«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘТЕСТӘ, ҺӘТЕСТӘ...
+  - 

"Һәтестә, һәтестә, ҡыҙҙар эстә беҙ тышта" тигән йыр һүҙҙәрен күптәребеҙ (бигерәк тә, өлкән быуын) ишеткәне барҙыр. Ә нимәне аңлата һуң ул "һәтестә" тигән һүҙ? Баҡтиһәң, йырға был һүҙҙәр буштан ғына килеп инмәгән, һәм улар йыр тексында бик тә урынлы ҡулланыла булып сыҡты.

Был һүҙҙең мәғәнәһе фарсы теленән (йәки, киңерәк алғанда, иран донъяһынан) табылды Уларҙың телендә "һәтестә" һүҙе "һаҡ булығыҙ, ипләңкерәп" тип иҫкәртеүҙе аңлата икән. Ысынлап та, баяғы йыр һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең аулаҡ өйгә йыйылып, уйын-көлкө ҡороп шаярышыуын аңларға була. Йәғни, ҡыҙҙар эстә, ишек бикләп егеттәрҙе индермәйҙәр. Ә егеттәр иһә, бер-береһен һаҡ, шым ғына булырға иҫкәртеп, ҡыҙҙар ултырған өй янына йәшерен генә килеп, улар аңғармағанда ғына өйгә инергә уйлайҙар. Ошо уй-ниәттәрен бойомға ашырырға теләп улар бер-береһен "һәтестә", "һәтестә", йәғни "ипләңкерәп, һағыраҡ булығыҙ", тип иҫкәртә-иҫкәртә ҡыҙҙар ултырған өй янында уралалар. Хәҙер был һүҙ һөйләшеүҙә ҡулланыуҙан төшөп ҡалып, тик йыр тексында ғына һаҡланған. Йыры ла радио тапшырыуҙарында унда-бында ғына ишетелеп ҡалыуға ҡарағанда, онотолоуға табан бара кеүек. Һәр һүҙҙең халыҡтың телендә барлыҡҡа килеү, төшөп ҡалып юғалыу этабы була. "Һәтестә" һүҙе был ҡанунға миҫалдыр. Ҡасандыр, халҡыбыҙ көнсығыш илдәре менән тығыҙ бәйләнештә булып, шул донъяның айырылмаҫ бер өлөшө булған. Башҡорт Урта Азияла, Яҡын Көнсығышта йәшәгән төрлө төрки, иран телдәрендә һөйләшкән халыҡтар менән алыш-биреш итеп, ҡайһы саҡтарҙа бер-береһенә яу сабып та донъя көткән.
Мин үҙем күптән инде башҡорт мифологияһын тергеҙергә, аңларға тырышып, икенсе халыҡтарҙың мифологияһына, теленә, тарихына мөрәжәғәт итергә мәжбүрмен. Сөнки мифты аңлар өсөн һәр ваҡыт телгә иғтибар итергә кәрәк. Донъяға билдәле этнографтар, фольклорсылар "Ғалим кеше үҙе тикшергән, өйрәнгән халыҡты теүәл һәм дөрөҫ аңлар өсөн иң тәүҙә шул халыҡтың телен яҡшы белергә тейеш", тип бик дөрөҫ әйтә. Ә беҙҙә башҡорттоң рухи донъяһын өйрәнеүсе ҡайһы бер ғалимдар башҡорт телен бөтөнләй белмәй. Шунан уларҙан ниндәй дөрөҫ фекер, теүәллек көтәһең инде.
Бына "һәтестә" һүҙе лә, әгәр иғтибар итеп, уйлап ҡараһаң, башҡорттоң боронғо йолаһын аңларға ярҙам итә. Башҡорт йәштәре элегерәк кәләш алыр алдынан аулаҡ өйҙә осрашып, уйын-көлкө ҡороп, бер-береһе менән танышып, үҙҙәренә донъя көтөрлөк йәр һайлаған. Ошо уйындарҙың сағылышы булып йырыбыҙҙа "һәтестә" һүҙе тороп ҡалған. Хәҙер ул боронғо йолалар ҙа, уға бәйле телдәге әлеге һүҙ ҙә онотолоп бара һәм шуныһы моңһоу үкенес тыуҙыра.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.20 | Ҡаралған: 626

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru