«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИМСЕ ДИҢГЕҘ КИСТЕРӘ
+  - 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы, ғәҙәттә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан сәхнәгә премьера сығара. Быйыл да уның сәхнәһендә премьера - Сәрүәр Суринаның "Абау, димсе килә!" әҫәре буйынса спектакль күрһәтелде.

Премьера көндө Өфөнән пьесаның авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Сәрүәр Сурина һәм билдәле театр тәнҡитсеһе Динә Дәүләтшина ла килгәйне.
Ҡунаҡтар араһында булған Салауат ҡала округы хакимиәте башлығы Игорь Миронов спектаклдән һуң артистар менән осрашып, тәьҫораттары менән бүлешеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: Бөгөн театр менән ысын мәғәнәһендә беренсе танышыуым булды. Ни өсөн беренсеме? Сөнки тамашасы залында булып ҡына театр донъяһына сума, актерҙарҙың, режиссерҙың талантын тоя алаһың. Әммә беҙгә, етәкселәргә, был бәхет бик үк эләкмәй. Спектакль оҡшаны, бөтә күңелем менән ял иттем. Театрҙың бөтә командаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Афарин, был спектаклде барыһына ла ҡарарға кәңәш итәм, - тине Игорь Геннадьевич.
Ҡуйылған әҫәр музыкаль комедия һаналһа ла, унда заманыбыҙҙың иң көнүҙәк проблемалары сағылдырыла. Режиссерҙың таланты шунда ла: ул тамашасыға тормошобоҙҙағы һәр кемде борсоған проблемаларҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, ә ауыр хәлдән сығыу юлдары булыуын да иҫкәртә. Һәр заманда ла Ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең бик күп һынауҙарҙан ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы булыуын раҫлай был спектакль. Ағинәй бында димсе ролен генә уйнамай, ә аҡыллы, төплө кәңәштәрен биреп, күп кенә ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыусы абруй ҙа. Ул үҙе лә ябай димсе түгел, ә бәхетһеҙ мөхәббәт ҡорбаны. Әммә ғәфү итә белеүе арҡаһында ул һөйгәне менән ҡабаттан ҡауышып, бәхеткә өлгәшә алған. Ҡыҫҡаһы, спектакль аҙағына барыһы ла үҙ иштәрен, йәнкәй-йәнәштәрен таба. Хатта йәшләй генә йәрен юғалтып, башҡаса үҙ ишен осратыуға өмөтөн өҙгән, бар һөйөүен әсәләренән мәхрүм ҡалған ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүгә арнаған оло йәштәге Әминә лә.
Ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙың абруйы хаҡында әҫәр авторы Сәрүәр Сурина шулай ти: Был Башҡортостанда күптән йәшәгән бик боронғо тема. Йәш кенә ҡыҙҙарыбыҙҙан, балаларыбыҙҙан башлап өлкән әбейҙәргә хәтлем, бар ҡатын-ҡыҙ Ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙа аҡ күңеллелек, тәүфиҡ, иман сағылышын күрергә тырыша. Замандар үҙгәреп, ауылдар, ғаиләләр тарҡалғанда, беҙ ошо Ағинәйгә кәңәш һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул кешеләрҙе ҡотҡарырға, ярҙам итергә, кәңәш бирергә, нисек тә булһа яҡтылыҡҡа сығарырға ярҙам итә. Шуға күрә мин дә үҙ әҫәремдә халыҡтың асылын, йолаларын, рухын ошо Ағинәй образы аша күрһәтергә тырыштым. Салауат театры актерҙары халыҡҡа әйтергә теләгән һүҙҙәремде таман ғына еткерә алды. Мин артистарға, режиссерҙарға бик рәхмәтлемен һәм киләсәктә лә уларға уңыштар теләйем. "Беҙҙең халыҡ йәшәй бит әле, уның шундай матур юморлы образдарға төрөлгән аҡылы бар. Ул аҡыл бер ваҡытта ла һайыҡмаясаҡ, ул һәр ваҡыт беҙҙең халыҡта йәшәйәсәк", - тигән фекерҙе ошо спектакль аша ла тамашасыға еткереүҙе дауам итерҙәр, тип өмөтләнәм, - тине Сәрүәр Рәшит ҡыҙы.
Спектаклдә яңғыҙлыҡ, мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаиләне һаҡлап ҡалыу темалары ғына түгел, ә бөгөнгө иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - эшһеҙлек проблемаһы ла күтәрелә. Тап үҙ еребеҙҙә эш булмағанлыҡтан, ғаиләһен туйҙырам, аҡса эшләйем тип, күп кенә ир-егеттәр сит яҡтарға сығып китә. Шул сәбәпле, ҡатын менән ир бер-береһенән әллә нисәмә айҙарға айырылып торорға мәжбүр була, балалар ҙа атай терәген, арҡаһын тойоп үҫеүҙән мәхрүм ҡала. Иң үкенеслеһе шул: йыш ҡына осраҡтарҙа ғаилә тарҡалып та ҡуя. Спектаклдә тап ошо бәкәлгә һуҡҡан проблеманың да хәл итеү юлдары барлығы, тырыш кешегә үҙ илеңдә лә бынамын тигән итеп эшләп, донъя көтөп булыуы асып бирелә.
Спектаклдең режиссеры Зиннур Сөләймәновтың был Салауат театрында ҡуйған дүртенсе әҫәре: Спектаклдә бөтә труппа ҡатнашты, улар йәнен-тәнен биреп ихлас уйнаны. Әлбиттә, спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы команданы ла билдәләмәй булдыра алмайым. Үҙ эшен белеүсе, оҫта балетмейстер Сулпан Асҡарова, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм йәш композитор Илсаф Вәдүтов та спектаклдең уңышлы килеп сығыуына булышлыҡ итте. Әйтергә кәрәк, Илсаф менән мин беренсе тапҡыр эшләнем һәм ул яҙған көйҙәр менән бик ҡәнәғәтмен. Бөгөнгө көндә, пандемиянан һуң, халыҡҡа яңы һулыш булырҙай, уларҙың күңелен күтәрерҙәй спектакль эшләргә тырыштыҡ инде һәм ҡуйған маҡсаттарға ирештек, тип уйлайым. Минеңсә, бик матур спектакль килеп сыҡты. Быны тамашасыларҙың бер туҡтауһыҙ ҡул сабыуҙарынан, оҙаҡ ҡына артистарҙы сәхнәнән ебәрмәй, уларҙы ҡат-ҡат алҡышлауынан, йылы һүҙҙәр әйтеүенән аңларға була ине. Киләсәктә лә был спектаклдең оҙон ғүмерле булыуын, матур итеп уйналыуын, уның Салауатта ғына түгел, ә күп ҡала-райондарҙа күрһәтелеүен теләйем.

Динә БӘШИРОВА,
театрҙың әҙәби бүлек мөдире.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 439

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru