«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ҠАБАТЛАНАМЫ?
+  - 

Вирусолог, Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир-ағзаһы, профессор Петр Чумаков мәжбүри вакцинация яҡлы булыуы хаҡында белдерҙе. "Рәсәй радиоһы" эфиры аша ул коронавирустан вакцинаға ҡаршы кешеләрҙе тәнҡитләп сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, илдә бөгөн тажзәхмәттең дельта штамы көсәйә бара, ә уға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн бөтөн халыҡтың 80 проценты прививка яһатырға тейеш. Шул саҡта ғына вирустың яңынан-яңы штамдары үрсеүен туҡтатып буласаҡ. "Әле вакциналауға ҡаршы кешеләр аҙаҡ, уларҙы прививка ҡаҙатырға мәжбүр иткәндән һуң, рәхмәт кенә әйтәсәктәр",- ти ул.

Кем һуң ул Петр Чумаков? Үҙенең был ҡәтғи фекерен нимәгә нигеҙләнеп яҡлай ул? Петр Михайлович бөгөн коронаға ҡаршы вакциналарҙың береһе - КовиВакты етештереүсе ғилми үҙәк ғорурлыҡ менән исемен йөрөткән легендар ғалим-вирусолог Михаил Чумаковтың улы. Михаил Чумаков (1909-1993) әлеге ғилми үҙәккә нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге директоры булған. Тарих ҡабатланмай, тиҙәр, ләкин ул яңы урауҙар үтеп, үҙе хаҡында яңыртылған вариантта ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрөп тороусан. Бынан 70 йыллап элек донъяны ҡурҡыныс эҙемтәләре буйынса бөгөнгө тажзәхмәттән һис кәм булмаған һәм хатта унан да күрҡынысыраҡ хәүеф килеп баҫа - полиомиелит. Был сирҙән үлем кимәле 10-дан 20 процентҡа тиклем тәшкил итә, ә сирләгәндәрҙең яртыһын фалиж һуға. Бөтөн Ер йөҙө халыҡтары өмөтләнеп табиптарға һәм ғалимдарға баға: үлемесле вирустан кисекмәҫтән вакцина талап ителә. 1955 йылда махсус рәүештә Фәндәр академияһының Полиомиелит институтын асалар һәм 1953 йылғы "табиптар эше" шауҡымында золом ҡорбаны булыуҙан саҡ-саҡ тороп ҡалған йәш ғалим Михаил Чумаковты ошо институт директоры итеп тәғәйенләйҙәр. 1956 йылда өс совет ғалимын - Сталин премияһы лауреаты, Фәндәр академияһы ағзаһы Михаил Чумаков, уның арҡаҙашы һәм ҡатыны, вирусолог Мария Ворошилова һәм Ленинград ғалимы Анатолий Смородинцевты океан аръяғы ғалимдары менән берлектә вакцина мәсьәләһен хәл итеү өсөн АҠШ-ҡа командировкаға ебәрәләр.
Әйткәндәй, 1921 йылда АҠШ-тың буласаҡ президенты Франклин Рузвельт тап ошо вирустан зарарланып, инвалид арбаһына ултырырға дусар ителә. Американан ҡайтып, бер-ике йыл үтеүгә, Чумаков етәкселегендә полиомиелиттан ғүмерлеккә тотороҡло иммунитет булдырыусы препарат уйлап сығарыла һәм оҙаҡ та үтмәй, етештерелә лә башлай, ә Америка был йәһәттән бындай ҡыйыу аҙымға барырға батырсылыҡ итмәй. Чумаков иһә тәүәккәлләй: меңәрләгән балалар ғүмере өсөн шәхси яуаплылыҡ тоя ғалим. Ләкин беҙҙең илдә әҙер препарат ҡулланыу тапҡансы, бик күп ҡаршылыҡтарға осрай. Вакцинаның кеше һаулығы өсөн бер ниндәй зыяны юҡлығы ҡат-ҡат иҫбатланыуға ҡарамаҫтан, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм медицина буйынса башҡа чиновниктар прививканы ҡулланыуға ҡәтғи ҡаршы төшә. М.Чумаков үҙенең бөтөн "фантазияһын" эшкә егеп, туп-тура ул саҡтағы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Анастас Микоян кабинетына барып инергә мәжбүр була. Ниһайәт, 1959-1960 йылдарҙа күмәк вакцинациялау башлана һәм 1961 йылға ил халҡының 80 проценты прививка эшләтә. Полиомиелит менән сирләү кимәле тәүге йылда уҡ 200 тапҡырға кәмей һәм тағы алты йылдан был сир менән зарарланыусылар һаны ни бары 60 кешегә тороп ҡала. Михаил Чумаковты хаҡлы рәүештә кешелекте полиомиелиттан ҡотҡарыусы тип йөрөтәләр.
Бөгөнгө хәл күп йәһәттән үткән быуаттың әлеге 60-сы йылдары ситуацияһын хәтерләтә, тик был юлы вакцинаны мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк ҡулланыуға түрәләр тарафынан түгел, ә халыҡ араһында ҡаршылыҡ күрһәтелә. Ҡиммәтле ваҡыт ҡулдан ысҡындырыла, ти Петр Чумаков, сөнки илдә вакцинациялауҙың әкрен барыуы вирустың яңынан-яңы варианттары үрсеүгә сәбәп булып тора. Шул арҡала ғалимдар һәм табиптар прививкалау күләмен 60-тан 80 проценҡа тиклем халыҡ иҫәбенә арттырырға мәжбүр булдылар. Мәсьәләне хәл итеү артабан да һуҙыла барһа, әлеге күрһәткес, һис шикһеҙ, 90 процентҡа ла барып баҫасаҡ, ти П.Чумаков. Ғалим атаһының эш тәжрибәһе һәм уның иҫ китмәле илһөйәрлек, кешелеклелек, гражданлыҡ позицияһынан сығып, үлемесле сирҙән ҡотолоу юлын фәҡәт вакцинацияла күрә һәм уға ҡаршыларҙың дәғүәләрен абсурд тип атай.

Интернет материалдарын файҙаланып,
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА
әҙерләне.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 472

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru