«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛКОГОЛИЗМ ЯМАН ҒӘҘӘТМЕ, ӘЛЛӘ АУЫР СИРМЕ?
+  - 



Гәзитебеҙҙең 24-се һанында сыҡҡан "Эскесе булып тыумайҙар, балам..." исемле мәҡәләне тетрәнеп уҡып сыҡтым. Әлеге көндә табип-нарколог булып эшләгән ир исеменән (ҡасандыр үҙенең атаһының эскесе булыуы хаҡында) йөрәк әрнеүе менән һүрәтләгән ваҡиғаларҙы кинофильм ҡараған һымаҡ күҙ алдынан үткәргән бер мин генә түгелмендер. Ошоноң һымаҡ мәҡәләләрҙең гәзитебеҙ биттәрендә әленән-әле сығып тороуы бик күптәр өсөн ифрат та фәһемле булыуында шигем юҡ.

Эҙемтәләре хәтәр

Заманында хатта "алтын ҡуллы" һөнәрмән булған бәғзе берәүҙәрҙең дә күпмелер ваҡыттан алкоголизм сиренең иң аҙаҡҡы баҫҡысына барып етеү ихтималлығы хаҡында аныҡ миҫал был. Күп кешеләр, ысынлап та, бына ошо яман сиргә һабышып, хатта уның иң һуңғы стадияһына еткәнен үҙҙәре лә белмәгән көйө яҡты донъя менән хушлаша. Бик күптәре ана шул дәүер эсендә туғандарын, балаларын ҡара ҡайғыға батырып өлгөрә. Эскелектең ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүен раҫлаған миҫалдар бихисап. Ғаиләләр тарҡалыуы, ғәрип балалар донъяға килеүе, йәиһә имен-һау тыуып та, тыуғас, ата-әсәһеҙ ҡалыу осраҡтары, типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәрҙең эшһеҙ ҡалып, һөҙөмтәлә берәҙәккә әйләнеп китеүе, бынамын тигән кешеләрҙең әҙәм сифатын юғалтып, хайуан кимәленән дә түбән төшөүе, әрме хеҙмәтен имен-һау тамамлап, матур, ысын егет булып өйгә ҡайтҡан йәштәребеҙҙең бер-ике йыл да тормай үҙ-үҙҙәрен юҡ итеүе, һәр төрлө енәйәттәр, ҡатын-ҡыҙҙың әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе һымаҡ күренештәрҙе һанап бөтөрлөк түгел!
Илебеҙҙә киң таралған ошо әшәке күренеш, йәғни эскелек - яман ғәҙәтме, әллә ауыр сирме? Был төшөнсәләрҙең икеһен дә раҫлап, уларҙың береһе икенсеһен тулыландырып килә, тип һанарға ла булалыр. Барлыҡ алкоголиктар ҙа тиерлек, үкенескә, үҙҙәренең бына ошо ауыр сиргә һабышҡанын танырға теләмәй. Әммә хәҡиҡәттән китеп булмай. Бөтә донъя ғалимдарының берҙәм фекеренсә, алкоголоизм хроник сирҙәр категорияһына инә. Был сирҙең стадияларын ҡыҫҡаса һүрәтләп күрһәтһәң, һәр кем тиерлек үҙенең ниндәйҙер берәй танышында, туғанында, ҡайһы берәүҙәр хатта үҙендә лә уның симптомдарын (билдәләрен) таба. Ошо хаҡта элегерәк тә гәзиттәрҙә мәҡәләләрем баҫылып сыҡҡылағайны. Ана шуларҙы уҡып, бәғзе таныштарымдың "минең турала яҙғанһың бит", тип әйткәндәре лә булды. Медицинала шундай ҡағиҙә бар: сирҙән ҡотолоу өсөн уны иң тәүҙә дөрөҫ диагнозлау мотлаҡ. Шуға күрә хөрмәтле уҡыусыларыма ошо сир хаҡында мөмкин тиклем ябай тел менән һөйләп китергә ниәтем.

Беренсе стадия

Был ауырыу тоҙағына башта нисек килеп ингәнен кеше үҙе лә һиҙмәй. Сөнки алкоголизмдың башланғыс стадияһы күпселек осраҡта көнкүреш эскелектәре, йәиһә, хәҙергесә бәғзеләр әйтмешләй, "мәҙәни" эсеү формаһында үтә: һәр төрлө оло байрамдарҙа, кисәләрҙә, ҡунаҡ-мунаҡта, йәиһә былай ғына "осрашыу хөрмәтенә" бер шешә бушатыуҙар, һәм башҡалар. Тәү осорҙарҙа ошоноң һымаҡ мәжлестәрҙә эселгән хәмерҙән кәйеф күтәренкелеге, фекер йөрөтөү еңеллеге тойғоһо, кеше араһында "оҫта итеп" һөйләй алыу, йырлау һәм бейеү һәләтлелегенең "көсәйеүе" кешене үҙенә ылыҡтыра. Организмында һиҙҙермәй генә барған һәр төрлө биохимик үҙгәрештәр бындай кешене тора-бара ошо мәжлестәрҙән тыш хәмер эсеүгә сәбәптәр һәм юлдар эҙләргә мәжбүр итә. Эҙләгән - таба, тигәндәй, сәбәптәр - эт тубығынан! Үҙенең тыуған көнө, ҡатынының (иренең), яратҡан балаларының, ата-әсәһенең, ағай-энеләренең, дуҫ иштәренең яҡты донъяға килгән көндәре һис ваҡытта ла хәмерһеҙ үтмәй. Ул кеше бик күптәрҙең тыуған көн даталарын да хәтерләп ҡалыусан. Яңы фатир, машина, яңы кейем алған таныштарын, яҡындарын һәр саҡ "Йыуырға кәрәк..." тип шаяртырға ярата ул. Ошо сараларҙың һәр береһендә "яҡшы" ғына төшөрөп йөрөгән кешенең организмы әкренләп кенә (ә ҡайһы берҙәрҙең бик тиҙ, бер нисә ай эсендә) алкоголгә өйрәнә бара. Был процесс бер нисә йылға ла һуҙылыуы мөмкин. Йәне-тәне шайтан һыуына "күнегә" барған кеше тора-бара шундай һәр датаны спиртлы эсемлекһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай башлай. Шул уҡ ваҡытта организмда алкоголизмдың иң тәүге стадияһына хас булған "толерантлыҡ" тип аталған симптом барлыҡҡа килә (толерантность - күнегеү тигәнде аңлата). Ябайыраҡ тел менән әйткәндә, элегерәк кеше ике-өс рюмканан иҫерһә, хәҙер уны иҫертер өсөн бер "ярты", хатта унан да күберәк эсемлек кәрәк. Күптәр тап ошо стадияла үҙҙәренең хәмергә "бирешмәүсәнлеге"н организмының "ныҡлығы"нан тип уйлай һәм йышлап байрам итеүен артабан дауам итә. Тора-бара үрҙә һанап киткән байрамдарҙан тыш, башҡа календарь тулы байрамдар ҙа күңел асыуға сәбәп була башлағанын һәм шул ыңғайҙа ниндәй упҡын төбөнә төшөп китеп барғанын һиҙмәй кеше. Артабан әллә ни шешәләш тә эҙләп тормай, яңғыҙы ғына булһа ла ултырып "төшөрөп" алырға әүәҫләнеп китә бәғзеләр. Әммә был стадияла әле, айырыуса баштараҡ, кеше "баш төҙәтеү"гә мохтаж түгел. Шунлыҡтан, башҡалар бахмурҙан сирләгән саҡта, "Мин күпме эсһәм дә бер ҡасан да ауырымайым" тип маҡтаныусан була ул. Сөнки, "алкоголь абстиненцияһы" тип аталған синдром ауырыуҙың киләһе стадияһына сыҡҡас ҡына ныҡлап беленә башлай.

Икенсе стадия

Шулай итеп, әҙәм балаһы теләһә лә, теләмәһә лә, үҙе лә һиҙмәҫтән, был мәкерле ауырыуҙың икенсе стадияһына килеп тә инә. Абстиненция - кисә иҫергәнсе эсеп, бөгөн иртән уянған кешенең үтә лә ныҡ кәйефе төшкән хәле. Ул ғына ла түгел, иҫерек ваҡытта бер ниндәй ҙә артыҡ эш боҙмаған хәлдә лә, иртәгәһен үҙеңде нимәләлер бик ныҡ ғәйепле итеп тойоу. Кешене шундайын да ыҙа сиктергән ошо тойғо иртәнсәк тороу менән 100 грамм эсеп алыуға этәрә лә инде. Ошо дозанан кешенең хәле бер аҙ "яҡшыра" төшә. Тәүге стадияның аҙаҡтарында беленә башлаған һәм икенсе стадияға бөтөнләйгә хас булған бындай хәлде "бахмур синдромы" тип тә әйтәләр. Шулай уҡ беренсе стадияла башланған толерантлыҡ артабан да үҫә бара. Хәҙер инде кешегә иҫерер өсөн тағы ла күберәк доза кәрәк, хатта бер литрға тиклем (нормаль кеше өсөн бер литр араҡы - үлемесле доза). Меҫкен кеше ана шулайтып һаман үҙенсә "нығына" бара. Ошо стадияла уның эш һәләтлелеге түбәнәйә, кеше тиҙ арыусанға әйләнә. Ҡасандыр итәғәтле, әҙәпле булған кешенең холоҡ-фиғеле үҙгәрә. Алдаусанлыҡ, тупаҫлыҡ, эгоизм һымаҡ элегерәк булмаған сифаттары барлыҡҡа килә башлай. Баштараҡ ҡатыны алдында үҙен аҡлар өсөн "начальнигым", йәиһә икенсе бер "ҙур кеше" менән эстем, тип алдаусан була. Үҙтәнҡит тойғолары һүнә барып, бөтөнләйгә тиерлек юҡҡа сығып, шәхес тарҡалыуы әкренләп башланыу ҙа хас ауырыуҙың был стадияһына. Көн дә эсеп, унан (хатта эш ваҡыттарында ла) баш йүнәтеп, үҙ эшен тулыһынса үтәй алмаған бындай кешенең ҡасандыр яратҡан эшенән яҙыуы, әлбиттә, ғәжәп түгел. Һәр көн кис өйөнә иҫерек ҡайтҡан ир ҡатыны алдында "етәкселәр менән талаштым, шуға йәнем көйөп эстем", тип аҡлана. Ә инде иртәгеһен эшкә "бахмурҙан", йәиһә "баш йүнәтеп" эсеп килә икән, "Өйҙә ҡатыныма көйөп эстем", тигән һымағыраҡ яуаптар таба. Бына шуның өсөн дә инде ауырыуҙың ошо стадияһында булған кеше, ғәҙәттә, "арт һанына тибелеп" эштән бушатыла. Ошо арҡала бик күптәрҙең ғаиләһе лә тарҡала. Берәй ғаилә ағзаһының, йә иһә башҡа кемдеңдер уға "дауаланырға кәрәк" тигән кәңәше уны тик асыуландыра ғына. "Һеҙ нимә, мине алкоголик тип беләһегеҙме, кәрәк булһа, үҙем ташлармын әле!" тигән һымағыраҡ яуап бирә ул яҡындарына.
Ә үҙе һаман да эсеүен дауам итә. Бахмурҙан ныҡ ҡына ауырыған сағында туғандарына, ҡатынына "ошонан тере ҡалһам, башҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын", тип анттар итә, әммә бер аҙ хәле яҡшырыу менән антын бөтөнләйгә онота. Бер нисә көн шулай өҙлөкһөҙ эскәндән һуң, ҙур ыҙалыҡтар менән "бахмур хәле"нән сығып алып, айыҡ ваҡыттар килгән осорҙарҙа туғандары, эш хужалары алдында тырышып-тырмашып үҙен "реабилитация"ларға тотона. Хатта бер-ике байрам мәжлесендә лә "мулла һымаҡ" эсмәй ултырыуы мөмкин. Эшендә лә элекке булған абруйын ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыуға ирешәсәк ул. "Алтын ҡуллы кеше ул, тик ана шул бер аҙ эсергә ярата", тиҙәр ҡайсаҡ ундай кеше тураһында. Тик уның әлеге бик аяныслы сир тоҙағына эләккәне үҙенең дә, башҡаларҙың да башына килмәй. Бындай "яҡты осор" оҙаҡҡа бармай. Бер нисә аҙнанан бер-ике айға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Инде үҙен бөтөнләй нормаль итеп тоя башлаған был кешенең ҡабаттан эскеһе килә башлай. Сәбәп өсөн ниндәйҙер бер оло ваҡиғаны тап килтерә һалып, йәиһә, бер ниндәй сәбәпһеҙ, "эс ҡортлап китте әле...", тигән һымағыраҡ кәрәкле шаян һүҙҙәр табып, кисә генә мәжлестә "мулла" булып ултырған кеше ҡабаттан элекке дуҫтары янына килә...
Ҡайсаҡ "инде эсеүҙе бөтөнләйгә ташланым", тип уйлап, яҡшы ғына эшләп йөрөгән мәлендә был "алтын ҡуллы" кешегә ниндәйҙер бер эш өсөн бер ни ҙә уйламай ғына һалып биреүселәр ҙә табыла. Унһыҙ ҙа "күңеле йомшаҡ" кеше быларҙың һүҙен кире ҡағырға ҡыймай. Шулай ул тағы ла организмы талап иткән сираттағы дозаны ала. Ә организм ысынлап та талап итә. Шәхестең тән күҙәнәктәрендәге инде алкоголгә яраҡлашып өлгөргән ҡатмарлы химик һәм биологик процестар башланыуы "күңел талабы"на әйләнеп, даими рәүештә уның "эсен ҡортлатып" тора ла инде. Шулай итеп, эскелек тағы башлана, дөрөҫөрәге, дауам итә. Әгәр ҙә сираттағы берәй "запой" ваҡытында артыҡ эсеүҙән, йәиһә берәй йөрәк өйәнәгенән үлеп ҡалмаһа (был ваҡытта инде организм һәр төрлө йөрәк, ашҡаҙан, бауыр хроник сирҙәре менән тулы була), оҙаҡламай, ауырыу үҙенең иң һуңғы - өсөнсө стадияһына күсә.

Аҙаҡҡы баҫҡыс

Алкоголизмдың был аҙаҡҡы баҫҡысына юғарыла әйтеп үтелгән толерантлыҡ тигән нәмәнең бөтөүе хас. Хатта, киреһенсә, бынан алдараҡ, иҫерер өсөн кешегә бер йә ике ярты кәрәк булһа, өсөнсө стадияға ингән кеше илле-йөҙ грамдан "лаяҡыл" була. Ауырыуҙың был кимәленең икенсе бер мөһим симптомы: элек бер аҙ эскәс, кәйефе күтәрелеп киткән был кеше хәҙер "баш йүнәтеү" менән үк иҫерек йоҡоға тала. Кәйефе күтәрелеп тә өлгөрмәй. Йоҡонан уянғас та, аңында тик бер генә уй - нисек итеп тағы ла баш йүнәтәһе... Ғаилә, бала-саға, туғандары, эше хаҡында уйҙары уны әллә ҡасан уҡ ташлап киткән. Был стадияға шәхес деградацияһы хас. Икенсе стадияла әкренләп беленә башлаған, үҙәк нервылар системаһы зарарланыуын күрһәткән был симптом ошо стадияла артабан көндән-көн тигәндәй көсәйә барып, айырыуса сағыу төҫ ала. Хатта һирәк-һаяҡ ҡына була торған айыҡ ваҡыттарында ла һис бер юҡҡа шашынып көлөү, йәиһә башҡалар алдында теләһә ниндәй һүҙҙәр менән һүгенеү уның өсөн ғәҙәти булып китә. Ҡасандыр үҙенең ниндәй "алыштырғыһыҙ" юғары квалификациялы һөнәрмән булыуы менән шапырынырға ярата күптәр. Бәғзеләре, ҡасандыр теге йәки был билдәле кеше менән бик яҡын дуҫ булыуҙарын, хатта уның менән йыш ҡына хәмер эскәндәрен алдап, шаштырып һөйләргә ярата. Һөйләгән берәй ҡыҙыҡлы хәл йәиһә анекдоттары ла эскелек темаһынан алыҫ китмәй. Нисек итеп сиратһыҙ араҡы алып киткәне хаҡында көлә-көлә, йәиһә, киреһенсә, ҡасандыр яңылыш төшөрөп ебәреп ватылған шешәһен иҫләп, йәлләп һөйләүсән. Һөйләшкәндә һүҙҙе магазиндағы араҡының хаҡы, йәиһә сифаты тураһында алып барыусан. Хатта ана шул стадияла ла ул үҙенең сирле икәнен танымай. Был турала һүҙ әйткән яҡындарына "Мин алкоголик түгел, тик башҡалар һымаҡ самалап ҡына эсә белмәйем", тип кенә яуап бирә. Сираттағы "запой" ваҡыттарында һәр төрлө өй йыһаздарын хәмергә алыштырырға ла тартынмай башлай, хатта балаларының кейемен һатып эсеүе лә мөмкин. Өйөндә һатып эсерлек әллә ни әйбере ҡалмағас, йәиһә ҡатыны (ире) өйөнән ҡыуып сығарғас, эсергә хәмер эҙләп бар дуҫтарын, таныштарын ҡыҙырып сығып китеүсән ул. Бындай сирле кеше "төшөмлө" урындарҙың адрестарын хәтерләп ҡалыусан. Бер "ҡойған" урынға тағы һәм тағы килеүсән. "Үләм, ҡой!" тип үҙен йәлләтеп ялбарасаҡ ул. Ҡасандыр үҙе кемгәлер берәй яҡшылыҡ эшләгән булһа, күпселек осраҡтарҙа шул кешегә барыусан. Оҙаҡҡа (бер-ике айға) һуҙылған "запой" осорҙары бик аҙға (аҙна-ун көнгә) эсеүҙән туҡтауҙар менән алышына бара, әммә "яҡты аралыҡтар" һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Тора-бара айҙар буйы тәнәфесһеҙ эсеүҙәр башлана…

Аҡ тапма

Шундай оҙайлы "запой" көндәренең береһендә был кеше, артабан эсергә хәмер булмау йәиһә дауаханаға килеп эләгеү сәбәпле, йә булмаһа, унда-бында аңына килеп, "эскелекте өҙөргә", тигән уй менән хәмер эсеүен бер аҙға туҡтатыуы ла мөмкин. Әммә ана шул саҡта (күберәге төнгө ваҡыттарҙа) уның күҙенә тик "фильм-ужас"тарҙа ғына була торған, ә бәлки унан да ҡурҡынысыраҡ ғәйәт ҙур, йәиһә үтә бәләкәс имәнесле йән эйәләре, ә ҡайһы берҙә уға таныш йә таныш булмаған кешеләр күренә башлауы мөмкин. Күҙенә күренгән шундай йән эйәләренән ҡасып, төрлө урындарға йәшеренеп йөрөй башлай бындай ауырыу, йәиһә "өҫтөндә йөрөгән ваҡ ҡына йән эйәләрен" кейеменән ҡаҡҡыларға тотона. Алкоголизмдың бына ошо стадияһына етеп, һуңынан йүнәлеп киткән кешеләр араһында осраған рәссамдар үҙҙәре күргәнде бик асыҡ хәтерләп, һүрәткә лә төшөргөләйҙәр. Ә ҡайһы бер ауырыуҙарға төрлө тауыштар ишетелә (слуховые галлюцинации). Шул тауыштар менән кеше ҡысҡырып һөйләшә, бәхәсләшә... Бойороҡ формаһында ла булыуы мөмкин был тауыштар. Хатта "шул-шул кешене үлтер", тигән бойороҡ та ишетә алкоголь сире менән ғазапланған бындай кеше. Тап ана шул саҡта уның тирә-йүндәгеләр өсөн айырыуса хәүефле булыуы мөмкин. Йылдар буйы алкоголдән ағыуланған психикаһы яңылышыу сәбәпле, бындай ауырыуҙарҙың кеше үлтереү осраҡтары ла булғылай.
Йыш ҡына осраған ошондай синдромдарҙың тағы береһе медицинала "алкогольный бред ревности" тип атала. Патологик ҡыҙғаныу арҡаһында ҡатынын (ирен) үлтереү осраҡтары ана шуның менән бәйле. Сирле ирҙең "күңеле һиҙеп", йәиһә үҙенең ҡатыны янында ниндәйҙер сит ир заты күҙенә күренеп, бәлә-ҡаза шул арҡала ла килеп сығыуы мөмкин. Ир, ғәҙәттә, өйөн эске яҡтан бикләп, ҡатынын эшкә ебәрмәй, уның янында һағалап йөрөүсән. Был стадияла ир затының ғорурлығы булып һаналған мөһим бер ағза саманан тыш иртә эшлектән сыға, йәғни, импотенция алкоголикты йәшләй генә килеп "тота". Әле йәшлек көсө ташып торған хәләл ефетен тейешенсә наҙлай алмаған ир, үҙен ғәйепләү урынына, һәр саҡ ҡатынында "хыянат" эҙләүсән. Өйөндә балалар дәфтәре тикшереп ултырған уҡытыусы ҡатынына "Кемгә хат яҙаһың?" тип бәйләнә ул. Түрбашта сит ир кеше "онотоп ҡалдырған кейем", ҡатынының тәнендә ниндәйҙер "шикле" эҙҙәр "күреү" кеүек бихисап сәбәптәр табып, яңынан-яңы ғауға күтәреүсән бындай кеше. Ниндәйҙер йомош менән өйөнә инеп килгән һис ғәйепһеҙ берәй ир-атты балта, йә башҡа берәй нәмә менән үлтерә һуғыу осраҡтары ла билдәле.
Ауырыуҙың икенсе стадияһында уҡ башланған абстинент синдромы, йәиһә ошо һуңғы стадияла күҙәтелгән һәр төрлө галлюцинациялар ваҡытында әҙәм балаһы үҙ-үҙенә ҡул һалыусан да була. Бик күптәр бауыр ауырыуынан (алкогольный цирроз печени) ыҙа сигеп, һарғайып, кибеп үлеп китә, йә булмаһа, берәй йөрәк өйәнәгенән (алкогольная кардиомиопатия, инфаркт миокарда), мейе инсультынан кинәт кенә яҡты донъя менән хушлаша. Тағы бер үкенесе шунда: бындай ауырыуҙың үлемендә уның туған-тыумасаһы башлыса "бахмурға йөҙ грамм араҡыһын ҡыҙғанған бисәһе"н ғәйепләй. Сөнки уларҙың "йомшаҡ күңелле, баҫалҡы, алтын ҡуллы" туғаны "яуыз бисәһе арҡаһында" бик иртә әрәм була...

Шулай итеп…
Бихисап күп төрлө, ифрат та күп яҡлы булған был сирҙе, әлбиттә, бер генә мәҡәләлә тулыһынса һүрәтләп бөтөү мөмкин дә түгел. Әммә күп осраҡта башҡаларҙың күҙенә генә күренә торған сүпте үҙеңдә эҙләп ҡарау кәрәклеген, мөмкинлеген ошо мәҡәләм аша күрһәтә алған булһам, маҡсатыма ирештем, тип һанар инем. Мөмкин тиклем иртәрәк үҙеңә үҙең дөрөҫ диагноз ҡуйып, үҙ хәлеңә үҙең баһа бирерлек көс табып, был сирҙән ҡотолоуҙың һис шикһеҙ кәрәклеген аңлаһаң, йүнәлә лә алырһың. Бындай яман ауырыуҙан ҡотолоу юлдары, бәхеткә күрә, ифрат та күп. Иң беренсе юл (минең уйымса, иң дөрөҫө) - дин юлына баҫыу. Ислам динендә иҫерткес эсемлектәр - хәрәм. Эскелек менән дуҫ булған бәндәһенә Аллаһ Тәғәлә был донъяла ғына түгел, ә ахирәттә, йәғни, киләһе мәңгелек йортта ла ғазаптарын әҙерләп ҡуйған. Әгәр Аллаға ышанаһың икән, был һине ҡурҡытырға тейеш. Сөнки ҡәбер ғазаптары, унан килә йәһәннәм (тамуҡ) утында яныуҙары был донъя ғазаптарынан һанһыҙ мәртәбә аянысыраҡ. Әммә иманға килеүҙе тик эскелекте ташлау ысулдарының береһе генә тип һанарға ярамай!
Әгәр дин юлына баҫырға әлегә әҙер түгелһең, йөрәгеңә иман нурҙары һаман да үтеп инмәгән икән, ғаиләңде, ата-әсәңде, ғәзиз балаларыңды яратҡан кеше булараҡ, был донъялағы йәшәйешеңде генә булһа ла ҡайғыртырға тейешһең (исмаһам!). Ваҡытынан алда был донъянан ваз кисеп, ошо яҡындарыңды, ғәзиздәреңде ташлап китеүҙән ҡурҡырға тейешһең.
Әгәр һин йәш кеше икәнһең, әле татып ҡарамаған йәшәү бәхетең, һөйөү һәм һөйөлөү көндәрең алда икәнен иҫеңдән сығармай, был донъяға әҙәм балаһы тик бер мәртәбә генә килеүен күҙ уңында тотоп, исмаһам, үҙең хаҡында ғына булһа ла уйланырға, ҡайғыртырға тейешһең.
Үҙеңдең ошо хроник алкоголизм сиренең берәй стадияһында булыуыңды танып, ҡотолоу юлын эҙләү яғын ҡайғырта башлаһаң да, һинән берәү ҙә көлмәҫ. Был хаҡта Аллаһ Тәғәләнән башҡа тик үҙең генә беләсәкһең бит.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.19 | Ҡаралған: 668

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru