Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы башындағы традицион йола - тантаналы линейкалар был юлы 2 сентябрҙә атҡарылды. Баш ҡалалағы бар йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә булған ике белем усағында - Дим районында урынлашҡан өр-яңы 162-се "Смарт" полилингваль күп профилле мәктәбендә һәм Совет районындағы шулай уҡ өр-яңынан төҙөлгән 44-се полилингваль күп профилле мәктәптә был көнгә айырыуса ныҡ әҙерләнделәр. Сөнки улар сит телдәр һәм туған телдәр тәрәнәйтеп өйрәнелгән тәүге үҙенсәлекле белем усаҡтары буласаҡ. Бындайҙар әле Рәсәй кимәлендә лә тәүгеләр рәтендә.
- Был мәктәп биләмәһендә баҫып тороуы ғына ла шул тиклем тулҡынландыра, ул минең өсөн генә түгел, күптәрегеҙгә Башҡортостандың тиҙ үҫеше символы булыр, моғайын, - тип мөрәжәғәт итте 162-се "Смарт" полилингваль мәктәбен асыу тантанаһында Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров. - Юҡҡа ғына "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ҙур суммалар бүленмәй, бөгөн эш башлап торған ошо шәп мәктәп тә уның бер өлөшө. Балалар бөтәбеҙҙе лә уңыштары һәм яңы белемдәре менән ҡыуандырһын өсөн бында бөтә шарттар һәм кәрәкле мөхит булдырылырына шигем юҡ.
Игорь Анатольевич та, шулай уҡ ошо тантанала ҡатнашыусы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы ла яңы мәктәп киләсәктә иң алдынғылар араһында булырына, тыуған ил мәғарифының яҡшы традицияларын һаҡларына һәм арттырырына ышаныс белдерҙе.
Артабан ҡунаҡтар, атай-әсәйҙәр мең урынлыҡ 162-се "Смарт" мәктәбендә булдырылған заманса шарттар, уңайлыҡтарҙы үҙ күҙҙәре менән күреп, танышып сыҡты. Күргәндәр барыһын да хайран итте: мәктәптә компьютер кластары һәм сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн махсус лингафон кабинеттарынан тыш, инженер-технологтар әҙерләү өсөн робот техникаһы, 3D моделдәр төҙөү һәм прототиптар яһау лабораториялары бар. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ниәтендә мәктәп телестудияһы, нәшриәт үҙәге, дизайн студияһы, күнекмәләр залы булдырылған. Малайҙарҙы слесарҙар һәм ағастан әйберҙәр эшләү оҫтаханаларында, ҡыҙҙарҙы йорт хужалығы һәм кулинария, бесеү-тегеү кабинеттарында ҡул эштәренә өйрәтәсәктәр. Бөтә бүлмәләрҙә лә кәрәкле интерактив ҡоролмалар урынлаштырылған. Мәктәптә тотош бер медицина бүлеге эшләйәсәк, унда стоматология, прививкалар яһау, процедуралар бүлмәһе һәм табип кабинеты асыла. Белем усағы директоры Наил Әминев әйтеүенсә, уҡытыу урыҫ, башҡорт һәм инглиз телендә алып барыла. Бынан тыш, бишенсе синыфтан алып уҡыусылар икенсе сит тел өйрәнә. Шуныһы мөһим, был мәктәп көн дауамында эшләй: төшкә тиклем балалар төп дәрестәрҙе уҡый, төштән һуң күңеленә ятҡан түңәрәктәргә йөрөргә, өҫтәмә белем алырға мөмкинлек бирелә. Башҡа мәғариф учреждениеларынан айырмалы рәүештә, 162-се мәктәптә математика, информатика, химия һәм биология фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнеү һәм профилле белем биреү иртә башлана. Өлкән кластарҙа социаль-иҡтисади, химия-биология һәм медицина йүнәлештәрен һайларға мөмкин. Һуңғыһы буйынса мәктәп Башҡорт дәүләт медицина университеты менән килешеү төҙөгән.
Яңы мәктәптә спортҡа ла ҙур иғтибар бүләсәктәр, шул иҫәптән "Мәктәптә спорт көрәше" федераль проекты сиктәрендә балалар менән көрәш буйынса профессиональ тренер шөғөлләнәсәк. Белем усағында бөтәһе өс спорт залы, профессиональ футбол майҙансығы һәм урамда унға яҡын спорт майҙансығы төҙөлгән. Балаларҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, бөтә майҙансыҡтар ҙа махсус резина ябыу менән ҡапланған, ә баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары 3D сетка менән кәртәләнгән. Мәктәп өсөн балаларға сифатлы белем биреү, һәләттәрен үҫтереүҙән тыш, сәләмәт быуын тәрбиәләү ҙә өҫтөнлөклө булыуын ашханала туҡланыу сифатына ҙур иғтибар бүленеүенән дә күрергә була. 400 уҡыусы һыйған ашхана менюһы тәмле һәм сифатлы аш-һыуҙың төрлөлөгө менән айырылып торасаҡ.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Башҡортостанда быйылғы уҡыу йылында 1319 мәктәптең ишеген 488 мең, шул иҫәптән 55 мең беренсе синыф уҡыусыһы асып инде. Бер йыл эсендә республикала 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. "Дөрөҫөн әйткәндә, күңел ҡыуана. Күптән түгел генә хатта Башҡортостан кеүек ҙур республика сиктәрендә лә был тиклем яңы мәктәпте сафҡа индереүҙе күҙ алдына килтереүе ауыр ине, Рәсәй Федерацияһының ваҡ субъекттары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әммә был эш бөгөн "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла", - тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев 2 сентябрҙә уҙғарылған видеокәңәшмә ваҡытында.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|