Беҙҙә элек-электән башҡорт мәктәбен мәҙрәсәләргә генә бәйләгән ҡараш йәшәп килә. Әммә ғәмәлдә башҡорт милли донъяуи мәктәбе 19-сы быуаттың икенсе яртыһында уҡ була. Хатта Земство вәкилдәре 1867 йылда Ырымбур губернаһының Иманғол ауылында асылған беренсе башҡорт мәктәбен Рәсәйҙең көнсығышындағы иң боронғо рус-башҡорт мәктәбе тип теркәп ҡалдырған.
Ни өсөн был фактҡа иғтибар йүнәлтәм, сөнки башҡорт мәктәбенең барлыҡҡа килеүе - ул кемдеңдер фантазияһы, уйҙырма модель түгел, ә ижтимағи-тарихи үҫеш һөҙөмтәһе. Сөнки мәғариф - ул оҙайлы процесс һәм ул белем, мәғлүмәт, мәғрифәт кенә түгел, ә шәхестең, уның рухи-әхлаҡи потенциалының формалашыуы. Барыбыҙ ҙа туған тел, милли мәҙәниәт аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килгәнен белә, сөнки тамырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора. Тарихыбыҙ - боронғолоҡ ҡына түгел, ә бөгөнгө баҙар мөнәсәбәттәренә, үҫешкә яраҡлаштырып файҙаланырға мөмкин булған ҙур ҡеүәт ул. Шулай ҙа әленән-әле, башҡорт телен уҡытыуҙы тыялар, тигән һүҙҙәр ишетелә. Ғәмәлдә, РФ Конституцияһының 26-сы статьяһындағы 1-2-се пункттар һәр кемдең үҙенең милләтен билдәләү һәм күрһәтеү хоҡуғын, берәү ҙә икенсе милләт тип мәжбүр ителә алмау, һәр кемгә туған тел менән файҙаланыу, аралашыу, тәрбиә биреү, уҡытыу һәм ижад итеү телен ирекле һайлау хоҡуғын бирә. "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль Закондың төп мәлдәре лә ошо положениенан сығып эшләнгән һәм ул белем биреү мөнәсәбәттәрен тыймай, киреһенсә, дәртләндерә генә.
Шулай уҡ уҡыусыларҙың туған телдә белем алыу ғына түгел, имтихан биреү хоҡуғы ла гарантияланған. "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль Закондың "Йомғаҡлау аттестацияһы" статьяһында уҡыусыларҙың туған телдән йомғаҡлау имтиханы тапшырыу хоҡуғы билдәләнә. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ла бер ниндәй тыйыуҙар юҡ. РФ Конституцияһы милли берәмектәргә үҙ дәүләт телдәрен иғлан итеүҙе гарантиялай, "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль Законында Рәсәй Федерацияһында дәүләт теле булған рус теле менән бер рәттән, субъекттар үҙҙәренең дәүләт телен уҡыта алыуы тураһында билдәләнә.
Бынан тыш, Федераль Законда белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусы булып атай-әсәйҙәр тороуы билдәләнә. Ә беҙҙә ни өсөндөр улар бары тик балиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәре генә тип йөрөтөлә. Эйе, улар законлы вәкилдәре лә, шул уҡ ваҡытта белем биреү процесында әүҙем ҡатнашыусы, белем биреү усағын, белем биреү телен һайлаусы ла. Шуға күрә уҡыусылар менән генә түгел, атай-әсәйҙәр менән әүҙем эшләргә кәрәк. Бөгөн ауылдарҙа мәктәп - берҙән-бер тигәндәй социаль-мәҙәни объект булып ҡалып бара. Оптималләштереү сәбәбе менән күп урындарҙа балаларҙы йөрөтөп уҡыталар һәм милли мәктәп ҡатнаш мәктәпкә әйләнә. Әммә "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль законға ярашлы, мәктәптәрҙең учредитель тәртибендә ойошторолоуы яҙылған. Йәғни, уны кемдеңдер теләге буйынса ғына үҙгәртеү мөмкин түгел. Әгәр документта белем усағы башҡорт гимназияһы тип яҙылып, теркәү үткән икән, ул бер нисек тә ҡатнаш булып китә алмай. Дөйөмләштереп әйткәндә, революцияға тиклемге лә, совет осорондағы ла, хәҙерге ҡануниәт тә милли белем биреүҙе лә, туған телде өйрәнеүҙе лә тыймай. Шуға күрә, уҡытыусыларға һәм мәктәп директорҙарына атай-әсәйҙәр менән ныҡлы эш алып барырға кәрәк.
Лена СӨЛӘЙМӘНОВА,
тарих фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА