Иш, бол килтереп, һыйырҙар быҙаулай башлауы ауыл халҡы өсөн иң күңелле мәл ул. Сөнки һыйыр һөтөнән ниндәй генә ризыҡтар әҙерләнмәй! Ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла... Һәм тағы. Һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау - башҡорттарҙың борондан ҡалған йолаһы бөгөн дә йәшәй. Ыуыҙ һыйыр быҙаулағандың тәүге өс көнөндә генә була. Ул һөттән ныҡ айырыла. Төрлө витаминдарға бай. Ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәмле. Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.
Ыуыҙ ҡоймағын нисек әҙерләйҙәр?
Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Ҡамыр ҡаты булмаһын өсөн бер аҙ һөт йәки ҡайнаған һыу, бер ҡалаҡтай көнбағыш майы ҡушырға мөмкин.
Ыуыҙ һөтөнән аш
Тәүҙә һауған һөттө һөҙәһең һәм бер нисә сәғәт һалҡында тотаһың. Һуңынан уны һүлпән генә утҡа ҡайнатырға ҡуяһың. Ыуыҙ ҡайнап сыҡҡас, ике (ҡаты һәм шыйыҡ) өлөшкә бүленә. Ҡатыһы - ыуыҙ, шыйығы - ыуыҙ һүле була. Ыуыҙҙы һөҙөп алып һарҡыталар һәм ҡатыралар. Һүлендә аш әҙерләйҙәр. Еңелсә ҡыҙҙырылған һуған, тәмләткестәр ҡушалар, һурпа ҡайнап сығыу менән һалма һалына. Өлөштәргә бүленгән ыуыҙҙы бер нисә минут бешереп алалар. Өҫтәлгә әҙер ыуыҙ ашын ҡорот йәки ҡатыҡ менән бирәләр.
Ыуыҙ һөтөнән сыр
Кемгә ниндәй тәмләткестәр оҡшай, ыуыҙға шуны ҡушырға була: һарымһаҡ, борос, укроп, йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш. Уларҙың барыһын да бергә һалып, яҡшы ғына итеп болғатырға кәрәк. Бейек эмаль кәстрүл алып, массаны шунда ҡояһың да, кәстрүлде духовкаға йә мейескә ултыртаһың. Ошондай ысул менән әҙерләнгән сыр оҙаҡ һаҡлана, боҙолмай. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла.
Шундай хәтирәләр һаҡлана
Гүзәл Монасипова, Ярат ауылы: Иртәнсәк танауҙы тәмле генә май еҫе ҡытыҡлағанға уянып китәһең... Өйҙә ҡоймаҡ еҫе таралған - ыуыҙ ҡоймағы! Кисә кискә табан һыйырыбыҙ быҙауланы бит. Бит-ҡулды йыуа һалаһың да, мейес яғына йүнәләһең. Ә унда... ҡып-ҡыҙыл, эре-эре ҡуҙҙар емелдәй, өҫтөндәге табала ҡоймаҡ шыжлай... Әсәйемдең ике бите лә ҡып-ҡыҙыл, үҙе эстән генә ниндәйҙер йыр мөңгөрләй, беҙгә, 5 балаһына, күҙҙәре йылмайып баға... Ҡоймаҡты алдыр (табаҡ) өймәле булғансы бешерә лә: "Бар, атайығыҙҙы сәйгә саҡырығыҙ..." - ти.
Боҫрап ҡайнап ултырған самауырҙы урындыҡҡа ашъяулыҡ өҫтөндәге батмусҡа ултыртабыҙ ҙа, әсәйебеҙҙең ҡоймаҡтарҙы майлап бөтөүен сабыр ғына көтәбеҙ. Эҫе табала эре киҫәкле май тиҙ генә ирей. Әсәйем йәһәт кенә һәр ҡоймаҡты шул майға тығып, өйөп бара... Их, шул майы ағып торған ҡоймаҡтарҙың тәмлелеге!.. Йылы бәреп торған мейес эргәһендә урындыҡта күмәкләшеп сәй эсеү кинәнестәре, атай менән әсәйемдең яғымлы йөҙҙәре... Һуңынан әсәйем тәрилкәгә ҡоймаҡ өйә лә: "Бар, ҡыҙым, күршеләр ҙә ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ итһен", - ти. Ҡыуаныстан ауыҙ йырылып китә лә, күршеләргә йүгерәм...
Айһылыу Үлйәбаева, Ишмырҙа ауылы: Элегерәк һыйырҙар бер ваҡыттараҡ, ҡыш сыҡҡансы быҙаулап бөтөр булған бит. Өләсәйҙәр шул осорҙа ыуыҙ ҡоймағына сәйгә йөрөшкән. Уларҙың шулай бер-береһенә ыуыҙ ҡоймағына саҡырышҡандарын әле лә иҫләйем. Ҡунаҡҡа барғанда улар һыйыр менән быҙауға ла күстәнәс - бесән, берәй биҙрә һоло, йә булмаһа, ярма тотоп барырҙар ине. Сәй табынында ла таҡмаҡтар әйтешеп, йырлашып ултыра торғайнылар.
Рәшиҙә Фәттәхова, Аҡморон ауылы: Аҡморонда халҡыбыҙҙың матур йолаһы "Ыуыҙ ҡоймағы" байрамын йыл да уҙғарабыҙ. Ағинәйҙәр менән берлектә мәктәп, балалар баҡсаһына барабыҙ. Балаларға халыҡ йолаһы нигеҙендә халҡыбыҙҙың тарихын өйрәтәбеҙ. Байрам һуңынан уларҙы яңы ғына бешкән ҡоймаҡ менән һыйлайбыҙ. "Ыуыҙ ҡоймағы"нан ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе лә ситтә ҡалдырмайбыҙ. Ыуыҙ ҡоймағы менән һыйланыусылар рәхмәт әйтеп, "Ағы ла үҙегеҙгә булһын, түле лә үҙегеҙгә булһын", тигән теләктәрен еткерә. Йәғни, көткән малығыҙҙың һөтө-ҡаймағы ла, һыйырығыҙҙың алдағы тоҡомо ла ҡотло булһын, үҙегеҙгә яҙһын, тигән тәрән мәғәнә һалына был теләккә.
Лилиә ТАКАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА