«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРАЛАШЫП ЙӘШӘЙЕК!
+  - 

Беҙ бөгөн генә түгел, ә һәр ваҡыт аралашыуға, һөйләшеүгә, күрешеүгә мохтажбыҙ. Бигерәк тә ниндәйҙер аҡыл, аң, идеялар, ижади һәм рухи күтәренкелек бирә алған кешеләр менән һөйләшеүҙәр танһыҡ беҙгә.

Миҫал итеп әйткәндә, редакциябыҙ тап шундай урын. Ялдарҙа йәки әлеге коронавирус карантинында редакцияға бер-беребеҙ менән әңгәмәләшеүҙәрҙе, Гөлфиә Янбаева, Сәрүәр Сурина, Вәлиәхмәт Бәҙретдинов кеүек оло журналистарҙың фәһемле һәм берәй процесҡа этәргес көс бирә торған өр-яңы фекерҙәрен һағынып киләбеҙ. Беҙҙә йыш ҡунаҡ авторҙарыбыҙ Әхмәр Үтәбай, Зәкирйән Әминев, Рәшит Шәкүр булһынмы, йәки һөйләшеү-диалогтарға саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙмы, һәр береһе менән һөйләшеү үҙе бер танһыҡты ҡандырған ваҡиға булып ҡала. Шул осрашыуҙарҙан, аралашыуҙарҙан ниндәйҙер орлоҡтар ҡалып, улар күңелдә бер ижади шәлкем тыуҙыра. Әгәр һөйләшеүҙәрҙән бер-береңде үҫтереүгә, нимәгәлер өйрәтеүгә һәм ҡанатландырыуға, кәрәкле, мөһим, рухиәткә ятышлы әйҙәүгес, көйләүгес алаһың икән, бындай аралашыуҙар файҙаға ғына. Һәм беҙҙең "Киске Өфө" гәзите редакцияһы был йәһәттән үҙе бер тәрбиә, профессиональ үҫеш мәктәбе ул. Был - шулай! Ошо уйымды быйыл Бөрйән районы ағинәйҙәре менән осрашҡандан һуң да нығыттым әле. Хеҙмәттәшем - драматург Сәрүәр Сурина менән гәзитебеҙгә яҙылыу хәлдәрен дә белешәйек, һуңғы ваҡытта ҡорама ҡорау буйынса әүҙемләшеп киткән ағинәйҙәрҙең ижад емештәрен дә күҙҙән үткәрәйек тип юлға сыҡҡайныҡ. Ғәҙәти ауыл тормошонда, йәйҙең "бала-саға-мал-тыуар" сиктәрендә генә булып киткән йәшәйешендә ҡайнап, үҙҙәрен дә онотоп ебәргән мәлдәрендә килеп төштөк апайҙар араһына. Район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның саҡырыуы буйынса беҙҙең менән осрашырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылды ла, ҡырға сығып ултырып, сәй табындары ҡороп, күңелле генә итеп аралашып алдыҡ. Улар үҙҙәренә яҡын булған, үҙҙәрен борсоған һәм яуап табырға теләгән хәбәрҙәрен беҙҙең менән уртаҡлашты. Айырым һүҙ алып һөйләп өйрәнмәгән, бәлки, уйҙарын да асып һалыуға күнекмәгән, бәлки, кемдәрҙәндер һүҙ ярҙамы көтөп йөрөгән, бәлки, аралашыуға һыуһаған да булғандыр бәғзеләр, кем белә, һәр хәлдә, иҫ киткес матур уйҙар, тәҡдимдәр, теләктәр ишеттерҙе улар. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының йәшәйеше, шул йәшәйештә үҙеңде табыу, көнкүреш проблемалары араһында юғалып ҡалмау, үҙеңде башҡаларға һәм донъяны үҙеңә ҡыҙыҡлы итеү мөмкинлектәре тураһында һәм тағы ла бик күп башҡа темаларға әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ғәҙәттә, ҡоҙоҡ юлында йә көтөү ҡаршылағанда ошолар хаҡында һөйләшеп тора алмайһың бит. Ябай, ваҡ, эшләнелә лә онотола торған усаҡ-ҡаҙан араһы, күрше-күлән кимәле эш-көшө, хәл-торошо ғына йөрөй телдә. Ә бында һәр кемдең эске донъяһында булған һәм айырым осраҡтарҙы көтөп ятҡан юғары, дәрәжәле, рухиәт кимәлендәге әңгәмәләр ҡоролдо. Мәҫәлән, әле яңы ғына РФ Дәүләт Думаһында ҡаралған закон проекты тураһында ла һүҙ ҡуҙғаттыҡ. Ғаиләлә йәберләнеүселәрҙең һәм шул хәлгә күнеп йәшәүселәрҙең ҙур өлөшө ҡатын-ҡыҙҙар икәне берәүгә лә сер түгел. Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙары ошо өлкәне үҙенсәлекле һәм үтә лә тәбиғи юҫығында, хатта үҙ миҫалдарында аңлатты. Ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр янында ғүмер итеү асылының фәлсәфәүи һәм шул ваҡытта ябай ҙа ғына булған төпкөлдәрен ғәҙәти генә итеп һүрәтләп бирә белде улар (был үҙе айырым тема). Был бәлә һалыу ҙа, кемделер ғәйепләү ҙә, аҡланыу ҙа булманы, ә асылыу рәүешендәге, хатта уйынлы-ысынлы ысынбарлыҡ ине.
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡул эштәре лә ситтә ҡалманы. Райондың даны булып киткән ҡорамалар, сергетыштар уртаға түшәп һалынып, шуларҙың өҫтөнә ултырышып, был шөғөлгә йәлеп ителгәндән алып ауылдарҙа күпме хужабикәләрҙең оҫтабикә булып танылып өлгөрөүҙәре тураһында һөйләнеләр. Бығаса кәртә-ҡураһы араһында ғына йөрөгән килендәр, хөкүмәт хеҙмәтенән бушамаған ҡатындар, пенсиялағы инәйҙәр ҡорамалар ҡорау һәм ошо юҫыҡта аралашыу арҡаһында бер-береһен яңы яҡтан асҡан һәм, иң мөһиме, ҡыҙыҡһыныулы, зауыҡлы, егәрле, һәр береһе үҙенсәлекле булған эске донъяларын күрһәтә алған. Ошоларҙы ла матур итеп бәйән итте улар. Был да ҡатын-ҡыҙҙың үҙе хаҡында һөйләргә, теләктәре, хыялдары, кисерештәре тураһында әйтергә өйрәнеүенә бер миҫал булды.
Элек яҙыусылар йыш ҡына халыҡ араһына сыға, осрашыуҙар үткәрә ине. Бөгөн ундай хәлдәр бик һирәк. Һәм, халыҡ китап-гәзит уҡымай, яҙыусыларға мохтаж түгел, башҡалар фекеренә ҡолаҡ һалмай, тигән хәбәрҙәр һөйләнгәндә лә, был осрашыуҙарға сығып киткәнебеҙгә үкенмәнек. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙың матур аралашыуға һыуһаған, ихлас һөйләшеүгә тулышҡан икәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Яҙыу - бер, уҡыу - икенсе, ә күрешеп һөйләшеп ултырыу ул бөтөнләй башҡа, иң яҡын һәм ҡәҙерле мәлдәр икән. Аралашып йәшәйек...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 615

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru