"Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты һыйпап ташлап булмай ҡул менән" тип әйтелә халыҡ йырында. Халҡыбыҙ йырҙарындағы был мотив, асылда, фажиғәле, әсе, әммә алда күреләсәк ҡотолғоһоҙ яҙмыш хаҡында. Ҡыҙыҡ килеп сыға: бәхетле, кинәнесле мәлдәр һәм тойғолар кисереүгә бәйле күреләсәк ваҡиғалар хаҡында ла шулай тип әйтергә буламы икән? Икенсе төрлө әйткәндә, яҙмыштың ҡатмарлыһы, әсеһе генә ҡотолғоһоҙмо? Шулай ҙа, ваҡытты ҡамтарып, тарихтарҙы киренән ҡайтарып, яҙмыштарҙы киренән ҡороп, сәғәтте кирегә бороп, ваҡиғаларҙы үҙгәрткән осраҡта ниндәй булыр ине икән хәҙерге көнөбөҙ? Үткән тарихҡа теләк-шарт һөйкәлеше аша бер ниндәй йоғонто яһап булмаһа ла, яҙыласаҡтарына мөмкиндер бит, тием. Әйтәйек, үткәнеңдән фәһем, һабаҡ, ғибрәт алып, шундай уҡ күрәсәктән ҡотолоу мөмкин бит. Улайһа, буласаҡҡа, күрәсәккә сара булып сыға түгелме? Шул хаҡта фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
Иге-сиге күренмәгән сүллек буйлап тәлкән-төлкән каруан барған, ти. Ундағы йөҙәрләгән дөйәләргә донъяның иң бай сауҙагәрҙәренең иң затлы әйберҙәре, алтын-көмөшө, нағышланған биҙәүестәре, кейем-һалымы һәм башҡа һатыу итеү әйбере артмаҡланған. Каруан һәр таң һайын ҡалҡҡан ҡояшҡа табан тарафҡа, оҙон көн һуҙымында дала үлсәме менән ҡарыштай ер үтеп, көндән-көн көнсығышҡа ығышҡан, көн төнгә ялғанған, ҡояш офоҡҡа ауышҡан.
Иң алдағы дөйәне етәкләп, тамаҡ хаҡына каруан оҙатыусыһы булып ялланған фәҡир генә егет атлаған. Уның торор өйө лә, ғаиләһе лә, кейер йүнле кейеме лә булмаған, ғүмере каруан оҙатып, юлда үткән. Ә байҙар менән уларҙың хеҙмәтселәре иһә, дөйәләрҙең һыртына беркетелгән сатырҙар ышығында йоҡо һимертеп юл үткән. Шулай фәҡир генә булһа ла, егет даланы, уның һәр бер ҡоҙоғон, туҡталҡа урыны-оазисын биш бармағындай яҡшы белеүе менән каруансы сауҙагәрҙәр араһында дан ҡаҙанған. Уға ышанғандар, иртәме-һуңмы, барыр ерҙәренә алып барып еткереренә тамсы ла шикләнмәгәндәр.
Бына турһыҡтағы һуңғы тамсы һыуҙар эселеп бөтөүгә каруанды әйҙәүсе егет сираттағы ҡоҙоҡ янына алдағы дөйәнең моронон төрттөргән. Кинәнеп-кинәнеп, һыуһындары ҡанғансы, ҡорһаҡтары тулып ауғансы, мулҡынып һыу эскән юлсылар. Инеш янында төн ҡунып, таңдан тамаҡланып, дөйәләрен тағы бер тапҡыр һуғарып, турһыҡтары тулғансы һыу алып, инде ҡуҙғалып киттек тигәндә генә уларҙы урындағы бер һуғышсан ҡәбилә яугирҙары килеп баҫҡан. Уларҙан ҡото алынған сауҙагәрҙәр "Алыш бармы, атыш бармы?" тиеп әйтергә лә ҡурҡып, тегеләрҙән үҙҙәрен имен-аман ебәреүҙең хаҡын белешкән, азатлыҡҡа хаҡ бесә башлаған.
- Алтын-көмөшөгөҙ, барлыҡ тауарҙарығыҙ үҙегеҙгә ҡалһын. Беҙ, һеҙ уйлағанса, юлбаҫарҙар түгел. Һеҙгә шартыбыҙ шул: беҙгә бер кешегеҙҙе генә бирһәгеҙ, шул еткән. Хоҙайыбыҙ әҙәм балаһын ҡорбанға килтереүебеҙҙе һорай, - тигән ҡәбилә башлығы.
Сауҙагәрҙәр оло аптырашҡа ҡалып, бер-береһенә ҡарашып ҡатҡан, ҡорбанға бирер кеше таба алмайынса, оҙаҡ баш ватҡан. Кемеһелер шыбаға тотошоуҙы тәҡдим иткән дә, үҙенең өҫкә сығыуынан ҡурҡып, шундуҡ һүҙен кире алған. Шул саҡ сауҙагәрҙәр араһында абруйлы һаналған береһе:
- Буласаҡҡа сара юҡ. Күрер аҙабыбыҙ ошо булғандыр инде. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың бер нисә ҡатыны, тағы ла әллә күпмешәр балаларыбыҙ бар. Уларҙың күҙ йәшен ҡойҙороп, етем итмәҫ өсөн, Алла хаҡына беҙ, бик ҡыйын булһа ла, анау каруаныбыҙға юл күрһәтеүсе егетте быларға бирергә тура килер. Уның илар ҡатыны ла, етем ҡалыр балаһы ла юҡ, - тигән.
Сауҙагәрҙең был тәҡдиме башҡаларҙың дөйөм хуплауы менән ҡаршы алынған. Ҡайһыһылыр уның аҡыллы кәңәшен ишеткәндән һуң күҙенә йәш алып:
- Эйе шул, ағай, һүҙеңә ҡеүәт. Буласаҡҡа, ысынлап та, сара булмаған өсөн дә Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был сәфәребеҙгә ошо егетте биреп сығарған бит инде. Бына беҙ сүллек буйлап ай самаһы килдек, егет беҙҙе үҙ юлыбыҙҙан бер иле лә яҙлыҡтырмай алып килде. Бына хәҙер инде беҙҙең алға һынауҙың иң ауыры килеп етте һәм Хаҡ Тәғәләнең ризалығы өсөн беҙ уға үҙенең бәндәһен кире ҡайтарырға бурыслы, - тип оло сауҙагәрҙең һүҙен йөпләп үк ҡуйған.
Шулай итеп, ҡәбилә яугирҙары каруанды әйҙәүсе егеттең аяҡ-ҡулын сырмап алып ҡалған. Каруан иһә, сүллек буйлап меңәр-меңәр саҡрымдарға һуҙылған юлын артабан дауам иткән. Тағы ла офоҡҡа ҡояш ауышҡан, тағы ла көн төнгә ялғанған. Икенсе көнөнә үк каруансылар әйҙәүсе егеттең ни тиклем кәрәк булғанлығын аңлай башлаған. Ни өсөн тигәндә, туҡтап ял иткән урындарынан иртә таңдан ҡайһы тарафҡа китергә икәнлекте белмәй оҙаҡ ҡаңғырған улар. Бер-береһен еңешә алмай, һуғышыр сиккә еткән каруансылар. Улар юл башлаусы егеткә һалышып, хатта каруандың иртә таңдан ҡояш ҡалҡҡан тарафҡа ҡуҙғалырға тейешлегенә лә иғтибар итмәгән булған. Шуға күрә яңылыш йүнәлеш икенсе көндә үк алынған һәм бишенсе көн тигәндә каруан ҙур бер әйләнеш яһап, икенсе таңда ҡуҙғалған урынға тағы килеп сыҡҡан. Ошо мәлдә инде уларҙың эсәр һыуҙары ла бөткән. Каруансылар баштарын ташҡа һуғырҙай булған да бит, ҡом араһында һыу ғына түгел, ташы ла табылмаған. Хәҙер инде сауҙагәрҙәр аҡтыҡ хәлдәрен йыйып, каруанды әйҙәүсе егетте ҡорбан итергә ҡалдырып киткән ҡоҙоҡто нисек булһа ла табыу маҡсаты менән кире тарафҡа ҡуҙғалған. Әммә күңелдәренә инеп ултырған ҡурҡыу тойғоһо уларҙы тағы ла аҙашыу түңәрәгенә индереп, сарсауҙан талсыҡҡан дөйәләр һәм уларҙың хужалары берәмләп-берәмләп каруандан айырылып ҡала барып, тағы ла өс көн үтеүгә, каруан тотошлай таралып юҡҡа сыҡҡан. Уның ҡарауы, дөйәләрҙе һәм каруансыларҙы сүл бүреләре, ҡарһаҡтар ашап кинәнгән...
Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, буласаҡҡа сара юҡ, тип әйтеүсе сауҙагәр һис тә яңылышмаған. Ул үҙҙәренә ситтәрҙең һөжүм итерен дә, каруанды әйҙәүсе егетте ҡорбанға тип бирерҙәрен дә, аҙаҡ ошо сәбәпле каруандың һәләкәткә осрарын да иҫтә тотоп, ошо һүҙҙәрҙе әйткән булып сыға. "Әгәр ҙә атайымдың үлерен кисә белгән булһам, бер телем икмәккә алмаштырған булыр инем", тип аслыҡтан илаған малай хәленә ҡалған сауҙагәрҙәр. Улар, бәлки, ҡатындарын тол, балаларын етем ҡалдырмайбыҙ, тип ошо юлды һайлап дөрөҫ тә эшләгәндер. Әммә улар барыбер ҙә намыҫ принцибына ҡаршы барыуы һөҙөмтәһендә һәләкәткә тарыған.
...Халҡыбыҙҙың шанлы ла, ҡанлы ла үткәне хаҡында уйланып ултырам да, һәр заманда табылған тәфтиләүҙәр тарафынан хакимдар алдында "Был милләт ер йөҙөнән юҡ ителде" тигән рапорттар бирелһә лә, яңы мең йыллыҡҡа, яңы быуатҡа тиклем йәшәйбеҙ икән, бында мин атай-олатайҙарыбыҙҙың намыҫ принцибына тоғролоғона бәйле сәбәпте күрәм. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе тап шуның өсөн дә йәшәтәлер, тим. Буласаҡҡа сара булмаһа ла, намыҫҡа, иманға, әхлаҡҡа тоғролоҡ һаҡлағанда, киләсәкте күреребеҙгә сара бар, тимәк.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА