киттек, экспозиция буйынса ла күрһәтергә проекттар әҙерләйбеҙ.
Беҙгә хәҙер ҡыҙыҡһынған һәм Бөрйән районында йәшәп, мәмерйә буйынса эшләгән ғалимдар, заманса фекерләгән, заманса эшләгән йәштәр, эшҡыуарҙар кәрәк. Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора, тип әйтергә була, сөнки әлеге ваҡытта йәштәр ҡалаға китергә тырыша, әммә үҙгәрештәр булып, районда эшләүҙең абруйы артһа, улар кире ҡайтыр тип уйлайым. Ваҡыт үтеү менән ҡунаҡханалар, төрлө туристик объекттар төҙөләсәк һәм уларҙы хеҙмәтләндерергә кешеләр кәрәк буласаҡ.

Кадрҙар тигәндән, был музей комплексы халыҡ-ара кимәлдә буласаҡ, тимәк, унда төрлө телдәр белгән экскурсоводтар ҙа, сервис хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лә талап ителәсәк. Әле үк уларҙы әҙерләү буйынса маҡсатлы эш алып барыламы?

Ф. Маликов:
Кадрҙарға төп талап булып башҡорт, рус теле һәм мотлаҡ инглиз телен белеү тора, кемдер француз телен дә яҡшы белһә, насар түгел, сөнки объекттар Францияныҡы менән оҡшаш. Улар менән хатлашырға, һөйләшергә кәрәк. Әле БДУ студенттарын төрлө стажировкаларға саҡырабыҙ, райондан кемдәр тарих факультетында уҡып, кире районға ҡайтҡыһы килә - беҙҙең маҡсатлы йүнәлтәмәләр бар. Былтыр Иҫке Собханғолдан бер кеше уҡырға инде. Уны икенсе курстан һуң төрлө сараларға йәлеп итергә тип уйлайбыҙ, сөнки йәштәрҙе белгестәр килгәндә йәлеп итеп, эйәртеп йөрөтмәһәң, улар өйрәнмәйәсәк. Францияның тағы бер ыңғай миҫалы бар: уларҙың экскурсоводтары ғалимдар кеүек һөйләй. Ятлап алып ҡына түгел, ә яратып, үҙҙәре ошо тема менән ҡыҙыҡһынып, теманың эсенә үтеп инеп аңлаталар. Тикшеренеү алып барған абруйлы ғалимдар уларға лекциялар уҡый, уларҙың белемдәрен камиллаштыра. Беҙгә республика кимәлендә шундай курстарҙы ойошторорға кәрәк.
Ә сервис хеҙмәтенә кадрҙар әҙерләү - ул БР Туризм буйынса дәүләт комитеты компетенцияһына ҡарай. Әлбиттә, беҙ был комитеттың бер структураһы булып торһаҡ та, тарихи-мәҙәни объекттар буйынса БР-ҙың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡҡа ҡарайбыҙ, һәм төп эшебеҙ, төп бурысыбыҙ - ул ЮНЕСКО исемлегенә инеү буйынса ғилми эштәр алып барыу.

Шулай итеп...
"Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил МАЛИКОВ белдереүенсә, "Шүлгәнташ" федераль тәбиғәт ҡурсаулығы һәм республика учреждениеһы булған "Шүлгәнташ" музей-комплексы килешеп һәм законға таянып эшләһен өсөн федераль һәм республика ҡануниәте бурыстарҙы аныҡ айырырға тейеш, сөнки ҡурсаулыҡ тәбиғәтте һаҡлай, ә мәмерйәне, йәғни уның ҡая сәнғәтен түгел. Әле иһә музей комплексы икенсе бурысты үҙенә ала, килгән туристарға күберәк мәғлүмәт биреү, уларҙы таныштырыу, район буйлап 2-3 көнгә йәлеп итерлек объекттарҙы күберәк булдырыу, ҡыҫҡаһы, эште туристарҙың аҡсаһы районда ҡалырлыҡ итеп көйләү хыялы менән йәшәй. Һөҙөмтәһен ваҡыт күрһәтер.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.19 | Ҡаралған: 758

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru