"Тауға ҡарап, тау була алмаҫһың " тип тә әйтәләр. "Тауға ҡарап таш атма" әйтемен иһә, ябай ғына итеп, "тауға ҡарап таш атма, атһаң, башыңа үҙеңдең атҡан ташың төшөр", тип тә аңларға була. Ысынлап та, бейек тау янында ҡулына таш тотоп, уны тау башына ташларға йыйынып торған кешене күҙ алдына килтерһәң, был күренеш көлкө лә тойола, шул уҡ ваҡытта әйтемдең мәғәнәһе үтә ябай һәм аңлайышлы кеүек. Әгәр ҙә мәғәнәһе шулай ғына булһа, ниңә кәрәк булды һуң әле бындай фәлсәфә, тип тә уйларлыҡ. Шуға күрә тәрәнгәрәк ҡараш ташлап ҡарайыҡ.
Япондарҙың бер кенәзлегендә шундай закон ҡабул ителгән: алтмышы тулған һәр кешене балалары тауға алып барып ҡалдырып китергә бурыслы. "Беҙгә үҫеп килгән балаларҙың һәм йәштәрҙең өлөшөнә ингән артыҡ ауыҙҙар, әрәмтамаҡтар кәрәкмәй", тигән был хаҡта закон ҡабул итеүсе кенәз. Закон буйынса, балалары аталарын һуңғы юлға арҡаһына һалып йөкмәп алып барырға, бының менән уларға һуңғы тапҡыр хөрмәт күрһәтергә тейеш икән.
Шулай итеп, бер ваҡыт ағалы-ҡустылы ике егет алтмышы тулған аталарын алмашлап күтәрә-күтәрә, тауға менеп баралар икән. Бына бер ваҡыт атаһын йөкмәп барған ағай кеше, арҡаһына ымлап, ҡустыһынан:
- Беҙҙең атай унда мыштырҙап нимә эшләй? - тип һорай икән.
- Нимә эшләһен инде, нисек итеп көн үткәрергә белмәйенсә, ағастарҙың ботағын һындырып алып, юлға ташлап бара, - тип яуап биргән уға ҡустыһы.
- Атай, ниңә улай итәһең, беҙ ҡайтып киткәс, ергә ташланған ботаҡтар буйынса кире өйгә ҡайтмаҡсыһыңмы? - тигән арҡаһындағы атаһын һелкетеп-һелкетеп алып өлкән улы. - Кенәз кире ҡайтҡан атайҙарҙы таш менән туҡмап үлтерергә ҡуша. Шуға күрә юҡ менән булма, атай, был законды беҙ уйлап сығарманыҡ, ҡарышма...
Улдарына бер ни тип тә яуап бирмәгән атай кеше. Ул һаман да ҡулына эләккән ботаҡтарҙы һындырып алып, юлға ташлауын белгән. Улар тау үренә эңер төшөүгә генә барып еткән. Егеттәр аталарын ҙур ағастың төбөнә ултыртҡан да, таң атҡанын да көтөп тормайынса, шундуҡ ҡайтырға ҡарар иткән. Улар атаһы менән бәхилләшкән, уға барлыҡ ризыҡтарын, эсәр һыуҙарын ҡалдырған. Үҙҙәре һөҙәк урау юлдан ҡайтыуҙы яйһыҙ күреп, тоҫмал менән туп-тура ауылдарына табан ынтылған. Уларҙың алдында һуҡмаҡ осраған, шунан бер аҙ бара биргәс, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, кире үргә табан киткәндәр. Һуҡмаҡтан ситкә тайпылыуҙары булған, шырлыҡ араһында тамам аҙашып, үҙҙәрен бүреләр ҡамап алған. Шул саҡ ҡараңғы төн килгән. Һупылдаған өкөләрҙең йызлаған күҙҙәрен күреп, малайҙар илай-илай аталарына ҡысҡырып, уны ярҙамға саҡырған. Ишетмәгән шул уларҙы аталары, бик алыҫ урында ҡалған. Егеттәр был саҡта инде тауҙың бөтөнләй икенсе яғына барып сыҡҡан булған. Уларҙы бүреләр өҙгөләүенән усаҡ яғыуҙары ғына ҡотҡарған.
Төнө буйы ҡысҡыра-ҡысҡыра тамаҡтары ҡарлығып, сарсап, бүреләрҙән ҡоттары осоп, дер ҡалтырауҙан йөрәктәре алынған һәм асыҡҡан егеттәр таңғы ҡояш нурҙары күренеү менән үк ҡотолоу сараһы эҙләп, баштары һуҡҡан яҡҡа киткән. Көнө буйы тау битләүендәге урман араһын ҡыҙырған улар. Инде тамам арып, талсығып, ҡолар хәлгә еткән саҡтарында аталары юлға ташлаған ботаҡтарға килеп сыҡҡан ағалы-ҡустылы был икәү. Йүгереп барып еткән улар аталары янына һәм ҡәҙерле кешеһенең аяғына йығылып, ғәфү үтенгән. Аталары һаман да, улдары ағас төбөнә нисек ултыртып киткән булһа, шул килеш ҡымшанмай ҙа ултыра икән. Улар ҡалдырған ризыҡҡа ла, һыуға ла бөтөнләй ҡағылмаған атай кеше.
Артабан нимә булған, тиһегеҙме? Улар өсәүләшеп ултырып, тамаҡ ялғаған, һыуһынын ҡандырған һәм улдары, атаһының ҡаршылашыуына ҡарамайынса, уны арҡаһына йөкмәп, ҡайтыр юлға сыҡҡан. Уларға ауылға тиҙ генә ҡайтып етер юлды ергә ташланған ағас ботаҡтары күрһәтеп барған. Егеттәр ошо урында ғына аталарының уларҙы нисек итеп яратҡанын аңлаған. Улдарым кире ауылға ҡайтҡан саҡта юлда аҙашмаһын, тип ташлаған булған ул юлға ағас ботаҡтарын.
Ауылда инде, билдәле, кенәз сығарған закон буйынса атай кешене таш менән үлтергәнсе туҡмау әмәле көткән. Әммә егеттәр аталарын һаҡларға ҡарар иткән һәм йорттарына төндә кеше күрмәгәндә генә ҡайтып төшөп, иҙәндәренең аҫтына ҙур баҙ ҡаҙып, аталарын шунда йәшереп йәшәтә башлаған. Көндөҙҙәрен улар алмашлап аталарына ашарға төшөргән, төндәрен атай кеше йортҡа күтәрелеп йоҡлар булған. Ошо рәүешле бер йыл үтеп тә киткән.
Бер ваҡыт туҙға яҙмаған закондар сығарыусы, фармандар биреүсе кенәз үҙенең биләмәһендә йәшәүселәргә көлдән арҡан ишергә бойорған. Кем дә кем был ғәмәлде башҡара, уны ҙур бүләк көтә икән. Егеттәр ҙә үҙ бәхетен һынап ҡарамаҡсы булған һәм аталарынан кәңәш һораған.
- Һаламды тоҙло һыуға тығып, ҡамсы итеп үрегеҙ. Һалам кипкәс, ҡамсыға ут төртөгөҙ, - тип кәңәш биргән уларға аталары. Егеттәр шулай иткән дә. Уларҙың уңғанлығына һәм тапҡырлығына һоҡланған кенәз:
- Улайһа, һеҙгә тағы ла бер эш ҡушам. Әгәр ҙә уныһын да эшләй алһағыҙ, һеҙҙең теләһә ниндәй һорауығыҙҙы үтәргә ризамын, - тигән туҙға яҙмаған закондар һәм фармандар батшаһы булған кенәз.
Был юлы ул егеттәрҙең ҡулына ҙур диңгеҙ ҡабырсағы тоттороп, уның әллә нисә бөгөлөшлө бәләкәй тишектәре аша еп үткәрергә ҡушҡан. Нишләһен егеттәр, тағы ла аталары янына килгән. Кенәздең йомошон аңлатҡас, аталары уларға ҡырмыҫҡа, еп һәм дөгө ярмаһы килтерергә ҡушҡан. Артабан ул ҡырмыҫҡаға еп бәйләгән дә, уны ҡабырсаҡ эсенә төшөрөп, ҡабырсаҡ осондағы ярыҡ янына дөгө һалып ҡуйған. Билдәле, ҡырмыҫҡа тәмлекәстең еҫенә тамшанып, ҡабырсаҡтың эсендәге әллә нисәмә лабиринтты үтеп, өҫкә килеп тә сыҡҡан.
Ошонан һуң егеттәр теге ваҡиғаны кенәзгә тулыһынса һөйләп бирергә мәжбүр булған һәм аталарына ҡарата законды ҡулланмауҙы үтенгән. Кенәз уларҙың һорауын үтәү генә түгел, ғөмүмән, алтмышы тулғандарҙы тауға алып барып ҡалдырыу тураһындағы законды ғәмәлдән сығырап, егеттәргә ҙур бүләктәр биреп, уларҙың дәрәжәһен дә күтәреү хаҡында фарман сығарған...
"Тауға ҡарап таш атма" әйтеме менән был ваҡиғаның ниндәй уртаҡлығы бар тиһегеҙме? Бар икән дә шул. Тәбиғәттең олпат өлөшө тау тип аталһа, кешеләр араһында ундай олпатлыҡҡа өлкән кешеләр, тормош аҡылын үҙенә туплаған аҡһаҡалдар эйә. Кенәздең шундай аҡһаҡалдарҙы тауға алып барып үлергә ҡалдырыу хаҡындағы законы уларға таш менән атыуға тиң булған. Һәр хәлдә, был хәлде кенәз һәм уның улдары шулай баһалаған. Олоно оло итә белеү, ихтирам итеү, хатта уларҙың ниндәйҙер ғәйептәре булған сүрәттә лә уларҙы аяу хаҡында ла бара бында һүҙ...
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА