«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШЛӘМӘҺӘҢ, ЯҠШЫРАҠМЫ?
+  - 

Ниһайәт, биш-алты йыл буйы яҙа, һөйләй, талап итә торғас, эшләп йөрөүсе пенсионерҙарға... юҡ, индексация түгел, ә ошо талапҡа бик үҙенсәлекле яуап алынды - уларға өҫтәмә түләргә ҡарар ителде. Ошо ҡарарға ярашлы, август пенсияһы был категория халҡына 296 һум да 58 тингә артасаҡ.

Сағыштырыу өсөн: быйыл 1 ғинуарҙан эшләмәгән пенсионерҙарға, мәҫәлән, 1000 һум өҫтәлде. Шул да булдымы ғәҙеллек? Хәҙер уйлап ҡарайһың инде: эшләп, үҙеңә лә, йәмғиәткә лә файҙалы булып йәшәргә тырышыу почеттамы беҙҙә, әллә эшләмәйенсә лә лайыҡлы өҫтәмә алып ҡына ятырғамы? Өлкән быуындың эшкә тырмашып ятыуы хөкүмәт даирәләрендә лә әллә ни хуплауға лайыҡ түгел, ахырыһы. Был уларҙың иң аҙ эш хаҡына эшләп йөрөргә мәжбүр булыуында ла асыҡ күренә бит. Закон буйынса ла, әхлаҡ, ғәҙеллек ҡанундары буйынса ла тейешлеһен ала алмағас, был категория пенсионерҙар мәсьәләне үҙҙәренсә "хәл итә" башланы: күптәре "күләгәгә" күсте һәм эш хаҡын конвертта ала хәҙер. Башҡа төрлө юлдарын табыу ҙа уларҙы килемгә һалымдан ҡотҡарҙы: баҡсаһында үҫтергәнде һатырға сығырһынмы, ҡуртымға торлаҡ тотһонмо, ниндәйҙер хеҙмәттәр күрһәтһенме - дәүләт биреп еткермәгәнде шундай юлдар менән булһа ла ҡапларға, индексациялау ғәҙелһеҙлеген үҙҙәренсә тигеҙләргә тырыша, тик еңел бирелмәй был эш һөйөүсән пенсионерға: көс, нервылар сарыф итергә, иртәле-кисле тынғы белмәй эшләргә тура килә. Ә инде бындай "законһыҙ" тип аталған килеме асыҡлана ҡалһа, бындай хәлдә 120 000 һум күләмендә штраф, мәжбүри эш һәм хатта 2 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.
Ләкин башҡа сараһы юҡ пенсионерҙың, сөнки көс-ҡеүәте ташып барғандан йөрөмәй бит ул ҡартайған көнөндә, ә дәүләттең камил булмаған социаль сәйәсәте арҡаһында шундай хәлгә тарығанлыҡтан эшләргә мәжбүр. Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн генә лә бит хәҙер пенсияның яртыһы китеп тора, ә хаҡтар артҡандан-арта бара; аҙыҡ-түлек хаҡтары хаҡында әйтеп торорға ла кәрәкмәй, етмәһә, быйылғы ҡоролоҡ менән бәйле артабан нисек булырын да белгән юҡ әле. Пенсияның ҡалған өлөшөнә лә урын әҙер: дарыуҙарға, түләүле клиникалар кассаһына китеп тора ул, сөнки муниципаль поликлиникаларҙа юғары квалификациялы махсуслашҡан табиптар етешмәй, сират, вирус йоҡтороу хәүефе һәм башҡалар. "Был эшһөйәр пенсионерҙарҙан асыҡтан-асыҡ көлөү һәм мыҫҡыл итеү. Ниндәйҙер ғәҙеллек булырға тейештер бит! Исмаһам, эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙан Пенсия фондына 22 процент иғәнәне кәметегеҙ йә бөтөнләй алып ташлағыҙ!" - тип яҙҙы Рәсәйҙең Плеханов исемендәге иҡтисад университеты доценты Людмила Швец (АиФ, №30). Ысынлап та, 296 һум бер тапҡыр магазинға инеп сығырға ла етерлек түгел. Ҡайҙан соҡоп сығарғандар һуң был сумманы? Өҫтәмә, асыҡланыуынса, өс пенсия коэффициентын ҡушыуҙан (бер балл хаҡы 98 һум 86 тин тора) хасил булған. Ләкин иң көлкөһө һәм ҡыҙғанысы шунда: был өҫтәмә һәр пенсионерға тәтемәүе лә бар икән! Беренсенән, тип аңлата быны белгестәр, үткән йылда 3 балл туплау өсөн айлыҡ эш хаҡың 30 меңдән күберәк булырға тейеш, ә инде унан түбәнерәк икән, ни бары 1 йә 2 балл ғына эләгәсәк.
Ә эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙға, ҡағиҙә булараҡ, бик аҙ түләнә, уларҙың күпселеге 15 меңгә эшләп йөрөргә мәжбүр. Тиндәрҙе "һығыуҙың" икенсе сере шунда: балл хаҡы ағымдағы йәки унан алдағы йылға ҡарап түгел, ә пенсияға сыҡҡан йылғы хаҡ буйынса иҫәпләнә. Мәҫәлән, кемдер берәү пенсияға 2015 йылда сыҡҡан икән, коэффициент та шул йылғы - 71 һум 41 тингә ярашлы иҫәпләнәсәк. Был осраҡта ошо кешегә 3 балл хаҡы ни бары 214 һум тирәһе тәшкил итә. Бындай баш ҡатырғыс хисаплауҙы нормаль кеше аңы менән төшөнөүе ҡыйын, әлбиттә, әммә шул балл һәм һандар артына йәшеренгән хәйләнең асылы бер генә - нисек тә ҡыҫыу, экономиялау. Тимәк, хәҙер кеше оҙағыраҡ эшләгән һайын, өҫтәмәне... әҙерәк алырға тейеш булып сыға. Замана парадокстарының береһеме был?
Кеше хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан эшләй, дәүләткә килемдән һалым һәм иғәнә түләй. Һөҙөмтәлә дәүләттән ана шундай "сәйлек" тиндәр ала, ә уларҙың пенсияларына законлы индексация 2016 йылдан алып башҡарылмай. Бөгөнгө пенсия моделен ҡайтанан ҡарау өсөн парламент составында үҙгәрештәр кәрәк, тиҙәр ҙә ул. Был иһә 17-19 сентябрҙә үтәсәк Думаға һайлауҙарҙа нисек тауыш биреүебеҙгә бәйле булыуын күҙҙә тота инде...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 538

Киске Өфө
 
Аҡыл - ул тар булғанды киңәйтеү, киң булғанды бәләкәйләтеү, бер-береһенә оҡшағанды күбәйтеү һәм ҡәҙимге генә нәмәләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

(Квинтилиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru