Асҡын районының Солтанбәк ауылына тағы юл төштө. Байтаҡ йылдар элек бында һәр башҡорттоң йөрәк яраһы булған Һөйәнтүҙ ваҡиғаһы урынына китеп барышлай һуғылғайныҡ. Тәүҙә ауыл осондағы:
Ҡара ла ғына урман, ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа микән ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта, - тигән яҙыулы таш стела янында туҡталып, ауыл ҡарттары менән осрашып, хәтер яңыртҡайныҡ.
Ул саҡта ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Ғазинур Исламов менән ауыл аҡһаҡалы Нурулла ағай Хәсәнов тыуған яҡ тарихы менән айырыуса ҡыҙыҡһына булып сыҡты. Улар Һөйәнтүҙ ауылы тирәһен байҡап сығып, әллә нисәмә урында туғандар ҡәберлегенә лә тап булған. Хатта ошо стелаға урын әҙерләгәндә лә солтанбәктәр боронғо ҡәбер урындарына юлыҡҡан. "Кеше һәм мал һөйәктәре аҙым һайын табыла, - тигәйне ауыл хакимиәте башлығы. - Ә бит дүрт зыяраты бар ауылдың…"
Эйе, был төбәк ошо тарихты һаҡлай, быуындан-быуынға һөйләп ҡалдыра. Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов етәкселегендәге 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы Яйыҡтан Камағаса, Тубылдан Волгағаса ерҙәргә һуҙыла. Ихтилалға Себер юлының балыҡсы, унлар, ҡыр-танып ырыуҙары башҡорттары ла ҡушыла. Улар Ырымбурҙан Әй буйына юлланған каратель экспедицияһы начальнигы урынбаҫары полковник Алексей Иванович Тевкелев етәкләгән отрядҡа һөжүм яһау ниәте менән Һөйән йылғаһының Ҡариҙелгә ҡойған ерендә ултырған Һөйәнтүҙ ауылына йыйыла. Баш күтәреүселәрҙең тупланыу өсөн нишләп тап ошо ауылды һайлауы ла аңлашыла. Ваҡиғалар 1736 йылдың ғинуарында була һәм ихтилалсыларға артабан Әй яғына юлланыр өсөн ҡышҡы боҙ өҫтө уңайлы һанала. Ырымбурҙан йүнәлгән Тевкелевҡа балыҡсы, унлар һәм ҡыр-танып ырыуҙары башҡорттары әҙерләгән һөжүм тураһындағы мәғлүмәт юлда уҡ билдәле була. Был хаҡта уға кем еткергәндер, әлегә был тарихсыларға мәғлүм түгел. Һөйәнтүҙ ауылын Тевкелев 24 ғинуарҙа көтмәгәндә килеп баҫа. Ауылдағы 1 мең самаһы яугир үлтерелә, бала-сағаларҙы, ҡарт-ҡороно, ҡатын-ҡыҙҙы - барлығы 105 кешене һарайға ҡыуып индереп, тереләй яндыралар. Тевкелев бының менән генә туҡталып ҡалмай, яуға әҙерләнгән Себер юлы башҡорттарының башҡа ауылдарына ла теҙгенен бора. Тағы ла 51 ауылды ер менән тигеҙләй, тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, был төбәктә 15 мең самаһы кешенең йәне ҡыйыла. Ғөмүмән, 1735-1740 йылғы ихтилал ваҡытында башҡорт ерендә барлығы 725 ауыл яндырыла, 40-50 мең самаһы кеше юҡ ителә...
Солтанбәк ауылына ингән урында ҡуйылған стела ошо тарих тураһында һөйләй ҙә инде. Ул ваҡиғаға өс быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, "Тәфтиләү" тигән ҡарғыш йыры һаман да бәғерҙәрҙе телә. Башҡортҡа ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәренә лә тәьҫир итә ул. Мәҫәлән, ХIХ быуаттың урталарында Юрьев (хәҙер Тарту) университеты студенты әрмән егете Георг Додохьян яугир башҡорттар башҡарыуында "Тәфтиләү"ҙе тыңлағас, һоҡланыуынан иҫ-аҡылы китә һәм шул тәьҫир аҫтында, көйгә таянып, "Цицернак" йырын ижад итә. "Тәфтиләү"гә оҡшаш был көй хәҙерге көндә әрмән халыҡ йыры һәм гимны. Ғабдулла Туҡай ҙа 1912 йылда Өфөгә килгәс, башҡорт халыҡ йыры "Тәфтиләү"ҙе тыңлап тетрәнә һәм уның көйөнә үҙ һүҙҙәрен яҙа. "Тәфтиләү"ҙең "Эй, мөҡәддәс моңло сазым" варианты шулай тыуа ла инде…
Тарихи хәтеребеҙҙе, милли үҙаңыбыҙҙы күпме генә юйырға тырышмаһындар, халыҡ рухын барыбер үлтереп булмай. "Беҙ үҙебеҙҙең башҡорттар икәнебеҙҙе һәр саҡ белдек, - ти ауыл хакимиәте башлығы Ғазинур Исламов, - ләкин беҙҙе мәктәптә татар телендә, республикабыҙ - Татарстан, баш ҡалабыҙ - Ҡаҙан тип уҡыттылар. Беҙ хатта Салауат батырыбыҙҙы ҡайҙандыр көньяҡ Башҡортостандан икән тип белә инек. Баҡтиһәң, уның тыуған ере беҙгә йылға аша, яҡында ғына булған һәм беҙ үҙебеҙ ҙә Салауат тоҡомдары икән. Шуны һуңғы йылдарҙа ғына белеп, хайран ҡалып йөрөүебеҙ…"
Эйе, хәҡиҡәтте йәшереп, ҡояшты ҡаплап, йылғаларҙы ер аҫтына баҫырып булмай шул.
Ир-егеткәйҙәрҙең өмөттәрен
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ, -
тигән юлдар бар "Тәфтиләү" йырында. Оҙайлы йылдар үҙ теленән, сәнғәтенән һәм мәҙәниәтенән ситләтелгән Асҡын районы башҡорттары милли асылына ҡайта, шәжәрәләрен тергеҙә, тарих төпкөлдәренән хәҡиҡәт эҙләй, шәхестәрен барлай. Был көндәрҙә лә Солтанбәккә беҙҙе арҙаҡлы шәхестәренең береһе - Шаһийән Миңлеғәлиевтың хәтер кисәһе айҡанлы саҡырҙылар. Унда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре, райондың үҙенең йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәре йыйылғайны. Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов та үҙенең урынбаҫарҙары, хеҙмәттәштәре менән сараның башында йөрөнө.
Кем ул Шәһийән Миңлеғәлиев? "Ул асҡындарға, яҡташтарға, туғандарға беҙҙең балыҡсы ырыуы шәжәрәһен, беҙҙең тарихи хәҡиҡәтте алып ҡайтыусы, - тип һөйләне Шаһийән ағайҙың ҡустыһы, Солтанбәк ауылында йәшәүсе Рәмил Миңлеғәлиев тантананы асып һәм шәхес тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып. - Ағайым республикабыҙҙың күренекле тарихсыларын, ғалимдарын, яҙыусыларын, журналистарын районыбыҙға һәм ауылыбыҙға алып ҡайтып, тарихыбыҙҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Ул хәрби кеше ине, оҙаҡ йылдар Украинаның Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында, артабан Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһында хеҙмәт итте. 1988 йылда Өфөгә күсенеп ҡайтты һәм ныҡлап ауыл, ырыу, нәҫел тарихын өйрәнә башланы. 1680 йылдан башлап тергеҙеп, барлап, нәҫел шәжәрәбеҙҙе төҙөнө. Нәҡ ошо шәжәрә балыҡсы ырыуы башҡорттарын асылына алып ҡайтыу өсөн бик ҙур һәм һөҙөмтәле эш булды.
Шаһийән ағай ауылыбыҙҙа юл булмауына, халыҡтың тарихи үткәненә битараф булыуына, нәҫел тамырҙарын өйрәнергә тырышмауҙарына, юғары уҡыу йорттарының башҡорт бүлектәренә беҙҙең уҡыусыларҙың инә алмауына ла гел борсола ине. Ошо мәсьәләләр буйынса ул бик күп ишектәрҙе шаҡып, етәкселәр менән һөйләште. Уның ярҙамы менән байтаҡ егет һәм ҡыҙҙар юғары уҡыу йорттарына инеп, белем алып, бөгөн уңышлы эшләп йөрөй. Ауылда тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырырға кәрәк, тип тә янып йөрөй торғайны. Иң ҡыҙғанысы шул, бөгөн өлгәшелгән уңыштарыбыҙҙы, Солтанбәккә тиклем һалынған тигеҙ юлды, ауылға йәм биреп торған ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәкте, Һөйәнтүҙ фажиғәһе иҫтәлегенә ҡуйылған стеланы, хәҙер ауылыбыҙҙың һәр йортонда үҙҙәренең нәҫел шәжәрәләре эленеп тороуын да күрә алманы. Районыбыҙҙа, ырыуыбыҙҙа барған ыңғай үҙгәрештәрҙе юғарынан күреп, рухы һөйөнөп тороуына ышанам. Шаһийән Миңлеғәли улының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан таҡтаташ асылыуына бик шатбыҙ һәм ошо эште ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ".
Ҡоролтай ҡунаҡтары билдәләүенсә, ауыл кимәлендә үҙ шәхестәренә арнап бындай таҡтаташ асыу тәүге тәжрибә һәм бында, әлбиттә, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Юнысова етәкселегендәге әүҙемселәр тырышлығын баһалау кәрәк. Солтанбәктәрҙең дә рәхмәт һүҙе уларға адресланды. Һүҙҙәрендә генә түгел, күҙҙәрендә, йөҙҙәрендә лә ихласлыҡ уты балҡыны ул көндө солтанбәктәрҙең. Матур мәктәп бинаһында ихласлап үҙ һөнәрҙәре, кәсептәре өлгөләрен күргәҙмәгә ҡуйып, сарала ҡатнашыусылар иғтибарына тәҡдим иттеләр. Күмәк балалы ғаиләләр ҙә теҙелешеп тороп, үҙҙәренең балыҡсы ырыуының дауамы һәм киләсәге икәнен раҫлап һүҙ әйттеләр. Мәҫәлән, биш бала тәрбиәләп үҫтереүсе Рәйсә һәм Вәлинур Суфияновтарҙың бер ейәне Динислам ҡунаҡтарға үҙҙәренең шәжәрәһен күрһәтеп, балыҡсы башҡорттары тамырҙары тураһында ентекләп бәйән итте. Мәктәп музейын ойоштороусы, бик күп ҡомартҡы материалдар туплаусы уҡытыусы Фәйрүзә Фагаманова иһә тарихсыларҙан ҡайһы бер һирәк осрай торған экспонаттарға аңлатма биреүҙе үтенде, айырыуса ғорурлыҡ менән балыҡсы башҡорттарына хас милли кейем өлгөләрен күрһәтте. Шулай уҡ балаларҙың да, мәргән уҡсыларҙың да, башҡа милли спорт төрҙәрен тергеҙеүселәрҙең дә сығыштары биҙәне сараны. Солтанбәктең иманлы, нурлы, вайымлы ҡатын-ҡыҙҙары "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына ойошоп, үҙҙәренең етәкселәрен һайлап, ауылдың нур-ҡото булырға ниәтләнеп ҡалдылар.
Эйе, үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе тынғыһыҙ зат Шаһийән Миңлеғәлиевтың тырышлығы бушҡа булмаған. Тарихи тамырҙарын белә, һанлай, баһалай Солтанбәктә ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа. Урта мәктәбендә йөҙгә яҡын бала уҡыған ауылдың, киләсәк быуындарҙың дауамлы булырына ышаныс ныҡ. Шулай булһын!
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА