Миҙал ике яҡлы булған кеүек, һәр нәмәнең ыңғай һәм кире яҡтары була. Барыбыҙҙы ла өйҙәргә ҡыуалап индергән коронавирус тигән зәхмәт тә ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәүи роль уйнайҙыр, моғайын, сөнки ошо ваҡытта кеше бер аҙ тәртипкә ултыра, нәфсеһен бер аҙ тыйып тора һәм иң мөһиме - ҡиммәттәре, ҡиблаһы үҙгәрә. Ә бына гәзит уҡыусылар ниндәй фекерҙә икән, тип, уларға: "Үҙизоляция осоронда ваҡытты нисек үткәрәһегеҙ, нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?" - тигән һорау менән мөрәжәғәт итеп, түбәндәге яуаптар алдыҡ.
Гөлсәсәк МОСТАЕВА, Өфө ҡалаһы: Етмеште уҙған олатай, офисты өйгә алыштырырға мәжбүр хеҙмәткәр ирем, ике бәләкәй бала һәм мин ҡала фатирында, дүрт стена ҡосағында ҡалдыҡ. Тәүге көндәрҙә ҡаушата, һағайта ине был тыйыу, тора-бара ҡулайлашып алдыҡ беҙ уға. Исмаһам, балалар көн оҙоно атай янындалар, йәғни эштән ҡайтып, ашап, ауып киткән атайҙарын икенсе сүрәттә лә күрҙеләр. Иртән уяныу менән ҡыҙыбыҙҙың тәүге һорауы: "Атай эшкә киттеме?". "Юҡ, өйҙә", тигәс, китә ауыҙҙары йырылып. Икенсе бүлмәлә эшләп ултырған аталары янына тыптырлашып килеп сыҡҡан булалар. Атай кеше яндарында булыуы ғына ла байтаҡ күтәрә күңелдәрен. Үҙе бер тамаша! Атай кеше уйната ла, мин аш әҙерләгәндә әүрәтә лә, йорт эсендәге бөтмәҫ ваҡ эштәрҙең дә күпме ваҡыт алғанын үҙ күҙҙәре менән күрә. Шәп бит! Миңә, әсәй кешегә лә ҡулай булды бер уйлаһаң. Яуаплылыҡ тойғоһо кәмей бирҙе, тип әйтәйемме, ирем өйҙә булғас, бар яҡлап та тынысбыҙ, иркәләңкерәй төштөк. Саф һауа һуларға балаларҙы лоджияға алып сығабыҙ. Улар уйнағансы эргәләрендә тик ултырып булмай бит, шул тирәлә үҙенән-үҙе тәртип барлана, ҡулланылмаған әйберҙәр ташлана. Былай булһа, яҙғы ҡояш саҡырыу менән тышҡа атлығыр инек, ә үҙизоляция үҙенекен итте - лоджияла тиҙ генә тәртип булдырылды. Ул ғына түгел, башҡа шулай уҡ ҡул теймәгән мөйөш-шкафтар ипкә килтерелде. Уның ҡарауы, беҙҙе уратып алған тышҡы донъяны ғына түгел, эске уй-кисерештәр илен дә ҡаҡҡылап-һуҡҡылап таҙартып алырға форсат бирҙе был тыйыу. Нәфсебеҙҙе йүгәнләргә, йондоҙ күҙләмәй, аяҡ аҫтында тулып ятҡан һый-хөрмәтте ҡәҙерләргә, саф һауаның ҡәҙерен белергә мәжбүр ителдек.
Балалар менән нимә уйнарға, тип баш ватыусыларҙан түгел беҙ. Үҙизоляция мәлендә лә уртаҡ кәсептәребеҙ үҙгәрешһеҙ ҡалды, тиһәм дә була. Эргәләрендә бәйләпме-тегепме ултырһаң, үҙҙәре бынамын итеп уйнай балаларыбыҙ. Тәҙрәнән ҡарап, "тыңлауһыҙ" кешеләрҙе ҡарап-һанап тороу уйыны килеп сыҡты. Беҙгә, йәш быуынға, аптырайһы түгел, интернет бар, мәғлүмәтһеҙ күңелһеҙләнеп ултырмайбыҙ. Аралашыу ҙа, белем туплау ҙа өҙлөкһөҙ бара. Бына ололарға ҡала фатирында ауырыраҡ бирелә үҙизоляция. Ҡараған, тыңлаған нәмәләре - телевизор. Һуңғыһы иһә шунса үлем, шундай ҙур бинаны морг өсөн биргәндәр, фәлән-фәсмәтән тип тылҡыуҙан башҡаны артыҡ күрһәтмәй. Ҡыҙғаныс. Йәштәр мәғлүмәтте һайлап уҡый алһа, ҡарттар мейеһенә башҡасараҡ формаһы һалына.
Гөлсәриә ӘБИЛЕВА, Сибай ҡалаһы: Шөкөр. Иң шәп мәл. Ғаилә өйҙә булғас, аш бүлмәһе күп ваҡытты ала. О, оҫта ашнаҡсымын икән, тип уны-быны төрләйем. Ниһайәт, ҡомалаҡтан әсетке яһап, икмәк бешереүгә тотондом. Сәк-сәккә оҫтарып барам. Ә бына рецепт буйынса ярты көн буйы бешерелгән былау ысын былау булды. Өйҙәгеләрҙән маҡталдым. Аптыратам яҡындарымды. Ҡоролтайҙар онлайн әңгәмә ойоштороп ебәрҙе, шуларҙы тыңлайым. Һәм иң мөһиме - намаҙҙарымды мәлендә, оло ҡыуаныс менән яйлап уҡыйым. Ғәрәп яҙыуы буйынса алған һабаҡтарымды нығытам: көн һайын Ҡөрьән-Кәрим китабына бағам. Уҡыйым да тауышлы ҡәләм артынан дөрөҫләп үҙемде тикшерәм. Һуңғы мәлдәрҙә көн менән төн шәп үткәнен ныҡ һиҙә башлағайным. Кешеләр ҙә баш баҫып саба ла саба кеүек ине. Тәбиғәт тә, нимә эшләргә белмәй, аптырап, үҙебеҙ кеүек яҡлау таба алмаҫын аңлағандай бағынғайны кеүек. Шаңҡыу кәрәк ине шул. Бәлки, аңына килер кешелек.
Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, Иглин районы Аҡбирҙе ауылы: Егерме йылдан ашыу ҡулға ҡылҡәләм тотоп, һүрәт төшөрөргә ваҡыт тапҡан юҡ ине, әле ҡабаттан тотондом ошо шөғөлөмә. Үҙемә лә оҡшап ҡалды. Ауылда йәшәгәс, яйлап яҙғы баҡса эштәренә әҙерләнәбеҙ - теплицала түтәлдәрҙе икенсе төрлө итеп үҙгәрттек. "Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит", тигәндәй, быйыл йәшелсәләрҙе мотлаҡ сәсер кәрәк инде. Улыма баҡсалағы муйыл ағасынан ян менән уҡ эшләп бирҙем. Көн дә сәпкә атыу буйынса оҫталығыбыҙҙы камиллаштырабыҙ. Бәлки, донъя былай барһа, урманға һунарға ла йөрөргә тура килер, кем белә. Тағы: балаҫ һуға торған станок алдыҡ, шуны ҡороп, өйрәнергә торабыҙ.
Зөлфиә САФИУЛЛИНА, Октябрьский ҡалаһы: Мин 3 бала әсәһе (ике улым янымда, береһе эшләп йөрөй, бәләкәсе 11-се класта уҡый, студент ҡыҙым ситтә), уҡытыусы, класс етәксеһе. Уҡытыусы өсөн ниндәй генә замандар булһа ла, эш өҫтөнлөк итә инде ул. Ҡурсаланыу осоронда уҡытыусының эше, минеңсә, артты ғына. Коронавирус барыһын да өйгә ҡайтарҙы, бикләп ҡуйҙы. Дистанцион уҡытыуға әҙерләнгәс, көн дә вебинар тыңланым, талаптар күп һәм ҙур. Ата-әсәләр, уҡыусыларым менән аңлатыу эше алып барҙым һәм барам. Тыныс ҡына ултырып уйланырға ла форсат юҡ, дөрөҫөн генә әйткәндә. Ватсапта ҡала башҡорттары төркөмө булдырҙым. Мөһим әйберҙәрҙе һалырға, уртаҡлашырға маҡсат. Мин әсәй булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та, балама дистанцион уҡытыуҙы теләмәйем. Кире яҡтары бик күп. Әммә ҡалайтаһың, ошо осорҙо имен генә үткәреп ебәрергә кәрәк инде...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА