«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР
+  - 


Әхлаҡ, тәрбиә, бер-береңә мөнәсәбәт хаҡында күп һөйләйҙәр, даими яҙалар. Яҙған мәҡәләне гәзит алдырған кеше уҡый, ә күптәр гәзит тә алдырмай. Булған проблемалар тураһында гәзит биттәрендә баҫылып сыға, уҡыла һәм шунан ары китмәй. Элек "Гәзит сығыш яһаны, ниҙәр эшләнгән?" тигән яуап яҙыла ине. Әхлаҡ, тәрбиә, балалар хаҡында мәҡәлә тормоштан алып яҙыла икән, ниңә мәҡәлә яуап алыу өсөн Мәғариф министрлығына, йәштәр менән эшләү органдарына барып етмәй, йәки етәкселәр ниңә ул мәҡәләне уҡып, штурвалды шул йүнәлешкә бормай? Беҙ, ябай кешеләр, яҙырбыҙ ҙа ул, күп ыңғай һәм тиҫкәре яҡтарҙы төҙәтеү өҫтәге етәкселәрҙән тора бит.

Беҙҙең бала сағыбыҙ...

Мин философ та, аҡыл эйәһе лә түгел, ябай ауыл малайы, әммә үҙебеҙҙең бала саҡ менән хәҙергене сағыштырырлыҡ тәжрибәм бар. Беҙ, 50-70-се йылдар балалары, икмәк ашап, һөт-ҡатыҡ эсеп, бүрек, бишмәт, быйма кейеп үҫтек. Урам тулы бала-саға ине, ауыл мәктәбе 8 йыллыҡ булһа ла, 280-320 уҡыусы уҡый торғайны. Хатта бер-беребеҙҙе белеп тә бөтмәгәнбеҙҙер. Хәҙер мәктәп 10 йыллыҡ булһа ла, 80-90 бала белем ала. Был нилектән шулай? Сөнки йәштәрҙең күбеһе ауылда ҡалмай, ситкә сығып китә, ҡалғандары ла, фәҡирлекте арттырмайым, тип, икенән артыҡ бала тапмай. Ниндәй фәҡирлек? Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Етмәһә, хөкүмәт аҡсаһын түләп тора. Ә бит элек ғаилә һайын 5-10-ар бала булды. Бер-береһенең кейемен кейеп үҫһәләр ҙә, улар бер ҙә фәҡирлек тоймай, ғорур, сыныҡҡан булып үҫтеләр. Ата-әсә баланы аҡса өсөн түгел, беҙҙең бәхет, шатлыҡ, өмөт, тип тапты. Беҙ сандали, шаровар салбар кейеп, таш, ағас, һөйәк, тимер киҫәге менән уйнап үҫтек. Бәләкәй генә өйҙә мейес араһында быҙау, кәзә-һарыҡ бәрәстәре, һике аҫтында ҡаҙ баҫып ята, беҙ һике өҫтөндә инек.

Әҙәпле булдыҡ

Элек беҙ уҡытыусыларҙы Алла урынына күрҙек, ололарҙы хөрмәт иттек, баш эйеп иҫәнләштек. Бер ниндәй ҙә эротика булмаған һинд киноһына ла индермәй торғайнылар, хәҙер телевизорҙа нимә генә күрһәтмәйҙәр, ейән-ейәнсәрең ҡарай шул тапшырыуҙарҙы, һин оялып сығып китәһең.
Беҙ йәш саҡта әҙәпле итеп аулаҡтарға йөрөнөк, тәҙрә аша ҡыҙҙар менән таҡмаҡтар әйтештек, улар өйгә индерһәләр, уйындар уйнаныҡ, тәртипле булдыҡ. Ә хәҙер? Ҡайһы бер ҡыҙҙарыбыҙ тормошҡа сығып, 3-4 айҙан бала таба. Был әҙәпһеҙлек, тотанаҡһыҙлыҡ. Элек ундайҙарҙы ауылдан ҡыуғандар, таш менән бәргеләгәндәр. Ауылдарҙа утыҙҙы уҙған башҡорт егеттәренең өйләнмәүе, эскелектең киң таралыуы ла яҡшы түгел. Хәҙер "йәшел йылан" менән ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙ күберәк дуҫлаша. Мәжлестәрҙә балалар ололар менән бер бүлмәлә, хатта бер өҫтәл артында ултыра. Балалар, ғәҙәттә, ололар ни ҡылана, шуны ҡабатлай. Бер йәшлек баланың да, 50-60 йәшлек олоноң да тыуған көнө араҡыһыҙ үтмәүе хафаға һала. Бер ниндәй тәрбиә темаһы юҡ зәңгәр экрандарҙа, эротика, боевик, реклама, йәнһүрәт, сәйәсәт кенә унда. Америка, Украина, үҙ-ара һүҙ көрәштереү һәм башҡалар. Элек беҙ кескәй ағас ауыл клубында гөрләп уйнап үҫтек, ҡайҙа ти ул эсеү, тәмәке тартыу, хәҙер дискотекаға сыҡҡан ҡыҙ-егеттәрҙең ҡулында һыра, ауыҙында сигарет...
Әхлаҡ уҡый башлаһаң, ул һеҙҙең заман, хәҙер беҙҙең заман тип кенә ебәрәләр. Хәҙер хатта егеттәрҙең армияға барырға теләктәре юҡ, ғәрлек бит. Мин үҙем 15 йәштә велосипедтың ни икәнен белдем, сөнки көн дә 12 саҡрымдағы район үҙәгенә велосипед менән йөрөп уҡыным. Хәҙер бала, яҡшы уҡыймы, юҡмы, скутер, мотоцикл даулай ата-әсәнән. 18 йәше тулһа, еңел машина һорай башлай. Ата-әсә нишләһен, бала ғәзиз бит, көсәнәләр, бахырҙар.

Беҙҙең уйындар

Тау башы асылыу менән унда төрлө уйындар уйнай инек, ҡышын тау бите саңғы-сана эҙенән сып-сыбар була торғайны. Ҡышын ҡар киҫәктәренән окоп, төртмәк һәм башҡа уйындар, йәйен шашка, лапта, футбол, волейбол, бүрек бәреш уйындары уйнаныҡ. Шул уйындарҙың береһен дә белмәй хәҙерге балалар, компьютерҙан, телефондан айырыла алмайҙар. Хәҙер ниндәй генә спорт инвентарҙары юҡ. Беҙҙең һирәгебеҙҙә быймаға ҡайыш менән бәйләй торған йомро башлы коньки, тал сыбыҡтан яһалған сәкән, шайба урынына консерва банкаһы, ағас сана, саңғылар булды, улар һынһа, консерва ҡалайын киҫеп, ваҡ ҡаҙаҡ менән ҡағып ҡоршап ҡуя инек.

Хеҙмәт һөйҙөк

14 йәштән комбайнер ярҙамсылары, тракторҙа прицепщик булып ер һөрҙө тиҫтерҙәрем. Шул йәштә бейек бортлы машинала силос тигеҙләй, ауыр валакуша һөйрәй инек. Уҡығанда йәйен ял иткәнде лә хәтерләмәйем, каникулда урман киҫә инек, сөнки мәктәптә класс һайын кирбес мейес булды. Киҫкән ағастарҙы машина, трактор арбаһына тейәп, урмандан сығара һәм хеҙмәт дәресе һайын шул ағастарҙы ҡул бысҡыһы менән бысып, балта менән ярып, ҡаралтыларға тултыра инек. Ҡыҙҙар ҙа малайҙар ыңғайына эшләне, ә бит беҙгә 14-15 йәш кенә ине. Ата-әсәләр беҙҙең өсөн борсолманы, балама берәй хәл булып ҡуйыр тип ҡурҡманы, уҡытыусыларға һуҡранманы. Кластағы кирбес мейестәргә техничкалар таңдан килеп утын яға торғайнылар, башҡа еҫ тейгән саҡтар ҙа булды.
Урмандан тыш, элек колхоз күп итеп картуф сәсә, сөгөлдөр үҫтерә торғайны, унда ла беҙ алғы һыҙыҡта булдыҡ. Өҫтәүенә, иген урғанда ырҙын табағында эшләү, бортлы машиналарҙан иген бушатыу эштәре лә беҙҙән ситтә ҡалманы. Икешәр смена уҡыныҡ. Сумкала бер телем икмәк. Ҡайҙа ул хәҙерге мәктәп балаларына эләккән хан һыйы. Күрше 3-4 саҡрымдағы ауылдарҙан балалар йәйәү йөрөп уҡыны, бер кем дә зарланманы.
Хәҙер уҡыусыларға яҙыу таҡтаһын һөртөргә лә рөхсәт итмәйҙәр, имеш. Ҡайҙа ти ул өҫтә һөйләп үткән беҙ эшләгән эштәрҙе эшләтеү балаларҙан. Хеҙмәт кешене тәрбиәләүен аңламаған алмаш үҫтерәбеҙ бит хәҙер. Мәктәптә балаларға бер һүҙ әйтеп ҡара, ҡайҙа ти ул эшләтеү. Ата-әсәһе мәктәпкә килеп, оло ғауға ҡуптара. Беҙҙең башҡа указка эләккән саҡта ла, ғәйепте танып, өндәшмәнек. Уҡытыусыларыбыҙ юғары белемле булмаһа ла, тормош тәжрибәһен, тәбиғи таланттарын туплап, белем бирергә тырышты. Хәҙер мәктәптәр яҡты, йылы, бар йыһаздар бар, хатта баланың күҙен боҙа, тип, электр лампочкаларынан да сәбәп таба тикшереү органдары. Артыҡ иркәләмәйбеҙме икән киләсәк быуынды? Ә көн-төн компьютер баланың күҙен боҙмаймы, билен бөксәйтмәйме?
Ни эшләп хәҙер мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе юҡ, ә ул бит балаға ҙур тәрбиә бирә. Элек беҙҙе, малайҙарҙы, хеҙмәт уҡытыусыһы ағас ултырғыс, көрәк, балта, сүкеш һабы, сыйырсыҡ ояһы яһарға, лобзик менән фигуралар киҫергә, һепертке бәйләргә өйрәтә торғайны. Сүкеш, балта тота белмәгән ниндәй малай, егет һәм атай булһын! Ҡыҙҙар сигеү сигергә, ойоҡбаш бәйләргә, тегенергә өйрәнә ине. Балаһына ойоҡбаш та бәйләй белмәгән ниндәй буласаҡ әсә, егетенә ҡулъяулыҡ та сигеп бирә белмәгән ниндәй ҡыҙ һуң?

Туған телдә һөйләштек

Хәҙер башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән бала ла русса ғына һөйләшә, үҙ телен белмәй. Бөйөк рус телен бала белһен, һүҙ юҡ, ләкин әсә теленә лә тоғро булһын, беҙ бит ике телде лә белеп үҫтек һәм беләбеҙ. 80-90-сы йылдарҙан башланды балаларҙың рус теленә күсеүе. Ярай, ҡала балаһы телен боҙа икән, ти, хәҙер ауылдарҙа ла шул уҡ хәл. Бында ҡарауыл ҡысҡырырға кәрәк. Милләт кәмеүенә башҡорттоң үҙ телен һатырға әҙер тороуы ла тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр.

Кейемебеҙ...

Уҡыусыларҙың кейеменә байҡау яһайыҡ. Элек беҙҙең уҡыусы малайҙарҙың башында армиялағы кеүек фуражка, билдә - ҡайыш, өҫтө-аҫты менән матур форма, ҡыҙҙарҙа - аҡ яғалы көрән күлдәк, аҡ алъяпҡыс ине. Әле сығарылыш класс ҡыҙҙары ғына шундай күлдәк кейә. Мәктәптә балаларҙың бер төҫлө, бер төрлө кейемдә булыуы яҡшы түгелме ни һуң? Уйлап ҡарағыҙ, байыраҡ ата-әсәнең балаһы яҡшы кейенә, хәлһеҙенеке ярлыраҡ. Был алама кейенгән баланың психикаһына, уҡыуына тәьҫир итмәй ҡалмай, ул бала үҙен меҫкен итеп тоя һәм ситләшә башлай. Бында клан барлыҡҡа килә түгелме? Әле мәктәп формаһы тип шотландтар кейеме кеүек бер кейем сығарғандар ҙа ул, формамы ни инде ул?

Тәрбиәләүсе ойошмалар

СССР бөттө, коммунистарҙың исеме генә ҡалды, ниңә комсомол, пионер, октябрятты бөтөрөргә инде, бына тигән тәрбиәүи ойошмалар ине балаларға, ғорурлыҡ ине. Комсомолдар һуғышта коммунистар менән алғы һыҙыҡта булған, ниндәй генә төҙөлөштәр төҙөмәгән, шул ойошмаларҙы бөтөрөү ил етәкселегенең ҙур хатаһы. Шул ойошмаларҙы тергеҙмәй тороп, балаларҙы хеҙмәткә йәлеп итмәй тороп, илгә, туған телгә һөйөү уятмай тороп, зәңгәр экрандарҙа, интернетта мәғәнә булмай тороп, ауылға хет икешәр мәсет һал, йәштәргә иман кермәйәсәк.

Ни булды һеҙгә?

Хәҙер ата-әсәләр Себер тарафтарында бил бөгөп йәки артыҡ малын һатып, балаларына юғары белем бирергә тырыша. Был һәйбәт, әлбиттә, балам кеше булһын, үҙебеҙгә ундай мөмкинлек булманы, тип уйлай улар. Тик баланың уҡырға һәләте бармы, тәүҙә шуны уйларға кәрәктер, аҡса түгеп диплом алып ҡына бала барыбер үҙ һөнәре буйынса эшләмәйәсәк, ата-әсәнең көсө юҡҡа сығасаҡ. Бар кеше лә юғары белемле булһа, ябай эште кем эшләр, илгә токарь, сварщик, механизатор, машина йөрөтөүсе, һауынсылар ҙа кәрәк. Шуға ла ГПТУ, СПТУ-ларҙы ябырға түгел, уларға ярҙам итергә кәрәк ине ил етәкселәренә.
Элек ауылда берәйһе өй күтәрһә, бар ауыл халҡы ярҙамға килә ине. Хәҙер ниңә кеше шул тиклем яуызланды? Туған туғандың, күрше күршенең хәлен белмәй. Берәү тырышып донъя көтһә, төҙөһә, уны нисек кенә һөйләмәйҙәр, ғәйбәткә тығалар. Шул да ҡыҙғаныс: хәҙер ауылдарҙа гармун тауыштары юҡ, туйҙар кафе-ресторандарҙа үтә, ҡоҙа ҡоҙаһын танымай ҙа ҡала. Нужа күрмәгән, ата-әсәһе тапҡан малдың ҡәҙерен белмәгән йәштәр оҙаҡ та йәшәмәй айырылыша. Һүҙ юҡ, яҡшы йәшәп, ата-әсәһенә терәк булып, уларҙы һөйөндөрөп йәшәүсе йәштәр ҙә күп, тик статистика буйынса ҡауышыуҙың теүәл яртыһы - айырылышыу. Был тормошҡа еңел ҡараштан килә бит.
Нәмә булды һеҙгә, кешеләр? Эсеп, күпме милләттәштәребеҙ ҡырыла, тәбиғәт, экология, эсер һыуҙарыбыҙ бысрана. Ошо етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшеү өсөн дуҫ-туған булып берләшергә кәрәк беҙгә. Бының өсөн уҡытмайҙар, аң, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләргә, йәшәргә генә кәрәк.

Шулай итеп...
Мин беҙ күргәнде хәҙерге балалар ҙа күрһен тимәйем, әммә үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ, тиҙәр бит. Яҙыуымдың асылы шул: йәштәр беҙгә бына тигән алмаш булып үҫһендәр, тәүфиҡлы, иманлы, миһырбанлы булып, яҡшы-яманды айыра белеп, ололарҙы хөрмәт итеп, илебеҙгә тыныслыҡ биргән оло олатай, оло өләсәйҙәрен һуңғы көндәрендә һөйөндөрөп йәшәһендәр һәм хәҙерге матур тормоштоң ҡәҙерен белһендәр ине.

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.
Стәрлебаш районы.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 378

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru