Гәзитебеҙҙең сираттағы бер һанында Наилә Хәмбәлиеваның "Һәр кем үҙенсә" тип аталған бер кәлимә фекере баҫылып сыҡҡайны. Башҡорттарҙың тыйнаҡлығы хаҡында ине ул. Хатта берәүҙе артыҡ маҡтай башлаһалар, маҡтаусы кешене "тыйнаҡһыҙ рәүештә" тыйыусылар ҙа табылыуы тураһында бер аҙ фәлсәфәләп, ошо хаҡта гәзит уҡыусының фекер әйтеүен дә һораған автор…
Бик мөһим мәсьәләне күтәргән Наилә һылыу. Башҡорттарҙың тыйнаҡлығын мин дә электән тоям. Хатта бала сағымда ла шуға иғтибар итә торғайным. Мин 5 - 7 синыфтарҙа уҡыған күрше ауыл мәктәбендә башҡорт һәм урыҫ кластары булды. Үҙем башҡорт синыфында уҡыным. Башҡорт ҡыҙҙарының ғына түгел, хатта малайҙарҙың да үтә баҫалҡы булыуы хәтеремдә уйылып ҡалған. Урыҫ синыфындағы балалар беҙгә өндәшһәләр, хатта ҡаушап ҡала торғайныҡ. Яңылышыраҡ яуап биреп, көлкөгә ҡалған ваҡыттар ҙа булманы түгел. Ике күрше ауыл малайҙарының шул мәктәп стадионында футбол уйнағанын ҡараған мәл иҫемдә. Бер урыҫ малайы (әллә шаяртыу ниәте менән, әллә ысынмылыр) минән: "За кого болеешь?"- тип һораны. Мин уның был һорауын, әлбиттә, аңлап етмәнем. Ахырҙа: "Мин ауырымайым", - тигән һымағыраҡ яуап бирҙем. Рәхәтләнеп минән көлгәндәрен хәтерләйем. Урыҫ балаларының ҡыйыулығына ла ғәжәпләнә торғайным. Ҡыҙҙарҙың уҡытыусы апайҙарҙы ҡултыҡлап алып, үҙҙәренең дуҫы һымаҡ күреп, ҡулдарын болғай-болғай иркенләп һөйләшеп йөрөүҙәре, ә малайҙарының тәнәфестә йә урамда булһа ла үҙ-ара ныҡ тауышланып аралашыуы беҙҙекенән айырыла ине шулай ҙа. Мин быны урыҫ телендә үҙебеҙҙең шыма һөйләшә алмауыбыҙ менән бәйләнем, әлбиттә. Ишетеүемсә, хәҙер балалар башҡорт синыфында уҡыһалар ҙа, урыҫса яҡшы һөйләшә. Шуға күрә лә мәктәптәребеҙҙә ундай айырмалыҡтар, бәлки, юҡтыр ҙа, тип уйлайым.
Тағы бер күҙәтеүем хаҡында әйтергә ниәтем. Мин хәрби табип булып хеҙмәт иткән дивизияла башҡа башҡорт офицерҙары ла бар ине. Күптәре үҙ балаларын туған теленә өйрәтмәгәне өсөн: "Нишләп балағыҙҙы башҡортса һөйләштермәйһегеҙ?", - тип һорағылағаным булды. Улар: "Беҙ бала саҡта мәктәптә урыҫ телен яҡшы белмәүебеҙ арҡаһында үҙебеҙҙе башҡаларҙан кәм тоя инек. Хәҙер, исмаһам, балаларыбыҙ урыҫса яҡшы һөйләшһен", - тигән һымағыраҡ яуап бирә торғайнылар. Әммә хатта урыҫ телле булыуҙарына ла ҡарамаҫтан, ошо кескәй генә милләттәштәрҙең дә барыбер бүтәндәрҙән айырылғаны һиҙелә ине. Урамда уйнап йөрөгән шул башҡорт балаларының баҫалҡылығын, сағыштырмаса баҙнатһыҙлығын күреп, ҡайһы берҙә йәлләп тә ала торғайным. Уларҙың башҡорт йөҙлө булыуы ғына түгел, ә әҙәплелеге барыбер күҙгә ташлана ине шул. Иғтибар итәм: балалар майҙансығында таусыҡта шыуып уйнаған кескәйҙәр араһында беҙҙең малайҙарыбыҙ түҙемле генә сират көтөп тороусан. Шуның менән файҙаланып, башҡа күптәрҙең етеҙ генә алға төшә һалып, сиратһыҙ үтеп китеүҙәрен дә күрәм. Бүтәндәрҙе алдарынан үткәреп тороусы "ҡараҡас" малайҙарҙы йәлләп, ҡайһы берҙә, хатта уларҙы етәкләп, иң алға алып барып та ҡуйғылаған мәлдәрем булды. Шуға күрәме, башҡорттоң үтә баҫалҡылығы, ай-һай, урыҫ телен насар белеүҙән генә түгелдер, тип уйлай башлайым бәғзе ваҡыт.
Бәләкәй балаларыбыҙ ғына түгел, һалдат коллективында ла үҙебеҙҙең егеттәрҙең йыуашлығына йыш ҡына "эсем көйгөләй" торғайны. Ахырҙа, түҙмәй, уларҙы башҡа олораҡ һалдаттарҙан йәнтәслим яҡлаша башлаған мәлдәрем дә булманы түгел. Һалдат булып беҙҙең дивизияла хеҙмәт иткәндәр араһында райондаштарым, ауылдаштарым, хатта туғандарым да булды. Шул яҡташ һалдаттарыбыҙҙың күптәре хәҙер, моғайын, тормош ҡороп, илдә йәшәп яталыр. Бәлки, кемеһелер ошо гәзитте уҡып, иҫләп тә ултыралыр… Минең офицер булып шунда хеҙмәт итеп йөрөүемде, хатта уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуымды белә тороп та, берәй ауыр ваҡыттарында килеп мөрәжәғәт итергә ҡыймауҙарына үкенә инем. "Нишләп килмәйһең, госпиталгә һалып, ике-өс аҙнаға булһа ла ял бирер инем үҙеңә", - тип әйтһәң: "Мин ауырымайым да баһа", - тип кенә яуап биреүсе яҡташтарым әле булһа иҫемдә. Хатта яҡын ғына танышыңдың йә туғаныңдың улы булыуына ҡарамаҫтан, ике йыл буйы "Хәлил ағай", тип яныңа үҙе килмәгән ана шундай "тешекмә" (ҡапыл да асылып бармаусы кеше) егеттәребеҙгә ғәжәпләнә лә инем. Ә шулай ҙа, милләттәштәребеҙҙең бындай тыйнаҡлығы насар түгел тип һанайым. Башҡалар һымаҡ әрһеҙ булмауҙары ҡайсаҡ үкенес тойғоһо уятыуына ҡарамаҫтан, уларҙың ошо сифатын хатта гүзәл тип тә атар инем..
Халҡыбыҙҙың тағы бер ыңғай яғы - хистәрҙе йүгәнләй белеү. Наилә һылыу әйтмешләй, "бәйҙән ысҡынып китһәк, һуңынан үкенә лә беләбеҙ…" Күптәребеҙ, башҡалар менән аралашҡанда ысынлап та ыңғай йә кире хистәребеҙҙе йәшереп тота алабыҙ. Тура әйткән туғанына ярамай, тигән әйтем дә бар. Кешенең йөҙөн йыртып, уның етешһеҙлеген (хатта дөрөҫ булһа ла) туранан-тура күрһәтеүҙән тартыныу ҙа, милләттәштәребеҙҙең иң яҡшы һыҙаттарының береһе тип һанайым. Тап бына ошо сифатыбыҙ арҡаһында халыҡтар дуҫлығы буйынса Башҡортостаныбыҙ күптәргә өлгө булырлыҡ, тигән инаныуҙамын. Ҡайһы берҙә, шайтан үәсүәсәһе арҡаһында, "сығырыңдан сығып", ташып барған уй-хистәреңде әйтеп һалғы ла килеп китә лә ул. Әммә үҙебеҙҙең асыуыбыҙҙы йүгәнләп алырға тырышабыҙ. Ғәҙәттә, ғаиләләрҙә башланған һәр ғауға, ыҙғыш-талаштар ҙә ир менән ҡатындың бер-береһенә дөрөҫлөктө "тура һалдырыуы" арҡаһында килеп сыға бит.
Автор ҡуҙғатҡан йәнә бер мәсьәлә - кемделер маҡтау хаҡында. "Маҡтауҙы ялағайлыҡҡа тиңләйбеҙ, йылы һүҙгә ваҡыт сарыф иткебеҙ килмәй", тип яҙа автор. Хаҡ һүҙҙәр! Халҡыбыҙҙың бына ошо яғын да тик хуплайым ғына. Мөхәммәт бәйғәмбәр с.ғ.с. ҙә кешене артыҡ маҡтауҙы ҡәтғи тыйған. "Әгәр һине берәү маҡтай башланы икән, уның күҙенә тупраҡ һип", тип әйткән хәҙис бар. Шулай уҡ "Мосолман кешеһенең үҙенең ҡәрҙәшен маҡтауы уның билен һындыра һуғыуға тиң", тип тә әйткән Рәсүлуллаһ. Әммә "маҡтарға ярамау" - бер-береңә тупаҫ мөнәсәбәттә булыуҙы аңлатмай, әлбиттә. "Йылы һүҙ йән аҙығы" тип әйтәләр халҡыбыҙҙа. Үҙ-ара тик яғымлы һүҙҙәр ярҙамында аралашыу мотлаҡ. Тик, әлеге әйтмешләй, маҡтауҙа хәттин ашыу тыйыла. Моғайын күптәрҙең күргәне барҙыр, һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер юбилей кисәһендә кемделер "ергә лә төшөрмәй" маҡтап алып китеү ғәҙәткә инеп бара. Ныҡлап иғтибар итһәң, әлеге маҡталған кеше хатта уңайһыҙлана ла башлай…
Динебеҙҙә артыҡ маҡтауҙы тыйыу күҙ тейеү менән дә бәйле булһа кәрәк. Берәүҙәр тик насар кешенең генә күҙе тейеүсән, тип һанай. Әммә, һине ысын яҡын күргән берәй туғаныңдың да (хатта ата-әсәнең дә) күҙе тейеүе ихтимал. Шуның өсөн дә абайламайыраҡ, балаңа йә башҡа берәүгә һоҡланып йә иһә уны маҡтап ебәрәһең икән, "Бәракә-Ллаһу фи кә" (Аллаһ һиңә бәрәкәт бирһен) тип әйтеү кәрәк (онотоп китеп, килендәребеҙҙең береһен маҡтап гәзиткә яҙғас, унан: "Күҙ тейеүҙән ҡурҡам", тигән һымағыраҡ ризаһыҙлыҡ ишеттем һәм бәйғәмбәр с.ғ.с хәҙисенән алынған шул доғаны уҡып алдым. Был тарафтан хәҙер инде һағыраҡ булырға тырышам). Физик яҡтан ныҡ үҫешкән берәүҙең ярты биленә ҡәҙәре сисенгәнен күргән бер сәхәбә, һоҡланып, уны маҡтай башлаған. Шуны ишетеп торған Мөхәммәт с.ғ.с. маҡтаусыға: "Һин уға күҙ тигеҙҙең. Тиҙ генә ғөсөл ҡойон…"- тип әйткән. Шул һыу менән маҡталған кешегә лә ғөсөл алырға ҡушҡан. Ир кешенең тәненә һоҡланыуҙан да күҙ тейгәс, бөгөнгө көндә ярым сисенгән гүзәл заттарыбыҙ хаҡында әйтеп тә тораһы юҡ бит! "Өммәтемдең күпселеге күҙ тейеү арҡаһында һәләк була", тип әйткән хәҙис тә бар. Уйламағанда берәү ниндәйҙер сиргә һабышып китә, әммә үҙенә күҙ тейеү арҡаһында икәне уның башына ла килмәй. Күрәһең, халҡыбыҙ борон бына ошо өлкәлә лә ғилемлерәк булғандыр…
Шулай уҡ йыш ҡына телгә алынған ҡыҙҙарыбыҙҙың "ҡырыҫлығы", ир-аттарыбыҙҙың "наҙға һараныраҡ" булыуын да халҡыбыҙҙың әүәлдән килгән ҡиммәттәренең береһелер тип һанайым. Тик гүзәлдәребеҙгә ҡарата ҡулланылған "ҡырыҫ" һүҙен "әҙәпле"гә алыштырыр инем мин. Ят ир-аттарға асылып бармау нәфис заттарыбыҙҙың гүзәл бер үҙенсәлеге ул. Ә ир-егеттәребеҙҙең үҙҙәрен маҡтауға ҡапыл да "ирей" һалмауы, шулай уҡ, башҡаларҙы кәрәккән-кәрәкмәгәндә "күтәрмәләп" тә бармауы уларҙың "туң" булыуын аңлатмай. Мосолмандарға хас булырға тейешле ошондай яҡшы сифаттарҙы бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с "хөснүл-холоҡ" (урыҫса - прекрасный нрав) тип атаған…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА