Ниндәй генә һынауҙар үтмәгән ил өҫтөнән: аслығы ла, баҫҡынсылығы ла, ҡырғыны ла, һуғышы ла. Ләкин барыбер тормош дауам итә. Быйыл, ҡурсаланыуҙа ултырыуға ҡарамаҫтан, тағы ла Еңеүле май етте. Йырҙа йырланғанса, ул йәшкә мансылған оло байрамыбыҙ, сөнки донъяны фашизм ҡоллоғонан азат итеүҙең хаҡы - миллионлаған ҡорбан ителгән ғүмерҙәр менән баһалана. Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы ипкене ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр, моғайын... Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың яуаптары ла ошо хаҡта һөйләй.
Рөстәм ҒАТАУЛЛИН, Мәсетле районы: "Ҡабат һуғыш ҡына булмаһын, уландар!" - тип Нурыйәхмәт ҡартатайым бик йыш әйтә ине. Атайымдың атаһы 1895 йылғы, оло йәштә булыу сәбәпле һуғышҡа 1941 йылда алына. "Максим" пулеметы расчетында ул беренсе номер, ә ауылдашы һәм кейәүе Сабирйән Хәйбуллин икенсе номер була. Улар уҡсылар дивизияһында алғы һыҙыҡта һуғыша. Алыш ваҡытында немецтар тәү сиратта пулемет расчетын сафтан сығарырға тырышҡан, уларҙы маҡсатлы рәүештә миномет утына тотҡан. Ошондай бер һөжүм ваҡытында ҡартатайым окопка сүгәләп өлгөрмәгән, уның янында ғына шартлаған минанан ныҡ яраланған. Ярты йыл госпиталдә ятҡандан һуң, 1942 йылдың яҙында, ауылға ҡайтҡан. Һыңар ҡулының ҡулбаштан түбән һөйәге юҡ, мускулдарҙа ғына аҫылынып тора ине. Ҡабырға аша ҙур мина ярсығы үткән, арҡаһы ваҡ ярсыҡтар менән тулған. 60-сы йылдарға тиклем ул ярсыҡтар тәндән аҡрынлап сыҡҡан. "Ниместе беҙ ике һалдатҡа бер мылтыҡ, унар патрон менән еңдек бит ул" - тип һөйләгәне, "Снайпер" фильмын ҡарағас, ҡылт итеп иҫкә төшкәйне. Һуғыштан ҡайтҡас, ферма мөдире, бригадир булып эшләгән. Көслөрәк ҡатындарҙан, өлкәнерәк үҫмерҙәрән "теневой" бригада төҙөп, төндәрен Әй йылғаһында йылым менән балыҡ һөҙҙөрткән. Уны ауыл халҡына таратҡан, күрше урыҫ ауылдарында картуфҡа һәм онға алмаштырған. "Шулай ауылды аслыҡтан ҡотҡарып ҡалды ҡартатайың", - тип күрше бабай һөйләгәйне.
Әсәйемдең атаһы, Рамазан ҡартатайым да оло йәштә була, һуғышҡа 1943 йылда алына. "Һуғыштың ҡыҙған мәлендә китәм, ҡайтыуҙары икеле", - тип әйтеп киткән. Шул уҡ йылдың йәйендә "Хәбәрһеҙ юғалды" тигән хат килгән. 90-сы йылдарҙа нәшер ителгән "Хәтер китабы" аша ғына Рамазан ҡартатайымдың юғалмағанын, ә 1944 йылда Польшала вафат булыуын белдек. Һуңынан, Оборона министрлығы архивтарын интернетҡа һалған осорҙа, уның юғалыу һәм вафат булыу тураһындағы документтарын эҙләп таптым. Һуғыш яланында ҡайҙа ерләнгәнен, һуғыштан һуң ҡайҙа күсерелгәнен асыҡланым. 2017 йылда Казимиж Дольны ҡалаһындағы совет һалдаттары ерләнгән мемориалға барып, Рамазан ҡартатайымдың ҡәберенә Башҡортостан тупрағын һалып ҡайттым. Ундағы исемле һәр ҡәберҙе фотоға төшөрҙөм, Башҡорт Википедияһында мемориал тураһында мәҡәлә яҙып, фотоларҙы шунда ҡуйҙым. Казимиж Дольнылағы ҡәберлектә 8676 мәйет ерләнгән, ә Польшала ундай дөйөм ҡәберлектәр ҡырҡтан ашыу. Улар ерле хакимиәт ҡарамағында, бик матурлап тәрбиәләйҙәр. Ә үҙ илебеҙҙә һалдат мәйеттәрен яу яланынан йыйып бөтмәгәнбеҙ әле, шуныһы ҡыҙғаныс.
Аталары һуғыштан ҡайтмағандарға был һуғыш икеләтә-өсләтә ауыр булған. Улар үткән һуғыштың тере ҡорбандары. Үкһеҙ етем үҫкән әсәйемдең әсенеп һөйләгәндәрен бәйет итеп яҙғайным.
Һуғыш ҡорбаны бәйете
Етмеш биш йыл үтте бына,
Ҡәһәр һуғыш бөткәненә,
Бөтмәгән шул, минең өсөн
Әле һаман дауам итә.
Һәр йыл һайын Еңеү яҙын
Ҡабат халыҡ байрам итә,
Ә мин һүнмәҫ өмөт менән
Әтейемде яуҙан көтәм.
Бәғзе берәү майҙандарҙа,
"Ҡабатларға!" - оран һала.
Һорағанмы ҡорбандарҙан,
Еңеү хаҡы күпме тора?
Эй, кешеләр, байрамдарҙы
Сама менән байрам итең,
Иҫәбе юҡ етемдәрҙең
Һүҙен һеҙгә бәйән итәм.
Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ берҙә
Герман башлап һуғыш асҡан,
Барса халыҡ берҙәм булып
Ил һаҡларға яуға баҫҡан.
Һуғыш бит ул уйын түгел,
Аямаған кеше башын,
Етемдәрҙе зар илатып,
Ҡырған бит ул йәшен-ҡартын.
Оло йәшкә ҡарамаҫтан,
Әтейгә лә сират еткән,
Арҡаһына тоҡсай аҫып,
Ҡырҡ өстә яуға киткән.
"Һуғыштың бик ҡыҙған мәле,
Ҡайтыуҙары, һай, икеле,
Кеше ит, - тип, - балаларҙы",
Әнейгә ул васыят әйткән.
Ябай һалдат елкәһенә
Күпме яфа-михнәт төшкән,
Меңәр саҡрым йәйәү үткән,
Тиҫтәләгән йылға кискән,
Тик Висланы сыҡҡан саҡта,
Юрағаны юшҡа килгән,
Ҡорбан булған, әтекейем,
Ер ҡуйынын фатир иткән.
Төҫө лә юҡ хәтеремдә,
Сабый инем ул йылдарҙа,
Әтей ниндәй булғанын да,
Белдем күреп күршеләрҙә.
Әтекәйем, ник ҡайтманың,
Наҙға күмеп яратманың,
Байрамдарҙа күкрәк киреп,
Орден-миҙал сыңлатманың?
Ҡушҡаныңды үтәй алмай
Әней иртә үлеп китте,
Дүрт баланы - дүрт тарафҡа,
Әсе яҙмыш юлы илтте.
Һикһәнде лә уҙҙым инде
"Етем" тигән исем менән,
Ҡәһәр һуғыш беҙҙе лә бит
Тере килеш ҡорбан иткән.
Атайҙары ҡайтҡандарҙың
Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн.
Хөкүмәттән тамып тора,
Еңел инде донъя көтөү.
Ауыр булды үкһеҙҙәргә
Ғәилә ҡороп, мандып китеү,
Үҙебеҙҙе генә түгел,
Балаларҙы кеше итеү.
Ин ша Аллаһ, бирешмәнек,
Илгә тоғро хеҙмәт иттек,
Теймәй кеше өлөшөнә,
Ғәҙел генә ғүмер үттек,
Дәүләттән дә күрмәгәнде
Балаларҙан күрәмен.
Инәлмәйем, һорамайым,
Әммә теләк теләйем.
Оран һалған аңлаһын ул -
Киләсәктә һуғыштарҙы
Ҡабатларға яҙмаһын шул!
Ҡабатларға яҙмаһын!...
Һуғыш ҡорбаны бәйете
Етмеш биш юл көйләнде.
Яҙып алды ишеткәнде
Рөстәм - һалдат ейәне.
Иншар АСҠАРОВ, Стәрлебаш районы Үрге Аллағыуат ауылы: Ҡағылған тип кенә әйтеү бик дөрөҫ булмаҫтыр, өйөрмә кеүек үткән беҙҙең ғаиләнән был быуат ғәрәсәте... Беренсе булып өлкән ул, ҡатынын, балаларын ҡалдырып, Яһанур бабай китә фронтҡа, күп тә үтмәй похоронкаһы килә. 1942 йылда, Федоровка районының Юлдаш ауылында уҡытыусы булып эшләгән Хәсән бабайыма ла сират етә ил һаҡларға сафҡа баҫырға. Ул данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыша, Сталинград өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була... 1943 йылда 17 йәшлек Хөсәйен бабайыма ла повестка килә. Ул офицерҙар мәктәбендә уҡып сығып, 1944 йылда лейтенант дәрәжәһендә башлай үҙенең хәрби хеҙмәтен. Прибалтиканы, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша, Еңеү таңын Кенигсберг ҡалаһында ҡаршылай. Капитан дәрәжәһендә өйгә ҡайта.
Һуғыш башланғанда 50 йәше тулған олатайым Йыһангир ҙа трудармияла, Урал урмандарында еңеүгә үҙ өлөшөн индерә, 1947 йылда тыуған йортона әйләнеп ҡайтырға насип була...
Өләсәйем Зөлҡәғиҙә был йылдарҙа өс бәләкәй балаһы менән йорт йылыһын, усаҡ утын һаҡлай, колхоздың төрлө эштәрендә лә эшләй. Танкығамы, самолетҡамы тип, үҙенең барлыҡ биҙәүестәрен тапшыра, үҙенә бер нисә бөртөк кенә алып ҡала. Ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡанда шуларҙы берәмләп тарата. Бына шулай, Советтар Союзының меңдәрсә ғаиләләре кеүек, бер төптән, Еңеү өсөн көрәшә минең тоҡом. Мәңгелек Дан уларҙың бөтәһенә лә, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн һаулығын, ғүмерҙәрен дә йәлләмәгән Совет иленең ябай ғаиләләренә!
Миңһылыу АБДУЛЛИНА, Салауат районы: Атайым Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы 1943 йылдың мартында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. III Украин фронты армияһы составында Украина ерҙәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Йәш сержант башта автоматсы, артабан пулемётсы булып хеҙмәт итә. Алты ай дауамында Әлкә хәрби часында хәрби күнекмәләр ала. Был осорҙо бик аяныс итеп хәтергә ала торғайны, сөнки унда буласаҡ яугирҙар аслыҡтан яфалана.
1943 йылдың сентябрендә 2 мең һалдатты Өфө станцияһынан теплушкаларға тейәп оҙаталар. Атайым, өлкән сержант, III Украин фронтына ҡараған 170-се уҡсылар полкы составында отделение командиры вазифаһында һуғыша. Днепр йылғаһы аша тимер юл күпере емерек хәлдә була. Ары-бире терәтелгән свайҙарҙа ғына торғанлыҡтан, бер юлы тик икешәр вагонды ғына сығарып булған. Юғалтыуҙар кисереп, ғәскәрҙе ҡаршы ярға сығарып бөтәләр. "Вагондарҙан төшөүгә, киҫәкләп, сей ит тараттылар. Кем нисек әтмәләштерә ала, шулай итеп ризыҡланы был өлөштәрҙе. Шул саҡ, ялтырауыҡ күк төҫкә буялған тәреле немец самолёттары килеп сыҡты һәм, утлы ямғыр менән ҡойондороп, осоп үтте. Күп кенә иптәштәр, алышта ҡатнаша ла алмай, һәләк булды", - тип хәтерләй торғайны ул.
Кәрәк булған һайын, окоптар ҡаҙып, оборонаға әҙерләнеп, өшөп-туңып, ҙур ауырлыҡтар менән үтәләр һалдаттар көҙгө юлды. Ҡыш тыны һиҙемләнһә лә, яугирҙарҙың күбеһенең өҫтөндә йоҡа гимнастерка, шинель һәм аяҡтарында обмотка була. 1943 йылдың 5 декабрендә атайымдың һул ҡалаҡ һөйәге аҫтына снаряд ярсығы инеп ултыра. Күп ҡан юғалтып өлгөргән 19 йәше менән барған йәш егетте Дружковка ҡаласығы госпиталенә алып киләләр. Дауаланып сыҡҡас, 15-се айырым мотомехбригада составында тағы алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Көньяҡ Украина, Молдова ерҙәрен дошмандан азат иткән Карпат-Днепр стратегик һөжүм итеү сиктәрендәге Одесса хәрби операцияһында ҡатнаша. Көньяҡ Буг йылғаһы ярында, Тирасполь ҡалаһы ҡаршыһында оборонала ятҡанда дауахананан һуң нығынып та өлгөрмәгән организм тағы бирешә. Яугир ҡурҡыныс диагноз - үпкә плевриты менән тағы госпиталгә эләгә. Был юлы Одесса ҡала госпиталендә ярты йыл дауалана һәм табиптарҙың иҫ киткес ныҡышмаллығы арҡаһында ғына тере ҡала. Бигерәк тә йәһүд милләтле өлкән йәштәге табип әбейҙе йылы итеп хәтерләй торғайны. Атайым 1950 йылда, 7 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, демобилизацияланған. 1951 йылда инәйем Сафия Нәғим ҡыҙына өйләнеп, беҙгә, биш балаға: миңә һәм Әғзәм, Флорида, Альфрида, Гүзәл иркәләремә ғүмер биргәндәр. Барыбыҙ ҙа педагогтар.
Рәзиф ВӘЛИЕВ, Ҡырмыҫҡалы районы: Атайым Ғафуан Ғәлимйән улы Бөйөк Ватан һуғышына 18 йәше тулғас, 1942 йылда саҡырыла. I Украин фронты армияһында һуғыша, атлы разведкала хеҙмәт итә. Күп тапҡырҙар дошман тылына "тел" алырға бара. Бер ваҡыт разведкала немец офицерын ҡулға төшөрәләр, дошман атайыма ете тапҡыр сәнсеп өлгөрә, әммә яраланыуына ҡарамаҫтан, ҡанһырап булһа ла, офицерҙы үҙебеҙҙекеләр яғына һөйрәп алып сығалар. Ошо батырлығы өсөн "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була. Ай ярым госпиталдә дауаланғандан һуң, ҡабат фронтҡа китә. 1943 йылда башы яралана һәм 4 ай дауаланғандан һуң ҡабат разведкаға түгел, ә артиллерияға төҙәүсе итеп ебәрелә.
1944 йылда Киев эргәһендәге һуғыштарҙа ул хеҙмәт иткән подразделение "Тигр"ҙар һөжүмен кире ҡаға. Ошо алышта немец илбаҫарҙарының техникаһын юҡ иткәне өсөн атайым III дәрәжә Дан орденына күрһәтелә, әммә ҡаты яраланыуы һөҙөмтәһендә наградаһын алып өлгөрмәй, тылға оҙатыла. Госпиталдә ете ай булғандан һуң, сәләмәтлеге буйынса демобилизациялана. Ә наградаһы уны 32 йылдан һуң эҙләп таба.
Тыуған Нуриман районының Бүләк ауылына ҡайтҡас, башкөлләй колхоз эшенә сума: ҡултыҡ таяғында булһа ла, 10 йыл дауамында "Ҡыҙыл Натис" хужалығын етәкләй. Һуңынан сауҙа өлкәһендә эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, "Совет сауҙаһы отличнигы" знагына лайыҡ була.
Роза РӘСЕМБӘТОВА, Хәйбулла районы: Әсәйемдең атаһы Ишбулат ҡартатайым (Хәйбулла районынан) 20 йәшендә Темәс педучилищеһын тамамлап, уҡытып йөрөгән сағында 1939 йылда әрме сафына алына. Шунан һуғышҡа инеп китә. Кавалерия дивизияһына эләгә. 1941 йылда ҡылыс менән төшкән фотоһы буйынса, 74-се кавалерия дивизияһында булғандыр, тип фаразлайбыҙ. 1943 йылда радистар курсына ебәрелә. Гармунсыларҙы һайлап алдылар, тигән. Шулай Алыҫ Көнсығышҡа эләгә. Япония менән һуғышта ҡатнаша. Политрук була. Капитан званиеһы ала. 1947 йылда иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Кәримә өләсәйем менән биш бала үҫтерәләр. 50 генә йәшендә вафат була. Иң үкенеслеһе, уның тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек. Заманында әһәмиәтен аңламағанбыҙ, ти әсәйем. Миҙалдарын да һаҡламағандар.
Атайымдың әсәһе Тәнзиләгә (Дүртөйлө районы) һуғыш сыҡҡанда 9 ғына йәш була. Сибек кенә ҡыҙ ҙа тыл эшенә егелә. Ас булһаҡ та намыҫ менән эшләнек, ти ине. 12 йәшлек сағында өйҙәге туғандарына бер ус иген алып ҡайтырға була. Тикшереүсегә юлыҡҡас, ҡыҙсыҡ ризыҡты тиҙ генә юл ситенә һибә, тик сепрәк моҡсаның тегелгән буйында ҡалған иген бөртөктәре өсөн хөкөм ителә. 6 ай подвалда һалдаттар өсөн кейем тектем, фронттағы атайым Сталинға хат яҙҙы, шунан ғына мине ҡайтарҙылар, тип һөйләр ине. Ул хат кем ҡулына эләккән, өлкән ҡартатайыбыҙ унда нимә тип яҙғандыр - беҙгә ҡараңғы. Ҡайтҡас та тылда эшләй. Һуңынан ФЗУ-ға эләгә. Шул ҡыҙ баланы йәлләп үҙәгем өҙөлә хәҙер. Ул ваҡытта шундай ҡаты тәртип тә кәрәк булғандыр инде. Ҡәртәсәйем зарланманы. Тырышып донъя көтөп йәшәне. Тыл ветераны булараҡ хөкүмәт хөрмәтен күрҙе.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА, Шишмә районы: Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткән көндәрҙә мин дә балалыҡ хәтирәләрем менән уртаҡлашып, атайым Юлдашбаев Шакирйән Шәйхислам улы тураһында бер кәлимә һүҙ әйткем килә. Ул 1908 йылда Шишмә районы Яңы Усман ауылында тыуған. 1934 йылда әсәйем Суфия менән өйләнешеп, беҙгә, өс ҡыҙына, ғүмер биргәндәр. Икеһе лә колхозда эшләгән. Атайым колхоз бригадиры, трактор бригадаһы бригадиры булған. Бик етеҙ, уңған кеше ине, тип иҫкә алалар уны. 1941 йылдың июль айында хәрби комиссариаттан атайыма саҡырыу килде. Уларҙы Авдон ауылында дүрт ай һуғышҡа әҙерләнеләр. Әсәйем йәше лә тулмаған һеңлемде, беҙҙе ҡалдырып, арбаға бесән, һалам төйәп, Авдонға 17 мәртәбә барҙым, тиеп һөйләй торғайны. Бер барыуында ул мине лә үҙе менән бергә алырға булды. Йөк башына ултырып, әсәй менән 50 км йыраҡлыҡтағы Авдон ауылына юлға сыҡтыҡ. Икенсе атта Насих ағай бара. Аҙаҡ ул да һуғышҡа китте, тик әйләнеп ҡайтманы. Авдонға кискә генә барып еттек. Йөктө бушатҡас, урамдан теҙелешеп килгән һалдаттарҙы күреп, ҡаршыларына сыҡтыҡ. Шул ваҡыт атайым йүгереп килеп, мине күтәреп алып үпте лә, яңынан иптәштәре янына йүгерҙе. Командирҙан бер минутҡа ғына сафтан сығырға һораған икән. Һуңғараҡ биш минутҡа һорап, тағы яныбыҙға килде. Юлда тағы әллә күпме ыҙалар күрһәк тә, атайым менән күрешеүҙән бик тә ҡәнәғәт булғаным хәтерҙә.
Апрель айында атайҙарҙың фронтҡа китәсәге тураһында хәбәр алдыҡ. Әсәй эштән ҡайтты ла шунда уҡ бешеренә башланы, төндә поезд үтәсәк Шөңгәккүл станцияһына киттек. Унда төнө буйы ултырҙыҡ, иртәгәһенә көндөҙгө 12-лә генә состав станцияға килеп туҡтаны. Вагондарҙан һалдаттар, улар менән бергә атайым да килеп төштө. Состав киске 9-ҙа ғына ҡуҙғалып китте. Атайымды һуңғы тапҡыр күреүем шул булды. Беренсе класҡа уҡырға барғас, фронтҡа, атайға көн дә тиерлек хаттар яҙа башланым. Атайымдан да өсмөйөшлө хаттар йыш килде лә, 1942 йылда ҡапыл туҡтаны. Ауыл советына уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килде. Һуңыраҡ атайымдан хаттар яңынан килә башланы. Ул еңелсә яраланыуы, госпиталдә дауаланыуы, миҙал алыуы тураһында яҙҙы. 1943 йылда тағы бәйләнеш өҙөлдө. 1944 йылдың йәйендә беҙҙең өйгә бер һалдат ағай килде. Әсәйем эштә ине. Ағай атайҙың фотоһын һораны. Мине күтәреп алып, урындыҡҡа баҫтырып, арҡамдан ҡағып яратты ла, сығып китте. Сентябрь айында был ағай ҡабат килде. Сталинград өсөн барған һуғышта атайҙың ҡаты яраланыуы, яҡында ғына ярҙам булмағас, өс сәғәт кукуруз һаламы өҫтөндә ҡанһырап ятыуы, "Иҫән ҡайтһаң, минең балаларҙы барып күр, арҡаларынан ҡағып ярат", тип васыят әйтеп, күҙҙәрен йомоуы тураһында һөйләне. Атайҙы Будерлиновка ауылында ерләгәндәр. Был ағай (исем-шәрифен белмәйем, Дәүләкән районы Мерәҫ ауылында колхоз бухгалтеры булып эшләгәне тураһында ғына хәтерҙә) беҙгә атайымдың хәрби билетын, миҙал документын, ҡанлы фотоларҙы тапшырҙы. Ләкин был документтар әллә штабҡа барып етмәгән, әллә ҡанлы булып танырлыҡ булмаған, атай хәбәрһеҙҙәр исемлегендә тороп ҡалды шулай...
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА, Өфө ҡалаһы: Олатайым менән өләсәйемдең бер-бер артлы дүрт улы тыуып, бишенсе сабыйҙарын көткәндә олатайым: "Их, ҡыҙым булһа, ебәккә генә төрөп йөрөтөр инем!" - тип хыялланған. Уның әйткәне фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгәнме - инәйем донъяға килгән. Ысынлап та, олатайым ҡыҙын әллә ни иткән, хатта ашаған ваҡытта уны ҡаршыһына һалып ҡуйыр булған. Әммә барлыҡ хыялдарын һуғыш емергән - олатайымды 1941 йылдың июнендә һуғышҡа алалар. Был ваҡытта иң өлкән улына 10 йәш, иң бәләкәйенә - инәйемә - 10 ғына ай булған була. Шул уҡ йылдың декабрендә олатайымдың хәбәрһеҙ юғалған тигән хәбәре килә. Өләсәй аслыҡта ла, яланғаслыҡта ла биш балаһының береһен дә үлтермәй һаҡлап алып ҡала. "Беҙ ҙә башҡалар кеүек бер баҡса бәрәңге ултыртабыҙ, көҙөн берәр балалылар 300 биҙрә уңыш ала, минең 90 биҙрә сыға. Аптырайым. Эштән ҡайтыуыма малайҙарым, инәй, беҙ бәрәңге таптыҡ, тип көтөп тора торғайны. Тамырын өҙөп бөткәс, бәрәңге әллә ни уңмаған да инде", - ти торғайны өләсәй беҙ картуф алғанды баҡсаға сығып, беҙҙең эшләгәнде ҡарап ултырғанда. "Ил ҡайғыһы - бразник, башҡа ҡайғы килмәһен", - тип үҙ күңелдәрен үҙҙәре күреп йәшәһә лә, беҙҙең замандағы муллыҡты күреп, "Хәҙер аңлайым, элек ирҙәренең похоронкаһы килгәндәргә балалары мәктәпкә барһа ла ярҙам күрһәтәләр, башҡа ваҡытта ла. Мин биш бала үҫтерҙем, бер ярҙам да булманы. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың балаһына бирергә ҡушмағандар инде", - ти торғайны.
Атаһын 10 айлыҡ ҡына сағында күргән инәйем иһә ғүмер буйы атай тип әйтеү бәхетен татымаған. Беҙ, өс балаһы, сыр-сыу килеп, атайыбыҙҙың елкәһенә менеп шаяра, өйҙә булмаһа, ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөүебеҙҙе күреп, "Аптырайым һеҙгә, атайҙы ла инәйҙе яратҡан кеүек яраталармы икән?" ти торғайны. Ә беҙгә уның һорауы аптырау тыуҙыра - нисек инде үҙе инәй, үҙе бала атайҙы нисек яратҡанды белмәй...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА