«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУ ЙЫЙЫНДАРЫ
+  - 


Таныптар таныта...

Республикала башҡорт ырыуҙары йыйындары уҙғарыу дауам итә. Был юлы эстафетаны танып башҡорттары ҡабул итеп алды. Танып ҡәбиләһе ҡаҙансы, ҡайпан, ҡыр (Ҡара), һыу (Өфө) ырыуҙарын үҙ эсенә ала. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбилә биләмәһенә ҡараған аҫаба ерҙәр Себер даруғаһының Танып улысын тәшкил итә, башҡорттарҙың балыҡсы, гәрә, ғәйнә, йылан, унлар, уран ырыуҙары менән күрше йәшәй.

XVIII-XIX быуаттарҙа Бөрө һәм Уҫа өйәҙҙәренә, ә 1798-1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда - 1-се, 5-се (артабан 10-сы, 11-се) башҡорт кантондарына ҡарай. Бөгөн танып башҡорттарына Асҡын районының Алъяғыш, Баҙансат, Башҡортостан, Вашьяҙы, Дәүләт, Ерекле Шишмә, Иҫке Ҡаҙансы, Иҫке Ҡара, Иҫке Мутабаш, Йырмаялан, Йәнкиҫәк, Ҡаракүл, Ҡарткиҫәк, Кубияз, Ҡушкүл, Ҡыйғаҙы, Ҡышлауйылға, Ҡәйүм, Мутайылға, Олойылға, Олокүл, Сат, Солтанай, Төлгөҙбаш, Төпрәле, Хәтмулла, Әбдәл, Әүәҙәй, Яңауыл, Яңы Бағаҙы, Яңы Ҡаҙансы, Яңы Ҡара, Яңы Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡубыяҙ, Яңы Мутабаш, Яңы Шишмә, Балтас районының Имән, Иҫке Балтас, Иҫке Илекәй, Көнтүгеш, Ҡомъяҙы, Маты, Мишәр, Мөнәгәз, Тоҙлоғош, Тутағас, Тушҡыр, Түбәнге Һикеяҙ, Уртайылға, Штәнде, Яңы Балтас, Яңы Тушҡыр, Ҡариҙел районының Ураҙбаҡты, Бағаҙытамаҡ, Дәүләт, Иҫке Бағаҙы, Урта Бағаҙы, Тәтешле районының Асауҙы, Ауыҡ-Бүләк, Байҡыбаш, Беләш, Бүлҡайпан, Бәҙрәш, Иҫке Ҡайпан, Иҫке Салдау, Иҫке Һикеяҙ, Иҫке Шарҙаҡ, Кәлтәй, Ҡарман, Ҡытҡыйылға, Сәүкияз, Танып Шишмә, Түбәнге Кәлтәй, Үрге Сәләй, Яңы Ҡайпан, Яңы Салдау, Яңы Шарҙаҡ ауылдары һәм өлөшләтә Пермь крайы биләмәләре инә.
Уҙған йомала танып башҡорттарының төп ауылы булған Иҫке Балтаста оло ҡор йыйылды. Ғәҙәттәгесә, сара делегаттар һәм ҡунаҡтарҙың район мәҙәниәт һарайында ойошторолған бай күргәҙмә менән танышыуынан башланды. Унда Балтас, Тәтешле, Ҡариҙел, Асҡын райондарынан килгән танып ырыуы вәкилдәренең ҡул эштәре, йорт йыһаздары, милли кейемдәре, шәжәрәләре урын алғайны.
Тәтешле районы делегаттары билдәле яҡташтары Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең яҡты иҫтәлегенә бағышланған күргәҙмәһе, йырсының шәжәрәһе менән таныштырҙы. "Эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙо Хәниә Фәрхиҙең шәжәрәһен алып килдек. Башҡорт моңо яңғырағанда, уның йырҙары ла үлемһеҙ булыр тип ышанам. Бик яратты апайым тыуған яғын, йыш ҡайтырға тырышты. "Башҡортостанымды тыуған яғым булараҡ яраттым, ә инде Татарстанды йырсы булараҡ", - тип әйтә ине. Тыуған ауылы Үрге Сәләйҙең бер урамына Хәниә Фәрхи исеме бирелде. Быйыл уның ижадына, тормош юлына бағышланған музей ҙа асыласаҡ", - тип белдерҙе йырсының һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина.
Артабан йыйылыусылар тарихты сәхнәләштергән театрлаштырылған тамаша ҡарап, сал тарихҡа ҡайтып ураны. Пленар ултырышта танып ырыуы вәкилдәре, делегаттар сығыш яһаны. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов танып ырыуының герб өлгөһө менән таныштырҙы. Унда ырыу билдәләре - ағас, ҡош, оран, тамға һүрәтләнгән. "Геральдика системаһына инһен өсөн һәр башҡорт ырыуының гербын эшләп сығарырға кәрәк. Ырыуҙар гербын Рәсәйҙә тәүгә эшләйбеҙ. Киләсәктә танып ырыуы ла донъя геральдика талаптарына яуап биргән гербын ҡабул итер тип өмөтләнәм", - тине Юлдаш Йосопов. Рая Хәмәеваның Гөлнара Шәймөхәмәтова һүҙҙәренә яҙған йыры ырыу гимны итеп раҫланды. Съезда танып ырыуы йәмәғәт ойошмаһының совет ағзалары һайланды.

Башҡорт ҡырғыҙҙары

Башҡорттарҙың ҡырғыҙ ырыуы Йәнәсәй ҡырғыҙҙары нәҫеленән барлыҡҡа килгән. Йәнәсәй ҡырғыҙҙары монголдар менән тығыҙ бәйләнештә булған, тигән фекерҙәр бар. Н. Я. Бичурин фекеренсә, боронғо ҡырғыҙҙар (хәгәстәр, хағастар) монгол йәки төрки-монгол ҡатнаш сығышлы булған.

VIII-X быуаттарҙа улар Һырдаръя буйҙарына күсенә, артабан - Волганың уң ярына, ә унан инде Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығына барып сығалар, тип раҫлай тарихсылар. XIII-XIV быуаттарҙа ҡәбилә Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә туплана. Көньяҡта башҡорт ҡырғыҙҙарының ерҙәре Ыҡ һәм Зәй йылғалары үрҙәренә тиклем барып етә. Үҙ сығышын ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары Сыңғыҙхан нәҫеленән Тонаҡ бей һәм Ҡадыҡ бейгә бәйләй.
Ҡырғыҙҙарҙың боронғо шәжәрәһен Бөгөлмә мөғәллиме Әхмәтғәли Хәлимов кемдәндер ишетеп, 1913 йылда "Шура" журналының 10-сы һанында баҫтырып сығара. Унда улар нәҫел тамырын Ҡорҡот атаға бәйләргә тырыша, әммә Илеш районынан крайҙы өйрәнеүсе Фидан Мәрүәров төҙөгән шәжәрә Ҡалдар бейҙән башлана һәм ул ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килә.
Бөгөн ҡырғыҙ ҡәбилә-ырыу вәкилдәре Башҡортостандың Баҡалы районы Иҫке Ҡатай, Иҫке Ҡорос, Иҫке Ҡуян, Камай, Килкабыҙ, Ҡамышлытамаҡ, Мулланур, Саҡат, Үҫтем, Тоҡтағол, Яңы Ҡатай, Илеш районы Баҙы-Ҡуян, Иҫке Айыу, Иҫке Күктау, Иҫке Ҡырғыҙ, Иҫке Татыш, Иҫәнбай, Үрмәт, Иштирәк, Ҡарабаш, Тыпый, Уяндыҡ, Үрге Юлдаш, Шаммат, Ябалаҡ, Яңы Күктау, Краснокама районы Иҫке Мошты, Уртауыл, Яңы Мошты, Туймазы районы Аблай, Бәтке, Илеш, Туҡмаҡҡаран, Үрмәкәй, Шаран районы Бурһыҡ, Ерекле, Күгәрсен-Бүләк, Сәкәнтамаҡ, Түбәнге Зәйет, Түбәнге Ташлы, Татарстандың Аҡтаныш районы Айыш, Аҡтаныш, Иҫке Әлим, Кәзкәй (Ҡаҙыҡай), Тыңламаҫ, Чөгәнә, Яңы Әлим, Баулы районы Ташлы, Ютазы районы Аҡбаш, Бәйрәкә, Иҫке Ҡарайерек, Кәрәкәшле, Ташкисеү ауылдарында йәшәй. Ҡырғыҙ ырыуының иң билдәле вәкилдәренә нефтсе Рәлиф Сафин менән уның ҡыҙы йырсы Алһыу инә.
Уҙған аҙнала Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтте. Хужалар ҡунаҡтарҙы Мәҙәниәт йорто алдында уҡ ҡаршыланы. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында Илеш, Баҡалы, Краснокама, Шаран райондарының вәкилдәре бай күргәҙмә ойошторғайны. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының милли аш-һыуҙары, ҡул оҫталарының эштәре, милли кейем өлгөләре, шәжәрәләр күргәҙмәгә йәм өҫтәне. Делегаттар һәм ҡунаҡтар өсөн "Ҡырғыҙ ырыуының тарихи биттәре" тип исемләнгән экскурсия үткәрелде. Йыйын сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә ҡырғыҙҙарҙың бай тарихына ҙур урын бирелгән. "Урта быуаттар башында ҡырғыҙҙар Йәнәсәй йылғаһы буйында йәшәгәндәр. Үҙҙәренең Ҡырғыҙ ҡағанаты дәүләтен төҙөйҙәр. Әммә Сыңғыҙхан был дәүләтте баҫып ала, тар-мар итә, халҡы төрлө яҡтарға тарала. Урта Азияға, көньяҡ Кавказ яҡтарына барып урынлашалар. XIV-XV быуаттарҙа Башҡортостандың көнбайыш яҡтарына килеп төпләнәләр. Ҡырғыҙҙарҙың башлығы Ҡушыҡ бей үҙ теләге менән Рус дәүләтенә кереү өсөн Иван Грозныйға мөрәжәғәт итә. Әлеге Илеш, Шаран, Баҡалы, Краснокама, Туймазы райондарының территорияһында Ҡырғыҙ улысын барлыҡҡа килтерәләр һәм шулай итеп Ҡырғыҙ ырыуының тарихы башланып китә", - ти Илеш районынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Рөстәм Камалов.
Йыйын артабан пленар ултырышта дауам итте. Ҡунаҡтар, төрлө райондарҙан килгән ырыу вәкилдәре тарихҡа һәм мәҙәниәткә ҡағылышлы сығыштар яһап, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ҡорҙа ҡатнашыусылар ырыу гербын ҡараны, шулай уҡ гимн да ҡабул итте.
Пленар ултырыш менән бер үк ваҡытта М. Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Ата-бабалар мираҫы" исемле фольклор семинары үтте.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.21 | Ҡаралған: 389

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru