«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ БАР ҠАЯ ШИКЕЛЛЕ УЛ
+  - 


Фәһемле әңгәмәбеҙҙә Туймазы ҡалаһы ҡунаҡтары - "Родина" мәҙәниәт һарайының музыкаль бүлеге мөдире Альберт ИСМАИЛ үҙенең хәләл ефете Хаят менән ҡатнашты. Татарстанда рок-музыкант булараҡ танылған ошо ир-уҙаман үҙенең аҫаба башҡорттар нәҫеле вариҫы булыуын шәжәрәһен өйрәнгәс кенә белеүе хаҡында белдергәйне. Әңгәмәлә ул үҙенең шәхси тормош юлы, ижады һәм кешегә этник берҙәйлектең ни өсөн үтә мөһим булыуы хаҡындағы уйланыуҙары менән бүлеште.

Һүҙ башында үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине, Альберт Әҙип улы.

- Мин 1974 йылда Нефтекама ҡалаһында тыуғанмын, ул саҡта атайым, инәйем Ҡарман ГРЭС-ында эшләгән була. Улар үҙҙәре Шаран районынан: атайым - Сыуаш-Тамъян ауылынын булһа, инәйем Күгәрсен-Бүләк ауылында тыуып үҫкән. Миңә 4 йәш тулғас, Туймазы ҡалаһына күскәнбеҙ. Шунда мәктәпкә барҙым, һөнәрселек училищеһын тамамланым. Тәүге һөнәрем - станоксы: токарь, фрезерлаусы, шымартыусы, унан һуң крансы һөнәренә ла уҡып сыҡтым. Шунан Татарстан яҡтарына сығып киттем инде. Тәүҙә Бөгөлмәлә бер нисә ай эшләнем, шунан Ҡаҙанға юл тоттом. Унда рабфакта ярты йыл уҡып, университетҡа имтихандар биреп ҡараһам да, конкурстан үтеп булманы. Әммә тап шул ваҡытта бында Татар дәүләт гуманитар институты асылғайны, әле аттестация-аккредитацияһы ла булмаған вузға уҡырға индем. Бында шул уҡ Ҡаҙан дәүләт университеты профессорҙары уҡыта ине, заманында ошо институт яңы Татар милли университетына нигеҙ булыр, тип уйланылған. Тәүге йылда татар теле факультетында уҡыным, икенсе курста сит телдәр факультетына күстем. Бында инглиз, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр, уңайлы шарттар булдырылғайны.

Һеҙҙең башҡа телдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуығыҙ тап ошо саҡта уяндымы?

- Юҡ, телдәр менән унан алдараҡ та ҡыҙыҡһына инем, әммә тап институтта яңы телдәр үҙләштереү, уларҙы камиллаштырыу мөмкинлеге асылды. Ә төрөк телен мин 90-сы йылдар башында уҡ өйрәнә башлағайным. Ул заманда мәсеттәр күпләп асыла башланы, Төркиәнән килгән дин белгестәре лә күп ине. Тап ошо ваҡытта төрөктәр менән танышып киттем, Ислам диненә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым да көсәйҙе. Дин менән бергә туған телгә, мәҙәниәткә яңыса ҡарай башланым - беҙ бит, ул саҡтағыса әйткәндә, "гурыт балаһы" булып, урыҫ мөхитендә үҫтек. Шулай ҙа бала сағымда йыл һайын йәйге каникулдарҙы Күгәрсен-Бүләктә, ҡарт инәйем өйөндә үткәрә инем. Миңә уның йоғонтоһо көслө булғандыр, тим. Хәҙер ҙә ошо бала саҡ йылдары иҫкә төшә, ҡарт инәйем әкиәттәр һөйләр ине, унан ошо ауыл мөхитендәге хәл-ваҡиғаларҙы, ололарҙың "ураҙа", "намаҙ", "ифтар" тигәндәрен, аңлап етмәһәк тә, ишетеп-күреп үҫтек. Ҡалала йәшәгәндә ошо хаҡта иҫкә төшһә, күңелдә ниндәйҙер бер йылылыҡ тойор инем. Ошо йылылыҡ туған телде ныҡлабыраҡ өйрәнеүгә, дин менән ҡыҙыҡһыныуға этәргес булғандыр. Дин ғәрәп телен өйрәнергә ынтылыш бирһә, тажик кешеләре менән танышып китеү фарсы теленә лә иғтибарымды көсәйтте. Ә институтта, булғас булһын инде, тип, инглиз телен дә өйрәнергә йөрьәт иттем. Шулай итеп, барлығы 6 тел буйынса белемем бар. Шуларҙың өсәүһе институттан алған дипломымда рәсми белгеслек сифатында күрһәтелгән. Башҡалары буйынса айырым курстарҙан бирелгән шәһәҙәтнамәләрем бар. Институт тамамлағас, 2 йыл мәктәптә эшләнем, 1 йыл институтта көнсығыш телдәрен уҡыттым.

Һеҙҙе Татарстанда әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, музыкант булараҡ та яҡшы беләләр. Ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?

- Ул саҡта Ҡаҙанда татар теле мөхитен булдырыу, татар телен уҡытыу мәсьәләләре үтә актуаль булды. Ошо йәһәттән йәмәғәт ойошмаларының эшендә ҡатнашып йәшәлде. Музыка өлкәһенә килгәндә, мин ҡала йәштәре өсөн ҡыҙыҡлы рок, рэп жанрҙары буйынса эшләнем, ғөмүмән, заманса ҡала темаһы минең музыкаль ижадымда сағылыш таба ине. Ҡала мөхитендә йәшәгән йәштәр, заманса музыка менән ҡыҙыҡһынып, ойоша башлай, уларҙың, русса әйткәндә, үҙ "тусовка"һы барлыҡҡа килә.

Миллилекте заманса, йәштәр өсөн хобби булырлыҡ саралар менән бәйләп, ҡайтарып булырмы һуң?

- Беҙҙең халыҡтарыбыҙҙың әҙәбиәте, музыкаһы, мәҙәниәтенең тамырҙары - ауылда. Ул шулай булырға тейеш тә. Быға ҡаршы барып булмай, беҙ ошоно бер нисек тә инҡар итмәйбеҙ, шуға ҡарамаҫтан, заманса ҡала мәҙәниәтен үҫтереү, уның милли йөҙөн булдырыуға иғтибарыбыҙ ҙур булды. Ҡала мөхитендә йәшәйеш темпы, уның ритмы икенсерәк бит, шуға ярашлы ҡала мәҙәниәтенең яңы формалары, яңы образдары тыуа. Шаяртыбыраҡ әйткәндә, ауыл кешеһен һандуғас хисләндерһә, ҡалала йәшәүсе трамвай тәгәрмәстәре тауышынан да яңы музыкаль образ тыуҙыра ала. Шул уҡ Ҡаҙанда ҡала мөхите лә талантлы шағир-шағирәләр, музыканттар тыуҙыра алды, уларҙың унда үҙ майҙаны бар.

Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, ул һәр саҡта ла мәҙәнилеккә мохтаж, тиһегеҙ инде?

- Мин быны рухи асығыу, тип әйтер инем. Уны рухи аҙыҡ менән генә ҡәнәғәтләндереп була. Ас булмаған кеше ризыҡҡа мохтаж түгел, уны эҙләмәй ҙә. Шәхсән үҙемдә шундай "аслыҡ" тойоп йәшәнем. Әгәр мөхиттә ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар бара икән, ниндәйҙер бер хәрәкәт башлана икән, уның мәҙәни сағылышы ла барлыҡҡа килә. Ул шиғырҙарҙа, йырҙарҙа бигерәк тә асыҡ сағыла. Бына мине, тыуған яҡтан ситтә йәшәһәм дә, Башҡортостан һәр саҡ үҙенә тартты. Рухи тамырҙарым ошонда минең.

Төрки халыҡтарында һәр кемдең үҙенең ете быуынын белергә тейешлеге яҙылмаған ҡанун булып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Һеҙ үҙегеҙҙең нәҫел-нәсәбегеҙ менән ҡасан ҡыҙыҡһына башланығыҙ?

- Бик күптән, тип әйтә алам. Мәрхүм атайым бабаларыбыҙ хаҡында һөйләргә әүәҫ булды. Мәҫәлән, ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңмаҫ өсөн бабаларыбыҙ йылҡы майын ашаған, тип һөйләр ине. Йәш бала сырхаулап китһә, мунсаға алып барып дауалағандар, хатта мылтыҡ дарыһын да дарыу итеп ҡуллана белгәндәр, тип, ғорурланып һөйләр булды ул. Граждандар һуғышы хаҡындағы кинофильмда аттарҙа сабып килеүсе баҫмасыларҙы күрһә, ана, беҙҙекеләр килә, тиер ине. Ата-бабалар менән үтә ныҡ ғорурланып йәшәне ул, үҙе лә ғорур кеше ине.
Музыкаға әүәҫлек тә ғаиләнән, нәҫелдән бирелә: атайым баянда уйнай, инәйем йырлай торғандар ине. Ғаиләбеҙҙә бөтәбеҙ ҙә йырларға яраттыҡ. Апайым педагогия училищеһында уҡып сыҡты, бер нисә музыка ҡоралында уйнай. Ә ҡыҙыҡһыныуға килгәндә - тирә-яғыбыҙҙа, йәшәгән мөхитебеҙҙә мәғлүмәт шул тиклем күп, уны аңлап, ҡабул итеп, билдәле бер тәртипкә һалыу фарыз. Шәхсән үҙемде электән үк оло төрки донъяһының бер өлөшө итеп күрә инем, ошо юҫыҡтағы ҡараштарым төрөктәр менән танышҡас, төрөк телен өйрәнә башлағас, дөрөҫкә сыҡты. Һәр бер тел аша донъяны өйрәнеп була. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҙә: "Бер тел - бер кеше кеүек", - тигән. Шулай булғас, минең аңымда 6 кеше йәшәгәнгә тиңдер инде.
Шуға күрә 90-сы йылдарҙың башында уҡ миңә ғөмүми төркилек тойғоһо ят булманы. Бер заман М. Ҡашғариҙың төркисә яҙылған китабын табып уҡыным, унда 20-ләп төрки халыҡтарының телдәре хаҡында бәйән ителә. Был да беҙҙең өсөн дөйөм тарихи мәғлүмәт. Ә беҙҙең аныҡ, ғәмәли тарихыбыҙ булмағанмы ни? Беҙгә башҡа халыҡтарҙың тарихын өйрәттеләр, боронғо гректар, Рим тарихын да уҡып белдек. Ә беҙҙең аныҡ тарихыбыҙ, әйтәйек, Туймазы районы ауылдарының тарихы билдәһеҙ булып ҡала бирҙе. Ул ерҙәрҙә боронораҡ ниндәй халыҡ йәшәгән дә, кемдәр ошондағы ауылдарға нигеҙ һалған? Бына нимә үтә мөһим ауылда йәшәүсе ябай кешегә.

Заманында СССР тарихы китабында беҙҙең төбәктә йәшәүсе халыҡтар тарихы буйынса тик бер генә тема бар ине: Иван Грозныйҙың Ҡаҙанды яулап алыуы һәм Волга буйында, Көньяҡ Уралда, Себерҙә йәшәүсе ҡәүемдәрҙең Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуы. Был ни өсөн шулай булған, һеҙ ниндәй фекерҙәһегеҙ?

- Асыҡтан-асыҡ әйтә алам: был сәйәсәтте дөрөҫ аңлата белергә кәрәк. 1917 йылға тиклемге китаптарҙа рус тарихсылары йыш ҡына башҡорттарҙы буйһондороу сәйәсәте, уларҙың ҡаршы тороу хәрәкәтен баҫтырыу хаҡында яҙа. Ысынбарлыҡта Волга буйы, Урал һәм Себер халыҡтары колонизацияға дусар ителә. Бына беҙҙең башҡорт ата-бабаларыбыҙ заманында барыбер ҡаршылыҡ күрһәткән бит. Уларға барыбер ҡан түгергә тура килә: башҡорт нисек итеп үҙ ирке менән сит-ят ерҙәрҙән килгән кешеләргә, тулайым ризалыҡ биреп, үҙенең аҫаба ерҙәрен биреп ҡуйһын инде? Шулай уйлау әкиәткә тиң ул. Тарихыбыҙ - Америка индеецтары тарихына оҡшаш. Ер хужаларын ҡыҫырыҡлау быуаттар дауамында алып барыла. Күпме башҡорт, еренән яҙҙырылып, типтәрлеккә күсерелгән, быны тарих үҙе генә белә. Типтәр сословиеһына ҡараусыларҙың күбәйеүе 1859 йылғы ревиз мәғлүмәттәренән яҡшы күренә. 1917 йылғы революциянан һуң, бигерәк тә большевиктарҙың "Ер тураһындағы декрет"ынан һуң типтәрлек аҡрынлап юғала бара: башҡорттарҙан булған типтәрҙәр яңынан башҡорт булып яҙыла башлай, ә яһаҡ түләүсе типтәрҙәрҙең ҡайһы бере башҡорт, ҡайһыһы татар милләтенә күсә. Типтәрҙәр араһында мишәр, нуғай сығышлылар ҙа була, әммә революциянан һуң был этник төркөмдәр ҙә юғала, бының билдәле сәбәптәре бар.

Тағы ла бер күренеш: XX быуат башындағы революцияға тиклем Рәсәй төркиҙәренең бер уртаҡ яҙма теле була - уны иҫке төрки тел, Волга төркиҙәре теле, тип тә атайҙар. Беҙҙең уҡымышлы ата-бабаларыбыҙ шул телдә уҡыған һәм яҙған, әммә ерле һөйләш телдәре һәр саҡта ла айырым, үҙаллы булған. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Һеҙҙең менән килешәм, әммә ошо Сыңғыҙ хан заманында уҡ рәсми тел рәүешендә формалаша башлаған яҙма тел урындағы һөйләштәр лексикаһы менән дә тулылана бара. Ошо яҙма телде ғалимдарыбыҙ ҙа шартлы рәүештә төрлө төркөмдәргә бүлеп ҡарай: Төньяҡ Кавказ төркие, Сығатай (Урта Азия) төркие, Иҙел-Урал төркие, Ҡырым төркие. XIX быуатҡа ҡараған төрки китаптарында ошо ерле айырмалыҡтар яҡшы күренә. Мәҫәлән, бер үк һүҙ йә "з", йә иһә "ҙ" хәрефе менән яҙыла. Кеше исемдәрен миҫал итеп килтереп була.

Атайығыҙҙың исемен миҫалға алырға булалыр?

- Эйе, тап шулай. Әдип, Әҙип һәм Әжип варианттары бар атайым исеменең, Баҡалылар һөйләшендә "ж" ҡулланыла. Ҡатыным Борайҙан, унда беҙҙәгесә "кәжә" түгел - "кәзә". Ғәрәпсә Дилара исеме Зилараға ла әйләнеп китә - былар ҡәҙимге тел күренештәре.

Яҙма телебеҙҙең ғәрәп графикаһынан яңы графикаға күсерелеүенә ниндәй баһа бирергә була?

- Ата-бабаларыбыҙ Ислам динен ҡабул иткәндән бирле иң кәмендә 1000 йыл ваҡыт уҙған. Ислам дине менән бергә ғәрәп графикаһы ла яҙма телебеҙҙә нығынып ҡала, ул мәҙәниәтебеҙҙең күнегелгән бер күренешенә әйләнә. Әле алдараҡ иҫкә алған революциянан һуң яҙма телдәребеҙ тәүҙә латин графикаһына, унан һуң кириллицаға күсерелә. Мин быны быуаттар дауамында тупланған яҙма мәҙәни мираҫыбыҙҙан мәхрүм итеү маҡсатында эшләнгән яһалма барьер итеп ҡабул итәм. Беҙ хәҙер хатта заманында ауыл мәсеттәрендә яҙма рәүештә теркәп ҡалдырылған метрика мәғлүмәттәрен дә уҡый алмайбыҙ бит. Бының өсөн махсус әҙерлек, йә булмаһа, элекке графиканы үҙаллы өйрәнеү талап ителә.

Батша Рәсәйендә 1897 йылда ғилми нигеҙҙә әҙерләнеп, империяла йәшәүсе барса халыҡтарҙың иҫәбен алыу ойошторола. Бында беҙҙе ҡыҙыҡһындырған бер нәмә бар: кешеләрҙең милләте түгел, ә туған телдәре яҙып алына. Өфө губернаһында йәшәгән барса халыҡтың 41 проценты (күпселеге) тиерлек туған телен башҡорт теле итеп күрһәтә. Минзәлә өйәҙендә йәшәүселәрҙең 32 проценты шулай уҡ башҡорт телле. Бәғзе берәүҙәр был хәлде башҡорт этнос түгел, сословие булған, тип аңлатырға маташа. Ә сословиеның туған теле буламы һуң? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- Башҡорт - этнос та, сословие ла. Башҡорт сословиеһына инер өсөн иң элгәре ер биләмәһе хужаһы булыу мотлаҡ. Башҡорт этносословие икән, башҡа этностарҙан бер кем дә башҡортлоҡҡа дәғүә итә алмай. Телдәргә килгәндә, мишәр йә иһә типтәр теле, тип әйтеүе ҡыйыныраҡ, улар айырым тел булып формалашмаған, диалектҡа ғына индереп була уларҙы. Был, бәлки, халыҡтарҙы иҫәпкә алыуҙың бер эксперименты булғандыр. Административ бүленешкә килгәндә лә, батша властары халыҡтар йәшәгән территория сиктәрен даими үҙгәртеп торған бит. Тарихи башҡорт олоҫтарын да тора-бара үҙгәртеп, ҡайһыларын административ бүленештән алып ташлап бөтөрәләр. Бында башҡорттар биләгән ерҙәрҙе төрлө юлдар менән ҡыҫҡартыу, талап алыу сәйәсәте ғәмәлгә ашырылғанын иҫкә алыу фарыз.

Тел, милләт, сәйәсәт араһындағы бәйлелеккә нисек ҡарайһығыҙ?

- Был хаҡта шәхсән үҙ фекерем бар. Ниндәйҙер бер үҙҙәренә уңайлы сәйәсәтте ғәмәлгә ашырырға теләүселәр милләт, бигерәк тә тел проблемалары аша кешеләрҙе үҙҙәре алдан планлаштырылған уйынға йәлеп итергә тырыша. Ҡайҙа шундай сәйәсәт ҡорола, шунда аңлашмаусанлыҡ көсәйә, низағ-ыҙғыштар ҡуба. Бына, мәҫәлән, башҡорт этносмы, әллә сословиемы, тип бәхәс ҡороусылар күбәйҙе. Ә минең өсөн барыбер: мин былай ҙа башҡорт, тегеләй ҙә башҡорт. Бына документ бар - бабам унда башҡорт, тип яҙылған, һәм шуның менән бөттө бәхәс. Минең бер нисек тә ошондай уйында ҡатнашҡым килмәй. Уларҙың ҡағиҙәләре миңә ят. Нисек инде ул, һин бындай башҡортмо, әллә тегендәйме? Тора-бара барыһын да ихаталарына тиклем бүлгеләп бөтөрөргә була бит: һин Дим башҡортомо, әллә Черниковканыҡымы?
Ә минең шәжәрәм бар - ҡая шикелле ул, уны ватып-ҡырып булмай. Элек тә шулай булған. Бына бер ауылға икенсе башҡорт күсеп килә икән, ти. Унан мотлаҡ һорайҙар: "Кем булаһың, ырыуың кем, ырыуҙаштарыңдың ергә жалованный грамоталары бармы?" Ошолар билдәле икән, һис бер тотҡарлыҡһыҙ ҡабул итәләр уны, йәшәр өсөн ер ҙә бирәләр. Был башҡорт йәшәйешенең борондан килгән эске ҡануны. Аҫаба булмағандар ҙа ситкә тибелмәгән, типтәрлек алып, ҡуртымға алған ерҙәренә йылына шунда бер 10 тин түләү хаҡы менән үҙҙәренә артабан йәшәп китер урын тапҡан. Беҙгә әлеге заманда ла ошо ҡағиҙәнән ситкә тайпылырға кәрәкмәйҙер. Мин шәжәрәң булыуҙы паспортлы булыуға тиңләйем: бында, хәҙергесә әйткәндә, һинең шәхси резюмың яҙылған. Һәр кемгә ошоно мотлаҡ белеү фарыз: башҡорт икәнһең, ата-бабаларың ҡан түккән ерҙә йәшәйһең, был һинең ерең, һәм һиңә ниндәйҙер сәйәси уйында ҡатнашыу өсөн рөхсәт юҡ. Был әхлаҡи яҡтан да мөһим: хәҙерге башҡорт тарихи шәжәрәһен дауам итеүсе булып ҡалырға тейеш.

Әле күптәребеҙ үҙ шәжәрәһен белмәй. Мосолманлыҡ менән бер рәттән, башҡорт кешеһенә шәжәрәһен тергеҙеүҙе заманса идея сифатында ҡабул итеү кәрәктер...

- Шәжәрә - киләсәк өсөн дә файҙалылыр. Ерле башҡорттарҙан булыуыбыҙ - тарихи феномен. Был йәшәйешебеҙгә көс, дәрт бирә. Бәлки, киләсәктә ошо ер хужаһы булыуыбыҙҙан файҙалана алырбыҙ. Хатта урыҫ дворяндары вариҫтары үҙҙәренең элекке имениеларына дәғүә итә хәҙер. Шуның өсөн дә үҙ шәжәрәңде белеү кәрәк. Уны тергеҙеү - үҙе бер һөнәр кеүек. Уға өйрәнергә лә була. Бының үҙ нигеҙе, үҙ методикаһы бар. Ошо арала Туймазыла шәжәрә төҙөү буйынса махсус курс асырға йыйынабыҙ. Уны ниҙән башлау хаҡында мәғлүмәт кәрәк. Иң элгәре ата-әсәңдең, олатай-оләсәйҙәрҙең исем-шәрифтәрен, тыуған йылдарын, тыуып үҫкән, йәшәгән ауылдарын белеү мотлаҡ. Архивтарҙа совет осорона ҡараған йылдарҙа - 30-сы, 40-сы йылдарҙан башлап төҙөлгән хужалыҡ кенәгәләре бар, унан да яҡын туғандарың хаҡында мәғлүмәттәр табып була. Шунан һуң 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдарын, 1920, 1926 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса документтарҙы табып була. Әйткәндәй, хәҙер байтаҡ ҡына ауылдар халҡы хаҡында "Башархив.ру" сайтынан 1917 йылға ҡараған мәғлүмәттәрҙе табып була. Әгәр һинең ниндәйҙер бабаң 1917 йылда 58 йәштән оло булған икән, ул 1859 йылғы һәм унан алдағы ревиз материалдарында теркәлгән була. Уларҙың бер өлөшө "Башҡорт ырыуҙары тарихы" тип аталған күп томлы баҫмала бар. Әгәр һеҙ эҙләгән кеше ошо ваҡытҡа 58 йәштән кесерәк булһа, уның хаҡындағы мәғлүмәтте ауыл муллалары тарафынан теркәлеп яҙыла барған метрика кенәгәләренән табып була. Бының өсөн ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән яҙмаларҙы уҡый белеү мотлаҡ. Был йәһәттән белгестәргә мөрәжәғәт итәһең. Әлбиттә, табылған мәғлүмәттәрҙе сағыштырып ҡарарға, теге йәки был кешенең тыуған йылын, йәшәгән урынын аныҡларға мөмкин. Документаль нигеҙҙә төҙөлгән шәжәрә бик ышаныслы була.

Тағы ла бер ҡыҙыҡлы һорау: һәр кемдең үҙаңы бар, уға милли үҙаң төшөнсәһе лә инә. Милли туған телен юғалтҡан кешеләр байтаҡ хәҙер. Туған телен белмәгән кешенең милли үҙаңы үҙгәрәме икән?

- Әлбиттә, милли үҙаңды һаҡлаусы төп факторҙарҙың береһе - туған тел ул. Әммә башҡа бер факторҙар ҙа кешенең милли үҙаңын хасил итә ала. Туған башҡорт телен белмәгән, әммә үҙҙәрен барыбер башҡорт тип һанаған кешеләр бар икәнен инҡар итеп булмай.

Уларҙың бында ғәйебе юҡ, тип әйтеп буламы?

- Улай тип әйтһәк, улар туған телдәрен өйрәнеүгә бөтөнләйе менән тотоноп та ҡарамаҫ ул. Ғәйепле, тиһәк, үпкәләп, тағы әллә ни уйларҙар. Был һәр кемдең үҙенән тора.

Ниндәй милләттән булһаң да, мосолман була алаһың. Бәлки, үҙеңде башҡорт итеп танытаһың икән, аралашыу телеңдең башҡаса булыуына артыҡ баҫым яһарға кәрәкмәйҙер?

- Мосолмандарҙан йыш ҡына ошондай фекерҙәрҙе ишеткәнем бар. Бәйғәмбәребеҙ үҙ милләтенән, йә иһә үҙ туғандарынан ваз кискәндәрҙе гонаһлы әҙәмдәр рәтенә индергән, тиҙәр. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең этник сығышы аныҡ билдәле - ата-инәһе Абдулла һәм Әминә затлы көрәйш ҡәбиләһенән, ә уны имеҙеп үҫтергән һөт инәһе Хәлимә саф ғәрәп телле һаналған Бану Саад ырыуынан була. Ғәрәптәр кешенең нәҫеленә һәм теленә оло хөрмәт менән ҡарай. Изге Ҡөрьән-Кәримдә лә әйтелә бит: "Беҙ һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр итеп яралттыҡ, бер-береһен танып белһен өсөн". Тимәк, үҙеңдең ниндәй халыҡтан икәнлегеңде һәм сығышыңды, йәғни шәжәрәңде белергә бурыслыһың. Быны һанламау үҙе гонаһтыр ул.

Башҡорт халҡының үҙ исемендә яҙма сығанаҡтарҙа иҫкә алыныуынан бирле иң кәмендә 1500 йыл ваҡыт уҙған. Көслө ҡәүемдәр генә шулай юғалмай йәшәй алалыр ул...

- Эйе, башҡорттар көслө халыҡтарҙан һанала. Ни өсөн? Башҡорттоң үҙ ерҙәре, теле, мәҙәниәте, тарихы бар. Һәр башҡорт кешеһе ил тарихын да, шәжәрәһен дә яҡшы белергә тейеш. Башҡорттарҙа эске тормош ҡанун-ҡағиҙәләре мотлаҡ үтәлә килә. Үҙ ереңде һаҡлау - төп бурыс. Ниндәйҙер башҡорт еренән яҙа икән, башҡа урында уға ер бирелә, ярҙам ҡулы һуҙыла.

Бөгөн шундай хәл килеп тыуҙы: билдәле сәбәптәр арҡаһында байтаҡ кеше этник сығышын белмәй. Кемдерҙеңдер, шәжәрәһен тергеҙеп, ата-бабаларының башҡорт икәненә инанып, үҙенең башҡорт булыуын белдереүенән ниндәйҙер хилафлыҡ эҙләү кәрәкме һуң?

- Элегерәк үҙемдең сығышымды белмәй инем. Бәлки, мари, йә иһә сыуаш ҡаны ла барҙыр, тип тә уйлағаным булды. Атайымдың тыуған ауылы ла Сыуаш-Тамъян исемен йөрөткән бит. Миңә объективлыҡ кәрәк ине. Әммә, метрика ҡағыҙҙарынан ике яҡтан да (ата-инәм буйынса бабаларым) башҡорт тоҡомо икәнемде асыҡлағас, бик һөйөндөм. Башҡортмон икән, тимәк, мин ерле кеше. Үҙ еремдә йәшәйем, килмешәк түгелмен. Тамырҙарымды башҡа ерҙәрҙән эҙләү кәрәклеге ҡалманы, мин үҙ-үҙемде яңынан таптым. Документтарҙан ата-бабаларының башҡорт булғанлығы беленгәс, ҡай берәүҙәр быны бик ауыр кисерә, "Этого не можеть быть!" тип тә ебәрәләр. Ҡыуанырға ғына кәрәк бит.

Ҡаҙан яғы төркиҙәре үҙҙәрен татар тип таныны, быға ла бер кем дә ҡаршы түгелдер бит?

- Ошо хаҡта бына нисек әйтер инем. Татар исемле милләт - әле бик йәш, сабый ғына. Уның ошо исемдә формалашыуына ни барыһы 100 йыл тирәһе генә. Әммә беҙ ялғанды ҡабул итмәйбеҙ, дөрөҫлөк булырға тейеш. Әллә нисә быуат буйына татар булғанбыҙ, тип әйтеү - ялған ул. Улар үҙҙәрен төрки халҡы итеп кенә танытһа, һүҙ ҙә булмаҫ ине. Юғиһә, ҡайҙа төрки халҡы бар икән, барыһынан да татар яһай башланылар. Был ялғанды күрәләтә дөрөҫлөккә тиңләү ул. Рус ғалимдары ла быны асыҡтан-асыҡ аңлашылмаусанлыҡ итеп ҡабул итә. Бөгөнгө татар милли сәйәсәте пантюркизмға әйләнеп бара, тик "төрки" һүҙен "татар" һүҙе менән генә алыштыралар. Дөрөҫ мәғлүмәт һәр саҡта ла ябай, тиҙ аңларлыҡ булһа, ҡайҙа ялған - шунда буталсыҡ, шунда аңлашмаусанлыҡ. Алмас та таштыр, әммә һәр бер таш алмас була алмай. Бар татарҙар ҙа төркиҙәр, әммә бар төрки ҙә татар түгел - бына шунда хәҡикәт. Татар һүҙенең ҡасандыр Европа өсөн, рустар өсөн төрки тигәндең уларға ҡулайлы варианты, тәржемәһе генә булғанын онотмайыҡ. Бына Ырымбур губернаһында 1916 йылдан ғына башлап метрика кенәгәләрендә "төрки-татар таифәһенән башҡорт", тигән яҙыуҙар күренә башлай. Быны бары бер төрлө генә аңлау фарыз: милләте - башҡорт һәм шулай уның төрки ҡәүемдәренән булыуы тәҡрарлана.

Музыкант булараҡ, сәнғәттә миллилекте һаҡлауға нисек ҡарайһығыҙ?

- Әлбиттә, сәнғәт һәр заманда ла халыҡ тормошоноң айырым бер сағылышы булып формалаша. Сәнғәттә лә ҡәҙимге тормошобоҙ, ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғалар, үҙеңдең шәхси субъектив кисерештәрең аша сағылыш таба. Ижадтың асылы шундалыр ул. Бына мин башҡорт ҡурайы менән электән үк ҡыҙыҡһына инем, алып ҡуйған ҡурайым да бар ине. Әммә үҙемдең башҡорт икәнлегем асыҡланғас, яңы һулыш, дәрт өҫтәлеп, ысынлап тороп ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү теләгем барлыҡҡа килде. Был ниндәйҙер эске тойғолар, яңы кисерештәр менән бәйле минең өсөн. Милли ижадҡа килгәндә, мин бит тәүҙә урыҫ телле "гурыт балаһы" инем. Милли ижадҡа тотонор алдынан эске ҡурҡыуыңды еңеп, тәүге аҙым яһау зарур. Мин иң элек бәғзе бер шағирҙарҙың һүҙҙәренә йырҙар яҙып, башҡарырға йөрьәт иттем. Улар Ҡаҙанда танылыу тапты. Аҙаҡтан үҙем яҙған шиғырҙарҙы ла көйгә һалып, ижад итә башланым. Ижадымда ҡала жанрына өҫтөнлөк бирәм, сөнки ижад аша ҡала йәштәрендә туған телгә ҡарата яңы мөнәсәбәт тыуҙырып була. Оҙон көй ҙә, фольклор ҙа, популяр йырҙар ҙа кәрәк, әммә шул уҡ этнорок, рэп кеүек жанрҙарҙы ла үҫтереү файҙалы беҙгә. Тәржемәсе булып та байтаҡ эшләнем, шунда йәшәйештең төрлө өлкәләрендә һүҙ ҡытлығы булыуына төшөндөм. Бар өлкәләргә лә ижади ҡараш булыуы мотлаҡ, эксперимент кәрәк. Мин үҙ тормошомдо ла оҙайлы бер эксперимент итеп ҡарай башланым, гел үҙгәрештәр талап итә күңелем. Мин бик күп нәмәне нулдән башлап ҡора алдым. Башҡорт икәнһең, ни эшләп туған телеңде белмәйһең, өйрәнмәйһең? Шулай тип, тәнҡит һүҙен әйтергә лә хаҡым барҙыр, моғайын. Теләгең бар икән - барыһына ла өлгәшеп була. Түшәктә ятып ҡына бер ниәтеңде лә ғәмәлгә ашырып булмайҙыр. Башҡа телдәрҙе өйрәнер өсөн дә көс һалыу фарыз. Аллаһы Тәғәләбеҙ барыбыҙға ла тел өйрәнеү һәләтен биргән, тик ялҡауланмайынса, ваҡыт һәм көс һалыу зарур.

Шулай итеп...
Альберт Исмаил менән әңгәмәбеҙ йәшәйешебеҙҙең иң көнүҙәк проблемалары хаҡында, һүҙгә һүҙ бәйләнеп, оҙаҡ барҙы. Ошо әңгәмәне ихлас тыңлап ултырған Хаят, Альберттың хәләл ефете, икегеҙҙең арағыҙға бер өтөр ҡуйырлыҡ мәл дә булманы, тип йылмайып ҡуйҙы. Ул үҙенең Борай башҡорттары нәҫеленән икәнлеген белә, гәзит уҡыусыларға балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бала саҡтарынан уҡ туған телдәрен ныҡлап өйрәтһендәр ине, тип, үҙенең изге теләген белдерҙе. Ошо күркәм ғаиләгә беҙ ҙә яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.20 | Ҡаралған: 588

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru