Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ӘЙТ ӘЛЕ, ГӨЛНӘЗИРӘ, ҠАЙҘАН ҺУҢ ИРЛАНД ҠЫҘЫНДА БАШҠОРТ ҺАҒЫШЫ?
|
Йәш саҡта алыҫ илдәр, мажаралы сәйәхәттәр, батырлыҡ күрһәтеү, күркәм ҡаҙаныштарға өлгәшеү тураһында хыялланмаған кеше лә булмайҙыр. Күрәһең, хәҙерге быуындарҙың аҫҡы, боронғо аңында ҡасандыр меңәр йылдар әүәл тыуған-үҫкән ерҙәренән халыҡтарҙың бөйөк күсеше дәүерҙәрендә сығып китеп ғәйеп булған ҡан-ҡәрҙәштәре тураһындағы образдар һәм хис-кисерештәр шул рәүешле пәйҙә булалыр. Хәҙерге Европа милләттәренең күп быуаттар буйына ошо ҡитғаға килеп-китеп торған төрлө ҡәүемдәрҙән формалашҡанын тарих фәне лә инҡар итмәй. Халыҡтарҙың һинд-европа төркөмөнә ҡараған испан һәм рустарҙың ата-бабалары ла донъя башынан бирле әле биләгән ерҙәрендә йәшәмәгән бит һәм уларҙың, ниндәйҙер пассионар талпыныш һөҙөмтәһендә айырылышып, Евразия далаларынан хәҙерге Европаның төрлө тарафтарына барып юлығыуы бик мөмкин.
Ә бына башҡорт кешеһенең юйыла барған хәтер төпкөлөндә ошондай боронғо донъяуи кисерештәр шауҡымы, йәғни тарихи һағыш йәшәйме икән? Йәшәйҙер, тим, сөнки арабыҙҙа халҡыбыҙҙың этник тамырҙарын сал тарих төпкөлөнән эҙләүселәр, башҡорт этносын Ер шарындағы иң боронғо ҡәүемдәрҙең береһе булыуын раҫлаусылар күбәйгәндән-күбәйә бара бит. Бынан бер нисә йыл элек үҙен Мәүлет әүлиә тип атаған милләттәшебеҙ халҡыбыҙҙың тарихи миссияһы һәм киләсәге тураһындағы фекерҙәрен белдереп, ҡулдан-ҡулға йөрөүсе хат таратҡайны. Был заттың үҙ халҡына мөрәжәғәтендә фәһемле фекерҙәр байтаҡ. Айырыуса киләсәгебеҙҙең асылын боронғо телебеҙҙән эҙләргә кәрәклеге тураһындағы фекере бик төплө һәм нигеҙле тойолдо миңә. Минеңсә, төрлө төркөмдәргә ҡараған донъя халыҡтары телдәрен этнолингвистик сағыштырыу юлы менән глобаль тикшеренеүҙәр ойошторола ҡалһа, айырым телдәрҙең килеп сығышы менән бер рәттән, хәҙерге заманда бөтөнләйгә сит-ят булып бөткән милләттәрҙең уртаҡ архаик тамырҙарын да асыҡлап булыр ине.
Мин шәхсән кешелек берҙәмлеген, фән-ғилемде дини тәғлимәтҡә ҡаршы ҡуймайынса, белем серҙәрен аса алыу һәм боронғо тәү тел (йәки ике-өс башланғыс тел) берлеген раҫлай алыу аша иҫбатлап була, тип фекер йөрөтәм. Тик был юҫыҡта фәлән-фәлән милләттең теле тарихта иң боронғоһо булған икән, кеүегерәк фараздарға ышанып барыу ярамаҫ. Милли тел менән этностың архаик теле араһындағы айырма ла ер менән күк айырымлығы кеүектер бөгөн. Әммә боронғолоҡ саҡырыуы, меңәр йылдар аша кире ҡайтыусы тарихи шаңдауҙай, бәғзе бер заттарҙың зиһен-кисерештәрендә тере камертондағы кеүек рухи яңғыраш табалыр. Тап ошондай рухи ауаздашлыҡтан мәхрүм булмағандарға ғына әлеге "тарихи һағыш", йәғни үҙеңдең айырым йәнеңдең һиңә тиклем йәшәп киткән меңәрләгән йәндәр аша боронғо халыҡтарға ҡан-ҡәрҙәшлеген, яҡынлығын һиҙеү-кисереү мөмкинлеге хас.
...Элегерәк телевизорҙан аҙна һайын күрһәтелгән "Киносәйәхәттәр клубы" тигән тапшырыуҙы халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡарай ине. Шул тапшырыуҙарҙың береһе башланып торғанда мин икенсе бүлмәлә инем, әммә телевизорҙан ишетелгән таныш булмаған көй минең иғтибарымды йәлеп итте: ул көй бер ни тиклем беҙҙең башҡорт моңдарына ауаздаш булғандай тойолдо миңә. Ғәжәпһенеп, был тапшырыуҙы ҡарарға булдым. Баҡһаң, Сенкевич Британия тарафтарында булған алыҫ Ирландия тураһында тапшырыу әҙерләгән икән. Ирландтарҙың бейеүҙәрен дә күрһәттеләр, бик хәрәкәтсән, темпераментлы бейей икән ирланд халҡы. Уларҙың бейеү көйҙәрендә лә беҙҙең ҡайһы бер етеҙ ритмға ҡоролған бейеү мотивтарын шәйләргә була ине. Миңә шул саҡта ошо бер ни менән дә аңлатып булмаған моң аһәңдәшлеге бик ғәжәп булып тойолғайны. Әмәлгә ҡалғандай, ошо оҡшашлыҡты дәлилләп торған тағы бер ваҡиға булды ул ваҡытта. Үҙгәртеп ҡороу ("перестройка" тип аталды ул) сәйәсәте йылдарында Америка менән мөнәсәбәттәр йылына биргәс, беҙҙең филармониябыҙҙың бер төркөм артистарына тарихыбыҙҙа беренсе тапҡыр АҠШ-та сығыш яһау мөмкинлеге тыуҙы. Улар ошо мәҙәни сәйәхәттән ҡайтҡас, радионан махсус тапшырыу булды. Артистар үҙ тәҫьораттары тураһында һөйләне, әммә мине иң тулҡынландырғаны уларҙың ирланд сығышлы студент ҡыҙҙар менән осрашыуы тураһында бәйән итеүе булды. Был ваҡиғаны артистарыбыҙ үҙҙәре лә бер мөғжизәләй күреп һөйләгәйне.
Беҙҙең артистарға Америка университеттарында студенттар алдында ла сығыш яһарға тура килгән. Шулай, бер университеттағы концерттан һуң беҙҙең артистарыбыҙ янына әлеге ирланд ҡыҙҙары килеп, уларҙың сығышын бик яратып ҡабул итеүен белдерә лә, бергәләп тороп, боронғо йырыбыҙ "Гөлнәзирә"не көйләп тә ебәрә. Аптырап ҡалған яҡташтарыбыҙҙың һорауына улар үҙҙәренең фольклор мәҙәниәте менән бик ҡыҙыҡһынып, университет фонотекаһындағы донъя халыҡтары көйҙәре араһынан тап ошо башҡорт халыҡ йырын оҡшатып һайлап алыуы тураһында һөйләй. Ни өсөн башҡорт көйҙәрен үҙ итеүҙәре тураһында һорағас, "Һеҙҙең йыр-моңдарығыҙ беҙҙең боронғо ирланд көйҙәрен хәтерләтә, шуға ла күңелдәребеҙгә хуш килде улар", тип яуаплай. Күрҙегеҙме инде, океандар аша ғына түгел, быуаттар аша үтеп, ирланд ҡыҙҙары йөрәгендә тыуған "башҡорт һағышы"! Ошо моментты, даһи Гёте яҙғанса: "Туҡта әле, шул бер мәл, һин - гүзәлһең!" - тип нарыҡларға булыр ине.
Бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған фани донъяла бер нәмә лә бөтөнләйгә юҡҡа сыҡмайҙыр, икенсе дәүерҙәрҙә һәм яңы шарттарҙа яңыса ҡабатлана торғандыр, тигән фекер йәшәй. Боронғолоҡ ауазы, халыҡтарҙың тарихи хәтерендә булмаһа ла, генетик (аҫҡы аң) булмышында, тел тамырҙарында, йыр-моң даирәһендә һаҡлана килеп, беҙҙең күңелдәребеҙҙе ваҡыты-ваҡыты менән һиҫкәндереп ҡуялыр. Башҡорт менән инглиз телдәренең өн-фонетика өлкәһендәге уртаҡлығы нисек боронғо булһа, Ирҙәр иле ("Ирландия" атамаһы шул мәғәнәгә эйә) менән ата-бабаларыбыҙҙың архаик Башғарт-Башар-Баширҙәр донъяһы бәйләнешенең дә ысынбарлыҡҡа тап килеүен шулай уҡ боронғо бер күренеш тип атарға хаҡлыбыҙ. Улай булмаһа, беҙҙең халҡыбыҙ кеүек үк ирек һөйөүсе, яугир, ғорур һәм баш бирмәҫ булып танылған ирландтарҙа "башҡорт һағышы" тип атап булған феномен бер ҡасан да, бер кемдең дә күңелен биләмәҫ ине. Әйткәндәй, башҡорт һәм ирланд бейеүҙәрендәге тыпырлау элементтарының оҡшашлығын да ат йәнле халыҡтарыбыҙҙың зауыҡ уртаҡлығы рәүешендә ҡабул итергә кәрәктер.
Вәли ИҘРИСОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 16.09.19 | Ҡаралған: 541
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|