«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АУЫЛ МӘКТӘБЕНӘ ЗАМАНСА МӨМКИНЛЕКТӘР
+  - 

Маҡар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе Ишембай районында ғына түгел, Башҡортостандағы иң тәүге мәктәптәрҙең береһе - 1872 йылда асылған. Белем усағы электән килгән традицияларға тоғро ҡалып, бөгөн дә һәр яҡлап алдынғы булырға ынтыла.

Быйыл Маҡар ауыл мәктәбе педагогтары "Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар" федераль грантына белем биреү ойошмаларының цифрлы оҫталыҡ тәжрибәһен үҫтереү һәм таратыу буйынса проект тәҡдим иткән. Һәм Рәсәйҙең 125 мәктәбе иҫәбендә Башҡортостандан берҙән-бер еңеүсе тип танылып, 6 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булған. Был проект сиктәрендә ауыл мәктәбендә белем алған балаларҙың цифрлы белемен күтәреү, информацион һәм цифрлы технологиялар менән ҡулланыу оҫталығын арттырыу, заман талаптарынан артта ҡалмаған йәш быуын үҫтереү һәм ауылдың киләсәген хәстәрләү төп маҡсат итеп билдәләнгән. Грант суммаһы мәктәптең техник базаһын яҡшыртыуға, Ишембай районының барлыҡ ауыл мәктәптәрендә белем алған һәм цифрлы технология, математика, информатика кеүек теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныуы һәм һәләте булған балаларҙың белемен камиллаштырырға яңы мөмкинлектәр асҡан саралар үткәреү, уҡытыуҙар ойоштороу, ошо өлкәләрҙәге белгестәрҙе йәлеп итеп, ауыл уҡытыусыларының компетенцияларын арттырыу кеүек эштәргә йүнәлтеләсәк. "Ауыл мәктәбендә белем алған уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, заман талаптарына яуап биргән белемгә эйә булһындар һәм тормошта үҙ урындарын таба алһындар өсөн бөгөн тап ошондай проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу кәрәк, - тине Маҡар ауылы мәктәбе директоры Гөлнара Хисмәтуллина. - Беҙҙең бик күп күренекле шәхестәребеҙ, юғары ғилем эйәләре, таланттарыбыҙ нәҡ ауыл еренән сыҡҡан кешеләр. Ошоға таянып, районыбыҙҙың ауыл мәктәптәрен үҫтереүҙең бер ысулын һынап ҡарарға торабыҙ. Беҙгә математика, информатика һәм технология буйынса үткәрелгән төрлө олимпиадаларҙа, сараларҙа ҡатнашҡан, иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар һәм уҡытыусыларға Мәскәү ҡалаһына мәғариф экскурсияһына барып ҡайтыу, "Сириус" белем биреү үҙәгендә шөғөлләнеү, семинар һәм конференцияларҙа тәжрибә туплау мөмкинлектәре бирелә. Проектты 2022 йылдың апрель-май айҙарына тиклем тормошҡа ашырыу планлаштырыла".

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ауыл мәктәбендә белем биреү кимәлен күтәреү мәсьәләһе бөгөнгө көндә бик актуаль проблема. Айырыуса теүәл фәндәр, йәмғиәттең киләсәген хәл итә торған IT һәм цифрлы технологиялар өлкәһендә уҡыу сифаты яҡшы булырға тейеш. Ишембай районы Маҡар ауылы мәктәбе педагогтары ошо тәңгәлдә эш башлап тора, киләсәктә уларҙың ыңғай тәжрибәһен республикабыҙҙың муниципалитеттарындағы бүтән мәктәптәр ҙә үҙләштерә алыр, тигән өмөт бар.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 845

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru