Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә республикала Умартасылар көнө билдәләнә. Хәсән ауылында йәшәгән Фатиха һәм Фаат Зиннуровтар ҙа хаҡлы рәүештә был көндө үҙҙәренең һөнәри байрамы тип иҫәпләй. "Баллы" шөғөлгә ныҡлап тотоноуҙарына егерменән ашыу йыл үткән.
- Кешенең мөмкинлеге шул тиклем ҙур. Нимәгә булһа ла өйрәнергә, ниндәй ҙә булһа яңы эшкә тотонорға, үҙеңдең һәләтеңде асырға бер ҡасан да һуң түгел, - ти Фатиха Солтан ҡыҙы. - 2000 йылдың баштарында ғаиләбеҙ менән Красногорка ауылы янында 1 гектар тирәһе ерҙе ҡуртымға алып, виноград, сейә, гөлйемеш, ҡарағат, алма кеүек емеш-еләк ағастары һәм ҡыуаҡтары ултыртыу менән шөғөлләнә башланыҡ. Тәбиғәттең был хозур урыны беҙҙе үҙенә шул тиклем ылыҡтырҙы, саҡ ҡына буш ваҡытыбыҙ булыу менән ашҡынып торҙоҡ. Нөгөш йылғаһынан дүрт саҡрым йөрөп, һыу ташып ҡойоу ҙа бер ни торманы. Ултыртҡан үҫемлектәребеҙ күҙгә күренеп үҫә башлағас, күңелебеҙ тағы ла нығыраҡ күтәрелде. Унда яңы дуҫтар, фекерҙәштәр таптыҡ. Тиҙҙән Салауаттан килеп йөрөгән бер умартасынан бер баш ҡорт алып, уны йылдан-йыл арттырып, ҡортсолоҡ эшенә бирелеп китеүебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Ҡан хәтере, гендар, нәҫел кеше яҙмышында ҙур роль уйнай. Зиннуровтарҙың икеһенең дә ата-әсәһе, өләсәй-олатайҙары заманында билдәле умартасы булған. Шуға ла Фатиха апай менән Фаат ағайға был эшкә тиҙ өйрәнеп ала. Эшһөйәрлек, бөхтәлек, бөтмөрлөк кеүек сифаттар ҙа әсәй-атайҙан күскән тип иҫәпләй улар.
- Бал ҡорто таҙалыҡ, тәртип ярата. Әгәр ҙә кешелә был һыҙаттар юҡ икән, умарта ишәйтеп, балдан мул уңыш алыу икеле, - тип әңгәмәгә ҡушыла Фаат Әбүбәкер улы. - Был бөжәктәр ҡабаланғанды яратмай, йәғни улар янында эшләгәндә ашығырға ярамай. Умартаны асып ҡараған ваҡытта бик һаҡ ҡыланырға кәрәк. Улар кәйефте тоя, яндарында матур уйҙар менән генә йөрөү мөһим. Кейемең, тотонған инструменттарың, әйберҙәрең генә түгел, күңелең дә таҙа булырға тейеш. Шул сағында ғына уңыш алырға иҫәп тоторға мөмкин.
Балдың файҙаһын барыбыҙ ҙа белә. Ә бына уның мөғжизәле бөжәк икәнен бөтәбеҙ ҙә белмәҫкә лә мөмкин. Балы ғына шифалы түгел, ҡорттан саҡтырып, байтаҡ сирҙән дә арынып була. Был йән эйәләренең сихәте, дауаһы тураһында хатта Ҡөрьәндә лә яҙылған. Уның 16-сы сүрәһе "Бал ҡорто" тип аталып, 68-69-сы аяттар бал ҡорто һәм балдың шифаһына арналыуы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй торғандыр.
- Бал ҡорто тотҡан кешегә алдашырға ярамай. Ғәҙел, намыҫлы булғанда ғына килем алырға мөмкин. Был - аксиома. Бер йыл алдаһаң, икенсе йылына уңышын бөтөнләй күрмәҫкә лә мөмкин. Тәжрибәле умартасылар күптән иҫбат иткән дәлил, - ти Фатиха апай.
Йомарт булырға кәрәк, тигәнде лә ишеткәнебеҙ бар. Үҙемдең әсәй-атайым да беренсе айыртҡан балдан күрше-тирәне, туғандарҙан ауыҙ иттерә торғайны.
- Ҡорт хәйере тип атала ул, - тип дауам итә хужабикә. - Беҙ ҙә йыл һайын тәүге бал менән күршеләрҙе, туғандарҙы, дуҫтарҙы һыйлайбыҙ. Артып ҡалғанын һатабыҙ. Элегерәк йәрминкәләргә йөрөнөк, баҙарға сыға инек. Һуңғы йылдарҙа өйҙән генә килеп алалар, балдың сифатын, сихәтен яҡшы белгән даими клиенттарыбыҙ бар.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: умартасылар йәшерәк тә, сәләмәтерәк тә күренә. Икеһе лә олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Зиннуровтарҙың йөҙөндәге һырҙар ҙа тәрән йыйырсыҡ булып түгел, ә тигеҙ, яҡты нур булып ятҡан. Бер ҡасан да кеше уңышына көнләшеп, үҙҙәрен кәмһетмәгәнгә эске балҡыштары, тыныс уйҙары, сабыр аҡылдары ла нурлайҙыр уларҙы. Ике улының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен, яҡындарының иғтибарын тойоп, илле йылға яҡын бер бөтөн булып йәшәүҙәре лә ҙур роль уйнағандыр. Был тормошта барыһы ла бер-береһенә бәйле бит.
Лена БАРЫЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА