XX быуат башында, Октябрь түңкәрелешенән һуң күп тә үтмәйенсә, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана, унда батша армияһында әүәл юғары вазифалар биләгән офицерҙар әүҙем ҡатнаша: ҡыҙылдар яғында (башлыса, хәрби белгестәр сифатында) ла, аҡ армия составында ла. Уларҙың күптәре хаҡында ғилми-публицистик, әҙәби әҫәрҙәр ижад ителгән, документаль һәм нәфис фильмдар төшөрөлгән. Әммә билдәле бер сәбәптәр арҡаһында иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалған, ә Граждандар һуғышынан һуң бөтөнләйе менән онотолоуға дусар ителгән хәрби эшмәкәрҙәр бар.
Башҡортостан тарихында ла хәҙерге быуын кешеләре өсөн бигүк билдәле булмаған, әммә үҙ заманында дан үә хөрмәт ҡаҙанған шәхестәр була. Ундай арҙаҡлы заттар араһынан 1918 йылдың октябренән бирле Башҡорт республикаһы милли ғәскәренең төп хәрби көсө - Айырым Башҡорт корпусы командиры, генерал-лейтенант Хаджи-Әхмәт (Хажиәхмәт) Ишбулатовты атап әйтеп китергә кәрәк. Уның хаҡында һәр кем иркен таныша алырлыҡ мәғлүмәттәр күп түгел, был факт та ошо тарихи шәхес менән ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә генә.
Уның тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле тарихи тикшеренеүҙәрҙә һәм публицистик материалдарҙа генералдың этник сығышын асыҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Әйтелгәнсә, Ишбулатовтың биографияһын тулыраҡ кимәлдә өйрәнеү өсөн яңы мәғлүмәттәр табыуы ла еңелдәрҙән түгел. Шулай ҙа генералдың тыуған төйәге, туған-тыумасалары хаҡында билдәле булған ышаныслы материалдар бар, тап ошо мәғлүмәттәр уның ни сәбәпле башҡорт милли хәрәкәтенә үҙ ихтыяры менән ҡушылып китеүен дә аңларға ярҙам итә.
Ишбулатовтар (русса документтарҙа - Ижбулатовтар) шәжәрәһенә ярашлы, уларҙың ата-бабаларының береһе булған Нәҙер исемле кешенең улы XVII быуат аҙағында хәҙерге Благовар районы территорияһында, сарылы (ҫарылы) мең ырыуының аҫаба ерҙәрендә Өйҙөрәкбаш ауылына нигеҙ һалған. Риүәйәт буйынса, уға тиклем Нәҙер һәм уның атаһы Ишбулат хәҙерге Яңауыл районына ҡараған Иткенә ауылында йәшәгән. Был ауыл уран башҡорттарыныҡы. Тимәк, Ишбулатовтар нәҫеленең дә уран ырыуы башҡорттарынан булыуы ихтимал, ә улар борон-борондан тарихи яҙмаларҙа яугир халыҡ булараҡ телгә алына.
Ишбулатовтар нәҫеленең аҫаба башҡорт сығышлы булыуы тарихи документтарҙа сағылыш тапҡан. 1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт тарафынан ойошторолған Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу ведомостарында Хаджи-Әхмәт Ишбулатовтың милләте башҡорт тип теркәлгән, аҫабалығы (вотчинник) ла күрһәтелгән.
XIX быуатта, башҡорттарҙың хәрби-казачий сословие статусында йәшәгән осоронда, абруйлы шәхес Нәҙер нәҫеленән булған Ишбулатовтар ҙа Башҡорт-мишәр ғәскәрендә төрлө кимәлдәге командирлыҡ чиндарына лайыҡ була. Хаджи-Әхмәт заманына күрә етеш тормошта йәшәгән, өс ҡатыны булған Исхаҡ Ишбулатовтың туғыҙынсы улы булып, 1851 йылда тыуа. Буласаҡ генералдың атаһына 1814 йылда зауряд-сотник чины бирелһә, дүрт йылдан һуң ул поход старшинаһы вазифаһына лайыҡ була. Исхаҡ Ишбулатовтың хәрби карьераһына уның 1812-1814 йылдарҙа башҡорт полктары составында Наполеонға ҡаршы яуҙарҙа ҡатнашыуы ғына түгел, ә Рәсәй империяһы XIX быуатта ҡаҙаҡ жуздарын (административ өлкәләрен) ил составына ҡушыу маҡсатында ойошторған дипломатик миссиялар составына йәлеп ителеүе лә йоғонто яһағандыр.
Хаджи-Әхмәткә 7 йәш тулыуға уның 73 йәштәге атаһы вафат була. Ул үҙенең бер туған ағалары ҡарамағында ҡала. Күрәһең, хәрби хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарау, уны ғүмерлек һөнәр итеп һайлау ошо ғаиләгә хас күренеш булғандыр: Хаджи-Әхмәттең өс ағаһы - Йыһангир, Шәйхислам һәм Мирхәйҙәр - шулай уҡ аталары юлынан китә. Улар барыһы ла Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә, Йыһангир сотник дәрәжәһенә етһә, уның ҡустылары урядник (унтер-офицер) чинында була. Әммә уларға артабан ғәскәри хеҙмәттән ҡәҙимге ауыл башҡорттары тормошона күсергә тура килә: 1863 йылда Башҡорт ғәскәре, тыныс тормош шарттарында уны тотоуға хәрби ихтыяж булмағанлыҡтан, ғәмәлдән сығарыла, башҡорттар хәрби сословиенан һалым түләүсе ирекле граждандар категорияһына күсерелә. Әлбиттә, батша армияһында офицер чинында карьера яһау өсөн йәштән үк махсус хәрби уҡыу йорттарында белем алыу талап ителә.
Ошо мөмкинлекте күҙ уңында тотоп, Ишбулатовтар ғаиләһе йәш үҫмер Хаджи-Әхмәтте Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусының Азия бүлегенә урынлаштыра (әйтергә кәрәк, бындай махсус уҡыу йорттарына ул заманда башҡорттар араһынан бик һирәктәр генә инә ала - бында, башлыса, дворян балалары ғына уҡый). Ул 1866 йылда, кадет корпусын тамамлау менән хәрби училищеға уҡырға алына, уны ла тамамлағас, 18 йәшлек башҡорт егетен прапорщик званиеһында 30-сы Полтава пехота полкына ебәрәләр.
Шулай итеп, Хаджи-Әхмәттең оҙайлы хәрби хеҙмәт юлы башлана - ул, отставкаға сыҡҡансы, 37 йыл дауам итә. Был осорҙа - Рәсәйҙә батша Александр III хакимлыҡ иткән заманда - 1877-1878 йылдарҙа төрөктәргә ҡаршы бигүк оҙайлы булмаған кампанияны иҫәпкә алмағанда, хәрби бәрелештәр, оло һуғыштар булмай. Шуға күрә Х.-Ә. Ишбулатовтың карьераһы тыныс шарттарҙа уҙа, ул шәхсән хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай. Ул, хәрби хеҙмәт шарттарына ярашлы, үҙ ваҡытында тейешле званиелар ала, тырышлығы, үҙе командалыҡ иткән частарҙағы тәртип, дисциплина яҡшы булғанлыҡтан, юғары командованиенан бер ниндәй ҙә киҫәтеү йәиһә шелтә алмай.
Батша армияһы полковнигы Х.-Ә. Ишбулатов 1908 йылда, 193-сө Ковель пехота полкы командиры вазифаһында хәрби карьераһын тамамлап, отставкаға сыға. Уға шул уҡ ваҡытта, ил алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап, генерал-майор чины бирелә, шулай уҡ үҙ заманы өсөн бик юғары булған (3 120 һум) пенсия тәғәйенләнә.
Отставкаға сығырҙан бер нисә йыл алдараҡ Хаджи-Әхмәт Бохара сауҙагәре Камалбай Йәҙгәровтың ҡыҙы Бибизәйнәпкә өйләнә, уларҙың бер-бер артлы ике улы, бер ҡыҙы тыуа: Сәйетгәрәй (1904), Рөстәм (1905), Миәссәр (1907). Отставкалағы башҡорт генералының тыныс шарттарҙа үткән етеш тормошо 8 йыл тирәһе дауам итә. Әммә 1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғас, Рәсәй армияһының ҙур уңышһыҙлыҡтарға дусар булыуы арҡаһында тылда ил граждандарын хәрби хеҙмәткә әҙерләү зарурлығы тыуа, был эш өсөн хәрби белемле, тәжрибәле офицер кадрҙары кәрәк була. 1915 йылда генерал-майор Х.-Ә. Ишбулатов та хәрби хеҙмәткә яңынан йәлеп ителә. Тәүҙә ул 146-сы запастағы пехота батальоны командиры итеп тәғәйенләнә, ә 1916 йылдың апреленән Өфө губернаһының Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан 152-се запастағы пехота батальоны (артабан ул пехота полкы кимәленә еткерелә) командиры вазифаһында хеҙмәт итеүен дауам итә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ
(Тарих фәндәре кандидаты Рөстәм Таймасов материалдары нигеҙендә әҙерләнде.
Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА