Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә "Рәсәй халыҡтары туған телдәрен уҡытыуҙың иң яҡшы педагогик тәжрибәләре" Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Унда Башҡортостан данын Өфөнөң 2-се шифахана мәктәп-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов (һүрәттә) яҡланы һәм "Туған телде уҡытыу методикаһы һәм практикаһы" номинацияһында I урын яуланы. Конкурс барышы, тәьҫораттары тураһында Мирас Рәшит улының үҙенән һораштыҡ.
- Ҡағиҙәләр буйынса, конкурстың беренсе турына дәрестең конспект планын ебәрергә, икенсе турға шул конспект нигеҙендә оҫталыҡ дәресе әҙерләү талап ителә ине. Унан алда ғына 6-сы синыф уҡыусылары менән Башҡорт дәүләт университетында уҙғарылған туған телдәргә арналған бер фестивалдә ҡатнашҡайныҡ һәм мин шуның нигеҙендә балаларға күрһәтмә дәрес үткәрергә әҙерләнгәйнем, конкурсҡа шул дәресте ебәрҙем дә инде. Конкурс эшем "6-сы синыфта интеграцияланған туған тел дәресен методик әҙерләү" тип аталды. Мин ҡатнашҡан номинацияға йөҙҙән артыҡ эш ебәрелгәйне, ун кеше финалға үттек. Бынан тыш, тағы төрлө номинацияларҙа барлығы 30 педагог конкурс финалында оҫталығын һынағайны, һәм коллегам, Әбйәлил районы Асҡар ауылы Т.Кусимов исемендәге гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Йондоҙ Хисаметдинова үҙ номинацияһында III урын яуланы. Финалға үткән уҡытыусылар барыһы ла 24-30 йыл эшләгән тәжрибәле педагогтар булды, ә минең был өлкәлә хеҙмәт стажым 5 йыл ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, жюри ағзалары конкурсҡа тәҡдим иткән эшемде юғары баһаланы.
Оҫталыҡ дәресемде төрлө милләт вәкилдәренән торған класта башҡорт телен өйрәтеүгә бағышланым. Беҙҙең мәктәптә 6-сы синыфта башҡорт, урыҫ, татар, тажик, мари һәм үзбәк балалары - 6 милләт вәкиле белем ала. Бөтәһенә лә дәрес ҡыҙыҡ булһын өсөн был халыҡтарҙың теле, мәҙәниәте, тарихы нигеҙендә сағыштырма мәғлүмәттәргә таянып дәрескә әҙерләнергә тура килә. Был юлы ла милли яҙ байрамдарының - Наурыз һәм Масленицаның үзбәк һәм мариҙарҙа нисек уҙғарылыуы тураһында, татар-башҡорт-мари телдәрендәге исемдәргә арналған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе туплап, дәрес күрһәттем. Оҫталыҡ дәресемдән һуң "Башҡа милләт балаларына был ҡыҙыҡмы?" тигән һорау ҙа бирҙеләр әле. Әлбиттә үҙенең туған телен уҡымаһа ла, республиканың дәүләт телдәренең береһен өйрәнеп, урындағы халыҡтың мәҙәниәте, тарихы менән танышҡанда үҙенең милләтенә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә белгәндән уҡыусыларҙа бер-береһенә һәм башҡа халыҡтарға ҡарата ихтирам тойғоһо уяна. Бер ниндәй ҙә кәмһенеү йәки башҡорт балаларында үҙҙәрен бүтәндәрҙән өҫтөн тойоу юҡ. Киреһенсә, һирәкләп булһа ла ойошторолған ошондай параллелдәр үткәреүгә ҡоролған дәрестәрҙә улар бер-береһе менән яҡынданыраҡ танышып ҡала.
Башҡа коллегаларым да туған тел дәрестәрен шулай мәҙәниәт, тарих һәм әҙәбиәтте бергә үрелдереп уҡытыуҙары тураһында һөйләне. Пермдән килгән уҡытыусы, мәҫәлән, Себер татарына туған тел дәресен уҡытыуҙа урындағы музейҙар менән хеҙмәттәшлек бик һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Дағстандан килгән педагог милли кейем, фольклор, йыр-бейеү менән үрелдереп дәрес үткәреү оҫталығы менән бүлеште. Коми республикаһы уҡытыусыһы башланғыс синыф уҡыусыларының белем кимәлен дөрөҫ баһалау, аңлашылмаған темаларҙы асыҡлау өсөн ҡулайлы контроль эштәр, төрлө күнегеүҙәр тураһында бик фәһемле оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ошолай итеп тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш, сараның дөйөм өлөшөндә туған тел уҡытыусыларын борсоған проблемаларҙы уртаға һалып, фекер алышыу форсаты ла тейҙе. Бөтәһен дә тәү сиратта балаларҙа туған телдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмеүе хафаға һала, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә туған телдәрен өйрәнергә һәм шул телдә уҡырға теләүселәр һирәгәйә. Күп осраҡта был, әлбиттә, йәмғиәттә шул телдә аралашҡан мөхит булмауына ла бәйле. Бынан тыш, туған рус теле дәрестәре дөрөҫ үткәрелмәүе, яңы әсбаптар талап ителеүе хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Миңә Дағстан педагогтарының ауыл һәм ҡала балаларын бер класҡа туплап уҡытыу тәжрибәһе оҡшаны. Ауыл балалары туған телен яҡшы белә, аралаша бит, ә ҡалала үҫкәндәр уҡыуға ынтылышлы, үҫешкән була. Дағстанда ошоноң менән файҙаланып, тәжрибә рәүешендә уларҙы бергә уҡытып ҡарағандар ҙа инде. Бына шулай, туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй кимәлендәге был конкурсы үҙемде һынау йәһәтенән дә, һөнәри оҫталығымды арттырыу һәм тәжрибә туплау яғынан да бик әһәмиәтле булды.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Йөрөгән таш шымара, ти. Һәр кемгә лә һөнәри үҫеш өсөн бер туҡтауһыҙ хәрәкәт итеү - фекерҙәш, ижадташ, хеҙмәттәш кешеләрҙең эшмәкәрлеген, йәшәйешен күреп-белеп йөрөү, тәжрибә туплау кәрәк. Был йәһәттән Рәсәй кимәлендә лә, республика сиктәрендә лә педагогтар өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ - йыл әйләнәһенә һөнәри конкурстар даими рәүештә ойошторолоп тора. Бына был Бөтә Рәсәй конкурсының да ошо маҡсаттарға өлгәшергә булышлыҡ итеүе күренә.
Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА