«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠУЛАҠСА...
+  - 

Рәсәй Банкы быйыл 9 марттан 9 сентябргә тиклем валюталағы һаҡламдарынан йәки граждандарҙың иҫәптәренән аҡса биреүҙең яңы тәртибен билдәләй.

Клиенттарҙың иҫәптәге йәки һаҡламдағы валютаһы һаҡланып ҡала һәм һаҡлам валютаһында иҫәпләнә. Кеше 10 мең АҠШ доллары күләмендәге валютаны ҡулаҡса итеп, ҡалғанын тәғәйен көнгә баҙар курсы буйынса һумдарҙа алыу мөмкинлегенә эйә. Шуныһы мөһим: илебеҙгә долларҙы индереү санкциялар менән сикләнә. Банктар тарафынан сит ил валютаһын ҡулаҡса рәүешендә һатыу менән бәйле махсус сараларҙың берҙән-бер сәбәбе ошо. Һумдағы һаҡламдарға һәм иҫәптәргә санкциялар бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Иҫәптәге аҡса һаҡлана, һәр төрлө операциялар барыһы өсөн дә асыҡ. Рәсәй банктарында валюталағы иҫәптәрҙең 90 проценты тиерлек 10 мең АҠШ долларынан артмай, йәғни ошондай һаҡлам йәки иҫәп хужаларының 90 проценты аҡсаһын валютала ҡулаҡса итеп алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа валюта, иҫәп валютаһы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, АҠШ долларында бирелә. Башҡа валюталарҙың АҠШ долларына конвертацияһы тәғәйен көнгә баҙар курсы буйынса башҡарыла. Валютаны банк кассаһында алырға була. Граждандар үҙҙәренең аҡсаһын валюталағы һаҡламдарҙа йәки иҫәптәрҙә һаҡлауын дауам итә ала. Барлыҡ аҡса иҫәп йәки һаҡлам асылған валютала һаҡлана һәм иҫәпләнә. Һаҡлам йәки иҫәп буйынса шарттар ҙа үҙгәрмәй. Һаҡламдар буйынса процент һаҡлам асылған валютала иҫәпләнә. Граждандар валюталағы яңы һаҡламдар һәм иҫәптәр аса ала, ләкин ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа уларҙағы аҡсаны тәғәйен көнгә баҙар курсы буйынса һумдарҙа ғына алырға мөмкин. Был осорҙа банктар граждандарға валютаны ҡулаҡса рәүешендә һатмай. Ҡулаҡса валютаны теләгән ваҡытта һәм күләмдә һумға алмаштырырға була. Валюталағы һаҡламдарынан йәки иҫәптәренән аҡсаһын бөтә банктарҙың клиенттары ла алыу мөмкинлегенә эйә. Банктарға аныҡ бүлексәгә ҡулаҡса валютаны тейешле күләмдә алып килеү өсөн бер нисә көн кәрәк булыуы ихтимал.
Әйткәндәй, Visa һәм Mastercard халыҡ-ара түләү системалары 10 марттан Рәсәйҙә эшләүҙән туҡтай. Был хәлгә Башҡортостандың Милли банкы (Рәсәй банкы филиалы) идарасыһы Марат Кашапов аңлатма бирҙе.
"Ошо системаларҙың Рәсәй банктарында сығарылған карталары илебеҙҙә нормаль режимда эшләй, ләкин сит илдәрҙә һәм уларҙың онлайн-магазиндарында, шулай уҡ ApplePay һәм GooglePay сервистары эшләүҙән туҡтай. Рәсәйҙә Visa һәм Mastercard карталары ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғансы эшләй. Улар менән тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләргә, картаға аҡса һалырға, банкоматтарҙан ҡулаҡса алырға, картанан картаға аҡса күсерергә мөмкин. Күп банктар был карталарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыуы хаҡында белдерҙе. Бынан һуң банктар үҙҙәренең клиенттары өсөн "Мир" карталарын сығара. Ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланмаған Visa һәм Mastercard карталарын ябырға һәм уларҙың урынына "Мир" карталарын сығарырға кәрәкмәй. "Мир" картаһы менән халыҡ-ара түләү системалары картаһындағы кеүек үк операцияларҙы башҡарырға мөмкин. Был картаға смартфон ярҙамында түләү өсөн MirPay сервисын да тоташтырырға була", - тип кәңәш бирҙе финансист.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.03.22 | Ҡаралған: 579

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru