«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҘ ӨМӘЛӘРЕ БАШЛАНДЫ
+  - 

Башҡорт халҡында байлыҡ, муллыҡ һәм уңғанлыҡты, матурлыҡты һүрәтләгән, күркәм ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы берләштергән халыҡ байрамдары бик күп, шөкөр. Ҡаҙ өмәһе - шундайҙарҙың береһе.
Беҙ бәләкәй саҡта ул көҙҙөң һуңғы айында, йәғни ноябрҙә, ер-һыу туңып, ҡар ятҡас үткәрелә торғайны. Ул мәлдә хәҙерге кеүек һәр төрлө туңдырғыс шкафтар йәки һандыҡтар булмағанға, ҡош-ҡорт өмәләре башлыса көндәр һалҡынайтҡас ҡына ойошторолдо. Еңгәләрҙең, апайҙарҙың көйәнтәгә ҡаҙҙарҙы аҫып йылғаға алып төшөп, мәкелә сайыуҙары, сайғас, ярҙа бер аҙ йырлап-бейеп күңел асыуҙары әле лә күңелле бала саҡ хәтирәһе булып күҙ алдында тора. Беҙгә, бәләкәйҙәргә лә, эш эләгә торғайны. Күберәк тегене-быны алып биреп, ҡул араһында ғына йөрөйбөҙ. Ҡайһы берҙә ҡауырһындарҙы һыпырырға ҡуша торғайнылар. Ул йөндө, мендәрҙе күпертеп, ҡупшы итеп күрһәтә тип, башҡа йөнгә ҡушалар ине. Ә ҡаты ҡауырһындың ҡалғанын ауылдан ситтәрәк, әммә кеше йөрөгән урынға түгәләр ине. Шулай итһәң, икенсе йыл ҡаҙ тағы ла уңа, имеш. Хәҙер күптәр ҡош-ҡортон көн йылы саҡта рәхәтләнеп урамда эшкәртеп ҡалырға тырыша. Әммә ҡасан йолҡоуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер этаптары төшөп ҡалһа ла, ҡаҙ өмәһенең төп йолалары үтәлә. Әлбиттә, һәр төбәктә үҙенә генә хас тәртип һаҡланған.
Был юлы Көйөргәҙе районы Яңы Муса ауылында йәшәгән хужабикә - Ильвира ЗАҺИҘУЛЛИНАнан Ҡаҙ өмәһе йолаһы үткәреү тураһында һөйләттек.

- Беҙҙең ауылыбыҙ ҡаҙ-өйрәк тотоу өсөн бигерәк уңайлы урында урынлашҡан. Эргәнән генә Мәләүез йылғаһы аға, - тип һөйләп китте Ильвира. - Тик хәҙер күптәр элекке кеүек оя-оя ҡаҙ үҫтермәй. Иртә яҙҙан бәпкә көйө һатып алалар ҙа, йәй буйы тәрбиәләп, көҙгә һуялар. Элек ноябрь айы гөрләп тора торғайны. Күрше-тирәһен, туғандарын саҡырып, һәр кем өмә үткәрҙе. Әйткәндәй, элек тә, әле лә уны бер кем дә эш һымаҡ күрмәй. Киреһенсә, уңған хужабикәләр был эште байрам һымаҡ көтөп ала. Кистән ҡаҙҙы салыу, эшкәртеү өсөн кәрәкле һауыт-һаба, бау, бысаҡ кеүек әйберҙәр әҙерләнә. Өмәселәрҙе һыйларға бәлеш, бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡоймаҡ ҡойола.
Салыр алдынан кискелеккә ҡоштарҙы ашатмайһың. Эште иртәләп кенә башларға кәрәк. Ҡаҙҙарҙы ныҡ ҡыуырға ярамай. Артыҡ тауышланмай, шауламай, ҡурҡытмай ғына, ҡанаттарын имгәтмәй генә тотоп, тәпәйҙәрен бәйләргә ҡуша ине ололар. Һәр эштә һәләт кәрәккән кеүек, ҡош тотоуҙа ла етеҙлек тә, таһыллыҡ та кәрәк. Ҡаҙ, айырыуса ата ҡаҙ көслө була, дөрөҫөрәк тотмаһаң, ҡанаты менән ныҡ ҡына һуғыуы ла ихтимал. Ҡаты ғына эләгергә мөмкин.
Беҙҙең ауылда ҡошто салғандан һуң рәшәткәгә элеп сығалар. Был ысул ҡоштоң эре ҡауырһындарын йолҡоп алыу, муйынынан ҡан тамсылап тормаһын өсөн бәйләп ҡуйыу өсөн уңайлы. Ҡанат аҫтынан харам йөндәрен, улар ғәҙәттә ете бөртөк була, шунан ҡойроғоноң эре ҡауырыйҙарын йолҡоп алғас, ҡанатын бер быуынан киҫеп алаһың, башын ҡырҡып, муйынын бәйләйһең.
Борон ҡоро көйө генә йолҡоп алырға тырыша инек. Айҙың фазаһына ҡарапмы, әллә нисек ашауына бәйле булдымы, һуҡталы булһа, марляны еүешләп, үтекләп мәшәҡәтләнә инек. Хәҙер еңелгә һалыштыҡ, ҡайнар һыуҙа бешекләп алабыҙ ҙа, берәй иҫке кейемгәме, юрғанғамы төрөп торабыҙ. Уны бешекләүҙең дә үҙ тәртибе бар. Эҫе һыу мамыҡ аша тиреһенә үтергә тейеш түгел, юғиһә, майы бешеүе бар. Йылы әйбергә төрөп һалһаң, тиҙ генә йолҡола. Беҙҙә, ғәҙәттә, берәү бешекләп тора. Теләгән кеше булмаһа, хужабикә үҙе был яуаплы эште атҡара.
Йолҡҡан ваҡытта шаян һүҙҙәр һөйләшеп, көлөшөп, йырлашып ултырабыҙ. Йолҡоуы тиҙ уның, уңғандар ярыша-ярыша эшләй. Йолҡоп бөткәс, өтәһең. Элек газ, сыра менән өтөп этләнә инек, хәҙер магазинда бәләкәй генә өткөстәр бар. Ҡыйбат та түгел үҙе, бик йәтеш нәмә.
Эсен алыуҙың да үҙ тәртибе бар. Үтен һытып ҡуймай ғына алырға кәрәк. Эс майын алып, һыуыҡ һыуға, ҡар булһа, ҡарға һалабыҙ. Шулай итһәң, эсәктән айырып алыу еңел. Ошо ваҡытта яҡшы тәрбиәләгәне өсөн хужабикәне маҡтау башлана. Элегерәк "май өсөн" тип, йөҙ грамм эселә ине. Шөкөр, хәҙер был йола яйлап юғалды. Бүтәгәһе, тәпәйе, бауыры, йөрәге айырым-айырым йыуыла, һауыттарға һалына. Эргәлә генә йылға аҡһа ла, хәҙер өйҙә йыуабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Бында ла йыр-моң яңғырап тора. Тәү сиратта иң яҡшы, иң һимеҙ, иң ҙур тип табылған бер-ике ҡаҙҙы йыуып, хужабикә бешерергә һала. Өмәселәр бөтә эште эшләп, тотонолған һауыт-һабаны йыуышып, йыйыштырып ҡайтып китәләр.
Кисенә өмәлә ҡатнашыусылар үҙҙәренең ирҙәре, балалары менән ашҡа килә. Аштан алда теләгән кеше йыуынып сыға. Беҙҙә өмәселәр өсөн мотлаҡ мунса яғалар. Ҡаҙ майына ҡоймаҡ майлана. Һәр береһенә өлөшләп ит һалына. Элегерәк эсәген яҡшылап йыуып, ағартып, тәпәйҙәргә урап бешерә торғайныҡ. Шулай, уйын-көлкө, йыр-бейеү, изге теләктәр һәм ҡаҙҙы үҫтергән ғаиләне маҡтау һүҙҙәре менән өмә ашы үткәрелә.

Шулай итеп...
Көҙгө эштәр тамамланғас үткәрелә торған ҡаҙ өмәһе матур, етеш көнитмешебеҙ билдәһе ул. Әлбиттә, быйыл ҡош киҙеүе Башҡортостанға килде, тигән хәбәр ныҡ ҡына борсоуға һалғайны ауыл халҡын. Әммә ул бик ныҡ таралып өлгөрмәне. Артабан да ошондай күркәм йолаларыбыҙ дауам итһен.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 317

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru