«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН - 5
+  - 


оло башҡорт иленең кесе ырыуҙары улар

Башҡортостандың Себер даруғаһында Рәсәй хакимиәте документтарында "Чирлинская волость", тип теркәлгән административ территория була. Был башҡорттарҙың һырҙы, йәиһә сырҙы ырыуы ерҙәренә ҡарай. Һырҙыларҙың килеп сығышын аныҡларға мөмкинлек биргән тарихи материалдар юҡҡа иҫәп. Ғалим-этнолог Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, һырҙы башҡорттары, ҡыуаҡандар кеүек үк, күпкә ҙурыраҡ һәм көслөрәк булған табын (ҡара-табын) этник берләшмәһенә ингән була. Р.Ғ. Кузеев уларҙың ырыу тамғаларының бер иш булыуы, шәжәрәләрендә, риүәйәттәрендә яҡын ҡәрҙәш икәнлектәре хаҡында бәйән ителеүен ышаныслы дәлил итеп ҡарай. Башҡа бер сығанаҡтарға ярашлы, оло табын берләшмәһенең алты тармағы була: табын ырыуы үҙе, ҡыуаҡан, һырҙы, бишул, ҡумрыҡ һәм баҙраҡ.
Әммә табын этник берләшмәһенең социаль-сәйәси тамырҙары булыуын да иҫәпкә алырға кәрәктер. Уға ингән ҡәүемдәрҙең тарихи сығышында билдәле айырымлыҡтар бар. Табындарҙың боронғо тамырҙары фарсы (иран) телле уйшин (усунь) ҡәбиләләренә барып тоташһа, ҡыуаҡандар монгол мөхитенән сыҡҡан ҡәүемдәрҙән иҫәпләнә. 1744 йылда Пекинда "Һигеҙ байраҡ составында булған маньчжур ырыуҙарын дөйөм барлау" тип аталған хеҙмәт баҫыла. Ошо китапта аталып үтелгән 233 монгол һәм маньчжур ҡәбиләләре исемлегендә Кэокин тип аталғаны ла иҫкә алына, был башҡорттарҙың ҡыуаҡан тигәненә бермә-бер тап килә. Һырҙы/сырҙы ырыуы атамаһына килгәндә, уның этимологияһына иғтибар итеү фарыз. "Һыр/сыр" - атаманың тамыры, ә "-ҙы" - һүҙ яһаусы суффикс (көнсығыш диалектында "-лы" суффиксына тап килә). Бәғзе бер тикшеренеүселәр боронғо төрки телендә "чыри" һүҙенең йә ваҡ балыҡты, йә балыҡ һурпаһының һөҙлөгөн аңлатҡанына иғтибар итә. Әммә ни сәбәптән ошо башҡорт этнонимының ваҡ балыҡ йәиһә балыҡ һурпаһы мәғәнәһенә тап килеүен аңлатыуы ҡыйындыр. Бында бер сағыштырыу урынлы кеүек тойола: шул уҡ көнсығыш Башҡортостандың әйле (әйҙе) ырыуы атамаһының ай (әй) һүҙе менән бәйле булыуына һис бер шик юҡтыр. Башҡортостаныбыҙҙа Әй исемле гүзәл йылға ла бар бит. Ә тарихсыларыбыҙ ни эшләптер Урта Азияла боронғо осорҙарҙа уҡ Һыр (Сыр) атамалы йылға (Һырдаръя/ Сырдаръя) барлығына һис бер иғтибар итмәгән. Ә шул уҡ Көнсығыш Башҡортостан ерен төйәк иткән башҡорттар үҙ шәжәрәләрендә һәм риүәйәттәрендә ата-бабаларының ҡасандыр Амударъя һәм Һырдаръя үҙәндәрендә йәшәүҙәре хаҡында бәйән иткән. Һырҙылар, тимәк, Һырдаръя буйынан килеүселәр, тип фараз ҡылырға ерлек бар.
Нисек кенә булмаһын, күрәһең, урта быуаттарҙа һырҙыларҙың ата-бабалары Евразия далаларында көн иткән олораҡ бер ҡәүем тармаҡтарының береһе булып, билдәле бер тарихи сәбәптәр арҡаһында Көньяҡ Уралға ҡайтып, ошонда ерегеп ҡалған. Әүәлерәк, Урал һырттарының көнсығыш яғына күсенгәнсе, һырҙылар Йүрүҙән буйында ла йәшәп алған. Ҡайһы бер топонимик атамалар ошо хаҡта һөйләй. Хәҙерге Салауат районының Сулпан (Чулпан) ауылынан алыҫ түгел Сырҙы йорт, Сырҙы зыярат, тип аталған урындар бар. Һырҙыларҙың ҡыуаҡандар менән бер үк ваҡытта күсенеп йөрөүе, йәнәш ерҙәрҙә йәшәүе хаҡында алдараҡ әйтелгәйне. Шуға күрә шул уҡ Салауат районында ҡороп юғалған бер бәләкәй йылғасыҡтың үҙәне әлегә тиклем Ҡыуаҡан йылғаһы тигән гидроним менән аталып йөрөтөлөүе лә тиккә түгелдер.
Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы ерҙәрен биләгән оло Әйле берләшмәһе биләмәләрендә әлеге ваҡытта бөтөнләйгә онотолған Шуран олоҫо ла булған. Шурандарҙың башҡа башҡорт ырыуҙары менән боронғо бәйләнештәре тураһында яҙма сығанаҡтар ғына түгел, ауыҙ-тел ижадында ла бер ниндәй ҙә мәғлүмәт табылмаған. Бәлки, ошо этноним менән аталған төркөм икенсе бер ырыуҙың бер тармағы ғына булғандыр. Шулай булһа ла, шуран ырыуы төркөмө рус хакимиәте документтарында айырым бер олоҫ булараҡ телгә алына. XVIII быуат башында төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының аҫаба ерҙәрен рус промышленниктары, заводчиктар, төрлө сәбәптәр табып, алдап-юлдап тигәндәй, тартып ала башлай. Хатта һатып алыу килешеүҙәре лә тупаҫ боҙола. Ерле башҡорт ырыуҙары вәкилдәренә батша власы органдарына ялыу яҙыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ошондай бер документҡа, башҡалар менән бер рәттән, Шуран олоҫоноң Булат исемле бер арҙаҡлы уҙаманы ла үҙ тамғаһын ҡуйған. Чусовая йылғаһы буйындағы башҡорт ерҙәрен законһыҙ үҙләштергән граф Строганов һәм урындағы башҡорттар араһындағы оҙайлы бәхәс хаҡында 1725 йылда Өфө провинция канцелярияһына ебәрелгән коллектив мөрәжәғәттә ошондай юлдар бар: "От нас, Сибирской дороги Мекетинской волости от Оларгула, Челжеуцкой волости от Боскуна, Катайской волости от Карабаша, Табынской волости от Абызана, Терсяцкой волости от Камая, Сенирянской волости от Назара, Шуранской волости от Булата, Чирлинской волости от Мамбетя, А[й]линской волости от Чювашбая, Кубаканской волости от Кашака, Кипчацкой волости от Утяша, Каратабынской волости от Курмангула, Сызгинской волости от Табыкая, и от всех старшин и младших Вам, князю Ивану Григорьевичу премного челобитье. После челобитья слова: Как всемилостивейшему Всероссийскому государству, преклоня головы свои, начали служить, то владели от начатия содержания Всероссийского престола царя Ивана Васильевича из ясашного платежа и из подводной гоньбы сею вотчиною, и ныне нет пустых вотчин. А сию вотчину волею своею не дадим тем Строгановым, понеже от царства царя Ивана Васильевича спору нету. А Государь излюби[л] нам [и] из ясаку пожаловал - дал те вотчины..."
Был үтә аҙ һанлы этник төркөмгә ҡараған башҡорттарҙың ата-бабалары боронғо төрки ҡәүемдәре составына ингән, тип фараз итергә була. Шуран исемле ҡәбилә XVI быуатта фарсы авторы Мулла Сәйф-ад-Дин бен Дәмелла Шах-Аббас Ахсикентиның "Маджму ат-таварих" тигән әҫәрендә телгә алына. Ул XIII - XV быуаттарҙа Алтын Урҙаның һуңынан "үзбәктәр" тигән дөйөм исеме аҫтында билдәле булған оло ҡәүеменең 92 ырыуы (аймағы) иҫәбенә индерелә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр шурандарҙы шул уҡ үзбәктәрҙең ширин ырыуы менән сағыштырып, уларҙы бер үк ырыу икән, тип бутала. Әммә әле атап үтелгән авторҙың әҫәрендә ширин ырыуы ла, шуран да айырым аймаҡтар булараҡ теркәлгән. Джучи улусындағы башҡорт шурандары менән күскенсе үзбәктәрҙең шириндары бер үк ваҡытта ғәйәт ҙур территория биләгән Алтын Урҙаның төрлө тарафтарында йәшәй. Шуран башҡорттарының ҙур ғына бер өлөшө Көньяҡ Уралдан байтаҡҡа көнбайыштараҡ булған ерҙәрҙе төйәк итеп, Ҡаҙан даруғаһында ла Шуран олоҫон хасил иткән. Татарстандың хәҙерге Лаеш районында, Кама буйында әле лә Шуран исемле рус ауылы бар; был топоним бында ҡасандыр шуран ырыуы кешеләре йәшәгәнлеге хаҡында белдереп тора.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ
әҙерләне.
(Дауамы. Башы 12-15-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 434

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru