Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы 102-се ижад миҙгеленең тәүге эш көнөн тәбрикләне. Артистарҙың олоһо ла, йәше лә, билдәлеһе лә, өйрәнсеге лә урғылып килеп тулды тамаша залына. Халыҡ һағынышҡан һәм әртистәргә хас хисле лә - ҡосаҡлаштылар, үпәсләштеләр, хәл-әхүәл белештеләр. Һәм һөйләштеләр.
Йыйылыштың инеш өлөшө бер аҙ баҫылғас, театр директоры Иршат Фәйзуллин һүҙ алды һәм барыһын да яңы миҙгелгә аяҡ баҫыу менән ҡотланы.
- Заманалар нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, ниндәй генә ауырлыҡтар, һуғыш, афәттәр өҫтөндә лә халыҡтың мәҙәни үҫеше тотҡарланырға тейеш түгел. Һәм театр был тәңгәлдә алғы һыҙыҡта. Беҙ иһә ошо фронт һалдаттары. Бөгөнгә тиклем был бурысыбыҙҙы намыҫ менән атҡарып килдек һәм әлеге башланыр миҙгелде лә халыҡ менән, халыҡ алдында, халыҡ өсөн эшләп, ижад итеп үткәрербеҙ, тип ышанабыҙ, - тине етәксе.
Артабан һүҙҙе театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов алды. Ул планлаштырған спектаклдәр һәм ролдәр хаҡында һүҙ алып барҙы. Әлбиттә, уның һөйләгәндәре күберәк һөнәри үҙенсәлектәргә һәм нескәлектәргә ҡоролоп, ул профессия ғилемен белмәгәндәр өсөн аңлашылып та бөтмәне, әммә күп кенә фәлсәфәүи мәғәнәле фекерҙәре күңелгә инеп ултырҙы. Мәҫәлән, "Роль һорай белеүҙә тормай эш, ә һинең әлеге ролгә әҙер булыуыңда тора" йәки "Режиссер һөтлө һыйырҙы һайлай" тигәндәре бик үҙенсәлекле булды.
Артабан коллектив театрға килгән йәш артистар менән танышты, уларға нәсихәт һүҙҙәрен әйтте. Яңы миҙгелдә М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған Айнур Ғәбитов, Илүзә Итекәева, Сабина Кирәева, Лилиә Сәғитова, Таң Хөсәйенов, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлап сыҡҡан Айым Сөләймәнова, Гүзәл Хәсәнова ошо коллективта эш башлаясаҡ. Башҡорт театр һәм кино актёры, режиссёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы һәм Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Олег Ханов йәштәргә былай тине:
- Театрҙа уйнамайҙар, театрҙа тамашасы күңелен әсир итеү өсөн тир түгәләр. Тән менән дә, йән менән дә, аҡыл, көс, рух, оҫталыҡ һәм һәләт менән егелеп хеҙмәт итәләр. Бына шуларға әҙер булһағыҙ - театр һеҙҙе ҡуш ҡуллап ҡабул итә һәм тәрбиәләй. Ә һеҙ халыҡты тәрбиәләйәсәкһегеҙ!
Йыйылыш барышында эске эштәргә ҡағылышлы төрлө һорауҙар, мәсьәләләр тураһында һөйләшелде, гастролдәр расписаниеһы тикшерелде, труппалар бүленеше тураһында һүҙ алып барылды. Билдәләнеүенсә, әле Александр Островскийҙың "Шаяндар" пьесаһын сәхнәләштереүгә әҙерлек бара. Фирғәт Ғарипов балалар өсөн "Серле гиппопотам" спектакле өҫтөндә эшләй.
Олег Ханов Алексей Дударевтың "Кис" әҫәре өҫтөндә эш башлай. Коллектив шулай уҡ татар яҙыусыһы Зифа Ҡадированың әҫәрен уҡыуҙы ойошторған. Шулай уҡ билдәле башҡорт яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы буйынса эш дауам итә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы миҙгелдең тәүге эш көнө бик эшлекле һәм әүҙем башланды. Беҙ, ошо сарала ҡатнашҡан журналистар, фекер алышыуҙарҙа сығыш яһағандарҙың да һүҙҙәрен ҡәләм осона элдек.
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровтың һөйләгәне: Сираттағы ижад миҙгелен шулай тантаналы асып торабыҙ. Күрәһегеҙ, артистар күмәк булып килгәндәр, йәштәр ут сәсеп тора - бик матур, хатта ки ғорурланырлыҡ күренеш. Уларға шуны әйтке килә: бөгөнгө театрҙа эшләү - ул батырлыҡҡа тиң. Сөнки замана театр системаһы, республика ғына түгел, ил, донъя кимәленән ҡарағанда, бик ҙур талаптар ҡуя. Шундай яңылыҡтар, үҙгәрештәр артынан эйәреп кенә түгел, уларҙың алдынан барыу өсөн милли театр коллективына ниндәй көсөргәнештә йәшәргә кәрәк булғанын аңларға тырышығыҙ. Уңыштар, уңыштар һәм уңыштар ғына теләйем артистарға, театрҙарға.
Театрҙың йәш артисы Зиләрә Юлтаева һөйләгәндәрҙән: Яңы көс, дәрт һәм илһам менән эшкә сыҡтыҡ бына. Мин шундай теләк һәм маҡсат менән башлайым был миҙгелде - теләһә ниндәй ролдәргә лә, образдарға ла әҙермен. Пандемия сикләүҙәре, күптәрҙе юғалтыу һәм башҡа күренештәр, нисектер, үҙаңды үҙгәртеп ташланы кеүек. Бөгөн йәшәп ҡалғы, ярһып эшләге һәм уйҙарҙы тормошҡа ашырғы килә. Шулай итергә булдым да...
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гүзәл Маликова шулай тине: Был тажзәхмәт сикләүе беҙгә шул тиклем дә һабаҡ бирҙе: булғанды ҡәҙерләргә, дуҫ-туғанды баһалай белергә, бергә йәшәү һәм эшләү бәхетен аңларға өйрәтте. Коллегалар, сәхнә, тамашасы шул тиклем һағындырған. Бөтөн ошо булғандан яҙып, күлдән алып ярға ташланған балыҡ хәлендә ҡалдыҡ бит. Аллам һаҡлаһын! Иҫән-һау булып, залдар тултырып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә яҙһын артабан. Телевизор, интернет һәм башҡалар ғына тултыра, тулыландыра алмай был күңелде - әҙәм булмышын. Уға тере мәҙәниәт, тере әҙәбиәт һәм сәнғәт кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин һөйләгәндәрҙән: Коллегаларымды иҫән-һау күреүемә шатмын. Шул уҡ ваҡытта ижад багажыма тағы ла бер миҙгел емеше төшөп ята, был үткән ғүмер, йылдар һаны. Старт алдым - ең һыҙғандым. Ә йәштәргә теләгем шул: тамашасыға ҡыҙыҡлы булыу өсөн матур йөҙ-һын менән һөйкөмлө тауыш ҡына аҙ. Белем кәрәк. Халыҡты әсир итергә теләгән актермы, уҡытыусымы, депутатмы - ул белемле, аңлы, киң даирәле һәм фәлсәфәүи фекерле була белергә тейеш. Уңыш хеҙмәт менән һәләт емеше ул. Һәм шул уңышты теләйем барыбыҙға ла.
Әйткәндәй, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 8 сентябрҙә Новокуйбышевск ҡалаһында "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен күрһәтә. Сара "Алтын битлек" театр фестивале сиктәрендә ойошторола. Новокуйбышевск ҡалаһындағы фестиваль Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм был ҡалала өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Фестивалдә беҙҙең театр менән бер рәттән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург театрҙарының сығыштары көтөлә.
"Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле 2019 йылда "Алтын битлек" премияһының алты номинацияһына дәғүә итте һәм "Алтын битлек"тең драма һәм ҡурсаҡ театрҙары жюрийының Беренсе махсус призына лайыҡ булды.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА