«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨҒЖИЗӘГӘ ТИҢДЕР БЫЛ БАЙРАМ
+  - 


Сибай ҡалаһынан йыраҡ түгел Алтын ҡасабаһы менән Иҫке Сибай ауылы араһындағы Сәпәй һаҙы яланында ҙур мөғжизә булды. Эйе, мөғжизә! Эх, бөгөнгө ығы-зығылы, ашыҡ-бошоҡ заманда, ултырып уйланырлыҡ ваҡыт тапмаған мәлдә мөғжизәгә тиң ваҡиғалар иғтибар үҙәгенән ситтә ҡала шул, арбанан аңғармаҫтан төшөп ҡалған кәрәкле әйбер кеүек, юҡҡа сыға. Юҡтың эҙе юҡ, ти халҡыбыҙ. Эйе, эҙһеҙ ҡалыу, мәңгелек арауығында сүпкә әйләнеү ҡурҡыныс. Ә бына боронғонан ҡалған йолаларҙың эҙе бар, эҙе булғанға ла тере улар һәм мәңгелеккә дәғүә итә алалар.

Ситкә киттем, һүҙем күҙгә күренмәгән, күңел менән генә тойоп була торған сәйер мәл тураһында ине. Рухиәттең сағылышы, үткән менән бөгөнгөнөң киҫешкән урынында барлыҡҡа килгән ауаз, тиер инем был күренеште. Уның Иҫке Сибай ауылы эргәһендә булыуы үҙе үк сәйерлеккә ишара. Беҙ бит ниңәлер "иҫке" һүҙенә насар мәғәнә һалып өйрәнгәнбеҙ: иҫке-моҫҡо, тип тә ебәрәбеҙ, тимәк, алама, насар. Иҫке бит - ул боронғо! Ҡасандыр Иҫкеһенән (боронғоһонан) Яңы Сибай айырылып сыҡҡан да аҙаҡ ҡалаға әйләнгән, яңыса тормош барлыҡҡа килгән. Иҫке Сибай ҙа, әлбиттә, бөгөн боронғоса йәшәмәй, әммә, иманым камил, был тамаша боронғолоҡтоң эҙҙәре һаҡлаған урында булды. Сәйерлеге лә бик ябай уның - бер көнгә булһа ла ата-бабаларыбыҙҙың рухы бөгөнгөгә әйләнеп ҡайтҡандай тойолдо. Тойолдо ғына түгел, күңел күҙе күргәндәрҙең эргәһендә булды рухиәттең сағылышы.
Күҙ алдына килтерегеҙ: һалҡынса салт аяҙ көн, йөк машинаһы бортына ҡулайлаштырып эшләнгән заманса сәхнә, тирмәләр һәм бихисап еңел машиналар. Машиналарҙың да ниндәйе: береһенән-береһе ҡиммәтерәк иномаркалар - насар йәшәмәйбеҙ, тимәк! Һәм... ошо күҙ өйрәнгән ғәҙәти күренешкә тәрән мәғәнә өҫтәп, уҡ-һаҙаҡлы егеттәр-ҡыҙҙар, бик күп һыбайлылар, үткәндәрҙең тере шаһиттары кеүек, бер ни булмағандай, әлеге машиналар араһында йөрөп ята. Тағы нимә иғтибарҙы йәлеп итә: ир-егеттәрҙең күбеһе үҙҙәренә килешеп торған һаҡал ебәргән, эргәләрендә оҙон итәкле һомғол ҡыҙҙар! Сәхнәгә ҡаршы бер яҡ ситтәрәк күптән түгел генә боронғоға тартымыраҡ эшләнгән кәртә эсендә арҡаһы эйәр күрмәгән ике тиҫтәләп тай-тулаҡ бикле тора. Егеттәрҙең аҫылдары тиҙҙән уларҙы меңгегә өйрәтергә тейеш. Нисекме? Нисек тип ни, ҡороҡ ташлап, йүгәнләп-ауыҙлыҡлап, эйәр ҙә һалып тормай һыбай йөрөп күрһәтергә тейештәр. Ҡасандыр, бик борон, булғандыр бындай йола. Булғандыр ҙа онотолғандыр - арбанан төшөп ҡалғандыр. Бөгөн ана шул йола яңынан тергеҙеләсәк, бәйге рәүешендә ирмен тигән ирҙәрҙең йөрәктәрен елкендереп, яңынан заманса тыуасаҡ. Америка ковбойҙарына ғына өйрәтелмәгән ат өҫтөндә йөрөргә тимәгән! Кемдән кәм беҙҙең башҡорт егеттәре! Ҡар өҫтөндә, һыуыҡта, бейәләйһеҙ ҡул өшөп барғанда ҡороҡ ташлап ҡараһындар маҡтансыҡ американдар, шәп булғас.
Тамашасыларҙың күпселеге кәртә тирәләй өйөлгән ҡар өҫтөндә яңы уйын төрөнөң башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Уттарын ялпылдатып, эргәгә генә тиҙ ярҙам машинаһы килеп туҡтауы йөрәктәргә шом өҫтәй. Ниһайәт, уйын башлана, кәртәгә йәрәбә буйынса беренсе өс ир инә. Әбйәлилдәр! Ни булыр? Һыр бирмәҫме ир-егеттәр, оятҡа ҡалмаҫтармы, яҡташтарының ышанысын аҡлармы? Ят тауышҡа - судьяның һыҙғырғысы сыйылдауға тайҙар тетрәнеп ҡуя. Был ярыш башланыуға ишара булды. Егеттәрҙең өлкәнерәге, күрәһең, оҫтарағы, тәжрибәлерәге халыҡ геүләүенән ярһыған тайҙар араһына инеп, ҡороҡ ташланы. Һуйылға беркетелгән оҙон арҡандың элмәге өйөрҙәге ҡола тайҙың муйынына һығыла. Күҙ асып йомғансы ирҙәрҙең икенсеһе аттың муйынына йәбешә һала. Командалағы йәш егет тиҙ генә ярһыған тайҙың башына йүгән кейҙереп, ауыҙлыҡлап, тыпырсынған толпарҙың һыртына менеп тә ултыра. Күҙ менән ҡаш араһы - кәртәне аша һикереп сығырҙай хәлгә еткән тай, ауыҙлыҡтың көсөн тойоп, кәртә эсе буйлап саба башлай. Һыбайлыһын алып һелкер ине лә, уныһы, йәтсә һымаҡ, ат өҫтөндә бик оҫта йөрөй.
Судьяның һыҙғырғысы тағы тауыш бирә. Тимәк, ярыш өсөн тәғәйен ваҡыт үтте. Егеттәр өлгөрҙөләр. Өлгөрөү генә түгел, ваҡытынан алда йылҡы малын меңгегә өйрәтеп тә ҡуйҙылар. Һыбайлы аттан төшмәйенсә генә йүгәнде һыпырып, ярһып сапҡан аттан һикереп төшөп ҡалды. Халыҡ еңел һулап, гөр килеп ҡул саба башланы. Беренсе команда уйын шартын теүәл үтәне, ҡалғандарҙың хәленән килерме? Йәрәбә сираты буйынса артабан майҙанға сыҡҡан командалар бөтәһе лә әлегә ят күренгән ярышҡа әҙер булып сыҡты. Ғорурланырға була егеттәр менән! Ғорурланыу ғына түгел, һоҡланырға кәрәк шундай ауан ирҙәр барлығына.
Ике һыбайлының бер-береһен ат өҫтөнән ауҙарыш ярышы ла бик көсөргәнешле булды. Бәйге батырҙарына ҡарап, һай, үҙебеҙҙең егеттәр, тип, күңел күтәрелеп китә, бөгөнгө хәүефле ваҡыт онотола, яҡты киләсәккә өмөт уяна. Йышыраҡ булһын ине ошондай бәйгеләр, тыуған ерен һаҡлап яу сапҡан, сит ерҙәрҙә походтарҙа ал бирмәгән яугир ирҙәрҙең рухын иҫкә төшөрөп торһон ине. Әрүахтарға аяттар уҡып, доға ҡылыуға бәрәбәр бит бындай йыйындар! Мәргән уҡсыларҙың ярышы ғына үҙе ни тора, бигерәк тә уларҙың атта сабып барған килеш уҡ сойорғотоуҙары тәндәрҙе семерләтеп ебәрә. Ҡыҫҡаһы, сараны ойоштороусылар байрам матур үтһен өсөн бик күп көс түккән. Рәхмәт уларға, күпме сауап алғандарын беләме икән улар! Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тип, бушҡа әйтелмәгән бит!
Тағы бер күренеш сәйер тойолдо: ваҡыты-ваҡыты менән сәхнәләге тауыш көсәйткес аша, "Ялан кухняһына ашарға барығыҙ, ашау бушлай", тигән иғлан әйтелә. Буштың атаһы үлгән заманда бушлай ашатһындар әле! Бөгөнгө ҡолаҡ өсөн үтә лә ят бындай тәҡдим. Әйтәм бит, мөғжизәгә тартым булды был мәжлес: иҫке менән яңы осрашты ла, нур бөркөлдө - рухиәт нуры! Аш-һыу тигәндән, ирҙәргә бар донъяһын онотоп бәйге ойоштороу өсөн көслө тыл кәрәк. Ә уны кемдәр ойоштора? Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар! Был осраҡта, Иҫке Сибай ауылының "Ағинәйҙәр ҡоро" ағзалары. Улар менән һөйләшкәндә быға тағы бер тапҡыр ышандым: майҙанда - бәйге, тирмәлә - икенсе тормош. Тыштағы байрам матур булһын өсөн ҡатындарҙың күҙгә күренмәгән ваҡ мәшәҡәттәре лә матур булырға тейеш. Ирҙәр мускулдары менән уйнар ҙа бөтөр, бының менән донъя тамамланмай ҙа баһа - тормоштоң башҡа мең ваҡ мәшәҡәттәрен ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иңенә һалып, ары һөйрәр. Дан йырлайыҡ, ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға! Тормошобоҙҙоң тылы ныҡлы булһын өсөн беҙ уларға бурыслы. Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарға мөнәсәбәте дөрөҫ булғанда ғына тормош дауам итә.
Сәпәй һаҙы халыҡ таралғас та меңәрләгән кешенең эҙен һаҡлар. Эҙе булған, эҙ ҡалдыра алған халыҡ һөйөүгә лайыҡ, мәңгелек халыҡ!

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 409

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru