Әрменән ҡайтып, әле һалдат кейемен сисеп өлгөрмәгән яҡташ егеттәрҙе күрһәм, йәш саҡтарымды иҫкә төшөрөп, улар менән бер аҙ һөйләшеп тә алғы килә башлай. Бөтөнләй таныш булмаһа ла, яҡын туғаным һымаҡ күрәм уларҙы. "Һалдат улым, һаумы! Армиянан ҡайтып киләһеңме?.." тип килеп күрешәм башта. Табип халҡын әрмелә барса һалдат та хөрмәт иткәнен белгәнгә күрә, үҙемдең отставкалағы хәрби табип икәнемде, званиемды ла әйтеп таныштырам. Яғаһындағы эмблемаһына ҡарап, ниндәй төр ғәскәр вәкиле икәненә төшөнөп, шул хаҡта һорашып алам. Хәҙер әрмелә нисек ашатыуҙары хаҡында ла ҡыҙыҡһынам, әлбиттә. "Бабайлыҡ" тураһында ла белешке килә. "Әрмегә барғаныңа үкенмәйһеңме?" тигән һорау ҙа биргеләйем. Махсус хәбәрсе булмауыма ҡарамаҫтан, әңгәмәбеҙ бәләкәй генә бер интервью һымағыраҡ килеп сыға.
Күптән түгел, хәрби космос көстәре составында хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡын туғаным Алмаз менән дә бер талай һөйләшеп алдым. Уның һөйләүе буйынса, әрмелә дөйөм белемеңә, шулай уҡ физик әҙерлеккә әле лә ҙур иғтибар бүләләр икән. Кейенеү, ашау яғына килгәндә, элеккегә (мин хеҙмәт иткән дәүергә) ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, тип аңланым. Аш рационында көн дә тиерлек йомортҡа, һөт булыуы, хатта йыш ҡына билмән ашатыуҙары хаҡында ишеткәс, ил һаҡсыларыбыҙ өсөн ысын күңелдән шатландым. "Мин хеҙмәт иткән часта (Хабаровск крайы) "бабайлыҡ" тигән нәмә бөтөнләйгә булманы", - тине Алмаз минең сираттағы һорауыма яуап итеп. Әрмегә барғанына һис кенә лә үкенмәүе, ир-егеттәрҙең унда барып, сынығыу мәктәбе үтеү зарурлығы хаҡында ла әйтте әллә ни күп һөйләргә лә яратмаған туғаным. Хеҙмәттән алда спорт менән шөғөлләнеүе лә уға тик файҙаға ғына булған. "Күп кенә егеттәр юҡҡа ғына әрме хеҙмәтенә барыуҙы насарға һанай", - тине ул аҙаҡтан…
"Ә беҙҙең заманда…" тип башлап алып киттем мин үҙемдең йәшлек хәтирәләремде уға һөйләгәндә. Беҙ бала саҡта, үҫмер ваҡыттарҙа һалдат булғыһы килмәгән бер кемде лә хәтерләмәйем. Хатта, киреһенсә, әрмегә бармай ҡалыуҙан ҡурҡа инек. Берәй малай ниндәйҙер эш боҙһа, йә иһә, бер йомош үтәүҙә ялҡаулана башлаһа, мәктәптәге ҡайһы бер уҡытыусыларыбыҙ ҙа "һалдат була алмайһың" тип "зыйт"ҡа тейер ине. Ата-әсәләр бәләкәйерәк малайҙарын "ялҡау булһаң, армияға алмайҙар", тип ҡурҡытҡыланылар. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, әммә беҙҙең, малай халҡының, иң ҡурҡҡаны ана шул була торғайны. Тиҙерәк үҫеп етеп, һалдат булып, өҫкә шинель кейеп, билгә ҡайыш тағып өйгә ҡайтып инәсәгемде күҙ алдына килтереп, татлы хистәргә бирелеп киткеләгән ваҡыттарым минең дә йыш булды. Башҡа малайҙар һымаҡ уҡ, размеры күпкә ҙурыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, ағайымдың әрменән кейеп ҡайтҡан фуражкаһын әллә ни күреп, ҡырын ғына итеп кейеп, көҙгө алдынан китмәгәнем бөгөнгөләй күҙ алдымда. Иң яратҡан фильмдарыбыҙ һуғыш, әрме тураһында булһа, уйнаған уйындарыбыҙҙың иң мауыҡтырғысы ла - һуғыш уйыны. Ғәҙәттә, "аҡтар- ҡыҙылдар" булып бүленешеп уйнарға яраттыҡ. Шулай уҡ бер яҡ "советский", ә икенселәр "немец" булып та мөкиббән китеп уйнағандарыбыҙ иҫтә ҡалған.
Ә ауылға берәй "настоящный һалдат" әрменән ҡайтып төшә икән, барса малайҙар "һалдат күрергә" шул өйгә йыйыла. "Стройҙа йөрөй торғайныңмы, ағай?" "Ысын автоматтан ата торғайныңмы?" "Поста тороу ҡурҡыныс түгелме?" тигән һымағыраҡ һорауҙар менән йөҙәтәбеҙ һалдатты. Ысын автоматтан атҡан, часовой булып торған шундай "ыздарауай һалдат" ағай менән һөйләшеү үҙе бер оло бәхет ине. Беҙҙең инаныуыбыҙса, совет һалдаты - донъяла иң көслөһө, иң яҡшы кеше. Ағаһынан бүләккә фуражка, ҡайыш йә иһә берәй значок алған һалдат ҡустыһы, әлбиттә, малайҙар араһында иң бәхетле…
Бер аҙ үҫә төшөп (һигеҙенсе синыфтарҙа), тәүге медицина комиссияһына хәрби комиссариатҡа саҡырылғас, синыфташ ҡыҙҙарыбыҙ алдында әллә кем булып, ҡаҡайып йөрөгәнебеҙ иҫемдә. Тикшереүсе табиптар берәй сир таба ҡалһа, үҫмер өсөн был - оло ҡайғы! Ауырыу булғаны өсөн түгел, ә "әрмегә алмай ҡуйырҙар" тигән уй иң тәүҙә борсой ине…
Хәрби табип булып, оҙайлы хеҙмәт башлағас та йыш ҡына төрлө өлкә һәм республикаларҙың хәрби комиссариаттарына командировкаға йөрөй торғайным. Һалдат алырға. Бәғзе бер армияға саҡырылыусыны һаулығы буйынса ҡалдырып китеүе үҙе бер проблемаға әйләнә ине. Күптәр нисек кенә булһа ла диагнозын "еңеләйттереп", йә иһә бөтөнләйгә юйҙырып, әрме сафына эләгергә тырыша ине. Үҙҙәренең сирҙәрен йәшереп маташҡандар менән дә танышырға тура килгеләне (айырыуса яҡташтарыбыҙ араһында). Бәлки, был хәлдәргә ошо мәҡәләне уҡып ултырыусы бәғзе йәштәрҙең ышанып етмәүе лә мөмкин. Әммә был - ысынбарлыҡ. Сираттағы бер ялыма ҡайтҡанда Өфөнөң әрмегә йыйыу пунктына инеп сыҡмаҡ булдым. Әрмегә саҡырылыусылар араһында күрше ауылдан Булат исемле ҡоҙа тейеш егетте танып ҡалдым. Иңенә рюкзак аҫҡан, кәйефе төшөнкө. "Ни булды, ҡоҙа, нишләп кәйефең күренмәй, ҡайҙа тәғәйенләнеләр?" - тим уға. "Өйгә ҡайтарып ебәрергә итәләр. Медкомиссияла ҡолаҡта ауырыу таптылар…" - ти егет бик күңелһеҙ генә. - Ауылда иптәштәр, ҡыҙҙар оҙатып ҡалғайны. Улар алдында ла уңайһыҙ…" Кәрәк кешеләр менән инеп һөйләшеп ҡарауымды үтенде: "Һине, офицер кешене, моғайын, тыңларҙар…" Отпуск мәле булһа ла, хәрби комиссариатҡа инеп һөйләштем: "…Яҡын ғына туғаным. Хеҙмәт иткеһе килә. Ниндәй төр ғәскәр составына булһа ла риза", - тинем. "Ә һеҙ үҙегеҙ ҡайҙа хеҙмәт итеп йөрөйһөгөҙ?" - тип һорай начальник. "Нижний Тагилда, Стратегик ракета частарының береһендә". "Улай икән… Ул егетте һеҙҙең үҙегеҙгә туп-тура ебәрһәм, нисек ҡарайһығыҙ?" "Рәхмәт, иптәш подполковник…" Яҡындағы часта бер ниндәй проблемаһыҙ, яҡшы ғына хеҙмәт итеп, ике йылдан һуң өйөнә ҡайтып китте Булат.
Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан ил именлеген һаҡлауҙы үҙенең изге бурысы тип һанаған. Егеттәребеҙ, һалдат һөнәрен үҙләштереп, һәммәһе лә ғүмере буйы "потенциаль ил һаҡлаусы" булып ҡала. "Запаста" тип әйтәләр улар тураһында. Илебеҙҙә улар - күп меңләгән. Кемдәрҙер - танкист, икенселәр - артиллерист, өсөнсөләр - моряк булып, Ватан саҡырыуына һәр саҡ әҙер булып, тыныс тормош ҡороп йәшәп ята улар. Элегерәк ошондай бер йыр ҙа йырлай торғайнылар: "Эй, бригадир мин үҙем, комбайнер һәм тракторист. Кәрәк икән, булам танкист, ял иткәндә - гармонист…" Бөгөнгө көндә хәрби хеҙмәт ауырлыҡтарын татып, илебеҙ һағында торған, шулай уҡ элегерәк үҙ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙҙең һәммәһен дә байрам менән ҡотлайым, Аллаһы Тәғәләнән уларға ныҡлы иман, һаулыҡ, бәхет, һәр эштәрендә уңышлыҡтар насип итеүен һорайым.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА