Урыҫтарҙың ниндәйҙер бер нәмәнең бәҫен күтәрер өсөн "это тебе не хухры-мухры", тигәнен күптәр ишеткәне барҙыр. Мин ҡайһы саҡта ҡыҙыҡһынып, шулай тигән кешенән: "Нимә була ул "хухры-мухры"?" - тип һорағаным бар. Тик берәүҙең дә миңә был һүҙҙең мәғәнәһен аңлата алғаны юҡ. Шул уҡ ваҡытта, "Это тебе не хухры-мухры" тигәнде ишеткән кеше, быны әйткән кешенең нимә әйтергә теләгәнен (яҡынса булһа ла) дөрөҫ аңлай. Тик айырым "хухры-мухры" нимә була икәнен генә белмәй.
Урыҫ телендә төрки телдәренән һүҙҙәрҙең бик күп булыуын иҫтә тотоп, был һүҙ төрки телдәренәндер, тип уйлап, "хухры-мухры" һүҙенең мәғәнәһен үҙебеҙҙең телдән эҙләп ҡарарға булдым. Һәм ысынлап та, оҡшаш һүҙ табылды. Баҡтиһәң, был "хухры-мухры" беҙҙең башҡорт телендәге "кәкре-бөкөрө" һүҙенең урыҫ телендәге боҙоҡ варианты ғына икән. Бына урыҫ телендәге "Это тебе не хухры-мухры" урынына "Это тебе не кәкре-бөкөрө" тип әйтеп ҡарағыҙ әле, шул уҡ мәғәнә килеп сығасаҡ. Тимәк, урыҫ телендәге "хухры-мухры" һүҙе ысынлап та төрки телдәренән үҙләштерелгән һүҙ булып сыға. Аныҡ ҡына әйткәндә, башҡорт теленән ингән һүҙҙер. Ваҡыт үтеү менән был "кәкре-бөкөрө" тигән һүҙ урыҫ тел ҡанундарына буйһоноп, яңғырашын үҙгәрткән һәм "хухры-мухры" булып киткәндер, тип уйларға төплө сәбәптәр бар кеүек.
Нишләптер беҙҙең телсе ғалимдар урыҫ теленә башҡорт теленән ингән һүҙҙәр тураһында бигүк яҙмайҙар. Ә, уйлап ҡараһаң, биш быуат тиерлек әүҙем ҡатнашып йәшәп, башҡорт ҡына урыҫтан алмаған, ә урыҫ халҡы ла башҡорттан әллә күпме һүҙ үҙләштергәндер, тип әйтә алабыҙ. Башҡорттар бик ҙур ерҙәрҙе биләп, ошо ерҙәргә күсеп килеп ултырған урыҫ халҡы менән алыш-биреш итеп, ҡатнашып йәшәгән. Ҡатнашҡас инде, һүҙҙәр ҙә телгә инә башлай. Элек башҡорт менән урыҫ араһында "знакумлыҡ" тигән бик матур күренеш булған. Был йола буйынса, башҡорттар ниндәйҙер йомош менән урыҫ ауылына барһа, үҙҙәренең урыҫ знакумдарында туҡтағандар һәм, киреһенсә, урыҫтар башҡорт ауылында шулай уҡ знакумдарына туҡтаған.
Мәскәүгә фольклорсылар конгресына барып, ҡунаҡханаға урынлашырға йөрөгәндә эргәмә бер урыҫ милләтле фольклорсы килеп: "Һин башҡортмы?" - тип һораны һәм ыңғай яуап алғас: "Әйҙә, бер бүлмәгә урынлашайыҡ, исмаһам, кисен иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ", - тигән тәҡдим яһаны. Бер бүлмәгә урынлашып, танышып һөйләшеп киттек. Был ғалим сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булып, йәштән Ленинград ҡалаһына уҡырға китеп, шунда төпләнеп ҡалып, оҙаҡ ҡына Питерҙа йәшәй икән. Бала сағында ҡартатаһына эйәреп, Ырымбур өлкәһенән күршелә генә ятҡан Башҡортостандағы бер ауылға ҡартатаһының знакумдарына ҡунаҡҡа барғандарын, башҡорттар менән татыу йәшәгәндәрен иҫләп ултырҙы. "Ҡартатайым бал эсеп, әҙерәк иҫереп, арбаға ҡырын төшөп ятып, урыҫса йырҙарҙы йырлап килә-килә лә, башҡорт ауылына яҡыная башлау менән башҡортса йырҙарға күсә ине", - тип көлөмһөрәп иҫләп ултырҙы ҡартатаһының мәҙәктәрен. Башҡортса йырларға күсеүен: "Сынок, без друзей нельзя, а мои друзья башкиры-знакумы, надо их уважать, им тоже будет приятно, если я пою их песни. Они же наши песни поют когда приезжают ко мне в гости", - тип аңлатҡан. Ҡартатаһының ошо ҡыҙыҡ ғәҙәтен һөйләп, был танышым: "Ана бит, ниндәй матур йолалар булған элек, бер-береһенә ниндәй ихтирам ине был ике ҡартта", - тип йәш сағын һағынып иҫләп ултырҙы.
Шундай матур, ихтирамлы аралашыуҙар булғанда, әлбиттә, телдән-телгә һүҙҙәр ҙә күскәндәр. Һәм "хухры-мухры" тигән һүҙ шундай аралашыуҙарҙың бер эҙелер, тип әйтергә була.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.
КИРЕ СЫҒЫРҒА