Башҡорт йәштәре өсөн ойошторолған тамашаларҙың, күңел асыу сараларының сифат кимәле, йөкмәткеһе һәр ваҡыт һорау тыуҙыра. Ысынлап та, ул сараларҙан кемдең генә тулыһынса ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисергәне бар икән? Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән сираттағы "Йәшлек шоу" республика йәштәр фестиваленән һуң да тәьҫораттар бик үк шәп булманы: сәхнә уттары күҙҙе сағылдырһа ла, яңы йондоҙҙарҙан ҡолаҡтар тондо.
"Йәшлек шоу" тамашаһы тәүге тапҡыр 1992 йылда ойошторолған, был юлы ул 27-се тапҡыр үткәрелде. Уның бихисап маҡсаттары араһында иң мөһиме - республика йәштәренең ижади кимәлен күтәреү, яңы таланттарҙы халыҡ алдына сығарыу. Бына ошо йәһәттән ҡарағанда заманында "Йәшлек шоу" мәктәбе башҡорт эстрадаһының бик күп сағыу йырсылары исемдәрен асты. Улар араһында "Аҡйондоҙ" төркөмө, Рөстәм Ғиззәтуллин, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлдәр Ишҡыуатова, Венер Камалов, "Бүреләр" төркөмө кеүек бөгөн дә популяр артистар бар. Ул саҡта йәштәр ҙә, ололар ҙа был сараны яратып ҡабул итеп, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайына хатта 1500 тамашасы йыйған булған. Бына шул осорҙо хәтерҙә тотоп булһа кәрәк, сифаты түбәнәйә килеүгә ҡарамаҫтан, баш ҡала тамашасыһы "Йәшлек шоу"ға йөрөүен дауам итә. Уйлай китһәң, бәлки, шул ҡәҙәре үк насар кимәлдә лә түгелдер был тамаша һәм йәш йырсылар сығыштары. Әммә сәхнә артисына талаптарҙың ҡырҡа үҙгәреүен һәм артыуын иҫтә тотһаҡ, барыбер ҙә был концертты күккә күтәреп булмай икәнен самалау ауыр түгел.
Ә шулай ҙа кемдәрҙән үрнәк ала бөгөнгө йәш йырсылар? "Йәшлек шоу-2019" фестивалендә Сергей Лазарев, Дима Билан, Ольга Бузова, "Фабрика" төркөмөнән, ҡайһы бер башҡорт һәм татар эстрада, бөгөн йәштәр араһында популяр булған мамбл-рэп йүнәлешендәге йырсыларҙан үрнәк алыусыларҙы тыңланыҡ. Әйткәндәй, хатта махсус музыкаль белеме булмағандар ҙа ҡайһы бер йырсы башҡарған йырҙарҙың билдәле сит ил йырсыларының ижад емешенә оҡшаш булыуын аңғарғандыр.
Һәм тағы. Сараны ойоштороусылар йәштәрҙең ижад кимәлен генә түгел, уларҙың сәхнәлә үҙен тотоуын, тамашасы менән аралашыуын да баһалаһын ине. Был да бик мөһим. Мәҫәлән, йырсы эргәһендә бейеүсе ҡыҙҙарҙың, гүйә, башҡарыусының мәғәнәһеҙ йыр тексынан иғтибарҙы икенсегә йүнәлтергә теләгәндәй кейенеүе башҡорт сәхнәһендә популяр булып китеүен аңғармай ҙа ҡалдыҡ бит. Был тренд нисек тиҙ барлыҡҡа килгән, шулай үтер ҙә, ти. Әммә "дамп-домп" килеп торған ҡоро музыкаға (уныһы ла алдан яҙҙырылған) сәхнәне бер итеп һикереп йөрөү һәм тамашасыны ла үҙ ыңғайына бейергә мәжбүр итеү ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Йәштәр сәхнәләрҙең "дәрәжәһен" айырырға өйрәнһен ине: урамдағы тамашаларҙа ырғып-ҡысҡырһаң да, төрлө йәштәге тамашасылар йыйылған мәҙәни усаҡ сәхнәһенә был ҡыланыш килешеп етмәй бит.
"Йәшлек шоу-2019" республика йәштәр фестивале өр-яңы форматта, "Продюсерҙар алышы" рәүешендә үтәсәген хәбәр иткәйнеләр. Ғәмәлдә был һайлап алыу турының жюри составында булғандарҙың: "Арғымаҡ" төркөмө солисы Ринат Рамазанов, йырсылар Илнур Рамазанов, Таһир Әсәҙуллин, "Girzamusic" продюсеры Реналь Абыҙгилдин, "Ҡурай" телеканалы, "Һомай" театр-студияһы етәксеһе Айгөл Үтәгәнованың йәштәргә остаз булараҡ тәғәйенләнеүенә ҡайтып ҡалды. Ғәҙеллек өсөн улар араһынан иң һөҙөмтәле эшләгән остазды тамашасы үҙе һайларға тейеш булғандыр, бәлки. Шулай ҙа сара үтте һәм еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: III урынды Индира Сибәғәтуллина (остазы Ринат Рамазанов) һәм Тимур Сөләймәнов (остазы Реналь Абыҙгилдин) бүлеште, II урынға - Илүзә Иҙрисова ("Ҡурай" каналы), I урынға - Илнар Ғәниев (Илнур Рамазанов) сыҡты. Фестивалдең Гран-приһын Илнур Рамазанов остазлығындағы Әбйәлил районы егете Хәйҙәр Ибраһимов яуланы. Шулай уҡ йыл дауамында һөҙөмтәле ижад иткән йәштәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт йәштәре тарафынан тиҫтерҙәре өсөн ижад ителгән музыка донъялағы популяр йүнәлештәргә ауаздаш булған хәлдә лә, башҡорт халҡының менталитетын иҫәпкә алырға тейештер. Бер нисә йылдан ошо йәш йондоҙҙар бөтөнләй башҡаса йырҙар менән сәхнәләргә күтәрелә башлар, моғайын (быға асыҡ миҫал Радик Юлъяҡшин). Ә "Йәшлек шоу" фестивале урау юлдар менән билдәлелек яуламаһындар өсөн йәш йырсыларҙы алдан уҡ башҡорт тамашасыһының ихтыяжына тап килергә өйрәтергә бурыслылыр. Ни тиһәң дә, сағыу биҙәлгән сәхнә, уйын-көлкөгә һәм шаяртыуҙарға ҡоролған сценарий, профессиональ тәнҡит аша үткәрмәй генә сәхнәгә күтәреү башҡорт йәштәрен һәм башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә алмай. Һәм бер көнлөк билдәлелекте яуаплылыҡтан, сифаттан өҫтөн ҡуйыуҙан туҡтарға ваҡыттыр. Башҡалар нисек уйлай?
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА