«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНА ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУҒА
+  - 

2020 йылда илде мөһим ваҡиға көтә - 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буласаҡ. Һәр айырым төбәктең социаль-иҡтисади торошон күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән был мөһим сара аҙаҡҡы тапҡыр 2010 йылда үткәйне. Был ваҡыт эсендә илдә, һис шикһеҙ, әллә күпме демографик үҙгәрештәр булыуы асыҡ: донъя булғас, тыуымы ла, үлеме лә, никахҡа инеүселәре лә, айырылышыуҙар ҙа, йәшәү урынын алыштырыусылар ҙа бар. Кеше йәшәйеше генә түгел, ауыл-ҡалаларҙың йөҙө лә алышына, яңы йорттар, урамдар барлыҡҡа килә. Өфө ҡалаһы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға нисек әҙерләнә һуң? Ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге етәксеһе Оксана Даянова билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем башҡарыласаҡ мөһим эштәрҙең береһе - халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуҙың аныҡ планын төҙөү. Бының өсөн ҡаланың сиктәре билдәләнә, кеше йәшәгән йорттар һәм башҡа биналар тураһында мәғлүмәт туплана, шулай уҡ теркәлгән адрес буйынса йәшәүселәр иҫәбе асыҡлана. Иҫәп алыуҙар башланғас та эштең тулы һәм әүҙем барыуы өсөн тап адрес хужалығы торошо төп шарт булып тора. Яңы микрорайондар төҙөлә, иҫкеләренә реконструкция үткәрелә, шул рәүешле адрес хужалыҡтары ла үҙгәрештәр кисерә.
2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуҙа үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, унда мәғлүмәтте мөмкин тиклем цифрлаштырыу ҡаралған. Бының өсөн махсус программа ҡуйылған планшеттар ҡулланыласаҡ, тип көтөлә. Оксана Даянова әйтеүенсә, баш ҡалала яҡынса 3 мең кеше өйҙән-өйгә йөрөп, халыҡ иҫәбен аласаҡ. Заманса технологиялар менән бер рәттән, беҙ өйрәнгән ҡағыҙ һорауламалар ҙа буласаҡ. Рәсәй халҡы Дәүләт хеҙмәте берҙәм порталында ла теркәлеү үтә ала. Шулай уҡ Күп функциялы үҙәктәрҙә лә халыҡ иҫәбен алыу участкалары ҡаралған. "Беҙҙең алдыбыҙҙа бик мөһим мәсьәлә тора. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре - халыҡтың иҫәбе, йәше буйынса муниципалитеттар киләһе 10 йылға эш пландары төҙөйәсәк. Демографик сәйәсәтте дөрөҫ һәм һөҙөмтәле итеп ойоштороуҙың төп нигеҙе ошо", - тине ҡаланың дәүләт статистикаһы бүлеге етәксеһе. Ысынлап та, башҡа бер ниндәй саралар һәм ысулдар ҙа халыҡтың милләте, белем кимәле, туған телендә һөйләшеүселәр иҫәбе, хатта төбәктәрҙәге тыуым, миграция торошо тураһында тулы мәғлүмәт бирә алмай. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу һәр кемдең үҙ иркендә, әммә киләсәктә милли проекттар һәм социаль программалар ошо һандарға ҡарап эшләнәсәген һәр кем хәтерендә тоторға тейеш. Ә Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре 2021 йылдың апрелендә билдәле буласаҡ.
Ултырышта ҡаралған тағы бер ҡыҙыҡлы тема малсылыҡ продукттарын электрон ветеринар сертификациялауға ҡағылды. Федераль законға ярашлы, 2018 йылдың 1 июленән "Меркурий" федераль дәүләт мәғлүмәти ситемаһында ветеринар контроль үтергә тейешле тауарҙарға мотлаҡ электрон сертификация индерелгәйне. Элек етештерелгән тауарҙың сифаты тураһындағы мәғлүмәт ҡағыҙ документтарға теркәлә ине. 2019 йылдың 1 июленән был өлкәлә эшмәкәрлек итеүсе бөтөн компаниялар, әйтәйек, ит комбинаттары, ҡош фабрикалары, һөт заводтары, диңгеҙ ризыҡтары етештереүселәр, сауҙа селтәрҙәре, хатта бәләкәй магазиндар ҙа "Меркурий" системаһында электрон формала ветеринар сертификаты алырға тейеш. Йәғни, ошо система ярҙамында продуктты етештерелгән урынынан алып магазин кәштәһенә барып ятҡансы күҙәтергә мөмкин. Был яңылыҡты ябай һатып алыусы күреп өлгөрҙө лә инде - магазин кәштәләрендә, мәҫәлән, "һөттән эшләнгән" һәм "һөт ризыҡтары" тигән яҙыуҙар барлыҡҡа килде. "БР Өфө ҡала ветеринария станцияһы" учреждениеһы етәксеһе Дамир Хузин билдәләүенсә, 1 июлдән ит һәм балыҡ консервалары, составында ит, субпродукттар, балыҡ булған башҡа бөтөн ризыҡтар, мәҫәлән, ярымфабрикаттар, һөттән эшләнгән аҡ май, ҡуйыртылған һөт, һөт өҫтө, ҡырылған, иретелгән сырҙар махсус контроль күҙәтеүенә алына. Ит продукцияһы өсөн электрон теркәлеү бер йыл элек ингәйне.

Ләйсән ДАЯНОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 1293

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru