«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

НИҢӘ ГӘЗИТ УҠЫМАЙҺЫҢ?
+  - 

Башҡорт матбуғат баҫмаларының маҡсаты нимәлә? Мәҫәлән, "Киске Өфө"нөң? Уңышлы, эшлекле, һөнәрле, оҫта, ғилемле милләттәштәрҙе күрһәтеүҙә-күтәреүҙә. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе пропагандалауҙа һәм һаҡлауҙа. Йәштәрҙе милли төшөнсәләр нигеҙендә тәрбиәләүҙә...

"Киске Өфө" биттәрендә сығыш яһаған автор, мәҫәлән, мотлаҡ башҡорт донъяһына файҙалы булған һәм йөрәгендә милли рух йөрөткән кеше. Һәр хәлдә беҙ, гәзит редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, шулай иҫәпләйбеҙ. Әммә күңелде ҡырған бер нәмә бар. Гәзиттә материалдарын баҫтырған зыялыларыбыҙ беҙгә йыш ҡына ниндәйҙер бер һанды эҙләп килә. Баҡтиһәң, улар гәзит алдырмай һәм үҙҙәренең мәҡәләһе сыҡҡанмы-юҡмы икәнде лә белмәй ҡала икән... Китапханала үткән бер сара ваҡытында билдәле яҙыусы минән уның материалы баҫылдымы-юҡмы икәнде белеште. "Күптән баҫылды ул. Күрмәнегеҙме ни?" - тип һораным аптырап. "Гәзит алдырмайым шул... Яҙылам тием дә... онота ла ҡуям", - тип күҙен йәшереп кенә аҡланды ағай. Оят булды уға...
Шуның кеүек миҫалдарҙы күп килтерергә була. Баҫмабыҙ зыялыларыбыҙға хөрмәт белдереп, яҙғандарын халыҡҡа күрһәтеп, ҙурлап тора, ә улар уны алдырмай ҙа, уҡымай ҙа, имеш. Яҙыусы һынлы яҙыусы ла гәзиткә яҙылмағас, редакцияға килеп уның бер һанын биреүебеҙҙе һорап йөрөгәс, башҡаларға ни һан!
Шулай ҙа гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ ҙа, "Шул һанда шуны уҡыным да, фекеремде белдерергә булдым", тип шылтыратҡан йәки яҙған уҡыусыларыбыҙ ҙа аҙ түгел. Баҫманы беренсе һанынан даими алдырып, һәр номерҙы көтөп торғандар ҙа байтаҡ. Йәки туған-тыумасаһына "Киске Өфө"гә яҙылыу тураһындағы квитанция бүләк итеүселәр барлығын да беләбеҙ. Бына ошондайҙар йәшәтә, байыта, ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк итә лә инде баҫмаларҙы. Ә билдәле шәхестәрҙең башҡорт баҫмаларын һанға һуҡмауы уларҙың кимәлен билдәләй, тиһәк... хаталанмаҫбыҙ, моғайын.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.20 | Ҡаралған: 795

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru