Өфөләге 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының реанимация һәм тиҙләтелгән дауалау бүлексәһе мөдире Рөстәм Ғәбиҙуллин ковид-госпиталь шарттарында "ҡыҙыл зона"ла ауыр пациенттар менән эшләй. Ул вируслы пневмония менән ауырығандарҙың ғүмерен ҡотҡарыу буйынса реанимация эшен ойошторған. "Башинформ" агентлығы хәбәрсеһе уға ошо ҡурҡыныс сир тураһында бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итте.
Пневмония һәм коронавирус араһында ниндәй айырма?
Врач һүҙҙәренсә, пневмония - үпкә туҡымаһының киҫкен сире. "Йәғни, вирус йә бактерия үпкә туҡымаһын зарарлай һәм һауа тулған альвеолалар киңлеген шеш шыйыҡлығы менән тултыра. Бының нимә икәнен беләбеҙ: пациентҡа вирусҡа ҡаршы препараттар (әгәр ул вируслы пневмония булһа) йәки антибиотик (бактериаль пневмония булһа) бирәбеҙ. Үпкә туҡымаһындағы вирус йә бактерия юҡ ителһә, кеше һауыға", - ти Рөстәм Ғәбиҙуллин. Коронавирусҡа килгәндә, бында хәл күпкә ҡатмарлыраҡ. "Инфекция тын алыу юлдарына эләкһә, үпкә туҡымаһын ғына түгел, тотош организмды зарарлай башлай. Был сир шул тиклем мәкерле һәм ҡурҡыныс. Уның һөҙөмтәһендә беҙҙең организмды һаҡларға тейешле иммунитет системаһы көсөргәнешле рәүештә эшләргә тотона һәм вирус менән генә көрәшмәй, ә барлыҡ ағзаларға ла, үпкәләргә, бауырға, бөйөрҙәргә, ашҡаҙан аҫты биҙенә, баш мейеһенә зыян килтерә башлай. Беҙ уны үҙ-ара "берсерка ярһыуы" тип йөрөтәбеҙ: организмдың һаҡланыу реакцияһы үҙен-үҙе үк һәләк итергә мөмкин. Вирус китеүен-китә, әммә ул организмда ҡот осҡос эҙемтәләр ҡалдыра", - ти врач.
Ковид уртаса 14 көн үҫешә. "Кемдеңдер хәле тәүге 3-4 көндә үк насарая, ә кемдер ике-өс аҙнанан ныҡлап сирләй башлай. Шуға күрә ауырыуҙың тән температураһы өс-дүрт көн дауамында 38-40 градустан төшмәй икән, тиҙ арала дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк", - тип белдерә Рөстәм Ғәбиҙуллин.
Коронавирустан нисек һаҡланырға?
Рөстәм Ғәбиҙуллин әйтеүенсә, иң мөһиме - ул аҡыл. "Сәләмәт тормош алып барыуға күсегеҙ. Тейешенсә йоҡлағыҙ, тәүлегенә ике сәғәттән дә кәм булмаған ваҡыт саф һауала йөрөгөҙ һәм дөрөҫ туҡланығыҙ, шулай уҡ алкоголь, тәмәке кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ", - ти реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһе мөдире. Билдәләнгән эпидемиология нормаларын үтәгеҙ, тигәндә, бында һүҙ йәмәғәт урындарында социаль дистанция, битлек кейеү, шәхси гигиена тураһында бара.
Компьютер томографияһы һәм рентген үтергә сиратта тормаҫ өсөн врачтар өйҙә ҡандағы кислородты тикшереү өсөн махсус прибор менән файҙаланырға кәңәш итә. Эксперттар билдәләүенсә, уның ярҙамында үпкәлә проблема башланыуын белергә мөмкин. "Өй шарттарында пульсоксиметр приборы менән тикшерергә мөмкин. Уның ярҙамында ҡандағы кислород кимәлен үлсәйҙәр. Кешелә ул 95 проценттан да кәм булырға тейеш түгел. Әгәр ҙә тыныс ваҡытта 95 проценттан кәм икән, тимәк, был үпкәлә проблема бар тигәнде аңлата. Үпкә эшмәкәрлеге торошон ошондай ысул менән тикшерергә лә мөмкин: әгәр ҙә элек өсөнсө ҡатҡа еңел менеп, ә хәҙер икенсе ҡатта тын алыуы ауырлашһа, уйланырға урын бар", - ти медик.
COVID-19 вирусының төп билдәһе
"Халыҡ-ара эксперттар билдәләүенсә, коронавирустың төп билдәһенә еҫ һәм тәм тойоу һәләте юғалыуы инә. Икенсеһе - тән температураһы күтәрелеүе. Өсөнсөһө - ҡоро йүтәл", - ти медик. Уның әйтеүенсә, сирҙең тәүге стадияһында конъюнктивит барлыҡҡа килеүе, ишетеү һәләте боҙолоуы мөмкин. "Был осраҡта температураны үлсәргә кәрәк, әгәр ҙә 37-нән юғары булһа, был инфекцияның үҫеше хәүефе тураһында әйтергә була", - тип өҫтәне врач.
Теманың дауамы:
- Роспотребнадзор балаларҙа коронавирустың йыш осраған билдәләрен атаны. Ведомствоның Эпидемиология буйынса фәнни-эҙләнеү үҙәге директоры урынбаҫары Александр Горелов әйтеүенсә, COVID-19 менән ауырыған үҫмерҙәрҙә температура һәм йүтәл күҙәтелә, респиратор инфекция билдәләре булмағанда ашҡаҙан менән бәйле проблемалар барлыҡҡа килә. Еҫ тоймау билдәһе булмауы ла бар, балалар йыш ҡына был тойғоно аңлата алмауы ла мөмкин. "РИА Новости"ҙа коронавирус ваҡытында балиғ булмағандарҙа Кавасаки синдромы күҙәтелеүе хаҡында мәғлүмәт бирелгәйне. Был осраҡта тән температураһы күтәрелә, тәнгә сабыртма сыға, эс ауырта, уҡшыта. Шулай уҡ ҡыҙыусанлыҡ, хәлһеҙлек, эс китеү, конъюнктивит, тел ҡыҙарыу, ирен ярылыу, муйында лимфа төйөндәре, ҡул һәм табан шешеүе күҙәтелә.
- Медицина фәндәре докторы, врач-инфекционист Дамир Вәлишин сирлеләрҙең күп өлөшөн оло йәштәгеләр тәшкил итеүен билдәләй. "Ковид һәм пневмония менән ауырығандар һаны көнөнә 130 кеше булһа, яҡынса шуның яртыһы - 65 йәштән өлкәндәр. Был йәштә шәкәр диабеты, ишемия һәм башҡа етди хроник сирҙәр осрай. Уларҙа яңы инфекция ауыр үтеп кенә ҡалмай, ә уның фонында етди өҙлөгөү барлыҡҡа килә. Шуға күрә ауырыуға тиҙ бирешеүсән был төркөм үҙен һаҡларға тейеш", - тип кәңәш бирә врач. Бының өсөн мөмкин тиклем яҡындан аралашыуҙы кисектереп торорға кәрәк. Оло йәштәге туғанды күрергә барғанда бөтә һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү мөһим. Сентябрҙә балалар мәктәпкә уҡырға барғас һәм өләсәй-олатайҙары менән тығыҙ аралаша башлағас , вирус йоҡтороусылар һаны артты, ти доктор.
Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн үҙизоляция режимы һаҡлана. Юғары әҙерлек режимы тураһында указға ярашлы, улар өйҙә ултырырға, урамға иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем генә сығырға тейеш. Ололар "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Беҙҙең хәстәрлек" үҙәге ирекмәндәре ярҙамын файҙалана ала. 8-800-201-89-03 телефоны буйынса оператор заявка ҡабул итә. Ирекмәндәр кәрәкле әйберҙәрҙе килтерәсәк, чек буйынса һуңынан иҫәпләшергә кәрәк буласаҡ.
- Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала йәшәүселәрҙе антибиотиктар ҡулланыуҙың коронавирусҡа тәьҫир итмәүе тураһында иҫкәрттеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, вирус инфекцияһынан зарарланған үпкәне был дарыуҙар менән дауаламайҙар. "Табип кәңәшенән тыш антибиотиктар ҡулланыу коронавирус инфекцияһының ауыр үтеүенә килтерә. Ашҡаҙан-эсәк юлы, бөйөр, бауыр эшмәкәрлеге боҙола, аллергия барлыҡҡа килә. Икенсе тапҡыр препараттарҙың һеҙгә ярҙам итмәүе мөмкин", - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Коронавирусты иҫкәртеү һәм дауалау өсөн табиптарҙың кәңәштәрен тотоу мөһим:
- C һәм D төркөмдәре витаминдарын;
- цинк кеүек микроэлементтар;
- температура 37,5 градустан юғары күтәрелһә, шунда уҡ парацетамол кеүек температура төшөрә торған препараттар эсергә кәрәк.
КИРЕ СЫҒЫРҒА