«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛ ҠОЙМАЛАРЫ ҠЫУАҠТАР МЕНӘН АЛМАШТЫРЫЛА
+  - 


Яҙҙан алып Өфө халҡын бигерәк тә ҡаланың үҙәгендә: Ленин, Цюрупа, Маяковский урамдарында юл менән тротуарҙы айырып ҡуйылған ҡоймаларҙың, шул иҫәптән суйындан ҡойолғандарының да, урындарынан юғала башлауы аптырата. Тротуарҙар "яланғасланып", йәйәүлеләр хәүеф зонаһында ҡалды, тип иҫәпләй улар. "Башинформ" агентлығы ҡала мэрияһынан, БР Транспорт министрлығынан һәм баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһынан ҡоймалар менән нимә булыуы тураһында белеште.

- Журналистар менән үткәрелгән матбуғат конференцияһында ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев ҡала юлдарындағы ҡоймаларҙы алыу тураһында шәхсән хәбәр иткәйне инде: "Бөгөн Өфөләге 52 километр оҙонлоҡтағы юл ситтәренә ҡойма ҡуйылған. Яңы СНиПтар индерелеүгә бәйле, уларҙың бер өлөшөн алыу мөмкинлеге бар. Беҙ был эшкә тотондоҡ та инде, 2 километрҙан уларҙы алдыҡ. Был 4-5 процент тирәһе. Ҡоймалар алынған урындарға ҡыуаҡтар ултыртасаҡбыҙ. Уларҙы көҙөн ултыртырбыҙ һәм ереккәндәрен көтөп, эште артабан дауам итербеҙ, - тине ул. - Мин ҡоймалар бөтөнләй кәрәкмәгән урындар тураһында әйтәм. Мәҫәлән, белем биреү объекттары булған, балалар уҡыған урындарҙа хәүефһеҙлек менән бәйле улар кәрәк".

- Өфө халҡы социаль селтәрҙәрҙә ҡойма темаһын урап үтмәне. Берәүҙәр уларһыҙ яҡшыраҡ булыр, урамдар "тын алып ҡалыр", аҙаҡ инде бөтөнләй "йәшелләнер" тиһә, икенселәр хәүефһеҙлек өсөн борсола, ҡоймалар йәйәүлеләрҙе юл-транспорт һәләкәтенән һаҡлай, машиналарҙы "туҡтата", ти. Күптәрҙе ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың эҙмә-эҙлекле булмауы асыуландыра. Кемдер бындай ғәмәлдәр өсөн сыҡҡан сығымдарҙы иҫәпләргә лә онотмай, сөнки ҡойма ҡуйыу, уларҙы ҡабат алыу - хеҙмәт талап иткән эш һәм бушлай башҡарылмайҙыр бит. Шулай уҡ суйын һәм тимер конструкцияларҙың артабанғы яҙмышы ла билдәһеҙ.
"Эш күп булыр, ҡыуаҡтарҙы һәр ваҡыт алмаштырып торасаҡтар. Ә был ҙур аҡса... Ҡышын уларҙы трактор менән ҡаҙып, соҡоп бөтәсәктәр. Хатта ағастарҙы ла һындыралар бит, - ти бер ҡатын-ҡыҙ. - Ғөмүмән, тәүҙә ҡыуаҡтар ултыртып, улар үҫеп киткәс кенә ҡоймаларҙы һүтергә кем ҡамасауланы икән?"
"Башта йәшеллекте соҡоп алырға аҡса туҙҙыралар, һуңынан - ҡаланы йәшелләндерергә. Башта күрмәлекһеҙ ҡоймаларға аҡса түктеләр, хәҙер уларҙы һүтеүгә. Логика ҡайҙа?" - ти бер Өфө кешеһе.
"Ниңә ҡоймаларҙы алырға? Башҡа эшегеҙ юҡмы? Ҡайһы бер кешеләр бит даими рәүештә юлды ярамаған урындан аша сыға, ә был аварияға тура юл", - тип белдерә икенсеһе.

- Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында баш ҡалалағы ҡоймалар буйынса мәсьәләнең мэрия ҡарамағында булыуын аңлаттылар. "Баш ҡалалағы автомобиль юлдары урындағы әһәмиәткә эйә автоюлдар булып һанала. Ҡанунға ярашлы, уларҙа ниндәйҙер эш алып барыу урындағы үҙидара органдары ҡарамағында. Бынан тыш, Милли стандарттарға ярашлы, ҡоймалар йәйәүлеләрҙең хәрәкәтен тәртипкә килтереү һәм уларҙың рөхсәт ителмәгән урында юлды аша сығыуына юл ҡуймау өсөн тәғәйенләнгән", - тип комментарий бирҙеләр министрлыҡта. Йәғни ҡоймаларҙың төп функцияһы - йәйәүлеләрҙе юл-транспорт ваҡиғаһынан һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уларҙың рөхсәт ителмәгән урында юлға сығыуына кәртә ҡуйыу.

- Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә ҡоймаларҙың ҡайҙа ҡуйылыуын, ҡайҙан алыныуын, уларҙы ҡайҙа алып китеүҙәрен һәм быларҙың барыһы ла нимә өсөн эшләнгәнен аңлаттылар.
Шулай итеп, ГОСТ-ҡа ярашлы, йәйәүлеләр өсөн ҡуйылған ҡоймалар йәйәүлеләр өсөн барлыҡ ер өҫтө көйләнгән үткәүелдәрендә; балалар учреждениелары эргәһенән үткән юл йәки урамдар участкаларындағы көйләнмәгән үткәүелдәрҙә; йәйәүлеләр тапалыуға бәйле юл-хәрәкәт һәләкәттәре күп булған урындарҙа ҡулланыла. Улар барыһы ла ЮХХДИ күрһәтмәһе буйынса ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта 2020 йыл һуңында ГОСТ-ҡа үҙгәрештәр индерелә һәм уға ярашлы, автоюл йәйәүлеләр тротуарынан бер метрҙан ашыу киңлектәге газон менән айырылып торһа, ул урында ҡоймалар кәрәкмәй, әммә был урында тотош ҡыуаҡ булырға тейеш. "Ҡала хеҙмәттәре ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә барлыҡ йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар ҡуйылған урындарҙы йөрөп, уларҙы һүтеү мөмкинлеген ҡарап сыҡты. Тикшереү һөҙөмтәһендә 1944 метр (972 секция) ҡойманы һүтергә мөмкин икәнлеге асыҡланды. Әле 415 секция һүтелгән. Улар райондарҙы төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттәрҙә һаҡлана һәм сафтан сыҡҡандарын алмаштырыу, шулай уҡ балалар учреждениелары эргәһендә, авариялар йыш булған урындарҙа ҡуйыласаҡ", - тиҙәр хакимиәттә.
Муниципалитет шулай уҡ ҡойма урынына ҡыуаҡтар ултыртыу участкаларын да асыҡлаған. Ундайҙар бишәү, дөйөм оҙонлоғо 1000 метр, йәғни 410 секция. "Ҡыуаҡтар ултыртыу өсөн уңайлы ваҡыт - көҙгө осор. Үҫемлектәр киләһе йылда ерегә. Яҡшылап ерегеп киткәндән һуң бер йыл үткәс кенә уларҙы матурлап ҡырҡырға мөмкин. Шулай итеп, ҡалған ҡоймаларҙы һүтеү ҡыуаҡтар ултыртҡандан һуң 2-2,5 йылдан һуң ғына планлаштырыла", - тип аңлаталар мэрияла.

- Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл инспекцияһы һәм хәрәкәтте ойоштороу бүлексәһе начальнигы - бүлек начальнигы урынбаҫары Руслан Исламетдинов белдереүенсә, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә баш ҡаланың йәйәүлеләр үткәүелдәренең ҡулланыу торошон тикшерә. "Тәү сиратта транспорт-йәйәүлеләр ағымы көслө булған урамдар киҫелешенә иғтибар бирелә. Ҡала урамдарын тотоуға ГОСТ талаптары ҡуйыла, уларҙа йәйәүлеләр өсөн юл ҡоймалары ҡулланыу тәртибе аңлатыла. Норматив документтарға ярашлы, улар балалар учреждениелары эргәһендәге юлдар йәки урамдарҙың участкаларында, шулай уҡ йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт һәләкәттәре күп булған ерҙәрҙә көйләнмәгән ер өҫтө үткәүелдәрендә ҡулланыла. Тәпәш ҡоймалар конструкция формаһында ғына түгел, тотош ҡыуаҡлыҡ рәүешендә лә булырға мөмкин, - тип аңлата ул. - Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә Өфө ҡалаһының коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү, башҡа хеҙмәттәр вәкилдәре менән күсмә кәңәшмәләр үткәрә. Ҡоймалар ҡуйыу урыны юл ваҡиғаларын ентекле анализлағандан һуң һайлана. Йылдың тәүге яртыһында баш ҡалала кешеләр йәрәхәт алған һәләкәттәр йыш булған 22 урын барлыҡҡа килгән. Нигеҙҙә, улар күп һыҙатлы һәм хәрәкәт тә көслө, йәйәүлеләр ҙә күп булған юл саттары. Шуға ла бындай юл саттарында - Жуков - Б. Бикбай, Р. Зорге - Галле, Әй - 8 Март, Ҡулса - А. Невский урамдары киҫелештәрендә йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар ҡуйылған".

Шулай итеп...
"Башинформ" Өфөлә булған, машиналарға тротуарға "осоп сығып", юлындағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы емереү, шул иҫәптән кешеләрҙе бәрҙереү бер ни тормаған юл-транспорт һәләкәттәрен хәтергә төшөрөргә булды. Ҡалала хәүефле юл саттарының береһе булып Пушкин һәм К. Маркс киҫелеше тора, унда бер нисә етди авария ла күҙәтелде.
Нисек кенә тимә, йәйәүлеләр хатта юл эргәһендәге тротуарҙа ла иғтибарлы һәм һаҡ булырға тейеш, тигәнгә ишара булды был.

Ксения КАЛИНИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 260

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru