Борон-борон заманда түгел… Тормош кимәле бер ни тиклем үҙгәреп, аңлы ғүмер кисерә башлаған кеше үткән мең йыллыҡтар төпкөлөнән башҡа ҡоралдар һәм ҡорамалдар менән бергә ҡулына сөйөр ҡош та ултыртып килеп сыҡҡан. Кешенең төп йәшәү сығанағы һунар булғанлыҡтан, йәнлек, ҡош-ҡорт тотоу өсөн ул төрлө алымдар ҡулланған, төрлө ҡоралдар уйлап тапҡан, үҙенә хеҙмәт итерҙәй йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы ҡулға эйәләштергән. Улар уға аҙыҡ сығанағы ла, аҙыҡ табыу ҡоралы ла булып хеҙмәт иткән.
Ҡоштар, беҙҙең аңыбыҙға боронғо әкиәт-риүәйәттәр аша инеп ҡалған йыртҡыс ҡоштар донъя яралғыһында, үҫешендә, һис шикһеҙ, кешенән күпкә олораҡтыр, тигән фекерҙәмен. Аҙаҡ кеше ҡулға өйрәтелгән сөйөр ҡошто үҙ яҙмышы менән бергә бәйләп, төрлө ғәрәсәттәр аша беҙгә иҫтәлек итеп еткергәндер. Сөйөр ҡош, ҡорал булараҡ, дүңгәк суҡмарҙан, тәгәрмәстән кесе булһа ла, ай-һай, уҡ-һаҙаҡ менән осорҙаш түгелме икән?
Бөркөттөң һәм ҡарсығаның ҡурҡыу белмәҫ серле ара күҙҙәре Алтай менән Урал араһында, Тын, Ҡобан буйҙарында йәшәгән төрки ҡәбиләләр тормошон, Яйыҡ һәм Урта Азияның сыбар баҙарҙарын, боронғо фосондарҙы, сармат һәм скиф кешеләрен, римляндарҙы, Сыңғыҙхандың яуға ағым булып ашыҡҡан меңәрләгән һыбайлыларын, тыныс холоҡло, олпат кәүҙәле, күп үк һөйләшмәҫ, ҡараштарын һәр саҡ алыҫҡа, дала-сәхрәгә, тау үркәстәренә төбәгән боронғо башҡорт, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ һунарсыларын да күргән. Уның был ваҡиғаларға һалҡын, вайымһыҙ күҙҙәре тимер ҡалҡандарын шалтыратып үҙ-ара бысаҡ менән һуғышҡан Рим рыцарҙарын да, бай кейемдәргә төрөнөп, йөҙәрләгән һыбайлылар һәм ҡыуғыр эттәр эйәртеп һунарға сыҡҡан хан һәм батша һарайҙарын да күргән. Ыласынды үҙ ҡулдарында япон самурайҙары ла, Иран шахтары ла, бәҙеүән шәйехтәр ҙә, Һиндостан хакимдары ла, Тамерлан да йөрөткән. Бөркөт һәм башҡа "сөйөр ҡоштарҙың" күҙе ҙур һәм бәләкәй дәүләттәрҙең, империяларҙың тыуыуына ла, емерелеүенә лә шаһит! Уның бойҙоҡмаған, әммә осҡор күҙҙәре беҙгә, 21-се быуаттың балаларына ла һис аптырауһыҙ, ғәйепһеҙ ҡарайҙар. Мең йыллыҡтар ҡараңғылығынан кеше ҡулына суҡмар, һөңгө тотоп ҡоралланып, ат менеп, эт эйәртеп, һунар өсөн өйрәтелгән бөркөттө, ҡарсығаны терһәгенә ултыртып, тарихты дауам иткән. Әммә шуныһы ҡыҙыҡлы: боронғо ҡоралдар күптән инде ҡулланылмай, йә үҙ йөҙҙәрен юғалтҡан, йә бик һирәк осрай торған музей күргәҙмәһенә әйләнгән. Бер һыуһау араһында йөҙәр саҡрым үтер аттар ҙа, баҫтырып етеп ҡабан йығырлыҡ эттәр ҙә юҡ хәҙер. Әммә бик боронғо осорҙан һунарҙа ҡулланыла торған әйбер-мыяттары килеп еткән. Үкенес. Халыҡ хәтере бөгөн Башҡортостанда халыҡ ҡулланылышынан төшкән "ҡош сөйөү" шөғөлө менән бәхилләште, буғай. Ҡарттарҙың ҡош сөйөү шөғөлө осороноң ядынаһы (иҫтәлеге) 1994 йыл Учалы районы Ҡорама ауылында Ильясов Диас-Нияз Мөжәүир улының ҡулында һуңғыһы булып һүнде, ахырыһы.
Ағайым бик оҫта һунарсы ине. Ул тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булды. Һәр үләндең үҫеү һулышын ишетте, һәр йәнлектең ғәҙәрен, кеше менән һәр береһенең мөнәсәбәтен тәрән белде. Уның үҙ ҡаралтыһында төлкө лә, бүре лә, ҡыр ҡаҙы, ҡыр үрҙәге лә аҫыраған саҡтары булды. Баҡсаһында ҡыр кәзәһе лә, һарайында бөркөт тә үҫте. Бүресе, бөркөтсө булып үҙ төбәгендә исеме ҡалған Хисмәтулла ҡарттайҙың быуындан-быуынға һөйләнеп ҡалдырған иҫтәлеге буйынса бөркөт балаһын үҫтереп һунарға өйрәтте ул. Ул бөркөттө аҫрау һәм өйрәтеү алымдарын түбәндә бәйән итермен. Әлегә тарих буйынса бер аҙ сәфәргә сығайыҡ.
Халыҡтарҙың тормошонда ҡош сөйөү зауыҡ ҡына түгел, ә йәшәү сығанағы ла булғанлыҡтан, уға айырым мөнәсәбәттәрҙә айырым ныҡлы ҡанундар ҙа булдырылған. Башҡа яҡта нисек булғандыр, әммә беҙҙә көнсығыш Табын ҡәбиләһе ырыуҙары араһында түбәндәге ҡанун-ғөрөф йәшәгән. Ҡошто тотоп, үҫтереп өйрәтеү бик-бик ҡатмарлы булғанлыҡтан, һәр кешелә сөйөр ҡош булмаған. Ул ҡош менән һунарҙы бик яратҡан, бирелгән, түҙемле, ҡош-ҡорт тәбиғәтен яҡшы белгән, уны таҙа, яңы ит менән тәьмин итә ала торған кешеләрҙә генә була. Сөнки бөркөт тә, ыласын, ҡарсыға ла тик саф, таҙа ит кенә ашай. Ә ирекһеҙҙә тотолған ҡош һәр көн һунарҙа йөрөй алмай. Өйрәтелгән ҡоштоң хаҡы бик ҡиммәт булған. Байҙар өсөн ул бер нисә тиҫтә ат хаҡы торһа, бик ярлы кеше өсөн бер нисә ат хаҡы була.
Ҡошто ат урлаған кеүек урлау осраҡтары ла була. Ҡошто үлтереү йә урлап тотолған кешегә язаны бик боронғо ваҡытта аҡһаҡалдар ҡоро йәки ырыу башы янында һәр саҡ булған ике мулланың береһе билдәләгән. Сөнки муллаларҙың береһе - ер-һыу, тышҡы мөнәсәбәттәр, башҡа ырыуҙар менән бәйләнеш, оло низағтар, һуғыш һәм солох, һөйләшеү-килешеүҙәр кеүегерәк мәсьәләләр менән идара итһә, икенсеһе, дәрәжәһе һәм абруйы бәләкәйерәге ғаилә, етемдәр, туй, исем ҡушыу, эске татыулыҡ, уғрылыҡ, ҡатын һәм ир кеүегерәк эске мәсьәләләрҙе хәл иткән йәки үҙ ҡарарын сығарған. Беҙгә дүрт быуат аша шул муллаларҙың ҡайһы береһенең хатта исемдәре лә килеп еткән. Өмөтбай мулла, Толомхужа, Исламхажи һәм Мөхәмәтйәр, Ҡоромша муллалар исеме. Көнсығыш табындар тормошона 1710-1730 йылдар самаһы урыҫ империяһының административ ҡанундары үтеп керә башлағас, аҡһаҡалдар ҡоро, шәриғәт хөкөмө, үҙ-ара ҡарарҙар әкренләп юҡҡа сыға, империя үҙ ҡанундары буйынса хакимлыҡ итә башлай. Минең был булмышты яҙыуымдың үҙ нигеҙе бар. Сөнки беҙ, Көнсығыш табындар, рәсми рәүештә Урыҫ империяһына ҡушылмағанбыҙ, үҙенә ҡушып алыуын һорап кеше лә ебәрмәгәнбеҙ. Беҙ Урыҫ дәүләте тарафынан баҫып алынғанбыҙ. Ырымбурҙан Исәткә тиклем, Исәттән Екатеринбург аша Минзәлә ҡаҙаҡ ҡәлғәләре төҙөлөп уратып алынып, был ҡәлғәләрҙә даими ғәскәр тотола башлағас ҡына әсирлеккә мәжбүр булғанбыҙ. Был - тарихи ысынбарлыҡ. Хәҙер сөйөр ҡоштарға кире ҡайтайыҡ. Ҡәбилә, ырыу эсенең үҙ ҡанундары, үҙ эске дәүләтселеге ҡанундары йәшәгән.
Урлашҡан йәки башҡа төрлө енәйәттәр өсөн ҡылған ҡылмыштың зыянлығына ҡарап, яза ла билдәләнгән. Һунар ҡоштары: бөркөт, көсөгән, ҡарағош араһында иң ҡиммәтле булып бүрене, ҡыр кәзәһен, ҡыр ҡаҙын ала алған ҡош иҫәпләнгән. Ыласындар, ҡарсығалар араһында иң ҡиммәтлеһе торна, ҡыр ҡаҙын һуҡҡан ҡош, ә иң әҙ штраф, яһаҡ-түләтмә йәки хаҡ божор, сел, үрҙәк, бүҙәнә алған типкес иҫәпләнгән. Ҡош ҡына түгел, башҡа нәмә урлау өсөн дә юлға һалынған ҡанундар була. Барымтанан йәки ҡарымтанан килгән мал өсөн яза алыу ҡаралмаған. Әммә үҙ-ара ырыу аша урлашыу өсөн яза ҡаралған. Элегерәк оло быуын кешеләре ауыҙынан: "Тотолған Толомхужаға теҙ сүгер, өрккән Өмөтбайға барыр", - тигән әйтем һирәкләп булһа ла ишетелә ине. Ул ваҡытта был әйтемдең мәғәнәһен һис төшөнмәй инем. Әллә ғилем, әллә зиһен артты. Хәҙер ул әйтемдең асылын мин бик яҡшы төшөнәм. Күрәһең, ул, әгәр тотолһаң, хилафлыҡ ҡылһаң, ярлыҡау һорап Толомхужа мулла алдына барып теҙ сүк, һора, тигәнде аңлатҡан. Толомхужа мулла ярлыҡамаһа, әле өмөтөң бар, унан олораҡ Өмөтбай муллаға бар, тигәнде өнәгән. Верховный судья һымаҡ була инде.
Боронғо ваҡытта беҙҙә, Табын-Барында, Әйлеләрҙә, Ялан-Ҡотойҙарҙа, Табын-Тиләүҙә, Ҡара-Табында, Күбәләк-Табында, Бөрйәндәрҙең, Ҡыпсаҡтарҙың, Тамьяндарҙың һәр береһенең солоҡ ағасы булған кеүек, бөркөт, көсөгән, ҡарсыға оялары ла билдәле кешеләрҙең шәхси милке иҫәпләнгән. Әле бөгөнгө көндә лә бесән күбәһендәй тиерлек өйөлгән бик күптәнге бөркөт ояһы ҡарт ҡарағай ботаҡтары араһында тороуын беләм. Ул, ғәҙәттә, кеше йөрөмәгән, юлдан алыҫ, әммә яландан йыраҡ уҡ булмаған текәлек йәки ҡаялыҡ араһында була. Сөйөр ҡош тотоу беҙҙең ҡарттайҙарҙың аҙыҡ-түлек, тире табыу сығанағы ғына булмаған. Сөйөр ҡошто улар байлыҡ билгеһе итеп тә, зауыҡ өсөн дә, үҙ-ара ярыш өсөн дә тотоп, милли мәҙәнилектең бер күрһәткесе лә булып торған. Бөркөттәр ғаиләһенә ингән ҙур һунар ҡоштарынан беҙҙең урманлы, яланлы, таулы ерҙә һирәкләп булһа ла биш төр бөркөт осрай. Бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө, ҡарағош һәм таҙғара. Шуларҙың араһында беҙҙең ерҙе иң үҙ иткәне бөркөт.
Бөркөт
Бөркөттәр ғаиләһендәге төп ҡош. Өй ҡаҙынан ҙур. Төҫө ҡара-көрән. Оло йәштәгеләренең муйыны, елкәһе һәм ҡабырға ҡаурыйҙары ерәнәйә. Ҡайһы бер ҡыҫҡа ҡаурыйҙарының осо ағара. Башҡа бөркөттәргә ҡарағанда ҡойроғо оҙонораҡ, ҡанаттары ла ослораҡ. Ҡанаттарын йәйһә, ике метрға етә. Көсөгәндән кәүҙәгә әҙ генә ҡайтыш кеүек күренһә лә, бөркөттөң башы ҙур, томшоҡтары ла көслөрәк күренә, бигерәк тә өҫкө суҡыштары. Аяҡтары бармаҡтарына тиклем ваҡ ҡаурый-йөн менән ҡапланған. Урал бөркөтөнөң холҡо ялан бөркөттәренә ҡарағанда һунарҙа күпкә ныҡышмалы, түҙемле. Шырлыҡҡа ҡасып кергән ҡыр кәзәһен, бәрәсен, ҡуянды уңайлы ергә ултырып, көндәр буйы ҡарауыллап ултырғанын күргәнем бар. Һуғышҡанда аяуһыҙ, үҙен йәлләмәй. Баҫҡан йәнлеге менән ерҙә әйләнгеләп йөрөүе күҙәтелә, әммә ебәрмәй. Башҡа бөркөттәрҙеке кеүек үк, күҙҙәре бик үткер, ҡарашы аяуһыҙ, сая, улар еңелеүҙе, сигенеүҙе уйламай ҙа. Ояһы ағас башында ла, ышыҡ ҡая кәштәләрендә лә була. Бер оялаған еренән гәр атып, туҙҙырып, балаларын алып биҙҙермәһәләр, тиҫтәләгән йылдар китмәй. Ултыраҡ ҡош. Йомортҡаһы ҡаҙҙыҡындай, әммә оҙонса түгел. Ваҡ ҡына тутлы таптар була. Ояһына ике йомортҡа һала.
Ояны ҡорор өсөн сыбыҡ-сабыҡты икәүләп ташыйҙар. Бергә ғаилә ҡорған бөркөттәр үлгәнсе бер-береһен ташламайҙар. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән береһе үлһә, юғалһа, мәҫәлән, атылһа, ҡапҡанға эләгеп үлһә, икенсеһе уны бик ныҡ итеп тирә-яҡты саңҡылдай-саңҡылдай бейектән осоп эҙләй. Оҙаҡ эҙләй. Тамам төңөлөп, бер үҙе ҡалғанын белһә, был ояла йәшәмәй, ташлап китә. Әгәр инә булһа, йәш ата бөркөттәр менән берекмәй, үҙ ишен эҙләй. Оло ата бөркөт булһа, йәш инә бөркөттө үҙенең һоллолоғон күрһәтеп, әүрәтеп ала. Яҙ көнө торналарҙың туйын ҡарап ятҡанығыҙ бармы? Юҡтыр. Бик күбегеҙҙең юҡтыр. Торналар туйы сәхнәләге балет менән ҡушылған лирик драма төҫлө. Иҫ китмәле сағыу, моң, хәрәкәттәр, наҙлылыҡ донъяһы! Кеше ҡоштарҙан, йәнлектәрҙән отоп алған моңдо, нескә, һығылмалы хәрәкәттәрҙе сәхнәгә күсереп, үҙе үк шуға һоҡлана шикелле.
Шулай ҙа ата бөркөттәр үҙ ерен, үҙ ояһын ташлап китергә бик үк ашыҡмай, киреһенсә, ситтән яңғыҙ инә бөркөттө эйәртеп алып ҡайтырға тырыша, буғай. Орнитологтар ата бөркөттөң был алымын үҙҙәренсә, европаса, аңлата. Йәнәһе, инә бөркөт ата бөркөттө үҙе һайлап ала. Бөркөт туйында, торна туйындағы кеүек, өс-дүрт пар, йә бер туп бөркөт, 15-20 торна ҡатнашмай. Бөркөт туйында йә ике, йә өс кенә бөркөт була. Ата һәм инә бөркөт, йә ике ата, бер инә. Иртә яҙ көнө, аяҙ көн иртә менән оя янында йә унан ситтәрәк ике йә өс ҡош бергәләп бик-бик бейеккә күтәреләләр ҙә, бер-береһен баҫтырып, ҡыуышып уйнарға тотоналар. Ҡыйылып өҫкә менәләр, шыҡыйып аҫҡа төшәләр, инә ҡош алдында үҙҙәренең таһыллығын күрһәтәләр. Алмашлап баш түбән һәм арҡаға ятып та осоп ярышалар, инә ҡош менән шулай һауала йәрәшергә ынтылалар. Әлбиттә, тәбиғәттән килгән осҡорлоғона, етеҙлегенә ҡарап, инә ҡош йәрәшерен үҙенә яҡын ебәрә. Быны күргән икенсе ата шунда уҡ "ярыш" яланын ҡалдырып, ситкә оса. Йәрәшеү хоҡуғына эйә булған ата, әгәр инә ситтә йәшәгән булһа, яйлап үҙ ояһы тирәһенә эйәртә. Әгәр ата менән инә бөркөт электән бергә йәшәйҙәр икән, уйнағанда өсөнсө ҡош булмай. Тормоштары барлыҡ нәмә менән дә ыңғай булһа, йыл һайын бала сығаралар. Төп бөркөттөң, башҡа бөркөттәрҙән айырмалы, ҡойроҡ осо түңәрәкләнгән, ҡара. Унан аҡ. Шул уҡ ҡауырһындар өҫтөнән ҡара һыҙат, унан тағы ла аҡ. Тауышы ҡыуғыр эттең тауышына оҡшап ҡала. Томшоғо ҡара. Ҡара күҙҙәре һары дүңгәләк эсендә. Уҫал. Табышы янына башҡа ҡоштарҙы килтермәй, ә төлкө яҡын килергә баҙнат итмәй, йыраҡтан йәшенеп күҙәтә. Туҡ бөркөт ҡорбанына ташланмай, хатта осмай ҙа тиерлек. Ҡарттайҙар һәр саҡ тик ас бөркөт менән генә һунарға сыҡҡандар. Һауала ҡанатын ҡаҡмай бик оҙаҡ йөҙөп йөрөй ала. Алты саҡрымға тиклем һауаға күтәрелә ала, тигән яҙманы уҡығаным бар. Улар бал ҡорто кеүек һауала ҡыуышалар, шул осорҙа менәләрҙер ят ҡараштарҙан ҡасып, тигән фекерҙәмен.
Спартак ИЛЬЯСОВ.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА