Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе быйыл айырым бер илдең генә түгел, ә тотош донъя кимәлендә социаль сәйәсәт сиктәренән сығып, дөйөм милли хәүефһеҙлек сараһына әүерелде. Беренсенән, ул көтөлмәгән осраҡтарҙа һәр илдең эске милли мәнфәғәтен һәм хәүефһеҙлеген һаҡларға әҙерлек хәлен, потенциаль мөмкинлектәрен асып һалһа, икенсенән, теге йәки был дәүләттең социаль йүнәлешен - кешелеклелек йөҙөн күрһәтте. Эйе, коронавирус пандемияһы тап ана шундай көҙгө рәүешен дә үтәне.
Яңыраҡ тап ошо йәһәттән Bloomberg тарафынан коронавирусҡа ҡаршы көрәштә донъя илдәренең пандемияға ҡаршы тороу кимәлен билдәләү буйынса рейтинг төҙөлгәйне. 53 илдән торған был рейтинг исемлегендә Рәсәйҙең ни бары 22-се урынға ҡалыуы, әлбиттә, бик күп һорауҙар тыуҙыра, сөнки илдәр бында 10 төрлө күрһәткес буйынса баһалана. Иң тәүҙә илдә һуңғы айҙарҙа һәр 100 мең кешегә ҡарата күпме коронавирус йоҡтороусы булыуы, пандемия башланғандан алып 1 млн кешегә тап килгән үлем һаны, тапшырылған анализдарҙың ыңғай тестар өлөшө һәм вакциналар һатып алыу өсөн төҙөлгән килешеүҙәр төп факторҙар булараҡ иҫәпкә алына. Ҡалған күрһәткестәр ҙә илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәтен сағылдырыусы мөһим пункттарҙан тора: пандемия сәбәпле иғлан ителгән сикләүҙәр һәм сараларҙың ҡәтғилеге, халыҡтың был осорҙа офис һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөү мөмкинлеге һәм, әлбиттә, 23 параметр (балалар прививкаларынан алып яман шеш сирҙәрен дауалауға тиклем) буйынса илдең һаулыҡ һаҡлау системаһы һөҙөмтәлелеге билдәләнә.
Рейтингта Яңы Зеландияның, көтөлмәгәнерәк тойолһа ла, беренсе урынға сығыуы һис ғәжәп тә түгел, сөнки бында коронавирустан тәүге үлем осрағынан уҡ ил сиктәре ябыла, ҡәтғи локдаун (сикләүҙәр) иғлан ителә һәм халыҡ быны бик аңлап ҡабул итә, берәү ҙә беҙҙәге һымаҡ башбаштаҡлыҡ күрһәтмәй. Һөҙөмтәлә Яңы Зеландияла сир йоҡтороу осраҡтары бер нисәү генә теркәлә һәм был ҡурҡыныс менән янамау сәбәпле, ил нормаль тормошто дауам итә. 2-се урындағы Япония, үҙегеҙ беләһегеҙ, халҡының тәртипле һәм аңлы булыуы менән отто. Өҫтәүенә, унда ваҡытында туберкулезға ҡаршы көрәш тәжрибәһе - кешеләрҙең аралашыу мөхитен күҙәтеү системаһы яҡшы эшләгән. Артабан Тайвань, Көньяҡ Корея, Финляндия, Норвегия, Австралия, Ҡытай, Дания, Вьетнам рейтингты дауам итә. Хатта тажзәхмәттән иң күп һанлы зарарланыусы АҠШ та был рейтингта Рәсәйҙән алға сыҡҡан - 18-се урында. Ҡушма Штаттарҙың һөҙөмтәле дауалау сараларына (тәүлегенә 139 меңдән ашыу кеше аяҡҡа баҫтырыла) һәм вакцинаға ныҡлы иғтибар бирелеүе иҫәпкә алынған.
Рейтинг һөҙөмтәләре Рәсәйҙең пандемияға ҡаршы көрәштәге ике төп йүнәлеш: тәртип һәм аңлылыҡ кимәле яғынан да, һаулыҡ һаҡлау системаһының әҙерлек кимәле, дауалау һөҙөмтәлелеге буйынса ла күп илдәрҙән артта ҡалыуын күрһәтә. Ҡайһы яҡтан ғына ҡараһаң да, Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан камиллаштырыу, үҫтереү кәрәклеге бәхәсһеҙ һәм был ошо өлкәлә белгес булмаған кешегә лә асыҡ күренә.
Үкенескә, власть даирәләре икенсерәк төрлө уйҙа, ахыры, сөнки ошондай хәлдәргә, бигерәк тә пандемия хәүефенә ҡарамай, ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында һаулыҡ һаҡлау һәм социаль сәйәсәткә сығымдар бермә-бер ҡыҫҡартылған мөһим документ - 2021-2023 йылдарға федераль бюджет проекты күпселек тауыш менән ҡабул ителде. Ҡайһы бер әсе теллеләр был документты "медицина скальпеле ҡулланылған" бюджет тип атаны һәм уның нигеҙҙә бизнестан, шулай уҡ халыҡтан йыйымдар туплауға иҫәпләнеп, бер үк ваҡытта һаулыҡ һаҡлауға, социаль сәйәсәткә һәм төбәктәргә ярҙам өсөн сығымдарҙың кәметелеүен тәнҡитләп сығырға ла өлгөрҙө.
Тәү ҡарашҡа, ҡағыҙҙа һәм бөгөнгө һандар менән киләһе йылға һаулыҡ һаҡлауға дәүләт сығымдары (пандемия зыянын да иҫәпләп) 2019 йылға ҡарағанда байтаҡҡа артасаҡ та һымаҡ, тик инфляция юғалтыуҙары һөҙөмтәһендә киреһенсә килеп сығасағын раҫлай белгестәр. Йәғни, киләһе йыл һаулыҡ һаҡлауға сығымдарҙың быйылға ҡарағанда - 3, ә унан һуңғы йылдарға 4 процентҡа тиклем кәмейәсәге фаразлана.
Ә бит һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә аҡса етешмәүҙең ниндәй бәләләргә килтереүен бөгөнгө көн дә бик асыҡ күрһәтте. Иң тәүҙә был ошо өлкәне кадрҙар - табиптар менән тулыландырыу эшенә аяҡ саласаҡ. Хәйер, кадрҙар ҡытлығына нисә йылдар инде шаһитбыҙ, ә пандемия шарттарында был ысын мәғәнәһендә фажиғәгә әүерелде. Бөгөнгө хәлебеҙ табиптарҙың әһәмиәтен аңларға, уларҙың хеҙмәтен баһаларға, ихтирам итергә өйрәтмәнеме икән ни юғарыла ултырғандарҙы? Әйткәндәй, медиктар йәмғиәттәре берлеге табиптарҙың социаль гарантияларға хоҡуғын закон нигеҙендә нығытыу тураһында һүҙ ҡуҙғата икән, тимәк, был категория һөнәрмәндәр үҙҙәрен социаль яҡланған мөхиттә күрмәй. Тимәк, табип һөнәренең абруйы кәмегәндән-кәмей. Пандемияға тиклем бит уларҙың күпселегенә шәхси ваҡыттары менән дә иҫәпләшмәйенсә бер нисә ставкаға эшләп йөрөргә тура килде. Ә бөгөнгө шарттарҙа, етмәһә, улар үҙ сәләмәтлектәрен үлемесле хәүеф аҫтына ҡуйып, "ҡыҙыл зонала", кемдер хаҡлы әйтмешләй, алғы һыҙыҡта хеҙмәт итергә мәжбүр. Ошондай хәлдәрҙән һуң да, медицинаға бюджет ниндәй генә "сонтор" булмаһын, ул табиптарға лайыҡлы эш хаҡы тәғәйенләүгә кәртә булырға тейеш түгелдер. Бынан тыш та бит әле медицина учреждениеларын заманса медтехника, махсус автотранспорт менән яңыртыу, тулыландырыу кәрәк.
Эксперттар фекеренсә, әле ҡабул ителгән бюджет халыҡҡа бушлай медицина ярҙамына мөмкинлектең кәмеүенә килтереүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ташламалар буйынса бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә лә проблемалар тыуыуы бар, сөнки Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды өлкәһендә үткәрелгән реформалар, страховкалау компанияларын финанслауҙы ҡыҫҡартыуҙың да һөҙөмтәләре һаулыҡ һаҡлау файҙаһыналыр тип раҫлап булмай. Етмәһә, "пандемия дауам итеүенә бәйле Рәсәйҙә үлем кимәле йылына 130-140 мең кешегә барып баҫыуы ихтимал һәм уларҙың яртыһы коронавирус ҡорбанына әүерелһә, ҡалғандары ваҡытында медицина ярҙамы ала алмағанлыҡтан яҡты донъя менән хушлашасаҡ", - тип һығымта яһай Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм идара итеү буйынса Юғары мәктәп ректоры Гүзәл Улумбекова.
Эксперттар башҡа төрлө хәүефле фараздар ҙа килтерә. Рәсәйҙә 2017 йылдан бирле тыуым кимәле кәмеүе күҙәтелә. Һуңғы 30 йылда Рәсәйҙә ғәрип балаларҙың тыуыуы 4,4 тапҡырға артыу факты ла илдәге һаулыҡ һаҡлау проблемаларына етди ишара. Балалар дауаханаларында егерме йыл эсендә койка урындар 54 процентҡа ҡыҫҡартылған, педиатрҙар етешмәй. Был проблемаларҙың барыһы ла бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә дәүләт сығымдарын мөмкин тиклем арттыра барыу кәрәклегенә баҫым яһай. Әгәр шулай булмай икән, Рәсәй байтаҡ халҡын юғалтасаҡ, ти белгестәр. Тик шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт милли оборонаға аҡса йәлләмәй: киләһе өс йыллыҡҡа хәрби сығымдар өсөн 10 триллионға яҡын аҡса бүлеү ҡарала. Ә бит һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә, оборона кеүек үк, көн-төн ил хәүефһеҙлеген, халыҡ именлеген тәьмин итеү һағында тора. Стратегик ресурс булараҡ, кеше ғүмере - ил ҡеүәте ул. Уларға тигеҙ ҡараш юҡ икән, тимәк, ил именлеге бер аяғына аҡһарға тейеш булып сығамы инде?
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА