Ҡытай империяһы һәм Ҡырғыҙ ханлығы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләһе менән Тан императоры Тай-цзун (627-649 йй.) үҙе шөғөлләнә. Ул тәүҙә үҙенең илсеһенә ҡырғыҙҙарҙы "тынысландырыу" бурысын ҡуйһа ла, ҡырғыҙ ханын ҡабул иткәндән һуң Цзянь-кунь, йәғни Ҡырғыҙ генерал-губернаторлығын ойоштора. Әлбиттә, бөйөк император Ҡытайҙы донъя үҙәге һәм варварҙар өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе дәүләт итеп танытыу маҡсатын ҡуя, шуға күрә башҡа дәүләттәрҙе үҙенең вассалдары итеп ҡарай. Тикшеренеүсе Г.П. Супруненко ошо хаҡта былай тип яҙа: "Ҡытай дипломатияһы күҙлегенән ҡарағанда, ҡырғыҙҙар йәшәгән территорияла генерал-губернаторлыҡ булдырыу уларҙың Ҡытай империяһына буйһоноуын күрһәтеү өсөн башҡарыла. Ысынбарлыҡта Тан империяһы ҡырғыҙ биләмәләрендә реаль власҡа эйә булмай. Тап шулай уҡ башҡа илдәр хакимдарының титул алыуы ла ниндәйҙер бурыстар йөкмәтеү менән бәйле булмай һәм уларҙың власын бер нисек тә сикләмәй". Ысынлап та, Ҡытай үҙе төркиҙәргә ҡаршы көрәштә ҡырғыҙҙарҙы союздаш итергә тырышып, Енисей үҙәненә илселек ебәрә.
682 йылда төрки принцы Ҡотлуғ Ҡытайға ҡаршы баш күтәрә, Көнсығыш Төрки ҡағанатын тергеҙеп, үҙен Илтериш ҡаған (ил тергеҙгән ҡаған), тип иғлан итә. Тап шул осорҙа ҡырғыҙҙар төркиҙәргә ҡаршы булған коалиция составында ҡала. Күлтегингә арналған Ҙур ташъяҙмала ошо хаҡта ла мәғлүмәт бар: "Уң яҡтан (көньяҡта) табгач халҡы дошман ине, һул яҡтан (төньяҡта) Баз ҡаған ҡулы аҫтындағы туғыҙ-уғыҙ халҡы дошман ине, ҡырғыҙҙар, ҡурыҡандар, "утыҙ татарҙар", ҡытай һәм татабтар барыһы ла дошман ине..."
Төркиҙәр Баз ҡағанды үҙҙәренең төп дошманы, тип ҡарап, 688 йылда уға ҡаршы хәрби экспедиция ойоштора, ошо һуғышта туғыҙ-уғыҙҙарҙың хакимы һәләк була. Әммә ошо саҡта ла ҡырғыҙҙарҙың хәрби яҡтан ҡеүәтле булыуын иҫәпкә алып, улар менән килешеү табыу юлы һайлана: ҡырғыҙ хакимы Барс бек ҡаған итеп таныла, ошо айҡанлы уға Ашин йорто принцессаһы ҡатынлыҡҡа бирелә. Күлтегингә арналған Ҙур ташъяҙмала былай тип әйтелә: "... Барс бег бар ине; беҙ ул шарттарҙа уға ҡаған титулын бүләк иттек һәм уға ҡатынлыҡҡа минең кесе һеңлемде - кенәз ҡыҙын бирҙек..."
Әммә ҡырғыҙ ҡағанын төрки ҡағанына тиңләү уның юғары шөһрәт ҡаҙаныу хаҡындағы ниәттәрен көсәйтеүгә сәбәп кенә була. Барс бек ҡаған төркиҙәргә ҡаршы яңы союз төҙөү маҡсатында Ҡытайға илселек ебәрә. Тоньюкукҡа арналған яҙмала ошо хаҡта былай әйтелгән: "Табгач халҡының ҡағаны беҙҙең дошманыбыҙ ине. "Ун-уҡ" халҡы ҡағаны беҙҙең дошманыбыҙ ине. Әммә ҡырғыҙҙарҙың көслө ҡағаны ҙурыраҡ дошманыбыҙ ине. Ошо өс ҡаған, фекерләшеп, әйттеләр: Алтун еренә поход менән барайыҡ әле. Шулай тип уйланылар һәм әйттеләр: көнсығышҡа төрки ҡағанына ҡаршы походҡа барайыҡ әле. Әгәр уға ҡаршы бармаһаҡ, нисек кенә булмаһын, ул беҙҙе еңәсәк: уның ҡағаны - баһадир, ә уның кәңәшсеһе - аҡыллы, нисек кенә булмаһын, беҙҙе еңеүсе булыуы бар. Өсәүләп беҙ берләшәйек һәм поход менән барып, уны юҡ итәйек..."
Әммә төркиҙәр дошмандарының берләштерелгән походы башланыуын көтөп тормайынса, уларҙы берәмләп тар-мар итергә ҡарар итә. Билге ҡағанға арналған ташъяҙмала шулай әйтелә: "Ә егерме етелә ҡырғыҙҙар менән һуғыш алып барҙым мин. Һөңгө тәрәнлегендәге ҡарҙарҙы үтеп, Тауҙарға күтәрелдем мин, Кёгмен тайгаһын Үттем - дошманыма һөжүм иттем, ул йоҡлаған саҡта. Алышҡа инеп һәм Сунгела улар ҡағанын үлтереп, Ҡырғыҙ илен төрки ҡағанатына индерҙем мин".
Ҡырғыҙ илен Төрки ҡағанаты составына ҡайтанан индереү уның дәүләтселеген юҡҡа сығармай. Дәүләт башлығы итеп Барс бектың улы, Билге ҡағандың ҡәйнеше ҡуйыла. 745 йылда Көнсығыш Төрки ҡағанаты туғыҙ-уғыҙҙарҙың һөжүме һөҙөмтәһендә тарҡалыуға дусар була. Элегерәк төркиҙәргә ҡаршы сыҡҡан кеүек, туғыҙ-уғыҙҙарға ҡаршы сығыусылар иҫәбендә байтаҡ ҡына ҡәүемдәр - татарҙар, ҡытайҙар (кидандар), чиктар, карлуктар, ҡырғыҙҙар була. Бер нисә хәрби операция һөҙөмтәһендә уйғыр (туғыҙ-уғыҙ) ҡағаны Моюнчур дошмандарын еңеүгә өлгәшә, ә ҡырғыҙ хакимдары артабан ҡаған титулын алыуҙан мәхрүм ителә.
795 йылда уйғырҙарҙың хакимлыҡ итеүсе Яглакарҙар династияһы өҙөлгәс, эдиз ҡәбиләһе кенәзе Ҡотлуғтың ҡаған вазифаһын алыуы менән, ҡырғыҙҙар баш күтәрә. Ҡарабаласағун яҙмаһы былай тип бәйән итә: "Элек төньяҡтағы Ҡырғыҙ дәүләте 400 мең самаһы кереш тарта ине (шул тиклем яугиры булған. - Ред. иҫк.). Уларҙың (уйғырҙарҙың. - Ред. иҫк.) ҡағаны бала саҡтан батыр, ҡыйыу, аҡыллы һәм ҡурҡыу белмәҫ, һуғышсан, үтә лә көслө булды. Бер атыуҙан уғы сәпкә тейә ине. Ҡырғыҙ ҡағаны (уның) уғын осратты һәм һәләк булды. Аяуһыҙ күп һыйыр һәм аттар ҡулға төштө. Ҡорал тауҙай өйөлөп ятты. Уларҙың дәүләте юҡ ителде".
Әммә ошо еңелеү ҙә ҡырғыҙҙарҙың рухын һындыра алмай, улар уйғырҙарға ҡаршы баш күтәреү өсөн уңайлы мәлде көтөп кенә тора. "Тан шу" хроникаһында ошо хаҡта ла мәғлүмәт бар: "...Хойху көсһөҙләнә башлағас, Ажо үҙен хан, әсәһен - ҡыҙ сағындағы Туцишины - тол ханша, ҡатынын, Гэлу-шеху ҡыҙын - ханша, тип иғлан итте. Хойхус ханы министрын ғәскәр менән ебәрҙе, әммә быныһы уңышҡа өлгәшә алманы. Хан егерме йыл буйына һуғыш алып барҙы. Ажо, еңеүҙәренән тәкәбберләнеп, әйтте: "Һинең яҙмышың тамам булды. Мин тиҙҙән һинең алтын урҙаңды алырмын, уның алдында үҙемдең атымды ҡуйырмын, байрағымды элермен. Әгәр минең менән ярыша алһаң, хәҙер үк килеп ет; булдыра алмайһың икән, тиҙерәк кит бынан". Хойхус ханы һуғышты дауам итә алмай ине".
Уйғыр ҡағанатын өҙгөләгән үҙ-ара һуғыш-тартыштар ҡырғыҙҙарға өҫтөнлөк алыу мөмкинлеген бирә. 840 йылда уларҙың 100 меңлек ғәскәре ҡағанатҡа бәреп инеп, уның баш ҡалаһы Орду-Балык янында дошмандарын тар-мар итә. Уйғырҙар ҡағанаттың көнбайыш тарафтарына (Көнсығыш Төркөстанға) сигенеп, унда яңы дәүләткә нигеҙ һала. Уйғыр ҡағанаты тар-мар ителеү менән, академик В.В. Бартольд әйткәнсә, "ҡырғыҙ бөйөк державасылығы эпохаһы башлана".
IX быуат урталарына Ҡырғыҙ ҡағанаты бик киң территорияны биләп тора. "Тан шу" хроникаһында былай тиелә: "Хягас (Ҡырғыҙ. - Ред. иҫк.) көслө дәүләт ине; күләме буйынса тукюес биләмәләренә (Төрки ҡағанатына. - Ред. иҫк.) тиң. Тукюес Йорто үҙенең ҡыҙҙарын уларҙың старейшиналарына бирә ине. Көнсығышҡа табан - Гулига-ниға (Байкал ҡурыҡандарына. - Ред. иҫк.), көньяҡҡа - Тибетҡа, көньяҡ-көнбайышҡа - Гэлолуға тиклем йәйрәп ята".
Ҡырғыҙ экспансияһы оҙаҡ дауам итмәй, сөнки улар үҙҙәре яулаған территорияларҙы көсләп тотмай, унда күсеп тә китмәй. Бындай хәлдәр тарихта һирәк осрай: яулап алыусы ҡәүем үҙ табышынан үҙе ваз кисеп, тыуған төйәгенә ҡайтып йәшәүҙе хуп күрә. Был хаҡта популяр тарихсы Л.Н. Гумилев шулай яҙа: "Уңдырышлы Минусин уйһыулығында ултыраҡ тормошҡа яраҡлашҡан ҡырғыҙҙар монгол далаларын бары тик хәрби батырлыҡ күрһәтеү, һуғыш табышына эйә булыу майҙаны итеп ҡарай ине. Ҡырғыҙ ғәскәре менән уйғыр төйәктәре араһында буш далалар башланғас, ҡырғыҙҙар өсөн һуғыш файҙаһыҙға әйләнә һәм аҡрынлап һүнә бара..."
Ҡырғыҙҙар хаҡында мосолман авторҙары (ғәрәп һәм фарсы) - географтар, тарихсылар, сәйәхәт ҡылыусылар бик ентекле мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған.
XII быуаттың билдәле ғәрәп географы Мөхәммәт әл Иҙрисиҙең ҡырғыҙҙарҙың яулап алыу походтары тамамланып, Енисей үҙәненә ҡайтып йәшәгән осорон тасуирлаған үтә ҡыҙыҡлы яҙмалары табылған. Ул биргән мәғлүмәткә ярашлы, ҡырғыҙҙар туғыҙ-уғыҙҙарҙан көнсығышҡа табан булған тарафтарҙа йәшәй, уларҙан төньяҡтараҡ кимаҡтар, көньяҡта - ҡытайҙар була. Бындай геоэтник бүленеш X быуатҡа ҡарай. Ғәрәп географы ҡырғыҙҙарҙың 4 ҡалаһы булыуын да телгә ала: был ҡалалар уның картаһында Хирхиз, Нашран, Хакан Хирхиз һәм Даранд Хирхиз тип исемләнә. Ошо хаҡта әл Иҙриси бына нисек яҙа: "Ҡырғыҙ батшаһы йәшәгән ҡала ныҡлы стена, тәрән соҡор һәм ҙур ҡойма менән уратып алынған ҡәлғәнән ғибәрәт... Ҡырғыҙ иленең (аль-Хирхизийа) бар ҡалалары ла бер тарафта булып, уның территорияһы өс көнлөк юл менән үлсәнә. Барыһы дүрт ҡала: улар ҙурҙар, стена һәм ҡәлғә төҙөлмәләре менән уратылған. Унда йәшәүсе халыҡ тәүәккәл, көслө һәм ярһыу. Бөтәһенән дә бигерәк улар Кимакийа батшаһынан һаҡланалар, сөнки ул күршеләре, шул иҫәптән, Ҡырғыҙ иле менән дә дошман булған баҫып алыусы булып тора. Унда ат, һарыҡ, эре мөгөҙлө малдар аҫрала. Аттары ҡыҫҡа муйынлы һәм һимеҙҙәр. Уларҙы һуғымлыҡ итеп ашар өсөн һимертәләр. Күпселек эштәрҙә һәм күсеп йөрөүҙә эре мөгөҙлө малдар ҡулланыла".
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 15, 18-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА