Һәр көн иртән тороуға беҙҙе ике яҡ яурынға ҡунаҡлаған ике хәбәр ҡаршылай: коронавирус һәм ... хаҡтар. Тажзәхмәт, ярай, стихиялы бәлә һәм уға ҡаршы, шөкөр, көрәш саралары, дарыуҙар бар, яҡшымы-юҡмы, уның менән идара итергә өйрәнделәр. Ә бына хаҡтар тамам идараны юғалтып, рулевойһыҙ ҡалған һәм ағым ыңғайына йөҙөүсе карапты хәтерләтә башланы түгелме?
Аҙыҡ-түлектең бар төрҙәренә, шул иҫәптән, көндәлек ихтыяждағы ярма, макарон изделиелары, он, икмәк ризыҡтары ғына ла кәмендә 10-20 процентҡа артты. Үҙебеҙҙә етештерелгән һөт, ит ризыҡтары, йәшелсәгә хаҡтарҙың күтәрелеүен дә өнһөҙ генә "йотто" ҡулланыусы. Быларҙан тыш, хужалыҡ-төҙөлөш материалдары, яғыулыҡ, коммуналь хеҙмәттәр хаҡтары ла әсе ҡамыр төҫлө ҡабара ғына. Асыҡланыуынса, былар ҙа сик түгел икән әле, марафон дауам итә. Яңы йыл "тоғонда" күстәнәстәр мул әле: йыл ахырына тиклем ҡалған бер ай эсендә тағы ла электроника, көнкүреш техникаһы, автомобиль кеүек категория тауарҙарына ла сират килеп етәсәк, ти эксперттар. Өҫ һәм аяҡ кейемдәренә лә, мәхрүм тороп ҡалмаһын, типтер инде, 3-5 процент булһа ла артығыраҡ хаҡтар һуғып сығыласаҡ. Күрәһең, Яңы йылда - яңы хаҡтар тигән лозунг менән эш итәлер сауҙа ойошмалары һәм тауар етештереүселәр.
Тағын нимәләр "өҫтәмәһеҙ" тороп ҡалды? Ә-ә-ә, ашар ризыҡтарын онотоп, көнө-төнө гаджетта ултырыусыларға ла сәләм бар: интернет-хеҙмәттәр һәм телевидение өсөн кәмендә 10 процент хаҡ өҫтәләсәк, тип хәбәр итә TelecomDaily аналитиктары. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыу шыма ғына үтеп киткән хәлдә лә, интернет һәм бәйләнеш хеҙмәттәре өсөн өҫтәмәләр һиҙелмәй ҡалмаҫ: бөтөн донъя бөгөн ашамай-йоҡламай тиерлек интернетта, виртуаль донъяла йәшәй. Хәйер, кемдер әйтмешләй, был да тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китер, моғайын. Һәр хәлдә, аҡса йәлләп, бер кем дә интернетһыҙ ултырып ҡалырға теләмәҫ, шәйт. Ни өсөн тигәндә, интернетҡа 10 процент өҫтәмәне һумдарға күсергәндә, 200 самаһы тәшкил итер, ти Telecom аналитиктары һәм улар интернет-ҡулланыусының ваҡланып тормаҫына өмөт итә.
Ләкин РФ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт белдереүенсә, интернет һәм телевидение тарифтарын арттырыуға сәбәптәр юҡ. Тик бына интернет-провайдерҙар бер ҙә бирешерҙән түгел. Улар "Яровая законы"на ышыҡланып, клиенттар мәғлүмәттәрен ярты йыл буйы һаҡлауҙың сығымдар талап итеүенә һылтана. Өҫтәүенә, ҡорамалдарға, электр энергияһына, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артыуҙың уларҙы ла ситләтеп үтмәүен дәлилләй.
Эйе, эт саба, тип, бет саба, тиҙәр бит тап бына ошондай осраҡта. Монополияға ҡаршы хеҙмәт фекере бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай, сөнки "сылбыр принцибы" эшкә ҡушылған, һәм ул ниндәйҙер административ сараларға буйһоноу сиген үткән. Бая телгә алынған рулевойһыҙ карап һымаҡ...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА