«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФОНТАНДАР ҘА ЙЫРЛАЙ БАШЛАР
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәтендәге видеоконференция форматындағы сираттағы оператив кәңәшмәлә мосолман донъяһындағы иң изге һәм оло байрам булған Ураҙа ғәйетенең быйыл ябыҡ мәсеттәрҙә үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡала мэры Өлфәт Мостафин халыҡтың мәсьәләне аңлап ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәйер, бер ай буйына үҙенең рухи ныҡлығын һынаусылар был хәлде лә сираттағы һынау тип ҡабул иткәндер. Сөнки һәр һынауҙың әжере лә була - яҡшыға өмөтләнәйек.

Кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы сик буйы һаҡсыларына саҡырыу ташларға ла онотманы. Белеүебеҙсә, был көндә баш ҡалала ҙур саралар үтә, хатта йәшел фуражкалыларҙың ҡала фонтандарында (быйыл фонтандар июндә генә эшләй башлай) һыу инеүе лә ғәҙәти күренешкә әйләнеп бөткәйне инде. Ниндәйҙер кимәлдә был көндө урамда халыҡ башҡа ваҡыттағынан әҙерәк тә кеүек тойола ине - баш ҡалаға сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр "хужа" була торғайны. Быйыл иһә уларға ла байрамдарын киң ҡолас алмай ғына үткәрергә тура килә - сик буйы һаҡсыларын, башҡаларға өлгө күрһәтеп, ҡурсаланыуҙа ултырырға саҡырҙы ҡала хакимиәте башлығы.
Шулай уҡ 6 июндән ҡала зыяраттары асыла һәм был осраҡта ла ажиотаж тыуҙырмаҫҡа кәрәклеген билдәләне Өлфәт Мансур улы, сөнки күмәкләп йөрөү һаман да тыйыла, ә зыяраттарға артабан да инеү мөмкин буласаҡ, транспорт маршруты ойоштороласаҡ. Әммә был осраҡта ла һаҡланыу саралары һәм ҡуйылған талаптарҙы үтәү мотлаҡ.
Ҡурсаланыу осоронда күп ойошмалар ситтән тороп эшләүгә күсһә лә, бындай алым менән эшләй алмаған учреждениелар ҙа бар. Шундайҙар иҫәбенә етем балалар өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар инә. Ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеген һәм ведомство-ара бәйләнеште ойоштороу бүлеге етәксеһе Эльза Мөслимова эпидемиологик режим ваҡытында балалар йорттарының эше менән таныштырҙы. Баш ҡалала бөгөнгә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн - 4, балиғ булмағандарҙы социаль хеҙмәтләндереү буйынса 2 ойошма бар. 20 апрелдән улар ябыҡ режимға күсерелгән, хеҙмәткәрҙәр сменалап 14-әр көн учреждениенан ситкә сыҡмай эшләй. Эшкә килеүсе смена коронавирусҡа анализ тапшырып, һөҙөмтәләр кире булған осраҡта ғына эшкә сыға. Көн һайын хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлек, психологик торошо тикшерелә. Карантин ваҡытында был учреждениеларҙа тәрбиә-белем биреү эше өҙлөкһөҙ дауам иткән, планлаштырылған саралар ҙа һаҡланыу талаптарын тулыһынса үтәп үткәрелгән. Учреждениеға ситтәр йәки башҡа ойошма вәкилдәре индерелмәй, яңы килеүсе балалар булғанда, улар мотлаҡ ике аҙна ҡурсаланыу үтә, даими рәүештә дезинфекция саралары үткәрелә.
Өфөнөң халыҡ күпләп йөрөгән урындарының береһе, моғайын да, фонтандар ҡуйылған майҙандарҙыр. Быға тиклем улар майҙа уҡ эшләй башлаһа, быйыл бер айға һуңлап - 1 июндә генә асыласаҡ. Баш ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, йәйҙең беренсе көнөндә 21 фонтан эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ тиҙҙән "Имәндәр" (Дубки) скверында "Торналар" төҫлө һәм йырлаусы фонтан да сафҡа индереләсәк. Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан "Ете ҡыҙ", Орджоникидзе майҙанындағы Беренсе Май, Салауат Юлаев майҙанындағы "Ҡурай" һәм Ленин майҙанындағы "Сәғәт" фонтандары йырлаусы фонтандар булараҡ та билдәле. Улар эргәһенә көн һайын меңләгән кеше йыйыла. Шуға ла халыҡ күп йөрөгән урындарҙағы фонтандар төнгө 12-гә тиклем эшләйәсәк. Ә инде именлекте полиция һәм ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тәьмин итәсәк. Һәм, әлбиттә, улар эпидемия осорондағы һаҡланыу сараларының үтәлеүен дә күҙәтәсәк.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 520

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru