«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘРӘЛӘР ЫРЫУЫН БАРЛАНЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Ҡалтасы районында гәрә (гәрәй) ырыуы башҡорттары ҡорға йыйылды. Йыйынға Башҡортостандың гәрәй ырыуы вәкилдәре йәшәгән райондарҙан делегаттар йыйылды.

Гәрәләрҙең ерҙәре байлар, бүләр, ирәкте, йылан, йәнәй, ҡырғыҙ, таҙ, уран һәм ыуаныш ҡәбиләләре биләмәләренә күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡаҙан даруғаһының Гәрәй улусын тәшкил итә, һуңынан ул Ил-Гәрәй һәм Урман-Гәрәй улустарына бүленә. Гәрә ҡәбиләһе башҡорттары барлыҡ башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡан. П. И. Рычков мәғлүмәттәренә ярашлы, XVIII быуат уртаһында Гәрәй улусында 273 йорт иҫәпләнгән. Гәрәләрҙең ерҙәре XVIII-XIX быуаттарҙа Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәренә, ә 1798-1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда - 5-се (10-сы, 11-се) һәм 11-се (12-се) башҡорт кантондарына ҡарай.
Гәрәй ырыуы башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай, уларҙың ауылдары Башҡортостандың Илеш районында - Иҫке Айыу, Иҫке Бейектау, Иҫке Хажы (Хажы), Теләкәй, Краснокама районында - Баръяҙыбаш, Бачҡыйтау, Иҫке Аткүл, Иҫке Бөртөк, Иҫке Йәнйегет, Иҫке Ҡабан, Иҫке Ҡайынлыҡ, Иҫке Уразай, Иҫке Әшит, Ҡуян, Ҡыҙғау, Таҡталасыҡ, Әшит, Яңғыҙнарат, Яңы Аҡтанышбаш, Яңы Балтас, Яңы Бөртөк, Яңы Йәнйегет, Яңы Ҡабан, Яңы Нуғай, Яңы Ҡайынлыҡ, Яңы Суғанаҡ, Яңы Уразай, Яңы Хажи, Ҡалтасы районында - Буралы (Яңы Аткүл), Бурһыҡ, Гәрәй, Шәрип, Яңы Әшит, Тәтешле районында - Асыуйылға, Борғынбаш, Иҫке Аҡбулат, Иҫке Күрҙем (Күрҙем), Ҡашҡаҡ, Сараштыбаш, Түбәнге Ҡоҙаш, Шишмә, Шүлгән, Яңауыл районында - Асауҙыбаш, Иҫке Алдар, Йөгәмеш, Ҡушимән, Ҡыҙылъяр, Мәсәғүт, Сибәҙе, Сәлих, Тау, Түбәнге Сат, Урал, Үрге Сат, Юсыҡ, Ямаҙы, Яңы Алдар, Татарстандың Аҡтаныш районында - Бурһыҡ, Илсебай, Ирмәш, Иҫке Балтас (Балтач), Иҫке Жиәш (Зиәш), Иҫке Теләкәй, Ҡуян, Мерәс, Таҡталасыҡ, Түбән Аҡтанышбаш, Түбән Гәрәй (Иҫке Гәрәй), Түбән Таҡталасыҡ, Түмержә, Уразай, Шәрип, Әжәкүл, Юғары Аҡтанышбаш, Ямалы (Татар Ямалысы), Яңы Балтач, Яңы Гәрәй (Юғары Гәрәй), Яңы Жиәш (Ҡаратал).
Ҡалтасылағы йыйында Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Искәндәр Сәйетбатталов, Нурислам Ҡалмантаев кеүек ғалимдар ошо тарихты тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп сығыш яһаны. Уларҙың сығышынан һуң ырыу вәкилдәре һүҙ алды. Тәтешленән килгән Әҙеһәм Фәрүәзетдинов "Тәтешле районы гәрәйҙәренең тарихы, мәҙәниәте һәм көнкүреше" тигән доклад менән сығыш яһаны. Светлана Сафина Яңауыл районы гәрәй ауылдары тарихы менән таныштырһа, Земфира Сәғитова Ҡалтасы ерендәге ошо ырыу ауылдары хаҡында һөйләне. Илеш районы вәкиле Нәзир Рәхимов үҙ ғаиләһе шәжәрәһен күрһәтте. Унда 1700 шәхесте берләштергән 24 быуын тураһында мәғлүмәт тупланған. Ҡалтасы районы уҙаманы Риф Саматов та үҙ шәжәрәһен төҙөгән, бының өсөн Өфө юлын күп тапаған, һөҙөмтәлә 13 быуынды тулыһынса сағылдырған шәжәрә ағасы килеп сыҡҡан. Ырыу йыйыны делегаттарының тәҡдимдәре Йыйын ҡарарында урын алды. Документҡа Гәрәй ырыуының сағыу вәкиле, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың исемен мәңгеләштереү; милли үҙенсәлекте һаҡлап алып ҡалыу, үҙ ырыуының тарихын өйрәнеү маҡсатында Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондарында "Шәжәрә байрамы" үткәреү, Татарстандың Аҡтаныш районында йәшәгән гәрәйҙәр менән ошо тәжрибәне уртаҡлашыу; традицион спорт төрҙәрен үҫтереү; Гәрәй ырыуынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙе барлау һәм уларҙың исемен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләү; ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән мәктәптәрҙә уҡытыу теле итеп туған (башҡорт) телен һайлау буйынса эште әүҙемләштереү һәм башҡа пункттар индерелде. Шулай уҡ Гәрәй ырыуы советы һайланды. Совет рәйесе булып "Без башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев ҡалды. Делегаттар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы геральдика комиссияһы әҙерләгән ырыу гербын һәм Ҡалтасы уҙаманы Риф Саматов шиғырына Илүсә Попова ижад иткән гимнды бер тауыштан раҫланы.
Дәртле көйҙәре менән тамашасылар күңелен рухландырған билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп: "Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бар күңелегеҙҙе һалып кемгәлер бүләк әҙерләнегеҙ, ти. Уны тапшырғас, был кеше бүләкте бер аҙҙан ташланы ла китте. Һеҙгә оҡшар инеме ошо хәл? Юҡ, әлбиттә. Ә һеҙҙең тарихығыҙ, йолаларығыҙ, мәҙәниәтегеҙ, телегеҙ - ул ата-бабаларығыҙҙан ҡалған бүләк. Бер үк уны ташлап ҡуймағыҙ, һаҡлағыҙ", - тине. Гәрәй ырыуы йыйыны, быға тиклем үткән Балыҡсы, Уран, Унлар, Ҡобау, Дыуан һәм башҡа бик күп йыйындар кеүек үк, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙ диалекты арҡаһында йөҙ йылға яҡын әҙәби телдән айырылыуҙарына ҡарамаҫтан, башҡорт үҙаңын һаҡлап ҡала алыуҙарын, үҙҙәрен башҡорт тип таныуҙарын, халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итеүҙәрен дәлилләне.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 386

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru